«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 193 194 195 196 197 198 199 200 201 » #
БЕР НӘМӘ ЛӘ ҮҘГӘРМӘЙӘСӘК, ТИП ҠУЛ ҺЕЛТӘП ҠУЙМАЙЫҠ

IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайынан тәү сиратта башҡорт халҡына ҡағылышлы актуаль мәсьәләләрҙең ентекле тикшерелеүен көтәм. Унан һуң, ҡабул ителгән ҡарарҙар буйынса эш артабан да дауам итер, резолюцияларҙа күрһәтелгән талаптарҙы ғәмәлгә ашырыу барышы контролгә алыныр һәм һәр ваҡыт Ҡоролтай ағзаларының күҙ уңында булыр, тип ышанам.

Хәҙерге көндә бер башҡорт халҡы ғына түгел, бөтә халыҡтар ҙа ауыр көрсөк кисерә. Шундай ҡатмарлы шарттарҙа иң мөһиме - үҙебеҙҙең туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу зарурлығы. Был йәһәттән Ҡоролтай иңенә ҙур яуаплылыҡ һалынған. Милли мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә хәл ителәһе етди мәсьәләләр күп, шулар буйынса ла бик төплө, эшлекле һөйләшеүҙәр һәм ҡарарҙар булыр, моғайын.

Уҡырға
09.11.15  
 
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ

6-се һабаҡ: "Үҙең тураһында һөйлә"

Минең "йәшел йылан" ҡоллоғонан ҡотолоуым тураһында иң тәүҙә, әлбиттә, бергә эскән шешәләштәрем белде. Әйтергә кәрәк, был ҡарарымдың ҡоро һүҙ генә түгел, етди аҙым икәненә иң тәүҙә улар үҙ күҙҙәре менән күреп инанды. Ни өсөн тигәндә, алда әйткәнемсә, Шешәбикә менән хушлашһам да, ҡайһы бер табындарҙа мин һаман да сәй йә һыу эсеп кенә ултыра инем әле.

Уҡырға
02.11.15  
 
ШӘХЕС БУЛЫРҒА ТЕЛӘҺӘҢ МИЛЛИ ТАМЫРҘАРЫҢА ҠАЙТ

Ғүмер буйы нимәлер эшләп, көндәлек мәшәҡәттәргә күмелеп йәшәп, бер көн килеп, был донъяға нимә өсөн тыуҙым икән, тигән һорауға яуап таба алмай аптырап ҡалыусылар бихисап. Йәшәү мәғәнәһен, үҙ асылын табыу теләге һәр кешегә таныш. Берәүҙәр тапалған һуҡмаҡтан борола алмай юлын дауам итһә, икенселәр тормошон ҡырҡа үҙгәртеп, үҙе теләгән тарафҡа юл яра. Бына шундай үҙ асылын тапҡан йәштәребеҙҙең береһе, "Йатаған" этно-төркөмө етәксеһе Илдар Шакир менән ижад, йәшәү мәғәнәһе, милли үҙаң тураһында әңгәмәләштек.

Уҡырға
02.11.15  
 
ҠОРОЛТАЙ УЛ ҺИНӘН, МИНӘН, БЕҘҘӘН БАШЛАНА

Бөтөн донъя башҡорттарының IV Ҡоролтайы үтәсәге тураһында Хөкүмәт ҡарары донъя күргәс, халыҡ аптырап ҡалды: бер ай эсендә генә оло ҡорға әҙерләнеп өлгөрөп буламы? Бөгөн Ҡоролтай Башҡарма комитеты ниндәй мәшәҡәттәр менән йәшәй һәм, ысынлап та, халыҡ борсолоуы раҫҡа сығып, сираттағы оло йыйын исем өсөн генә үтмәҫме? Ошо һорауҙарға яуап эҙләү маҡсатынан редакцияға Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Румил АҘНАБАЕВты һәм уның беренсе урынбаҫары Хәләф ИШМОРАТОВты әңгәмәгә саҡырҙыҡ.

Уҡырға
02.11.15  
 
СЕРҘӘР ҺАНДЫҒЫ УЛ – АРХИВ

Халҡыбыҙ тарихын байытыу, тулыландырыу, асыҡлау эшендә музей, архив фондтары алыштырғыһыҙ сығанаҡ. Дәүләт ҡарамағындағылары, үҙәкләштерелгәндәре генә түгел, ә мәктәп, ауыл музейҙарында ла әле булһа иҫ киткес, тарихи яҡтан ҡиммәтле әйберҙәр осратырға мөмкин.

Уҡырға
02.11.15  
 
РУСЛАН АЛМАЕВ ЕР ШАРЫН УРАП СЫҠМАҠСЫ

Кеше тигәнең ҡыҙыҡ инде. Кемдер тормоштоң бөтә ығы-зығыһынан арып-талып, бөткән ауылды ҡабаттан тергеҙеп, тәбиғәт ҡосағында, халыҡтан алыҫта, яңғыҙы ғына йәшәргә хыяллана, ҡайһылары инде был теләген тормошҡа ашырған, өсөнсөләре ауылдағы тормоштан ялҡып, ҡалаға ынтыла. Минең бөгөнгө геройым да ҡәҙимге тормош ағышынан баш тартып, хатта уҡыуын туҡтатып, "баш һуҡҡан" яҡҡа сығып киткән. Руслан Алмаев сәйәхәтсе генә түгел, ә блогер, "Бәйләнештә" сайтында - "Өфө яңылыҡтары", "Сәйәхәттәр", "Типичный творческий" кеүек әллә күпме уңышлы пабликтарҙың авторы. Уның төркөмдәрен 200 меңдән ашыу кеше уҡый. Был уның өсөн мауығыу ғына түгел, ә аҡса эшләү сығанағы ла. Илгиҙәр Руслан менән интернетта "Бәйләнештә" социаль сайты аша әңгәмәләшергә насип булды. Ул яҙғандарҙы түкмәй-сәсмәй гәзит уҡыусыларына еткерергә тырыштым.

Уҡырға
02.11.15  
 
ТАБИПЛЫҠҠА УҠЫ ҺӘМ ТЫУҒАН РАЙОНЫҢА ЭШКӘ ҠАЙТ!

Ошо көндәрҙә "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева инициативаһы менән "Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙең механизмы булараҡ, белгестәрҙе маҡсатлы әҙерләү" тип аталған түңәрәк ҡор үтте. Уның эшендә профиль министрлыҡтары һәм ведомстволары, муниципалитет вәкилдәре ҡатнашты.

Уҡырға
02.11.15  
 
ҺӘР КЕМДЕҢ ЙӨРӘГЕНДӘ ҮҘ МИЛЛӘТЕ ӨСӨН ХӘСТӘРЛЕК БУЛҺЫН

Халыҡ вәкиллеге органы булараҡ, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы, тәү сиратта, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы, милләтебеҙҙең терәге һәм таянысы булырлыҡ, барыбыҙҙың да ниндәй осраҡта ла күҙ терәп барырлыҡ, ярҙам һәм кәңәш һорап мөрәжәғәт итә алырлыҡ ойошма булырға тейеш. Ҡоролтай үҙе тирәләй республикала йәшәгән башҡорттарҙы ғына түгел, ә башҡа төбәктәрҙә һәм хатта сит илдәрҙә көн күргән милләттәштәребеҙҙе бергә туплаусы, тарихыбыҙҙы күҙ ҡараһылай һаҡлаусы, киләсәгебеҙҙең ышаныслы булырына өмөт уятыусы йәмәғәт берекмәһе дәрәжәһенә күтәрелергә тейеш.

Уҡырға
02.11.15  
 
МӨНӘЖӘТТӘРЕБЕҘ РУХИ АСЫЛЫБЫҘҒА ҠАЙТА



Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһы "Ағинәйҙәр ҡоро" Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә Мөнәжәт башҡарыусыларҙың асыҡ ҡала конкурсын үткәрҙе. Быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолған сарала Өфөнән "Әс-сәләм" төркөмө, Сибай ҡалаһы, Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы, Хәйбулла, Белорет, Күгәрсен, Йылайыр райондары, Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка райондары ағинәйҙәр ҡорҙары ағзалары сығыш яһаны. Сарала шулай уҡ РФ-һы Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы етәксеһе Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина ла ҡатнашты.

Уҡырға
26.10.15  
 
ТАШ КҮТӘРЕП ҠАРА, ЕГЕТ!

Республиканың төрлө төбәктәрендә башҡорт милли йолаларына нигеҙләнгән фольклор байрамдары, йыйындар үтеп тора. Шундай иң сағыу ҡорҙарҙың береһе "Ҡатай ырыуы йәштәре байрамы" Белорет районының Бирҙеғол ауылында уҙғарылды.

Уҡырға
26.10.15  
 
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ

5-се һабаҡ: "Кем ысын дуҫ, кем - шешәләш?"

"Дуҫыңдың кем икәнен әйт, һинең кемлегеңде әйтермен!" - тигән әйтем бар. "Дуҫыңды һынар өсөн уны иҫерткәнсе эсереп ҡара", - тип тә әйтәләр. Ә мин былай тип әйтер инем: "Кемдең ысын дуҫ, кемдең шешәләш кенә икәне эсеүеңде ташлағас күренә". Баҡтиһәң, беҙ эскән саҡта ысын дуҫ менән шешәләште айыра белмәйбеҙ икән. Һинең менән бергә эскәндәр, "күңелле донъяның" барлыҡ рәхәтлектәрен һәм михнәттәрен бүлешкәндәр - барыһы ла бер туғандар, йәнәһе, дуҫтар.

Уҡырға
26.10.15  
 
БЕЙЕҮСЕ БУЛЫП ТЫУАЛАР...

Бөтә донъяла билдәле Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәренә ҡарап, тамашасыға рухи көс, дәрт-дарман өләшеүсе талант эйәһе булыу өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк икән, тип уйланмаған кеше һирәктер. Билдәле бейеү коллективында эшләүсе бейеүсе, "Байыҡ" телевизион конкурсының жюри ағзаһы Миләүшә Хәйбуллинаны "Ижадхана"ға әңгәмәгә саҡырғанда ошо һорауыбыҙға ла яуап алырға өмөтләндек.

Уҡырға
26.10.15  
 
ҒАИЛӘЛӘ ТӘРТИП БУЛҺА, ЕР ШАРЫНДА ЛА ЭШТӘР КӨЙЛӨ БУЛА

Закон нимә ул? Кешене һаҡлаусымы, яҡлаусымы, әллә хөкөм итеүсеме? Ул кемде яҡлай? Юриспруденция өлкәһенә ҡағылышлы төрлө һорауҙар тыуғанда, ярҙам һорап кемгә мөрәжәғәт итергә? Адвокаттарғамы, психологтарғамы, интернет-китаптарғамы, әллә башҡаларғамы? Ни өсөн беҙ адвокаттарға мөрәжәғәт итеп бармайбыҙ? Ниңә көндәлек тормошта йыш осраған сетерекле хәлдәрҙе закон ярҙамында хәл итеүҙән баш тартабыҙ? Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар коллегияһының Өфө махсуслаштырылған филиалы адвокаты Нәзим Нәғим улы ХӘМИТОВ менән Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар коллегияһының көньяҡ филиалы адвокаты Гүзәл Фуат ҡыҙы ХАРРАСОВА ошо һәм хоҡуҡ өлкәһе менән бәйле башҡа һорауҙарға яуап бирә.

Уҡырға
26.10.15  
 
ӨФӨБӨҘҘӘ БОРОНҒО ӨФӨ САҒЫЛЫШЫ

Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа "Урта быуаттарҙа биҙәүестәр һәм көнкүреш әйберҙәре" тигән исем аҫтында "Боронғо Өфө" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы тарафынан ойошторолған күргәҙмә эшләне. Күргәҙмәлә "Өфө-II ҡаласығы" федераль әһәмиәтле археология ҡомартҡыһында төрлө йылдарҙа ҡаҙып алынған артефакттар, уларҙың фоторәсемдәре, архитектура композициялары тәҡдим ителде. Дүртенсе тапҡыр ойошторолған күргәҙмә Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында урынлашҡайны. Уны асыу тантанаһына ярайһы уҡ күп тамашасы йыйылды. Гәзит уҡыусыға был күргәҙмә тураһында бер аҙ мәғлүмәт биреүҙе кәрәк тип таптыҡ. Ни өсөн тигәндә, Өфө-II ҡаласығы, уның музейы тураһында беҙ бик аҙ беләбеҙ һымаҡ. Һәр хәлдә, беҙ ҡатлам-ҡатлам ер аҫтынан ҡаҙып сығарылған бындай әйберҙәрҙе быға тиклем үҙ күҙебеҙ менән күргән кеше түгел инек.

Уҡырға
26.10.15  
 
УЧАЛЫНЫҢ МИНДӘГЕНДӘ БУҘАСЫЛАР ЯРЫШТЫ



Ошо көндәрҙә Учалы районы ағинәйҙәре Миндәк ҡасабаһына "Буҙа байрамы"на йыйылды. Башҡортостан Республикаһы суверенитетына, райондың юбилейына, Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөнә, шулай уҡ ноябрҙә уҙасаҡ IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған сара бик үҙенсәлекле, фәһемле булды, күтәренке кәйефтә үтте.

Уҡырға
26.10.15  
 
БЕЛӘ-КҮРӘ ТОРОП ЗЫЯНЛЫ АҘЫҠТАР АШАЙБЫҘ

Бөтә донъяға билдәле "Макдоналдс" компанияһы продукцияһына ихтыяж ҙур булһа ла, бик күп илдәрҙә уға ҡаршы протест белдереүҙәр, хатта судҡа мөрәжәғәт итеүҙәр йышайған. Ҡалдыҡ-боҫтоҡ продукттарҙан эшләнгән аҙыҡ тәҡдим итеү, балаларға йүнәлтелгән агрессив реклама, эшселәрҙе ҡаты эксплуатациялау, тирә-яҡ мөхитте бысратыу һәм башҡа бик күп ғәйептәр белдерелеп, Австралия, Филиппин, Канада, Бразилия, Яңы Зеландия, Мальта, Израиль, Бөйөк Британия, Греция, Хорватия илдәрендә, АҠШ-та "Макдоналдс" сәйәсәтенә ҡаршы пикеттар ойошторола. Ошо ағымға Рәсәй ҙә ҡушылды. 16 октябрь - Бөтә донъя "Макдоналдс"ҡа ҡаршы көрәш көнөндә Мәскәүҙә төҙөлгән тәүге "Макдоналдс" ябылды. Уның Башҡортостанда урынлашҡан нөктәләренә лә тикшереүҙәр килеп етәсәк, тип көтөлә. Организмға зарарлы фастфудты, башҡа сит ил ризыҡтарын һеҙ ҙә ҡулланаһығыҙмы, тип, бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Уҡырға
26.10.15  
 
ТОҒРОЛАРҘЫҢ АНТТАРЫ ЛАЙЫҠЛЫ БАҺАЛАНДЫ



Ошо көндәрҙә дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереү һәм пропагандалауға өлөш индергән мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт, киң мәғлүмәт саралары, йәмәғәт һәм башҡа ойошмалар хеҙмәткәрҙәренә Өфө ҡала округы хакимиәте башлығының премияларын тапшырыу тантанаһы үтте. Туғыҙ йыл эсендә премияға 169 кеше һәм 9 коллектив лайыҡ булған.

Уҡырға
26.10.15  
 
БАР СӘБӘП – ҮҘЕБЕҘҘӘ

Һуңғы ваҡытта анһатҡа һалындыҡ: беҙҙең өсөн һәр ваҡыт кемдер уйларға, бойороҡ, фарман төшөрөргә, күрһәтмә бирергә, килеп эш күрһәтергә, әйҙәргә, саҡырырға тейеш. Һәм һәр ваҡыт кемдер ғәйепле...

Мәҫәлән, беҙҙе бер кем дә үҙ телебеҙҙән баш тартырға, һөйләштермәҫкә мәжбүр итә алмай. Үҙебеҙ вайымһыҙ маңҡорттарға әйләндек.

Уҡырға
26.10.15  
 
ЙӘШТӘР ТЕАТРЫ КИЛӘСӘК БЫУЫН ӨСӨН ЭШЛӘРГӘ ТЕЙЕШ

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры үҙенең егерме алтынсы театр миҙгелен асты. Башҡорт труппаһы тамашасыларға Сыңғыҙ Айтматовтың әҫәре буйынса ҡуйылған ғаилә ҡиммәттәре, быуындар бәйләнеше, ғөмүмән, тормош асылы хаҡында уйландырырлыҡ "Диңгеҙ ярын иңләй ала эт" нәҫерен тәҡдим итте. Миҙгел асылыу менән театрҙа эшләгән барыһы өсөн дә ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡлы ла тормош башлана. Ошо хаҡта беҙ Милли йәштәр театрының директоры, үҙен Рәсәй кимәлендә танытҡан һәләтле режиссер, ә элгәре - яратҡан артисыбыҙ һәм йырсыбыҙ булған Азат Нәҙир улы ЙЫҺАНШИН менән әңгәмәләшәбеҙ.

Уҡырға
19.10.15  
 
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ

4-се һабаҡ: "Яңынан йәшәй башларға"

Тәүбәгә килгәнемдең өсөнсө көнөндә апайымдар мунса яҡты. Тән һәм йән сафландырыуҙың был ләззәтле ысулын яҡын күрәм һәм һәр саҡ мунсаның иң беренсе быуына барырға яратам. Был юлы ла шулай иттем. Ҡыҙған табалай эләүкәгә менеп ҡунаҡланым да, ташҡа сүмес менән һыу һиптем. Элек ҡоро эҫе пар тәнемә килеп һуғылыу менән тирләй башлай, тәндән һыу бөртөксәләре атылып сыға торғайны. Ни ғәжәптер, был юлы тәүҙә өшөгән кеүек булып, тәнем тартышып алды, аҙаҡ маңлайым еүешләнде, шунан һуң ғына тирләй башланым. Миндеккә лә үрелмәнем, тын быуылғансы ултырам да, солансаға сығып һыуынып алам, тағы ла эләүкәгә менәм. Тәнемдән тир сығып бөткәнсе тиерлек шулай иттем, һуңынан эләүкәгә тирем ағып төшкән урынды, ҡыҙыҡ өсөн типтер инде, еҫкәп ҡараным. Унан дегет тиһәң, дегет түгел, кәрәсиндекенә лә оҡшамаған, машинаның двигателенә ҡойоп эшкәртелеү үткән әсе май еҫе килә.

Уҡырға
19.10.15  
 
Биттәр : # « 193 194 195 196 197 198 199 200 201 » #
Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru