«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 75 76 77 78 79 80 81 82 83 » #
АЙЫҠ АҠЫЛ ЙӨРӨТӨҮ – ХӘҠИҠӘТТЕ ЯЛҒАНДАН АЙЫРА БЕЛЕҮ УЛ


"Донъялағы иң матур күренеш - үҙенә күрһәтелгән юл буйынса барыусы бала күренеше", - тигән Конфуций. Был мәҡәләлә беҙ, атай-әсәйҙәр, балаларға, ейәндәребеҙгә, үҙебеҙҙең бөтә быуыныбыҙға өлгө булараҡ күрһәтергә тейешле юлдар тураһында фекер йөрөтөргә теләйбеҙ. Ул фекерҙәр киләсәк быуынға ижади шәхес булараҡ үҫешергә ярҙам итәсәк, тигән инаныуҙабыҙ.

Уҡырға
27.08.21  
 
ЫРЫУЫБЫҘ УНЛАР - БАБАЛАРЫБЫҘ ҺУНДАР


Унлар - төньяҡ башҡорттары этнографик төркөмөнә ҡараған башҡорт ырыуы. Был ырыуҙың күпләп йәшәгән тәү төйәге - Ҡариҙел йылғаһының уң ҡушылдығы булған Байҡы йылғаһы үҙәне. Унларҙың бер өлөшө Ҡариҙел йылғаһы буйын үҙ итә, ә был яҡтарҙа башҡа тарафтарҙан күсеп килгән халыҡтар күбәйә башлағас, көнсығышҡа, Йүрүҙән йылғаһының түбәнге ағымы буйындағы ерҙәргә юллана.

Уҡырға
27.08.21  
 
БЫЛ ДОНЪЯЛА МӨҒЖИЗӘГӘ УРЫН БАРМЫ?


Мөғжизә көтөү һәр әҙәм йәненә хас тәбиғи сифат булhа ла, уны көтөп ултырыуҙан фәтүә юҡ. Мөғжизәне көтөп алыу өсөн кеше үҙен дәртләндереп, өмөтләндереп, күңел ишектәрен киң асып, уны ҡабул итергә әҙер булырға тейештер. Сөнки кеше, ғәҙәттә, көндәлек йәшәйештәге үҙе өсөн уңайлы һәм файҙалы күренештәрҙе лә ваҡытында күреп, баhалап, күңеле менән ихлас ҡабул итеп, ҡыуана белмәй. Ә инде үҙенең бәхетле, уңышлы була алыуына ышанған тырыш, hәләтле кешеләргә мөғжизә йышыраҡ осраусан икәне билдәле. Шуға күрә, мөғжизә көткән кеше уға ҡаршы үҙе бер аҙым булhа ла эшләргә тейеш. "Тик ятҡан таш аҫтына һыу инмәй" тиҙәр бит…

Уҡырға
27.08.21  
 
СТУДЕНТТАР ҠАЛАСЫҒЫ БУЛАСАҠ


Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан иғлан ителгән юғары уҡыу йорттарын берләштерер кампус баш ҡалабыҙҙың Көньяҡ Ағиҙел ярында төҙөләсәк. Төҙөлөштөң бер өлөшө элекке Киров исемендәге завод биләмәһен дә алып торасаҡ. Ул йәмғеһе 17 га ерҙе биләр, тип күҙаллана.

Уҡырға
27.08.21  
 
БӨРКӨТ САҢҠЫЛДАЙ - ОЯҺЫ ЯНАЛЫР...


Тауға менеп еткәс, яттым. Яурынды муҡсаның сепрәк һабы һыҡты. Кейем тирҙән лыс һыу. Кирза итектәрҙе сисеп, ҡанланып ҡырылған бармаҡтарҙы ыуып алдым. Аяҡтар талған. Салҡан ятып, күккә ҡараһам, унда төтөн аҡ томан булып һауаны япҡан, ҡояш та саҡ-саҡ ҡыҙарып күренә биреп ҡала. Тын алыуы ауыр, һыу эске килеп кенә тора.

Уҡырға
20.08.21  
 
ЙЫЛАН ИТЕ АШАҒАН...


Элек беҙҙең өйгә олораҡ кешеләр килһә, сәй артында ниндәйҙер ҡыҙыҡлы ла, серле лә, ғәжәп тә хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләшеп ултырырҙар ине. Һүҙ йәйләүҙәге тормош, ниндәйҙер билдәһеҙ йәнлектәр, күҙгә күренмәгән көслө йән эйәһе, уға: "Беҙ һиңә зыян килтермәйбеҙ, һин дә беҙгә теймә", - тип ялбарыуҙары тураһында барыр ине. Һуңынан: "Донъя - даръя, уның төбө юҡ, осона ла сыға алмаҫһың", - тип фекерҙәрен ослап ҡуйыр булдылар. Ул күҙгә күренмәгән йән эйәһен төрлөсә итеп күҙ алдына килтереп ҡарап, ҡурҡышымдан шым ғына берәйһенең эргәһенә һыйына торғайным. Эйе, донъя ғәжәп матур ҙа, серле ул. Әҙәм балалары берәй ваҡыт уның серҙәренә төшөнөп бөтә алырмы икән? Бөгөн һүҙем "Бәйғәмбәрҙәр тарихы" китабында, Изге Ҡөрьәнебеҙҙә лә телгә алынған йән эйәләре - йыландар, улар тураһында йыйған хәтирәләр хаҡында булыр.

Уҡырға
20.08.21  
 
ФРАНЦУЗ ЯУЫ (4-се бүлек)


Француздарҙың еңеүе Бонапарттың аҡылы, хәрби оҫталығы, һалдат һәм офицерҙарының оҫта һуғышсы булыуы менән генә аңлатылмай. Аустерлиц яуы ике ғәскәрҙең генә түгел, ике тормош ҡоролошоның да һуғышы була. Республика төҙөгән революцион Франция быуаттар буйы һөрһөгән король һәм батша ҡулы аҫтында сереп, тарҡалып бөтөп барған ҡоролош менән дә һуғыша ине. Аустерлицты өс император һуғышы тип тә атанылар. Быныһы ла дөрөҫ ине. Нәҫелендә йүнле тәрбиә лә күрмәгән, тамағы асҡа туймаған, бары тик үҙ тырышлығы менән император булып киткән Бонапарт йөҙәр йылдар буйына балда-майҙа йөҙгән, ниндәй теләйһең, шундай белем алған, донъяның һөҙөгөн генә һемереп йәшәгән король менән батша балаларын - императорҙарҙы ҡыйрата һуҡты.

Уҡырға
20.08.21  
 
ВАКЦИНА ЯРҘАМЫНДА ЕҢЕЛГӘН УН ӨС ҠУРҠЫНЫС СИР


Сәсәк ауырыуы

Төп билдәһе - тәнгә сабыртма сыға. Сирҙән һауыға алғандар өлөшләтә йәки тулыһынса һуҡырайған. Тирелә бик күп йөйҙәр ҡалған. Төрөнә ҡарап, уның менән ауырығандарҙың 90 проценты тиерлек вафат булған. Сир бер нисә мең йыл буйы кешелеккә хәүеф менән янаған. Прививка эшләтеп кенә унан тулыһынса ҡотолғандар. Урта быуатта унан йыл һайын 1,5 миллион кеше үлгән. 1796 йылда Эдвард Дженнер йоғошло сирҙе тик вакцина менән еңеү мөмкинлеген иҫбат итә алған. Совет медиктарының 1958 йылда план буйынса күпләп прививка эшләтеү тураһында тәҡдименән һуң ғына сир сигенә. Сәсәк ауырыуына ҡаршы бөтә донъя көрәшә. Әйткәндәй, ул ваҡытта ла вакцина эшләтеүгә ҡаршы килеүселәр була.

Уҡырға
20.08.21  
 
БЕЛЕМЛЕ ЛӘ, ОҪТА ЛА, ШАЯН ДА, УҪАЛ ДА УЛ,


йәки Хирург халҡы хаҡында бер фәлсәфә

Медицина институтына уҡырға ингән күп студенттар (айырыуса, ир-ат халҡы) хирург булырға хыялланыусан. Ошо һөнәр кешеләре хаҡында фекерләп алырға ине уйым.

Юғары уҡыу йортонда уҡыған дәүерҙә кеше анатомияһын, хирургияның һәр төрлө тармаҡтарын өйрәнеүгә айырыуса әһәмиәт бирә студенттар. Күп кенә сирҙәрҙе скальпель ярҙамында ғына киҫеп алып ташлап, әҙәм балаһының һаулығын төҙәтеп ебәрергә ҡыҙыҡмаған студент юҡтыр. Юғары курстарҙа берәй кафедраның уҡытыусыһы һинең тырышлығыңды шәйләп ҡалып, үҙе менән төнгө дежурҙарға алып йөрөй башлаһа инде, был студент хәтерендә иң шатлыҡлы ваҡиға булып ҡаласаҡ. Өсөнсө курста уҡыған сағымда Республика клиник дауаханаһы профессоры Ибраһим Ғәйзулла улы Рәхмәтуллин (хәҙер мәрхүм инде) ябай операцияларға ассистент итеп ҡатнаштыра башлағас, мин дә үҙемде бер аҙ хирург итеп тоя башлағаным хәтеремдә. Әлбиттә, ысын хирургиянан әлегә бик күпкә алыҫ инем әле.

Уҡырға
20.08.21  
 
ТУҒАН ТЕЛЕҢДЕ ӨЙРӘН!


Өфөлә республика педагогтарының мәғариф буйынса август кәңәшмәһе булып үтте, тип хәбәр иткәйнек инде. Быйылғы сара "Мәғлүмәти дәүерҙә балаларҙы һәм йәштәрҙе тәрбиәләү һәм социалләштереү" темаһы аҫтында үтте.

Уҡырға
20.08.21  
 
ТАҒЫ ЛА УТ-ЯЛҠЫН ТУРАҺЫНДА


Ошо көндәрҙә төрлө райондарға янғын һүндерешергә саҡырыуҙар, утты контролдә тотошорға ярҙам һорап ауаз һалыуҙар берегеҙҙе лә битараф ҡалдырмайҙыр. Көндәрҙең үтә лә эҫе тороуы, ел көсәйеүе һәм башҡа беҙгә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында янғын төрлө тарафтарға таралыуҙы дауам итә.

Уҡырға
20.08.21  
 
ЭШЛӘМӘҺӘҢ, ЯҠШЫРАҠМЫ?


Ниһайәт, биш-алты йыл буйы яҙа, һөйләй, талап итә торғас, эшләп йөрөүсе пенсионерҙарға... юҡ, индексация түгел, ә ошо талапҡа бик үҙенсәлекле яуап алынды - уларға өҫтәмә түләргә ҡарар ителде. Ошо ҡарарға ярашлы, август пенсияһы был категория халҡына 296 һум да 58 тингә артасаҡ.

Уҡырға
20.08.21  
 
ЯНА... ЯНА...


Бөгөн республикала урман-ҡырҙар яна. Һуңғы айҙа был хәбәр теле-радионы һәм бөтөн интернетты тултырҙы. Һәм ошо хәл халыҡты төрлө төркөмдәргә бүлеп күҙ алдына баҫтырҙы ла. Утты һүндереүселәр ҙә, ул утты тоҡандырыусылар ҙа, шул янғын тирәһендә фото һәм видеоға төшөү өсөн йөрөүселәр ҙә табылды. Ҡалайтаһың. Ысынбарлыҡ шулай.

Уҡырға
20.08.21  
 
ЙЫРҘЫ ЙЫРТАЛАР КҮҢЕЛДЕ КИТӘЛӘР


Июнь аҙағында сыҡҡан "Йырҙың йыртығы юҡ, тиһәләр ҙә..." тигән мәҡәләне уҡығас, баҫылғанға кире ҡайтып, йыр һәм йырсылар хаҡында үҙ фекеремде еткерергә булдым.

Уҡырға
13.08.21  
 
КӨНЬЯҠ УРАЛ ТӨБӘГЕНЕҢ ТӨП МӘҒАРИФ ҮҘӘГЕ


Республиканың юғары уҡыу йорттарына студенттар ҡабул итеү мөҙҙәте тамамлана. Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында был эштәр нисек атҡарылған? Уҡыу йорто йәштәрҙе ниндәй йүнәлештәр, ниндәй проекттары менән үҙенә йәлеп иткән һәм башҡа ошондай һорауҙарҙы уҡыу йортоноң директоры Илдар ХӘМИТОВҡа төбәнек.

Уҡырға
13.08.21  
 
ФРАНЦУЗ ЯУЫ (3-сө бүлек)


Икәүме ни Рәсәй

Рәсәйҙә яңы хаким барлыҡҡа килгәне тураһында алдараҡ яҙа-йоҙа булһа ла әйтеп үткәйнек инде. 1801 йылда марттың 11-нән 12-нә ҡарата төндә Павел Беренсе император үлтерелгәс, уның урынына өлкән улы Александр Беренсе император булып таж кейгән саҡта, уға 24 йәш була. Ең һыҙғанып емертеп эшләй торған саҡ. Александр бала сағында күберәк өләсәһе Екатерина Икенсе янында йәшәй. Царское Селола һәр саҡ тиерлек бергә булалар. Екатерина ейәнен алдынғы ҡарашлы, ныҡ белемле, тәрбиәле итеп үҫтерергә тырыша. Александр 16 йәшендә өйләнә, шунан хәрби хеҙмәткә китә, бер йыл тиерлек унда йөрөгәс, полковник дәрәжәһе алып ҡайта. Аҙ ғына ял итә лә өйҙә, хеҙмәткә кире китә. Атаһы Павел менән борсаҡтары бешмәй. Павел ҡыҙматаҙ кеше. Юҡ-барға ғына ҡыҙып китә лә, донъя ҡыйратырға тотона, янындағы кешеләргә әйтмәгән һүҙе ҡалмай.

Уҡырға
13.08.21  
 
ИР-ЕГЕТТЕ НИМӘ ҮЛТЕРӘ?


Үҙенең ғаилә тормошонан арыған йәш ҡатын ирен үлтерергә була. Иртән әсәһе янына килә лә:
- Әсәй, иремдән арыным. Башҡаса уның ахмаҡ ҡылыҡтарына түҙер әмәлем ҡалманы. Уны "теге донъя"ға оҙатырға булдым, тик уның өсөн яза биреүҙәренән ҡурҡам. Һин миңә ярҙам итә алмаҫһыңмы икән? - тигән.

Уҡырға
13.08.21  
 
ҺЕҘҘЕ НИМӘНӘН ТЫЙҘЫЛАР?


Һәр халыҡтың тыйыуҙары, һынамыш-юрамыштары бар. Улар хатта совет заманында ла, дөрөҫөрәге, дин инҡар ителеп, атеизм сәскә атҡан ваҡытта ла юҡҡа сыҡманы һәм быуындан-быуынға тапшырылып килде. Шулай булмаһа, һәр милләттең, ауылдың, хатта ғаиләнең үҙенә генә хас ышаныуҙары булмаҫ ине, тип уйлайым.

Уҡырға
13.08.21  
 
ӨЙЛӘНЕР ИНЕМ ӘСӘЙ ҠОРҒАН КӘРТӘ ЕМЕРГЕҺЕҘ


(Буйҙаҡ монологы)

Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда тыуымды арттырыуға, демографияны яҡшыртыуға йүнәлтелгән өҫтәмә саралар ҡабул ителеп тора. Әле яңы ғына икенсе, өсөнсө бала тыуғандан һуң бирелгән Әсәлек капиталын ҙур яңылыҡ итеп ҡабул иткәйнек. Хәҙер унан тыш әллә нисәмә төр түләүҙәр бирелә. Әммә хәл илдә лә, республикала ла маҡтанырлыҡ түгел. Ғаиләләр, бигерәк тә яңы өйләнешкәндәр бала табырға ашҡынып тормай. Быны Башҡортостанда тәүге бала тыуыу күренеше кәмеүе лә иҫбатлай. Уның ҡарауы, өсөнсө һәм артабанғы балалар донъяға килеүе артҡан. Әммә быға ҡыуанырғамы, әллә юҡмы? Бала табыу йәше үтеп барған ҡатындарҙан тыуған балалар өсөн дә һөйөнмәйем мин. Һан артынан ҡыуып, сифат хаҡында оноторға ярамай. Был, әлбиттә, минең шәхси фекер.

Уҡырға
13.08.21  
 
БАЛ ҠОРТОНОҢ БАЛЫ БАР, БАЛДАН АЛДА НАҘЫ БАР


Йыл һайын августың икенсе йәкшәмбеһендә республикала Умартасылар көнө билдәләнә. Хәсән ауылында йәшәгән Фатиха һәм Фаат Зиннуровтар ҙа хаҡлы рәүештә был көндө үҙҙәренең һөнәри байрамы тип иҫәпләй. "Баллы" шөғөлгә ныҡлап тотоноуҙарына егерменән ашыу йыл үткән.

Уҡырға
13.08.21  
 
Биттәр : # « 75 76 77 78 79 80 81 82 83 » #
Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru