«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ағинәйҙәр ҡоро
+  - 

АУЫЛДАРЫБЫҘҒА ХУЖА БУЛАЙЫҠ!
Был саҡырыу бар тарафҡа тарала

Беҙҙең Учалы яҡтарында ла тормошобоҙға йәм һәм мәғәнә өҫтәгән "Ағинәйҙәр ҡоро" матур ғына итеп эш башлап ебәрҙе. Зыялы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ февралдә үткән ҡорҙарында үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеп, киләсәккә эштәрен планлаштырҙы. Төп бурыстарҙың береһе - ауыл тормошон йәнләндереү, уға ҡот өҫтәү, йәш быуынды тәрбиәләү, рухи ҡиммәттәрҙе, башҡорт халыҡ традицияларын һаҡлау. Ағинәйҙәр тәрбиә эшендә миҙгел байрамдарын, экологик өмәләр кеүек күмәк эш төрҙәрен тергеҙеп, уларҙы бөтә ауыл менән үткәреү, ағинәйҙәрҙең һәм аҡһаҡалдарҙың тәрбиә мәктәбен ойоштороу, кис ултырыу, ҡул эштәренә өйрәнеү кеүек сараларҙы файҙаланырға кәрәклеген дә билдәләне.

Юлдаш ауылында "Ағинәйҙәр ҡоро"н Абдуллина Әлфиә Борхан ҡыҙы етәкләй. Халыҡ ғәме менән йәшәгән ағинәй ауыл тормошон йәнләндереү буйынса эштәргә дәррәү әйҙәй халыҡты, уларҙы дәртләндерә. Өләсәйҙәр, әсәйҙәр һәм килендәр бергә йыйылып, ҡул эштәренә, бәйләм серҙәренә өйрәнә, шул ыңғайҙан өгөт-нәсихәт мәктәбен дә аҡыллы ғына итеп алып бара. "Хәҙер инде мәктәптә уҡып ҡына йөрөгән балалар ҙа беҙҙең янға йылыша, беҙҙең нәсихәттәрҙе тыңлай, ҡул эштәренә өйрәнергә теләгәндәр ҙә бихисап, - тип ҡыуанысын йәшермәй Әлфиә Борхан ҡыҙы. - Күптән түгел ауыл халҡын клубҡа йыйып, "Быуындар бәйләнеше" кисәһе үткәрҙек. Был көндө мәҙәниәт йортонда алма төшөрлөк тә урын булманы. Оло быуын ауылдаштары күрһәткән хөрмәткә күҙ йәше аралаш рәхмәтен белдерһә, йәш быуын яҡындары менән ысын-ысындан ғорурлыҡ тойғолары кисерҙе, тырыш хеҙмәттең, яҡшылыҡтың, изгелектең ерҙә ятып ҡалмауына инанды. Сараға әҙерлек барышында бөтә ауыл ҡайнап торҙо, тиһәм дә, арттырыу булмаҫ…" "Ағинәйҙәр ҡоро" ойошторған байрамдың бәҫен күтәреп, хакимиәт башлығы Фазила Әмин ҡыҙы фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үткән илле инәйҙең иңенә сәскәле яулыҡтар ябып ҡыуандырған. Уға ла рәхмәтле Әлфиә Борхан ҡыҙы. Эскелек менән көрәшеү юлдарын да үҙҙәренсә планлаштырып торалар әле улар. Ауылда "Иң айыҡ аймаҡ" бәйгеһен иғлан итергә уйлайҙар.
Мулдаҡай, Илсе, Ҡунаҡбай, Кәкүк ауылдарындағы ағинәйҙәр үткән ял көндәрендә миҙгел байрамдарын наурыздан башлап ебәрҙе. Кәкүк ауылында үткән байрамға райондың башҡа ауылдары ағинәйҙәре лә, Учалы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы ла барҙы. Былтыр "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашып, маҡтау ҡағыҙы, аҡсалата премия алған Кәкүк ауылында ысынлап та ихлас, әүҙем халыҡ йәшәй. Кескәй генә төҙөк, матур ауыл килгән ҡунаҡтарҙы тәбиғәте менән дә, матур күңелле кешеләре менән дә һоҡландырҙы. Ауылдың ағинәйе Роза Мил ҡыҙы Мирсәйетова байрамға барлыҡ ауылдаштарын йәлеп иткәйне. Оло ағинәйҙәрҙән ризалыҡ алып, йәштәр башлап ебәрҙе байрамды. Оло инәйҙәр Вәлиева Зәйтүнә, Вәлиева Хәсибә, Мәғәфүрова Ғәйшә, Сафина Нурия, Мирсәйетова Флүзә башта байрамдың тарихы менән таныштырҙылар. Төрлө һынауҙар үткәреп, йәштәрҙең тапҡырлығын, зирәклеген баһаланылар. Мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Әмиров Сәхиәр менән берлектә төрлө уйындар уйнаттылар, ҡар өҫтөнән футбол тубы тәгәрәттерҙеләр, тоҡ кейҙереп тә йүгерттеләр, ағас аттарҙа ла сабыштырҙылар, арҡан да тартыштырҙылар, мәргәнлектә лә көс һынаштырҙылар. Олоһо, кесеһе, ир-ат, ҡатын-ҡыҙ - һәр ҡайһыһы сәмләнеп, етеҙлектә, отҡорлоҡта үҙен һынаны. Ул арала еңгәләр ҡойған ҡоймаҡтан, башҡа тәм-томдан ауыҙ итеп, ҡайнар сәй менән дә һыйландылар. Һаламдан эшләнгән Ҡыш бабайҙы яндырыр алдынан үткән йылда торғоҙоп ҡалдырырлыҡ теләктәрҙе лә теләргә онотманылар. Яуызлыҡ, эскелек тигән насар ғәҙәттәр, халыҡты йонсотҡан эшһеҙлек тороп ҡалһын, илдә етемдәр булмаһын, йылдарыбыҙ именлеге, тыныслығы, бәрәкәте менән генә килһен, тигән теләктәрҙе олоһо ла, кесеһе лә теләне.
Абҙаҡ ауылындағы "Ағинәйҙәр ҡоро"н Әнисә Талип ҡыҙы Камалетдинова, Һарт ауылындағыһын Әнүзә Сабирьян ҡыҙы Шакирова етәкләй. Ауылдар икеһе лә ағинәйҙәренән уңды, икеһендә лә улар әүҙем эшләй. "Ауыл халҡы үҙҙәре "Ағинәйҙәр ҡоро"на ағза итеп алыуҙы һорап килә башланы", тип, башлаған эштәренән ҡәнәғәт булып торалар. Икәүһенең дә киләсәккә матур пландары, башҡараһы эштәре булыуы ҡыуандыра.
Һуңғы йылдарҙа ауылдарыбыҙ һүнеп барған усаҡ һымаҡ була башлағайны бит. Ауыл кешеләре эшһеҙлектән дә, аҡсаһыҙлыҡтан да, сараһыҙлыҡтан да аптыранып йөрөй ине. Бына хәҙер улар заман дилбегәһен үҙ ҡулыңа алырға, үҙ тормошоңдо үҙең ҡорорға икәнен аңлай башланы. Иң тәүҙә зыялы ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр - ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар әүҙемләште һәм башҡаларға "Әйҙәгеҙ, үҙ еребеҙгә, үҙ ауылдарыбыҙға үҙебеҙ хужа булайыҡ!" тигән саҡырыу ташланы. Ул саҡырыу хәҙер бөтөн район ауылдарына тарала - шуныһы шатлыҡлы

Мәрзиә СОЛТАНБАЕВА,
Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма
комитетының "Ағинәйҙәр ҡоро" рәйесе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.04.14 | Ҡаралған: 1707

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru