«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАТУР ЙӘШӘҮ ӨСӨН ЙӘМЛЕ МӨХИТ ТӘ КӘРӘК
+  - 

"Мин кешеләрҙең матур итеп йәшәүен теләйем. Ә матур йәшәүгә һинең бөтә өлкәлә уңышлы булыуың ғына етмәй, ә тирә-яғыңдағы мөхиттең дә матур, йәмле һәм йәнле булыуы кәрәк", - ти Лилиә Әбделмәнова. Йәғни, үҙе ошондай йәмле һәм йәнле мөхит тыуҙырыусы архитектор шулай фекер йөрөтә. Ә бындай һығымтаға килгәнсе Хәйбулла районы Әбеш ауылы ҡыҙы Өфөлә Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатын тамамлаған, Санкт-Петербург дәүләт архитектура-төҙөлөш университетында уҡып, архитектор һөнәрен үҙләштергән. Әлеге көндә Өфөлә һөнәре буйынса эшләп йөрөй. Шул уҡ уҡыу йортонда магистратурала уҡыуын дауам итергә хыяллана. Тағы ниндәйерәк һығымталары, уй-фекерҙәре бар икән йәш белгестең - тыңлайыҡ.

Архитекторлыҡ һөнәремдең нигеҙенә һалынған рәссамлыҡ һәләте атайымдан килә. Атайым яғынан туғандарымдың күбеһе һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Мин дә яраттым һүрәттәр төшөрөргә, әлегә был шөғөл менән булышырға ваҡытым юҡ, ләкин киләсәктә, моғайын, был һәләтемә лә "йәшел урам" асырмын тип уйлайым. Был һәләтлектән тыш, әлбиттә, минең ныҡышмаллыҡ, алдыма алғанды эшләмәй ҡуймай торған холҡом булышлыҡ иткәндер архитекторлыҡ һөнәрен үҙләштереүемә. Бала саҡтан шулай ныҡышмал булдым. Тыуған ауылым Әбештәге йортобоҙ бәләкәй күл буйында урынлашҡайны. Хәтеремдә, бер саҡ малайҙар менән өйөбөҙ эргәһендәге күлдең икенсе ярына сығыр өсөн кәмә эшләргә булдыҡ. Килеп сыҡмағас, ныҡышып, тағы, тағы төҙөргә тотонабыҙ. Ниһайәт, бер ваҡыт кәмә әҙер булды. Ана шул ныҡышмаллығым миңә әле лә маҡсаттарыма өлгәшергә ярҙам итә.
Ғөмүмән, мәктәптә уҡыған саҡта күп нәмәләр менән ҡыҙыҡһына торғайным: шиғыр, хикәйәләр яҙа инем, әҫәрҙәрем журналдарҙа ла баҫылғыланы. Сәхнә лә үҙенә тартты, төрлө сараларҙың алып барыусыһы булдым. Шулай ҙа берҙән-бер көндө минең юлым архитектура буласаҡ икәнен аңланым. Әммә һынлы сәнғәт өлкәһендә сифатлы урта белем алмаһам, мине архитектура факультетына ҡабул итмәйәсәктәрен белә инем, шуға ла Өфөгә Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатына уҡырға килдем.
Гимназияла уҡыған сағымда атай-әсәйемә әйтмәй генә үҙемде Мәскәү архитектура университетына әҙерләнем. Ҙур ҡала - ҙур мөмкинлектәр, үҙ һөнәремдә яҡшы белгес булыу өсөн үҙ алдыма ҙур талаптар ҙа ҡуйырға тейешмен, тип һананым. Ул ваҡытта Өфөлә Мәскәү университеттарына уҡырға инергә ярҙам итә алырлыҡ уҡытыусылар таба алмағанлыҡтан, үҙ аллы әҙерләндем. Аҡъярға ҡайтып, был теләгем тураһында һөйләгәс, атайым ҡырҡа ҡаршы төштө.
Тормош барыбер үҙенекен итә. Ике йыл буйы Өфө дәүләт нефть техник университетына һәм Мәскәү архитектура университетына барырға әҙерләнгәйнем, икеһендә лә экзамендар бер көнгә тура килде. Өфөнө һайланым, Мәскәү төшөп ҡалды. Бер үк ваҡытта бер класташым менән Санкт-Петербург ҡалаһындағы университетҡа барып ҡарау тураһында уйлана башланыҡ. Документтар ҡабул итеү осоро тамамланыуға бер-ике көн генә ҡалғайны. Тәүәккәлләнем дә, кисенә үк самолетҡа билет алып, Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһына остом - класташым бара алманы. Иртән иртүк Питерға килеп төштөм. Ҙур ҡала, таныштар юҡ, берәү ҙә ҡаршы алмай. Университетты табып, асылыуын көтөп алып, документтарымды тапшырҙым да, ҡала буйлап йөрөргә сығып киттем. Санкт-Петербург һәм уның билдәле урындары тураһында күпме ишеткәнем булды! Бөтәһен дә барлап сығырға тигән ниәт менән, метроға төшөп, ҡаланың үҙәгенә йүнәлдем. Бер көн эсендә бөтә билдәле урындарҙы йөрөп сыҡтым, күркәм биналар, парктар мине әсир итте. Нишләптер, ят ҡалала мин үҙемде ят итеп тойманым. Барыһы ла минең күңелгә яҡын ине. Архитектор күңелле булғанғамы икән...
"Пушкин ("Царское село") ҡалаһындағы микрорайон үҫешенең концепцияһы" - диплом проектымдың темаһы был. Университетта уҡыу дәүерендә, биш йыл буйы мин Санкт-Петербургтың һәм Ленинград өлкәһенең бар регламенттарын, ҡанундарын өйрәндем, һәм был оло бер фәнни һәм график хеҙмәткә әйләнде. Пушкин ҡалаһы ЮНЕСКО һаҡлауы аҫтына ингән мәҙәни ҡомартҡыларҙың береһе. Проектты эшләгәндә ошо нескәлектәрҙе лә күҙ уңында тотоу кәрәк ине, шуға ла эш ауыр, ләкин ҡыҙыҡлы булды.
Университетта уҡығанда фатирҙар дизайны менән ҡыҙыҡһына башланым. Ҡатын-ҡыҙ архитекторҙар өсөн был айырыуса ҡыҙыҡлы йүнәлеш. Хәҙер бына Өфөгә ҡайтып, үҙ һөнәрем буйынса эшләй башлағас, ҙур булмаған йорт өсөн башҡорт колоритлы дизайн өҫтөндә эшләйем. Башҡорттар йәшәгән йорттар нисек булған, ниндәй элементтар менән биҙәлгән - ошоно өйрәнәм. Материалдарҙы туплап бөткәс, уны үҙаллы бер проектҡа әйләндерәсәкмен, тип ниәтләнәм. Әлбиттә, был тема буйынса әллә ни китаптар, хеҙмәттәр юҡ тиерлек, шулай ҙа үҙ күҙәтеүҙәремдән, ишеткән-күргәндәрҙән сығып, башҡорттар йәшәгән көнкүреш мөхите тураһында ниндәйҙер һығымталар яһай алам. Ғөмүмән, башҡорт кешеһе йәшәгән йорттоң тышы ла, эске биҙәлеше лә "Бында башҡорттар йәшәй!" тип ҡысҡырып торорға тейеш, тип иҫәпләйем. Замандаш милләттәштәр был хаҡта онотҡан икән, тимәк, иҫкә төшөрөргә кәрәк. Беҙҙә барыһы ла европаса йәшәргә, көнитмешен дә европаса ҡорорға тырыша. Ләкин Европа архитекторҙары, мәҫәлән, йорттар дизайнын бит үҙ милләтенең үҙенсәлегенә, колоритына яраҡлаштырып эшләгән...
Илһамланыр, элек китаптан күреп-белгән биналарҙы "тереләй" күрер өсөн йыш ҡына сит илдәргә йөрөйөм. Сәйәхәтемдән милләттәштәремдең тормошон яҡшыртырлыҡ идеялар алып ҡайтам. Шундай уҡ нәмәне Өфөлә лә эшләп була, шуны төҙөп була, бындай ысулды ҡулланып була, тип уйланам. Хәҙер бөтә ғаләм бейек быяла биналар төҙөй, күп ваҡыт урындағы халыҡтың менталитеты, йолалары, мәҙәниәте иҫәпкә алынмай. Глобализация милли сиктәрҙе ҡабул итмәй. Ул кешенең зауығына, ҡараштарына, хатта йәшәү рәүешенә агрессив йоғонто яһай. Хәҙерге сәнғәт һәм мәҙәниәттә төп критерий итеп эстәлектең тәрәнлеген түгел, ә формаларҙың яңы булыуын күрәләр. Ә Өфөнө үҙенең уникаль архитектураһы булған, үҙенең милли үҙенсәлеген һаҡлаған, үҙенә генә оҡшаған ҡала итеп күрге килә. Шуға ла баш ҡалабыҙҙа милли архитектураны үҫтерергә кәрәк. Шул саҡта ғына ҡала үҙ халҡы өсөн үҫенсәлекле, уңайлы буласаҡ. Архитектура өлкәһендә алға киткән илдәрҙән, әлбиттә, өлгө алыу насар булмаҫ, тик уларҙы һуҡырҙарса күсерергә ярамай. Сөнки беҙ биналарҙы матур объект булараҡ ҡына ҡабул итһәк тә, уны ижад иткәндә архитектор үҙ эшен ниндәйҙер концепция сиктәрендә башҡара, уға бер йөкмәтке һала бит. Архитектураны икенсе тәбиғәт, тиҙәр. Эйе, Башҡортостаныбыҙҙың, Өфөбөҙҙөң дә тәбиғәте ныҡ бай, ләкин ул беҙгә Хоҙай тарафынан бирелгән, ә кеше ҡулы менән булдырылған "икенсе тәбиғәт" менән беҙ ғорурлана алабыҙмы икән, тигән һорауға минең үҙ фекерем бар. Минеңсә, беҙ Өфөләге уникаль ағас һәм таш архитектура менән ғорурлана алабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер өйҙәр үҙҙәренең тарихи статусын юғалта. Хәҙер архитекторҙар һәм төҙөүселәрҙең төп бурысы - йәшәүгә һәләтһеҙ массовый төҙөлөштәр территорияһын тергеҙеү ысулдарын табыу. Аңлатам. Ҡала нормаль йәшәһен өсөн күпмелер ваҡыт арауығынан һуң уға тергеҙеү, йәғни яңыртыу кәрәк. Ә яңыртыу ысулдары төрлө. Йыш ҡына был яңы төҙөлөш өсөн территорияны таҙартыуға ҡайтып ҡала. Ошондай ваҡытта йәшеллекте юҡҡа сығарыуға һәм уникаль ағас һәм таш архитектура ҡомартҡыларын һүтеүгә юл ҡуйылмаһын ине. Ошонда Хельсинки (Финляндия) ҡалаһын миҫалға килтереп киткем килә. Ул да, Өфө һымаҡ, рельефта урынлашҡан, ләкин унда йорттар рельефтың, тәбиғәттең дауамы булып тора, һәм был граждандарға уңайлы йәшәү шарттары тыуҙыра. Ошондай миҫалдарҙы күҙҙән үткәреп, өлгө алғанда шәп булыр ине беҙгә лә, тип әйтмәксемен. Юҡһа, беҙҙә яңы төҙөлөштәр башлағанда тәүҙә ағастарҙы ҡырҡалар, шунан ағас ултырталар.

Шулай итеп...
Лилиәнең ҡасандыр үҙе тамамлаған Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге гимназияла йыш булыуы, уҡыусылар менән осрашыуҙары тураһында ишетеп белә инем. Әңгәмә һуңында: "Әле мәктәп тамамларға әҙерләнгән балаларға ниндәй кәңәштәрең бар?" - тип һораным. "Киңерәк, масштаблыраҡ уйларға өйрәнһендәр. Иң мөһиме, һөнәрҙе аңлап һайлаһындар, уға яҡшылап әҙерләнһендәр. Күптәр архитектор, төҙөүсе булырға хыяллана, ләкин улар, ғәҙәттә, бер уҡыу йортон ғына күҙҙә тота. Әгәр ҙә унда инә алмаһалар, башҡа уҡыу йортонда ла бәхеттәрен һынап ҡарау тураһында уйламайҙар ҙа. Бына шундайҙарҙы күҙ уңында тотоп әйтәм дә инде, масштаблыраҡ фекер йөрөтөргә өйрәнегеҙ, тигән кәңәшемде", - тине. Урынлы кәңәш.

Фатима ЯНБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.06.15 | Ҡаралған: 1505

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru