Өфө халҡының уңышлы һәм яҡшы тормошта йәшәүе күпселек осраҡта миллионлы ҡала менән идара итеү механизмының ни рәүешле көйләнеүенә ҡайтып ҡала. Баш ҡала округы Советы эшмәкәрлеге, уның алдында торған проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары, ҡаланы үҫтереү идеялары һәм перспективалары хаҡында Өфө ҡала округы Советы рәйесе Евгений Александрович СЕМИВЕЛИЧЕНКО менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Евгений Александрович, Рәсәйҙең һуңғы йылдарҙағы урындағы үҙидара үҫешендә ниндәй төп тенденцияларҙы билдәләп үтергә була?
- Урындағы үҙидаралыҡ өлкәһенә ҡағылышлы ҡануниәттең федераль кимәлдә әленән-әле үҙгәреп тороуы төп тенденцияларҙың береһе булып ҡала. Миҫал өсөн әйткәндә, 2003 йылда Дәүләт Думаһы тарафынан ҡабул ителеп, тулыһынса 2009 йылда үҙ көсөнә ингән "Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡты ойоштороуҙың дөйөм принциптары" Федераль законы 114 тапҡыр үҙгәртелде.
Федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәр төбәк һәм муниципаль норматив-хоҡуҡи акттарҙы ла яңынан ҡарап сығыу мөһимлеген тыуҙыра бит. Мәҫәлән, 2005 йылдың декабрендә ҡабул ителгән ҡаланың төп документы - ҡала округы Уставын Өфөнөң депутаттар корпусы 11 тапҡыр үҙгәртергә мәжбүр булды. Һуңғы тапҡыр Устав ағымдағы йылдың ғинуарында раҫланды. Үҙгәртеүҙәр, башлыса, өфөләрҙең яңы ҡағиҙәләр буйынса йәшәүен хәл итеүгә түгел, ә федераль закондарҙың үҙгәреүенә бәйле. Муниципалитеттар яңы талаптарға яраҡлашып та өлгөрмәй, яңылары барлыҡҡа килә. Әйтергә кәрәк, был тик Өфөгә генә ҡағылған мәсьәлә түгел, ә Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре, ҡалалары һәм ауылдары өсөн хас проблема.
Бындай тотороҡһоҙлоҡтоң сәбәбен нимәлә күрәһегеҙ һәм эштәрҙең ошолай булыуында кем ғәйепле? Ситуацияны нисек хәл итергә мөмкин?
- Мәсьәләнең сәбәптәре асыҡ һәм был осраҡта ғәйеплеләрҙе эҙләү дөрөҫ булмаҫ ине. Беҙ үҙенсәлекле төбәктәрҙән торған ҙур илдә йәшәйбеҙ. Теге йәки был төбәктәге климат, милли, мәҙәни үҙенсәлектәр урындағы үҙидаралыҡтың эшмәкәрлегенә көслө йоғонто яһай. Шуға күрә закон ҡабул иткәндә барыһын да күҙ уңында тотоу мөмкин түгел һәм урындағы үҙидаралыҡҡа ҡағылған өлкәлә закондар ғәмәлгә ашырыу барышында шымартыла, камиллаштырыла. Шулай ҙа был йәһәттән ниндәйҙер тотороҡлоҡ күҙәтелеүен, ҡануниәт базаһының тотороҡло нигеҙгә таянған булыуын күрге килә. Әлеге ваҡытта беҙ нәҡ ошо процесты күҙәтәбеҙ, тип әйтергә мөмкин. Һуңғы бер-нисә йылда урындағы үҙидаралыҡ өлкәһендә булған мөһим ваҡиғаларҙың береһе, минеңсә, - Рәсәй Президентының 2013 йылда Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтендә сағылған үҙидаралыҡ ойошмаларын финанс йәһәттән нығытыу, уларҙың халыҡҡа нығыраҡ асылыуы, был өлкәләге ҡануниәтте камиллаштырыу тураһындағы күрһәтмәләре. Әлеге күрһәтмәләрҙе тормошҡа ашырыу башланһа ла, уның һөҙөмтәләре тураһында һөйләүе иртәрәк әле, сөнки был процесс үҙ эсенә бер-нисә йылды алған билдәле бер ваҡыт талап итә. Уларҙы бойомға ашырғандан һуң Рәсәйҙә юғары һөҙөмтәле, финанс йәһәттән ныҡлы һәм тотороҡло хоҡуҡи базалы урындағы үҙидаралыҡ ойошмалары барлыҡҡа киләсәк, тип ышанғы килә.
Тәжрибә күрһәтеүенсә, кеше күпселек осраҡта депутатҡа ул хәл итә алмаҫтай проблемалар менән мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, депутаттың фатир менән тәьмин итеү йәки ниндәйҙер матди ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге юҡ. Ә Һеҙ һәм Һеҙҙең депутат хеҙмәттәштәрегеҙ өфөләргә нисек ярҙам итә ала?
- Ысынлап та, күптәр беҙгә нәҡ фатир мәсьәләһен хәл итеүҙе һорап килә, ләкин беҙ фатир таратыу менән шөғөлләнмәйбеҙ. Кешенең һинән ярҙам өмөт итеп килгән ышанысын аҡлай алмауҙан, хатта ул мәсьәлә менән шөғөлләнергә тейеш булмаған осраҡта ла, үҙемде уңайһыҙ тоям. Шуға күрә, ҡала халҡына "Өфө ҡала Советы ҡарамағында торлаҡ фонд юҡ һәм беҙ, депутаттар, был йәһәттән бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтә алмайбыҙ. Ташламалы фатир алырға тейешле граждандар ғәмәлдәге ҡануниәт нигеҙендә сират буйынса алырға хоҡуҡлылар. Ә депутаттар иһә бындай осраҡтарҙа тик мәғлүмәти һәм хоҡуҡи ярҙам ғына күрһәтә ала, ә торлаҡты бүлеү һәм таратыу процесына беҙ йоғонто яһай алмайбыҙ", тип аңлатабыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, һайлаусылар беҙҙең компетенцияла булмаған һорауҙар менән йыш мөрәжәғәт итәләр һәм фатир мәсьәләһе берҙән-бер миҫал түгел. Ләкин беҙ бындай осраҡтарҙа ла кешене иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ, ә теге йәки был мәсьәләне ҡайҙа хәл итергә мөмкин икәнлеген аңлатабыҙ, кәрәк булған осраҡта төрлө ведомстволарға депутат запростары ебәрәбеҙ, тейешле мәғлүмәт йыйырға ярҙам итәбеҙ. Ә матди ярҙамға килгәндә, ҡала округы Советы депутаттары күпселек осраҡта ҙур күләмле финанс ярҙамы күрһәтә.
Күптән түгел беҙ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләнек. Ветерандар өсөн башҡарылған эштәргә ҡарап, Өфөбөҙҙә еңеүселәр быуынына булған оло хөрмәт тураһында фекер йөрөтөргә була. Ә депутаттар корпусы тарафынан ветерандарыбыҙ өсөн нимә эшләнде һәм нимәләр эшләнә?
- Ағымдағы йылдың яҙында депутаттар Еңеү көнөнә арналған барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты һәм шулай уҡ үҙҙәре лә төрлө инициативалар менән сығыш яһаны. Беҙ 36 һуғыш ветеранына ҡала округы хакимиәтенең Почет грамоталарын һәм "Ҡала алдындағы хеҙмәт өсөн" знактарын, аҡсалата премиялар һәм аҙыҡ-түлек магазины һәм дарыуханаларҙың сертификаттарын тапшырҙыҡ. Ләкин иң мөһиме - депутаттарҙың барыһы ла тиерлек ветерандарға матди ярҙам күрһәтеү һәм уларға төрлө байрам саралары уҙғарыу инициативаһы менән сығыш яһаны, уларҙы тормошҡа ашырҙы. Быйылғы яҙҙа ҡала Советы депутаттары ветерандар өсөн 11,5 миллион һум күләмендә аҡса бүлде. Шуларҙың 1,8 миллионы ветерандарҙың фатирҙарын ремонтлауға тотонолдо. Шулай уҡ ветерандарға бүләктәр алыуға һәм башҡа матди ярҙамға депутаттар 5,7 миллион, ә байрам сараларын уҙғарыуға - 4 миллион һум аҡса йүнәлтте. Мин бигерәк тә депутаттар Андрей Носков, Андрей Борисов һәм Андрей Егоровтарҙы билдәләп үтер инем. Улар үҙ аҡсаларына Тимашево ҡасабаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары геройҙары иҫтәлегенә стела ҡуйҙы. Ә депутат Борис Герасимов Еңеү көнө уңайынан 100 ветеранға кафела матур байрам табыны ойошторҙо. Депутаттар Филүс Ишбулатов һәм Иосиф Марач иһә 9 май көнөндә Якутов исемендәге паркта ветерандарға бүләктәр таратып, һый-хөрмәткә тулы табын ойошторҙо.
Ә Һеҙ үҙегеҙ бындай мәрхәмәтлек сараларында нисегерәк ҡатнашаһығыҙ?
- Беренсенән, маҡтанғым килмәй. Икенсенән, барлыҡ эштәрҙе лә бер үҙем түгел, ә һайлау округы буйынса коллегам, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы депутаты Александр Артюхов менән тығыҙ бәйләнештә башҡарыуымды һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә. Мин "Өфө моторҙар етештереү берекмәһе"нең идара итеү директоры һәм Рәсәй машиналар төҙөү Союзының Башҡортостан төбәге бүлексәһе рәйесе вазифаларын башҡарыусы Александр Артюховтың ике урында ла урынбаҫары вазифаһын биләйем. Шуға күрә, завод һәм Союзмаш беҙ ойошторған бөтә шәфҡәтлелек сараларының төп бағыусылары булып тора. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың яҙында беҙ ветерандарға ярҙам күрһәтеүгә бергәләп 6,2 миллион һум аҡса йүнәлттек. Шул иҫәптән 6 һуғыш ветеранының фатирында ремонт эштәре башҡарҙыҡ һәм меңләгән ветеранға финанс ярҙамы күрһәттек. "УМПО" асыҡ акционерҙар йәмғиәте бүлгән аҡсаға Инорс биҫтәһендәге йорттарҙың береһенә Советтар Союзы Геройы Георгий Мушниковҡа мемориаль таҡта һәм барельеф ҡуйыуҙы, уның батырлыҡтары хаҡында бәйән ителгән Иван Сотниковтың "Күк баһадирҙары" ("Витязи неба") китабын яңынан баҫтырып сығарыуҙы ла мөһим эштәрҙең береһе, тип һанайым.
Ҡала Советы депутаттарының төп эшенә әйләнеп ҡайтайыҡ. Быйылғы йылда депутаттар тарафынан ҡабул ителгән ниндәй ҡарарҙарҙы иң әһәмиәтлеһе тип һанайһығыҙ?
- Беҙҙең ҡала өсөн генә түгел, ә республиканың барлыҡ муниципалитеттары өсөн берҙәй мөһим ике закон проектын беҙҙең депутаттар корпусы йыл башында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағына тәҡдим итте. Уның беренсеһе иғландар һәм башҡа төр рекламаны рөхсәт ителмәгән урындарға йәбештергән өсөн штрафты арттырырыу менән бәйле. Дәүләт Йыйылышы тарафынан беренсе уҡыуҙа был закон проекты ҡабул ителде һәм һуңғы сиктә ыңғай ҡарар сығарылһа, яңы штрафтар бөтә республика территорияһында ла ғәмәлдә буласаҡ. Был бик кәрәкле аҙым тип уйлайым, сөнки төрлө иғландар менән йәбештереп бөтөлгән бағана, йорт подъездары ишектәре, туҡталыш павильондары мәсьәләһе менән бер Өфө ҡалаһы халҡы ғына осрашмай, был проблема бөтә төбәктәргә лә хас күренеш.
Дәүләт Йыйылышы ҡарамағына беҙ тағы ла Өфө һәм Өфө районы сиктәрен үҙгәртеү тураһындағы закон инициативаһын сығарҙыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең инициатива тиҙ үк ҡаралды һәм республика парламенты тарафынан 28 майҙа уҡ хуплау тапты. Өфө өсөн яңы сиктәр принципиаль әһәмиәткә эйә. Беренсенән, беҙ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын ҡала ситенә сығарыуға өлгәштек. Әгәр ҙә ошо мәсьәлә хәл ителмәһә, ҡалаға ҙур суммала штрафтар янар ине, сөнки федераль ҡануниәт бындай объекттарҙың кеше йәшәгән урындан ситтә булыуын талап итә. Икенсенән, баш ҡала льготалы категорияға инеүсе граждандарға шәхси йорт төҙөү өсөн бүлеп бирерлек өҫтәмә ер биләмәләре алды. Өфө районы иһә финанс яҡтан отто, сөнки элек Өфө ҡалаһы биләмәһендә урынлашҡан һәм һалымды ҡала бюджетына түләгән сәнәғәт предприятиелары район ҡарамағына күсте. Хәҙер уларҙың һалым аҡсаһы Өфө районы бюджетын тулыландырасаҡ.
Быйыл шулай уҡ беҙ ике яңы территориаль йәмғиәт үҙидаралығының сиктәрен раҫланыҡ. Ағымдағы йылдың 6 ғинуарында "Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы - Өфө ҡалаһы статусы тураһында"ғы закон ғәмәлгә инде. Был закон проекты ла беҙҙең депутаттар корпусы инициативаһы менән барлыҡҡа килде. Был закон Ҡоролтай депутаттары менән берлектә уҙған йылда уҡ әҙерләнһә лә, быйыл ғына үҙ көсөнә инде. Уның әһәмиәте шунда - ул рәсми рәүештә Өфөгә республиканың баш ҡалаһы статусын һәм махсус, шул иҫәптән финанс хоҡуҡтарын бирҙе.
Яҡын киләсәктә ҡала округы Советы алдында ниндәй проблемаларҙы һәм бурыстарҙы атҡарыу бурысы тора?
- Проблемалар юҡ, ә хәл итеүҙе талап иткән бурыстар бар. Миҫал өсөн Өфөнөң Генераль планын килтерәм. Ул әлеге көндә үк яңынан ҡарап сығыуҙы һәм төҙәтмәләр индереүҙе талап итә. Был эште беҙ ҡала хакимиәте менән бергә атҡарып сығырға тейешбеҙ. Шулай уҡ ағымдағы йылдың июленән ҡала Советы комиссияһы иңенә асыҡ тыңлауҙар үткәреү бурысы ла ятасаҡ. Ҡалала биләмәләрҙе межалау эштәре үткәрергә кәрәк. Был процедураның асылы һәр өйгә уның янындағы ер биләмәһен беркетеүгә ҡайтып ҡала. Бындай ер биләмәһендә кешеләрҙең ризалығынан тыш бер кем дә төҙөлөш йәки башҡа төрлө эшмәкәрлек алып бара алмаясаҡ. Биләмә хужалары ерҙе үҙҙәре теләгәнсә ҡулланыу мөмкинлеге аласаҡ. Шулай итеп, алда бөтә ҡаланы межалау кеүек оло эш тора һәм асыҡ тыңлауҙар ҙа күпләп уҙғарыласаҡ. Мәҫәлән, Советтың яҡын арала буласаҡ ултырышында ошондай 10 тыңлау үткәрергә иҫәп тотабыҙ.
Ҡаланың алдағы биш йыллыҡ үҫешен нисек күҙаллайһығыҙ?
- Фантазияға бирелмәйенсә, күҙаллауҙар эшләгем килә. Өфөлә, Дим һәм Затон биҫтәләре араһында яңы эре биҫтә барлыҡҡа киләсәк, тип көтөлә. Унда 15-20 мең кеше йәшәйәсәк. Ҡала "УЗЭМИК" заводынан "ҡолаҡ" ҡағасаҡ. Уның урынында бейек ҡатлы йорттар, мәктәп, ҡунаҡхана, магазиндар, балалар баҡсалары төҙөләсәк. Был һорау буйынса ҡарар ҡабул ителгән һәм оҙаҡламай бойомға ашырыла башлаясаҡ. Өфө үҙәгенән сәнәғәт ойошмаларын ситкә күсереү эше артабан да дауам итәсәк һәм барыһы ла бер юлы һәм тиҙ эшләнмәһә лә, уны хәл итергә кәрәк. Шулай уҡ Инорс биҫтәһе лә ҙураясаҡ һәм киңәйәсәк, тип уйлайым. Үҙем депутат булараҡ ошо биҫтәлә эшләгәнгә күрә, уны төҙөү проекттары менән яҡшы танышмын.
Муниципалитет ҡарамағында Сипайлово биҫтәһенән Октябрь проспектына тиклем һуҙыласаҡ канат юлы проекты бар. Ул да алдағы йылдарҙа ғәмәлгә ашырыласаҡ, тип уйлайым. Шулай уҡ Галле округы урамы ҡапҡаһы янындағы Ағиҙел йылғаһы аша күперҙең һәм юл үткәргестең дә проекттары тормошҡа ашыуын күрге килә.
Күп прогноздар эшләмәҫкә ине, сөнки ҡала халҡының уны вәғәҙә кеүек ҡабул итеүе лә бар. Өфөләге төп үҙгәрештәрҙе мин төҙөлөш эштәре менән түгел, ә өфөләрҙең үҙаңындағы үҙгәреш менән бәйләйем. Яҡын киләсәктә ҡала халҡының урындағы үҙидаралыҡ һорауҙары мәғлүмәтлерәк һәм яуаплыраҡ булыр, тип ышанам. Уларҙың йорттары, ишек алды, биҫтә менән идара итеүҙә туранан-тура ҡатнашыуҙарын һәм үҙҙәренең тәҡдимдәре менән беҙгә, депутаттарға, йышыраҡ мөрәжәғәт итеүҙәрен күрге килә, сөнки урындағы һорауҙарҙы депутаттар йәки муниципаль хеҙмәткәрҙәр генә түгел, ә бөтә халыҡ бергәләшеп хәл итергә тейеш. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһы Конституцияһында ла, 131-се Федераль законда ла асыҡ әйтелгән. Ләкин беҙҙә халыҡ быға күнекмәгән - улар кемдер килеп, уларҙың бөтә һорауҙарына яуап биреп, проблемаларын хәл итеп китер, тип көтә. Шулай ҙа был йәһәттән хәлдәр яйлап яҡшыра бара. Халыҡ ойошма, йорт комитеттарына берләшә, территориаль йәмәғәт үҙидаралығы булдырырға тырыша. Әлегә бындай кешеләр әҙ, тик уларҙың һаны артҡандан-арта бара. Һәм был бик һәйбәт тенденция.
Зөлфиә БАСИРОВА,
Гөлназ МАНАПОВА
әңгәмә ҡорҙо.
КИРЕ СЫҒЫРҒА