«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДӘҮЛӘТ ТЕЛДӘРЕН БЕЛГӘН ХЕҘМӘТКӘРҘӘР КӘРӘК!
+  - 

Баш ҡаланың "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса Терминология комиссияһы үҙенең эшен тәртипкә һалып, бына нисәмә йылдар инде ал-ял белмәй, республикала йәшәүсе халыҡтарҙың телдәре һағында тора. Уның эшмәкәрлеген ҡала хужалығының төрлө өлкәләрендә күҙәтергә мөмкин. Махсус ойошторолған Терминология төркөмө ағзаларының осҡор күҙенә бер генә хата ла салынмай ҡалмай. Ләкин хаталар, яҙғыһын баҡсала дәррәү күтәрелеп сыҡҡан сүп үләндәре кеүек, һаман да Тел тигән гөлбаҡсаны йәмһеҙләп, осрап ҡына тора. Ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов рәйеслегендә уҙған сираттағы ултырышта ла һүҙ ошо һәм Законды ғәмәлгә ашырыуҙағы башҡа мәсьәләләр хаҡында барҙы.

Сынтимер Биктимер улы белдереүенсә, был ултырышҡа әҙерлек барышында Өфөнөң Дим, Калинин, Ленин райондарында алтаҡталарҙың, предприятие-ойошмаларҙың эш ваҡытының, башҡа күргәҙмә мәғлүмәттең дәүләт телдәрендә яҙылышын күсмә тикшереүҙәр ойошторолған һәм эш барышында асыҡланған етешһеҙлектәр буйынса күрһәтмәләр бирелгән. Һөҙөмтәләрҙе анализлау шуны күрһәтә, хаталарға тәржемә эшләгәндә түгел, нигеҙҙә, алтаҡталарҙы, башҡа продукцияны әҙерләү этабында юл ҡуйыла. Был, үҙ сиратында, теге йәки был реклама хеҙмәтендә башҡорт телен белгән белгестең булмауы тураһында һығымта яһарға этәрә. Сөнки инде нисәмә тапҡыр ҡабатланыуға ҡарамаҫтан, күбеһенсә башҡорт теленә генә хас булған үҙенсәлекле хәрефтәрҙе яҙғанда хаталар ебәрелә.
Шулай уҡ Өфөлә бына бер нисә йыл рәттән хаталарға кәртә ҡуйыу маҡсатынан "Грамоталы ҡала" конкурсы уҙғарыла. Әлеге ваҡытта сараның беренсе - район этабы тамамланған. Уның барышында предприятие, ойошма һәм учреждениеларҙың Законды тормошҡа ашырыу буйынса эшмәкәрлеге баһаланһа, сираттағы ҡала этабында ҡала райондарының эште ойоштороу кимәле тикшереләсәк.
Ултырышта башҡа сығыш яһаусылар менән бер рәттән, ҡала хакимиәтенең Мәғлүмәт-аналитика идаралығы - матбуғат хеҙмәте етәксеһе Камил Юлаев мәғлүмәт өлкәһендә башҡарылған эштәр менән таныштырҙы. Был хеҙмәт даими рәүештә өфөләр араһында милләт-ара мөнәсәбәттәр, тормоштоң төрлө тармаҡтарында туған телдәрҙе ҡулланыу мәсьәләләре буйынса йәмғиәт фекерен өйрәнеү мониторингы үткәреп тора. Һөҙөмтәлә яуап биреүҙә ҡатнашыусыларҙың 91,4 проценты - рус, 20,4 проценты - башҡорт, 22,8 проценты - татар, 5 проценты сит телдәрҙе камил белә. Дөйөм алғанда, халыҡ ҡалалағы милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай. Хакимиәттең рәсми сайтында закондың үтәлешен яҡтыртҡан мәҡәләләр донъя күреп тора, шулай ҙа уның башҡорт телендәге версияһын камиллаштырыу өҫтөндә эшләйһе бар әле.
Баш ҡала хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралыҡ етәксеһе Исламетдин Мәмбәтов ошо өлкә буйынса эшләнгән эштәрҙе бәйән итте. Билдәләнеүенсә, Законды тормошҡа ашырыу йәһәтенән бигерәк тә муниципаль китапханаларҙың әүҙемлеген күрһәтергә кәрәк, сөнки тап улар республикала йәшәүсе халыҡтар телендәге баҫма байлыҡты һаҡлау һәм пропагандалау буйынса эш алып бара һәм был йүнәлештә төрлө формалар, ысулдар ҡуллана. Балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениеларында Мифтахетдин Аҡмулланың, Мостай Кәримдең, Айҙар Байыҡтың ижадына, башҡорт композиторҙарына арналған саралар уҙғарыла, балалар музыка мәктәптәренең ҡайһы берҙәрендә милли уйын ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Мәҙәниәт һарайҙарында милли студиялар, төрлө коллективтар эшләй. Мәҙәниәт һәм ял парктарында халыҡ байрамдары уҙғарыла. Былар барыһы ла Закон талаптарын ғәмәлгә ашырыуҙың бер сағылышы булып тора. Йомғаҡлап әйткәндә, "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса баш ҡалала эш алып барыла, әммә уны тағы ла һөҙөмтәлерәк итеү өсөн реклама хеҙмәттәрен генә түгел, барлыҡ хеҙмәттәрҙе лә ике дәүләт телен дә камил белгән белгестәр менән тулыландырырға кәрәк икәне көн кеүек асыҡ.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.03.16 | Ҡаралған: 1206

Киске Өфө
 
Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru