Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
Декабрь
|
|
БӘЙГЕ ТОТТОЛАР ШӘП УҠЫТЫУСЫ ТИГӘНДЕ РАҪЛАРҒА
|
Ошо көндәрҙә Өфөлә егерменсе тапҡыр үткәрелгән "Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы" һәм ун өсөнсө тапҡыр үткәрелгән "Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурстарына йомғаҡ яһалды. Һөнәри конкурста еңеүсе Өфө педагогтарын БР мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов тәбрикләне.
"Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы - 2017" конкурсында йәмғеһе 47 уҡытыусы ҡатнашты. Йылдағыса, өс этаптан торған конкурс барышында педагогтар тупланған хеҙмәт тәжрибәһен, оҫталығын күрһәтте. Беренсе этапта уҡытыусыларҙың интернет сығанаҡтарын өйрәнеүен, эш һөҙөмтәләрен сағылдырған тупланмалар ҡаралды. Икенсе турҙа һәр береһе педагогик инициатива, методик семинар һәм асыҡ дәрес тәҡдим итте. Конкурстың был турҙарын уңышлы үткән педагогтар артабан оҫталыҡ дәресе күрһәтте һәм түңәрәк ҡорҙа баһалама ағзалары менән төрлө проблемалы темаларға бәхәс ҡорҙо.
"Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2017" конкурсында ҡатнашыусы егерме өс уҡытыусы араһынан һуңғы этапҡа ун өс педагог иң яҡшы һөҙөмтәләр менән үтте. Баһалама ағзалары һәм уҡытыусылар түңәрәк ҡор барышында "Дәүләт ике теллелеге: бөгөнгө күп милләтле йәмғиәттә сифатлы белем биреү һәм милләт-ара килешеүҙе һаҡлау проблемалары" темаһына фекер алышты. "Был фекер алышыуҙа баһалама ағзаһы, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев: "Киләсәктә илдә ниндәйҙер милләт-ара низағтар тыуа ҡалһа, тел уҡытыусылары ғәйепле буласаҡ", - тигәйне. Балаға уҡытыусы биргән рухи тәрбиәнең әһәмиәтен билдәләгән был һүҙҙәр бик уйландырҙы", - тине 101-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлфиә Миһранова был һөйләшеүҙәр ваҡытында. Бында шулай уҡ бәйгелә ҡатнашҡан уҡытыусыларҙың белем даирәһен, илдә һәм донъяла барған һуңғы ваҡиғаларға ҡарашын, мәғариф өлкәһендәге актуаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса күҙаллауҙарын һынарға булышлыҡ иткән һорауҙар яңғыраны.
- Был конкурста икенсе тапҡыр ҡатнашам, 2011 йылдан бирле конкурс шарттарына төрлө кәрәкле үҙгәрештәр индерелгән. Шуларҙың береһе - "Педагогик проект эше" оҡшаны. Был уҡытыусыларҙың командаға тупланып ижади эшләүгә һәләтлеген сағылдырҙы. Беҙҙең командалағы педагогтар менән китапты рекламалауға арналған проект эше башҡарҙыҡ. Йәш быуынды китап уҡыуға ылыҡтырыу, башҡорт әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыуға булышлыҡ итеү буйынса тәҡдимдәр индерҙек. Әйтергә кәрәк, һәр ижади төркөм теманы үҙе һайларға ирекле ине, был шулай уҡ милли мәғариф өлкәһендәге уҡытыусыларҙы борсоған мәсьәләләргә иғтибар йәлеп итеүгә лә булышлыҡ итерлек конкурс этабы булды, - тине һөнәри конкурстың бөтә һынауҙарын лайыҡлы үткән баш ҡаланың алдынғы педагогтарының береһе Эльвира Ишморатова. Конкурстарҙы йомғаҡлау тантанаһы барышында педагогтарҙы бер нисә номинацияла наградланылар. "Оҫта педагог" номинацияһында - һигеҙ, "Тикшеренеүсе педагог" номинацияһында егерме туғыҙ уҡытыусы Өфө ҡала хакимәте башлығының Маҡтау грамоталары менән билдәләнде. "Педагогик өмөт" номинацияһында Өфө ҡалаһының 95-се мәктәбе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юлай Сәлимгәрәев, "Педагогик дебют"та - 93-сө гимназияның тарих уҡытыусыһы Эльвира Йәмғетдинова, "Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы"нда - 156-сы мәктәп уҡытыусыһы Регина Закирова, "Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы" номинацияһына М. Шайморатов исемендәге 104-се мәктәп уҡытыусыһы Венера Садиҡова айырым баһалауға лайыҡ тип табылды. "Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте - 2017" конкурсының төп еңеүсеһе исемен 88-се мәктәп уҡытыусыһы Гөлсөм Монасипова алды. Ә бына "Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы - 2017" конкурсында 52-се лицейҙың "Донъя художестволы мәҙәниәте" предметы уҡытыусыһы Юлия Линдт еңеүсе тип табылды.
Шулай уҡ конкурстың абсолют еңеүсеһе лә билдәләнде. Был награданы М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Мария Кәримова (һүрәттә) яуланы. Әйткәндәй, ул конкурсанттар араһында иң йәш педагогтарҙың береһе булып сыҡты. Йыл ярым хеҙмәт стажы туплап, мәртәбәле бәйгелә ҡатнашырға йөрьәт иткән уҡытыусы ҙур тәжрибә алыуы һәм киләсәктә һөнәренә тоғро ҡаласағы тураһында белдерҙе.
- Конкурс ойоштороусыларҙың да, ҡатнашыусыларҙың да юғары әҙерлеге таң ҡалдырҙы. 2000 йылда тәүге тапҡыр ҡатнашҡан саҡта был бәйгенең асылына төшөнмәгәнмен кеүек, бында еңеү улар өсөн үҙемдең өлгөрөп етеүем шарт булған, - тине "Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2017" конкурсы еңеүсеһе Гөлсөм Монасипова тәьҫораттары менән уртаҡлашып. - Уҡытыусы булып эшләү дәүеремдә "Башҡортостан тарихы", "Башҡортостан географияһы", "Тормош һабаҡтары", хатта "Рус теле" предметтарын да өйрәтергә тура килде. Былар барыһы ла миңә бөгөн уҡыусылар, коллегаларым һәм юғары компетентлы баһалама ағзалары алдында ла үҙемде мәғлүмәтле, киң даирәле, ышаныслы итеп тойорға, уртаҡ тел табырға ярҙам итте. Конкурсҡа әҙерлек барышында төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторған, төрлө яҡлап ярҙам иткән методистарға, коллегаларыма рәхмәтлемен...
ШУЛАЙ ИТЕП...
Өфө ҡалаһының иң яҡшы уҡытыусыларының хеҙмәтен лайыҡлы баһаларға, яңы ғына ошо эшкә үҙен бағышларға торған йәш педагогтарҙы дәртләндерергә мөмкинлек биргән был конкурстың әһәмиәте ҙур. Быны етәкселәребеҙҙең дә аңлауы ҡыуаныслы. Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың: "Конкурста ҡатнашыусы һәр уҡытыусыға Гран-при тапшырырлыҡ, һеҙ баш ҡаланың ғорурлығы", - тигән һүҙҙәре быға дәлил. Бына инде егерме йыл педагогтарға үҙ көсөн һынап ҡарарға юлдар асҡан конкурс киләсәктә лә Өфөнөң белем усаҡтарында алһыҙ-ялһыҙ эшләгән белгестәребеҙгә тәжрибә уртаҡлашыр, һөнәри оҫталығын күрһәтер, яңы үрҙәр яуларға старт бирер майҙансыҡ булып ҡалһын.
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 27.02.17 | Ҡаралған: 1162
|
|
Киске Өфө
|
|
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|