«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛЫРҘАН АЛДА БИРЕРЕҢДЕ УЙЛА
+  - 



Телебеҙҙә "үтескә алыу", "үтескә биреү" төшөнсәләре бар, улар халҡыбыҙҙың матди тормошо күренештәренең береһе булып тора. Көнкүрештә кәрәк булған нәмәләрең үҙеңдә булмаған осраҡта уларҙы күршеңдән йә иһә башҡа бер танышыңдан алып тороу - боронғо ғәҙәт. Тик шуныһы ла мәғлүмдер ки: күпме алаһың - шул тиклем үк ҡайтараһың. Был заманына күрә йәшәйештең алтын ҡағиҙәләренең береһе булған.

Заман башҡа - заң башҡа: бөгөн бурысҡа алған иҫәбенә йәшәү бик күп замандаштарыбыҙ өсөн ҡотолғоһоҙ ҡанунға әйләнеп бара. Үтескә йәшәүселәр заманы етте, күрәһең. Закон һәм банк финансистары телендә был күренеш кредитлау тип атала. Тик банкынан алған үтестең ҡайтармаһы ғына ни тора: байтаҡ осраҡтарҙа бер мең һум алаһың да бер мең өс йөҙ һумды ҡайтараһың. Был мөхиттә банкының кредит ставкаһы тигән ҡотолғоһоҙ процент өҫтәмәһе хөкөм һөрә. Микрозайм тип аталған үтес килешеүҙәрендә йыллыҡ процент ставкаһы меңәр процентҡа еткән ваҡыттар булды, ошо арҡала әллә күпме граждандар бөлгөнлөккә төшөп, тамам хәйерселек сигенә етте. Ярай әле, закондар хәҙер ҡомһоҙлоҡтоң ашаһына сыҡҡан банкирҙарға сик ҡуйҙы - микрофинанслауҙа йыллыҡ процентты 365 проценттан арттырыу тыйылды. Әммә фәҡир бәндәләргә был да аҙ түгел бит! Күрәһең, ҡырағайҙарса капитализмдың уҫал ыржайыуы шулайыраҡ булалыр инде.
Ә тиҫтәләгән коммерция һәм дәүләт банкылары, көнө-төнө тигәндәй, ватандаштарыбыҙҙы кредитҡа аҡса алырға саҡыра: йәнәһе, бурысҡа алған аҡсаға ожмахтай тормош ҡора аласаҡһың. Бындай реклама урамдарҙағы баннерҙарҙан да күҙгә бәрелеп тора, радио-телевизорҙан ғына түгел, кеҫә телефондарынан да кеше аңына инеп, уның нәфсеһенә ҡотҡо һала. Аҡса бирәбеҙ, бер паспорт та етә, ни барыһы 15 минут ваҡыт үтәсәк, биргән саҡта өлгөрөп ҡалығыҙ! Аҡсаң булмаһа, беҙҙән ал, 10 мең һум ал, 100 мең һум ал! Кем әйтмешләй, ошондай саҡырыуҙар үтектән ишетелһә лә, һис ғәжәпләнмәҫһең.
Ә кеҫә төбө һай булған уртаса рәсәйле, исеме уның Иван булһынмы, Закир йә иһә Шакирмы, ҡайҙа барһын инде, иртәгәһен ишәк ҡайғыртһын, тигәндәй, ала шул аҡсаны бурысҡа. Йыш ҡына үҙ теләгенән башҡа ла бурыс һаҙлығына төшөргә мәжбүр була ул: кешеләрсә йәшәр өсөн йорт-ҡура кәрәк, фатир кәрәк, автомобиль кәрәк, ғәзиз балаһын аҡса түләп уҡытырға кәрәк, исмаһам, бер тапҡыр булһа ла шул Анталияны күреп ҡайтырға кәрәк!
Ай-һай, үтескә йәшәүселәр хаттин артты түгелме һуң? 2019 йылдың октябренә рәсәйлеләрҙең банкыларға түләргә тейешле бурысы гигант сумманы тәшкил итә - 16,9 триллион һумға еткән ул. Үҙегеҙ сағыштырып ҡарағыҙ: 2018 йылда Рәсәйҙең нефть һәм газ сәнәғәтенән алынған килем - 9 триллион һумдан саҡ ҡына артығыраҡ, ә тотош ил буйынса йыллыҡ сығымдар суммаһы 34 триллион тирәһе.
Тимәк, граждандарҙың үтескә алған аҡсаһы илебеҙҙең йыллыҡ бюджетының яртыһын тәшкил итә! Шул сумманың 811,8 миллиардының билдәләнгән график буйынса түләнмәүенә 90 көндән ашыу ваҡыт үтеп киткән. Рәсәй субъекттары араһында Башҡортостан да кредит алыусылары иң күп булған төбәктәрҙән һанала. 2019 йылдың тәүге яртыһында ғына башҡортостандар кредитҡа барлығы 163 миллиард һумдан ашыу аҡса алған, ә кредитлауҙың дөйөм суммаһы 441 миллиард һумға еткән. Әйтергә кәрәк, ошо кредиттарҙың дүрттән бер өлөшө ипотекаға тура килә.
Әйтеүебеҙсә, бурыс иҫәбенә йәшәүҙән бер кем дә ҡурсаланмаған. Әммә кредитлаусы банкылар граждандарға алған бурысты килешеүҙә күрһәтелгән проценттары менән ваҡытында ҡайтарыуҙы талап итә. Ҡайтара алмайһың икән - һин банкрот. Финанс ойошмаһы бурысын ҡайтара алмаусыларҙы судҡа биреп, уларҙың барлы-юҡлы мөлкәтен дә тартып алырға хаҡлы. Батша Рәсәйендә банкротлыҡҡа төшкән граждандар өсөн махсус яза булған - ул "бурыс соҡоро" ("долговая яма") тип аталған. Әлбиттә, бурысҡа батҡандарҙы көнсығыш илдәрендәгесә тәрән соҡорҙа тотмаһалар ҙа, уларҙың үҙҙәрен генә түгел, хатта ғаилә ағзаларын да төрмәгә япҡандар. Был Рәсәйҙә тик 1879 йылда ғына закон менән тыйылған. Әлеге көндә лә финанс упҡынына осҡан кешеләр бар, улар ошо ҡотһоҙ һәм ҡотолғоһоҙ хәлдәренән нисек арынырға белмәй ыҙалана. Ошондай кешеләрҙең, артабан ни ҡылырға белмәйенсә, тамам өмөтһөҙлөккә бирелеп, яҙмыштарын фажиғә менән тамамлау осраҡтары әленән-әле ишетелеп тора.
Әлбиттә, ил етәкселеге, дәүләт финанс системаһы менән идара итеүселәр ил халҡын саманан тыш кредитлауға сик ҡуйыу юлдарын табырға тырыша. Тик улар бында бер генә ысулды һайлай - граждандарға кредит бирерҙән алда уларҙың финанс хәлен ентекләберәк тикшереп, кредит килешеүен үтәй алыу-алмауҙарын төп шарт итеп ҡуйыу. 2008 йылда Америка Ҡушма Штаттарында ипотека алыусыларҙың күбеһенең бурыстарын ҡайтармай башлауы арҡаһында ундағы бер нисә банкының банкрот хәленә төшөп, иҡтисади-финанс кризисы бөтөн донъяға таралғайны. Ил етәкселеге тап ошондай хәлде булдырмауҙы күҙ уңында тота ла инде.
Бында бер нәмәне иҫтән сығарырға ярамай: бизнес әһелдәре, хәлле эшҡыуарҙар кредит алһа, үҙ ҡулдарында тотҡан предприятиелары өсөн ала, уларға торлаҡ йә ҡулланыу кредитының бер кәрәге лә юҡ. Байҙар, физик шәхес булараҡ, бер ҡасан да банкрот булмай. Финанс ысынбарлығында тап шулай килеп сыға ла инде: тормош шарттарын башҡаса яҡшырта алмаусы миллионлаған рәсәйле кредит кабалаһы юлына үҙ теләге менән аяҡ баҫа. Ҡайһы бер ғаиләләргә үҙҙәренең дөйөм килеменең өстән ике өлөшөн кредит түләүгә тотонорға тура килә. Йыш ҡына ғаилә башлығы бер юлы ике урында эшләп, алһыҙ-ялһыҙ тир түгергә мәжбүр була. Кредитҡа йәшәгән ғаиләләрҙең тормош сифаты ныҡ түбәнәйә: улар арзаныраҡ, сифатһыҙыраҡ аҙыҡ-түлек менән туҡлана, насарыраҡ кейенә, мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн дә мөмкинлектәре аҙая.
Бәғзе берәүҙәр кредит алып йәшәү рәүешен бөтөн донъяға хас булған заман тренды, йәғни өҫтөнлөк алған тенденция шулай, тип аңлатырға тырыша. Шулайын шулайҙыр ҙа ул, әммә был осраҡта ла түбәһендә бер нисә процент миллиардерҙарҙан торған олигархтар ҡатламы, артыҡ үҫешә алмаған урта хәллеләр һәм фәҡирлек сигендә көн иткән түбәнге ҡатлам (ил халҡының дүрттән өс өлөшө) булған пирамидаль төҙөлөшлө илдә йәшәүебеҙҙе онотмайыҡ. Бында, элекке йырҙарҙың береһендә йырланғанса, үтә байҙар ҡәҙимге бал менән генә хушһынмай, сит-ят тарафтарҙа утрауҙар, ҡәлғәгә торошло йорттар һатып ала, миллиондарса доллар торған яхталарҙа типтерә, хатта эттәрен дә махсус самолетта йөрөтә... Һәм беҙҙә бәғзе меҫкендәр сүп һауыттарында соҡоноп көн итә. Ә шул уҡ АҠШ-та граждандар өсөн кредит проценты 3-6 проценттан артмай. Ә кредит проценттарын сағыштырыу фәҡир рәсәйле файҙаһына түгел: мәҫәлән, беҙҙә ипотека кредиты 10-12 процент булһа, АҠШ-та - 15 йылға 3,375 процент, Японияла - 1,68 процент, Швейцарияла - 1,75 процент, Финляндияла - 1,83 процент, Германияла - 1,90 процент, Люксембургта - 2 процент.
Ислам динендә бурысҡа бирелгән аҡса өсөн риба, йәғни процент алып, шуның иҫәбенә йәшәү харам һанала. Был динебеҙҙең әхлаҡи асылына тап килә. Тимәк, банкыларҙың ҙур проценттарға ҡоролған эшмәкәрлеген әхлаҡ бизмәненә һалып үлсәһәң, ошо финанс системаһының паразиттарға ғына хас булған йәшәү рәүеше асыҡлана. Эйе, тап шулай ул: беҙ үҙебеҙ, белә-күрә тороп, паразиттар аҫрайбыҙ.
Бына ошо хаҡта уйланғанда бала сағымда атайымдан ишеткән бер ауыл лаҡабы иҫкә төштө. Тыуған ауылыбыҙ Иҙристә халҡыбыҙҙың мәшһүр артисы Ғималетдин Минһажев тыуып үҫкән. Ауылыбыҙға ҡайтып йөрөгән саҡтарында атайым да уны ҡунаҡҡа саҡырып һыйлар булған: билдәле артист гармунда уйнап, атайым ҡушылып йырлап, күңел асҡандар. Элекке заманды иҫкә алып, гәпләшеп тә ултырған улар. Артистың атаһы Минһаж ҡарттың ғаиләһе үтә ярлы булып, ҡыштарын байҙан бурысҡа он алып тора икән. Йәйҙәрен ауыл байына бурыс хаҡына бесән сабышырға йөрөгәндәр былар. Бай аҡсаһына ялланып сабыусылар ҙа бар икән. Бер мәл сабынлыҡта хәл йыйырға туҡтағас, Минһаж ҡарттың ҡарсығы былай тип әйтә икән: "Башҡаларҙың салғылары һелтәгән һайын "ғорош-ғорош" тигән тауыш сығара, беҙ фәҡирҙең салғылары ни, "бурыс-бурыс" тейеүҙән ары китмәй". Ул заманда грош тип аталған тимер аҡса булғанын хәҙер күптәр белмәй инде. Ошо лаҡаптың ғилләһе лә шунда инде: бурысҡа йәшәү кеше иңенә ауыр йөк булып ята ла күңеленә лә һис бер тынғылыҡ бирмәй йәшәтә. Шуның өсөн кредит алырҙан алда, халҡыбыҙ әйтмешләй, ете ҡат үлсәп, бер генә ҡат киҫеү фарыздыр ул.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.11.19 | Ҡаралған: 502

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru