«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЗГЕЛЕКТӘР ЭШЛӘП ЯРЫШАЙЫҠ!
+  - 

Тормошта рәхмәтле изгелектәрҙең, миһырбанлыҡтың төрлө өлгөләре менән осрашырға тура килә. Изгелек төшөнсәһен һәр кем үҙенсә аңлағанын, үҙенең күңел торошонан, эске халәтенән, тормош тәжрибәһенән сығып баһалауын да беләм. Мәҫәлән, ҡасандыр үҙе финанс ауырлығын кисергән кеше мохтаждарға бағыусы ярҙамын күрһәтеүҙе иң изге ғәмәл тип иҫәпләй. Ә ҡасандыр ҡаты ауырып түшәктә ятҡан кеше үҙен аяҡҡа баҫтырырға бөтә көсөн һалған медицина хеҙмәткәрҙәрен изге фәрештәләргә тиңләй. Бер ниндәй сәбәпһеҙ яҡыныңа бүләк тәҡдим итеүҙе лә, автобуста оло йәштәгеләргә урын биреүҙе лә, белмәгән кешегә юл өйрәтеп ебәреүҙе лә, әсә-атаһына ярҙам итеүҙе лә изге эштәр рәтенә индерәләр.

Бер саҡ бер йәш егет менән ошо темаға әңгәмә ҡорорға тура килгәйне. Уның яуабы бик тә оҡшаны миңә: "Кемгәлер ярҙам иткәне өсөн кеше аҡса һорамаһа йәки башҡа төрлө иғтибар, бүләк, хатта рәхмәт һүҙе өмөт итмәһә - шул изгелек була. Юғиһә, йыш ҡына, хатта рәхмәт тә әйтмәне, тигәнде ишетергә тура килә. Тимәк, ул ярҙамы өсөн ниҙер көткән булып сыға. Бындай әҙәмдәр рәхмәт һүҙенең ни тиклем ҙур көскә, оло мәғәнәгә эйә булғанын белмәй ҙә булһа кәрәк. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара, тип, атай-олатайҙарыбыҙ юҡҡа ғына әйтмәгәндер. Ысынлап та, ябай ғына ошо һүҙҙе ишетһәң, күңел яҡтырып, донъя нурланып, еңел булып киткән һымаҡ, ошо ваҡытта ихлас әйтелгән рәхмәт ҡабул булалыр, тип уйлайым", - тигәйне ул. Кеше мөнәсәбәттәре лә баҙар иҡтисадына күсеп барған мәлдә йәшәйбеҙ шул. Бәләкәй генә йомош өсөн дә бүләк өмөт итәбеҙ, кемдер ярҙам иткәне өсөн үҙебеҙ ҙә аҡса һонорға әҙербеҙ. Яңыраҡ күҙәткән бер ваҡиға: автобусҡа ингәндә сумкаларын мендерергә ярҙам иткән үҫмергә оло йәштәрҙәге ханым аҡса һуҙҙы. Егет эргә-тирәһендәгеләрҙең ғәжәпле ҡарашын тойһа ла, ҡағыҙ киҫәген йомарлап кеҫәһенә тыҡты. Ҡатын да, үҫмер ҙә ҡәнәғәт ҡалды, әммә иң мөһим ғәмәл башҡарылманы - рәхмәт һүҙе әйтелмәне. "Изгелектең әжере - изгелек бит, ярҙамы өсөн аҡса түләп, егетте шунан мәхрүм иттегеҙ ", - тинем. "Бирһен, бирергә ҡулымдан килә, бер түгел, ике пенсия алам. Минең рәхмәтте кеҫәһенә һала алмай бит ул", - тине ханым эре генә ҡиәфәттә.
Күптән түгел бер таксист та: "Күптәр хәҙер рәхмәт һүҙен ҡулланмай. Аҡсаһын ҡулға тотторалар ҙа ишекте "шап" ябып сығып китәләр. Ҡайһы берҙә түләмәйенсә ысын күңелдән рәхмәт әйтһендәр ине, тип уйлап ҡуям. Шуғамы икән, эшемдән кинәнес ала алмайым", - тип торғайны.
Һәр кемебеҙҙең йыл һайын иҫке йылды оҙатҡанда, яңы йылдан яңыса йәшәй башлайым, тигән йәшерен ниәте була. Унда беҙ төрлө теләктәребеҙҙе, маҡсаттарыбыҙҙы иҫкә төшөрәбеҙ. Мәҫәлән, яңы йылдан спорт менән даими шөғөлләнәсәкмен, ваҡытымды төрлө сериалдарға бүлмәйәсәкмен йәки тренажерҙарға йөрөйәсәкмен, туғандарыма ваҡытты күберәк бүләсәкмен һ.б. Ошондай уйҙарыбыҙ араһында яңы йылда изге эштәр күберәк ҡыласаҡмын, тигән маҡсатыбыҙ ҙа урын алһын ине. Әйҙәгеҙ, ысынлап та, бер-беребеҙгә мәрхәмәтлерәк булайыҡ, бер-беребеҙгә эскерһеҙ ярҙам итәйек. Тирә-йүнебеҙҙәгеләргә яғымлыраҡ, ихласыраҡ булайыҡ. Зарланмайыҡ, шөкөр итәйек. Күркәм сифаттарыбыҙ менән бер-беребеҙҙең тормошон биҙәйек, ярышып-уҙышып хәйерле эштәр башҡарайыҡ. Беҙҙең арабыҙҙа һәр беребеҙҙең йылы ҡарашына, яҡшы һүҙенә, ярҙамыбыҙға, иғтибарыбыҙға, яратыуыбыҙға мохтаждар бик күп. Бәйғәмбәребеҙ, ярҙам итер өсөн зәғифтәрҙе (ауырыуҙарҙы) эҙләп кенә йөрөгөҙ, арағыҙҙа шундайҙар булып тороуы сәбәпле, һеҙгә ярҙам да, йәшәр өсөн ризыҡ та бирелеп тора, тигән. Ул шулай уҡ, әҙәм балаһы саң бөртөгө тиклем йәки унан да кесерәк изгелек ҡылған булһа ла, ул юғалмай; кем дә кем кескәй генә насарлыҡ эшләй икән, ул да онотолмаясаҡ, уның да язаһы буласаҡ, тигән һәм кешеләргә күберәк изгелек эшләргә бойорған. "Изгелектәрҙә, хәйерле эштәрҙә бер-берегеҙ менән уҙышығыҙ, ярышып йәшәгеҙ", - тигән. Әйҙәгеҙ, шулай итәйек, изгелектәр эшләп ярышайыҡ!

Ләйсән СӘЛИХОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.12.20 | Ҡаралған: 457

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru