«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОБАУ ВӘКИЛДӘРЕ ИГЛИНДӘ ОСРАШТЫ
+  - 

Ошо көндәрҙә Иглин районында Ҡобау ырыуы вәкилдәренең ҙур йыйыны үтте. Йыйынға мәртәбәле ҡунаҡтар: Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова, билдәле тарихсылар, ғалимдар, ҡоролтай ағзалары килде.

Билдәле булыуынса, был ырыу вәкилдәренең бер өлөшө Иглин районында булһа, икенсеһе Туймазы һәм Бүздәк райондарында төпләнгән. Башҡалар кеүек үк, Ҡобау ырыуы ла үҙенең арҙаҡлы шәхестәре менән данлы. Шулай ҙа Мәғәфүр Хисмәтуллин менән ҡобауҙар ғына түгел, бар республика хаҡлы ғорурлана. Йырсы, режиссёр һәм педагог, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты 1915 йылдың 23 ғинуарында Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙерге Иглин районы) Яңы Ҡобау ауылында тыуған. Шуға ла ҡунаҡтар өсөн сара тап Мәғәфүр Хисмәтуллиндың бюсына сәскә һалыуҙан башланыуы ла осраҡлы түгел.
Йыйындың төп өлөшөн театрлаштырылған тамаша асты. Пленар ултырышта Эльвира Ринат ҡыҙы башҡорт ырыуҙары хәрәкәтен Башҡорт тарихы йылының иң мөһим ваҡиғаларының береһе, тип билдәләне һәм: "Ырыуҙар съездары башҡорт йәмәғәтселеге өсөн уникаль һәм мөһим ваҡиға булды. Тарихҡа, шәжәрәләргә ҡыҙыҡһыныу бик ҙур. Әле тиҫтәләгән ырыу вәкиле менән осрашыуҙар үткәрелде, уларҙың гербы, гимны раҫланды, ырыу башы һайланды. Күптән түгел яңы һайланған ҡор баштары менән осрашып, хәрәкәттең үҫеш юлдарын билдәләнек. Беҙҙеңсә, йәмәғәт хәрәкәте, Мең башҡорттары йәмәғәт ойошмаһы кеүек, юридик статусҡа эйә булырға тейеш. Был уларға грант программаларында ҡатнашыу мөмкинлеге бирәсәк. Хәҙер ошо йүнәлештә эш алып барабыҙ", - тине, шулай уҡ кеше бер ваҡытта ла үҙенең тарихын, туған телен һаҡлау өсөн шәхси яуаплылыҡ тураһында оноторға тейеш түгеллеген дә иҫкәртте. "Халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм телдәрен һаҡлау мәсьәләләре - ил Президенты контролендә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та тарихи мираҫты һаҡлауға, БР халыҡтарының этномәҙәни үҫешенә ҙур иғтибар бирә. Әммә беҙ һәр беребеҙҙең үткән һәм киләсәк араһын бәйләп тороусы звено булыуыбыҙҙы хәтерҙә тоторға бурыслы. Милли һәм тарихи тамырҙарҙы белеү үҙаңды, берҙәйлекте үҫтерә. Беҙ ололарҙың тәжрибәһенә таянып, үҙебеҙҙекен балаларыбыҙға тапшырабыҙ. Әгәр кеше йәмғиәттә, тарихта үҙ урынын тапмаһа, был киләсәктә ынтылыштарҙың һәм маҡсаттарҙың юҡҡа сығыуына килтерә. Әгәр туған телде өйрәнеүгә ғариза яҙмаһаҡ, ул тик көнкүреш теле булып ҡына ҡаласаҡ, мәктәп программаһынан төшөп ҡалыу хәүефе тыуасаҡ", - ти БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары.
Артабан сығыш яһаусылар ҙа мөһим проблемалар күтәреп, йәнле һәм фәһемле аралашыуға үҙ өлөшөн индерҙе. Ҡобау ырыуы йыйынында ҡатнашыусылар күренекле ырыуҙашының исемен мәңгеләштереү буйынса эштәрҙе дауам итеп, Мәғәфүр Хисмәтуллинға Өфөлә һәйкәл асылырға тейеш, тип иҫәпләй һәм шундай тәҡдим менән сығыш яһай, шулай уҡ данлыҡлы йырсының исемен йөрөткән Балалар сәнғәт мәктәбен төҙөү ҙә көнүҙәк мәсьәлә булып тороуын иҫкә төшөрә. Ҡобау ырыуы башҡорттары ҡорҙа, ырыуыңдың лайыҡлы вәкиле бул, халыҡ именлеге, мәғариф үҫеше, балалар тәрбиәһен даими ҡайғырт, тигән яуаплы бурыс алды үҙ иңенә. Башҡорт үҙаңын һаҡлау, шулай уҡ, шәжәрә байрамдарын үткәреү, сараларға мотлаҡ йәштәрҙе йәлеп итеү тураһында ла һөйләштеләр.
"Ырыуҙар ҡоро артабан да дауам итәсәк, беҙгә барлыҡ башҡорт ырыуҙарынан да тиерлек мөрәжәғәт иттеләр. Башҡорт тарихы йылында уларҙың барыһын да солғап алырбыҙ тип ышанам", - ти Эльвира Айытҡолова.
Башҡорт тарихы йылында ырыуҙар съездарынан тыш, һәр районда, ҡалала үҙҙәренең акциялары, саралары уҙа. Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары, мәҫәлән, район-ара эстафета ойошторған. Был сара үҙенсәлекле мәғрифәт проекты булараҡ популярлыҡ яуланы ла инде. Шулай уҡ урындарҙа арҙаҡлы шәхестәргә, геройҙарға һәйкәлдәр асыла. Халыҡ тыуған яҡ тарихын өйрәнә, Башҡорт Википедияһының конкурстарында ла әүҙем ҡатнаша. Әйткәндәй, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Башҡорт Википедияһы менән берлектә быйыл Башҡорт тарихы йылына бағышланған махсус проектты тормошҡа ашыра. Уның сиктәрендә мартта "Тарихи Башҡортостан топонимикаһы" конкурсы үтһә, 1 июндән "112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары" темаһы буйынса сираттағы конкурс башлана. Шулай уҡ 1 июлдән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн "Исемең матур" конкурсы иғлан ителәсәк. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Наполеон ғәскәренә ҡаршы походтарҙа ҡатнашҡандарҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында "Төньяҡ амурҙары" проекты ла ғәмәлдә.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА
әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.05.21 | Ҡаралған: 406

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru