«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ КЕҮЕК...
+  - 

Рәсәйҙең Ростов далалары, 1941 йылдың йәйе... Окоп ҡаҙып төшөп тә өлгөрмәйбеҙ, артҡа сигенергә команда бирелә: немец урап үткән, ҡамауҙа ҡалыу ҡурҡынысы янай. Беҙҙең командир шәп, подразделениела тәртип һаҡлай, ойошҡан рәүештә сигенеп барабыҙ. Күршеләр барыһын да ташлап ҡасып киткән, немец шулар яғынан һөжүм итә.

Өс ҡалҡыулыҡта урынлаштыҡ, тағы ла окоптар ҡаҙҙыҡ. Беҙ 145 кеше, пехота, туптар юҡ. Бына беҙгә ҡаршы немец мотоциклистары килеп сыҡты, береһе аҡ әләм күтәреп, ҡоралдарҙы һалырға тәҡдим итте һәм яҡын-тирәлә беҙ генә һаман ҡаршылыҡ күрһәтеп торабыҙ, тине. Командир кире ҡаҡты. Быға яуап итеп, немец самолеттары 15 минут тирәһеләй беҙҙе ҡаты ут аҫтына тотто, шунан файҙаланып, ҡалҡыулығыбыҙҙы ла ҡамап алдылар һәм миномет, пулеметтарҙан беҙҙе сүпләй башланылар. Бер нисә атакаға ҡаршы торғандан һуң, 75 кенә кеше ҡалдыҡ. Ҡаты яраланған командир иртәнсәк йән бирҙе. Һыу ҙа, аҙыҡ та, команда бирер кеше лә юҡ, рядовой һалдаттар ғына арабыҙҙа... Шул саҡ немец беҙҙең ниндәйҙер бер әсир һалдат менән йәнәшә баҫып, аҡ әләм күтәреп сыҡты. Баҡтиһәң, күрше подразделениеның командиры икән, тағы ла беҙҙе ҡорал һалырға өгөтләйҙәр: "Нишләп һеҙ коммунистар өсөн һуғышып йөрөйһөгөҙ? Ил һеҙҙе онотто, ярҙам булмаясаҡ. Ә һеҙҙең ғаиләләрегеҙ, балаларығыҙ бар. Бөтәгеҙҙе лә өйҙәрегеҙгә ҡайтарабыҙ". Шул мәлдә беҙ көсһөҙлөк күрһәттек, әлбиттә. Ғаиләләребеҙҙе иҫләп, әсир төшөргә ҡарар итеп, винтовкаларҙы ергә ташлап, аҫҡа, немецтар эргәһенә киттек. Немецтар беҙгә йыйылып торор урын күрһәттеләр ҙә, үҙҙәре ҡалҡыулыҡҡа беҙҙән ҡалған ҡоралдарҙы йыйырға йүнәлде һәм шул минутта бер кем дә көтмәгән хәл булды - атыш!
Бөтәһе лә баш һалырға ҡарар итмәгән булған икән, арабыҙҙан өс боец көн дауамында алышты һәм немец тик кисен генә уларҙы ҡулға алды. Уларҙы килтереп һалдылар. Өс яҡташ - башҡорттар, ҡаты яраланған, гранаталар тауышынан ҡолаҡтары тонған, аяҡтарында ла баҫып тора алмайҙар. Уларҙың береһе беҙгә ҡарап: "Ватанды улай һаҡламайҙар, нишләп әсир төштөгөҙ? Барыһы ла шулай итһә, балаларҙы, ҡатындарҙы кем яҡлар?" - тип ҡысҡырып ебәрҙе. Немецтар уларға ярҙам күрһәтеүҙе тыйҙы, барыһы ла бер сәғәттән йән бирҙе. Аҙаҡ концлагерҙар башланды, ҡолдар кеүек эшләй һәм үлә инек. Теге саҡта башҡорттар кеүек вафат булһаҡ икән!..
Мин иҫән ҡалдым һәм Еңеү көнөндә ошо башҡорттарҙы хәтерләп илайым, уларҙың исемдәрен дә белмәйем, ғаиләләре көтөп ала алманы инде, тип уйлайым. Шундай кешеләр арҡаһында ғына еңдек беҙ, улар ысын ирҙәрсә һәләк булды. Уларҙың Ватаны алыҫ тылда ятһа ла, өйҙәре һәм ғаиләләренә арҡа терәп торғандай алыштылар. Бөгөн телевизорҙан уларҙың нәҫелдәренең Ҡуштау өсөн көрәшеүен күреп, ошо тарихты ейәндәремә һөйләнем. Башҡорттар, һеҙҙе хөрмәт итәм, һеҙ ысын яугирҙар милләте!

И.В. Коваленко.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.05.21 | Ҡаралған: 675

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru