«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАҠМАР ҺЫУЫ АҒА ҠИБЛА ТАБАН…
+  - 

Кешелек тарихында тәүге дәүләттәр, ҡала, ауыл ҡайҙа ғына барлыҡҡа килмәһен, улар һыу (йылға-күл) янында урынлашыр булған. Нил, Тигр һәм Евфрат буйҙарында - Мысыр дәүләтенең, Һинд һәм Ганг буйҙарында шулай уҡ боронғо дәүләттәрҙең, йә булмаһа, Ҡама йылғаһы буйында Бөйөк Болғар иленең барлыҡҡа килеүе ошо тарихи фаразға асыҡ миҫал.

Башҡорт иленең дә барлыҡҡа килеүе һәм төрлө ырыуҙарҙың берҙәм халыҡ булып ойошоуы ла йылға-күлдәргә бәйле. Һүҙемде Көньяҡ Урал төбәгенең йөҙөк ҡашы булған Һаҡмар йылғаһынан башлағым килә. Ысынлап та, йырҙарҙа данланған гүзәл Һаҡмар йылғаһын республикабыҙҙа белмәгән кеше юҡтыр. Шулай ҙа йылғаның атамаһы тураһында тәғәйен генә аңлатма юҡ. Атаманың бер вариантында башҡорт казактарының Һаҡмар йылғаһы буйлап һаҡ (сик һаҡлау) хеҙмәте үтәгән ваҡытта бер-береһенә "Һаҡ бар!" тип шартлы тауыш биреүенән килеп сыҡҡан тигән фараз бар. Дон казактарының да ошондай мәғәнәләге "Нечай!" тип һөрәнләүҙәренә шаһитмын. Әйткәндәй, беҙҙең төбәктә аҡҡан Сырҙан йылғаһын казак олатайҙар Урта Азия походынан һуң Һыръдарья (Сырдаръя) йылғаһы хөрмәтенә ҡушыуҙарын атап үткем килә.
Ошоларҙан сығып, Һаҡмар атамаһын өлөштәргә бүлеп тикшерһәк, һаҡ (һаҡсы), ар (ир) аңлатмаһы килеп сыға. Мәҡәләмдең төп мәғәнәһенән ситкә китеп, башҡорттарҙың ут күршеләре булған болғар халҡын миҫалға килтерәм. Татарстандың Нурлат ҡалаһында йәшәгән Яҡуп бажам үҙен һәр ваҡыт татар тип түгел, ә болғар тип таныта. IХ-ХIII быуаттарҙа Ҡаманың Волгаға ҡушылған урынында ҡеүәтле Болғар дәүләте булыуын һәр кем беләлер. Монгол яуына тиклем Болғар, Сеүәр, Биләр ҡалаларының таш түшәлгән урамдары, фонтандар бәреп торған майҙандары булыуы илселәрҙе, сауҙагәрҙәрҙе үҙенә йәлеп итеп торған. Урындағы болғар халҡының төп шөғөлө йылға сауҙаһы булған, халыҡтың атамаһы болға (һыу), ар (ир) һыу кешеләре, йәғни һыу буйлап сауҙа итеүсе кеше (сауҙагәр) атамаһын аңлата. Хәҙер ҙә бит болғаҡ, болғансыҡ тип һыуға ҡарата сағыштырыу ҡулланабыҙ. Волга борондан Болға тип аталған. Сауҙагәр - сыуҙа (һыуҙа) һатыу итеүсе ар-ир атамаһын булдырған. Сауҙа итеү өсөн иҫәп-хисап белеме талап ителгән, был йәһәттән болғарҙар мәҙәниәте беренсел урында торған. Бына ни өсөн башҡорт әкиәттәре геройы булып - батырҙар, ә болғар-татар әкиәттәрендә шайтан-шүрәлене лә төп башына ултыртыусы хәйләкәр һәм аҡыллы герой (болғар) образдарын күрергә була.
Һаҡмар атамаһының киләһе вариантында, ул йылға ярҙарының үтә лә текә, кисеүҙәре аҙ булыуы сәбәпле, һаҡ атларға, һаҡ барырға киҫәтеүҙән килеп сыҡҡан, тигән фараз бар.
Башҡорт ерҙәрендә заводтар төҙөлөп, ҡара төтөн бөркә башлау менән, ҙур йылғалар менән бер рәттән, кесерәк йылғалар ҙа һал ағыҙыу хеҙмәтен үтәгән. Ауыл ҡарттары элегерәк, Өмөтбайҙа йылға ике мәртәбә таша, тәүгеһе - ҡар ирегәс, икенсеһе - Урал һыуы төшкәс, тиерҙәр ине. "Урал һыуы" тип ауылға сиктәш Бөрйән ҡарурмандарының ҡар һыуын күҙ уңында тотҡандарҙыр инде, хәҙер ҙә бит "Урманда ике тапҡыр ямғыр яуа" тигән әйтем бар. Билал ауылынан Мөбәрәк ҡайнымдың йәш егет сағында һал ағыҙыу эшендә булғандарын һөйләүен ҡыҙыҡһынып тыңлай торғайным: ҡыш буйы ағас ҡырҡып, уларҙы һыубаҫар туғайҙарға тартып, һал итеп бәйләйҙәр ҙә, яҙ етеп, һыу ҡайтҡас (һыу ҡайта, һыу китә, тип, уны тере йәнгә һанап йылға менән һөйләшеү борондан килә), болон-туғайҙар һыу менән тулып, һалдарҙы ҡуҙғатып ебәрә торған булған икән. Ололар һал ҡыуғынсыларын билдәләй, ҡыуғынсылар һал өҫтөнә бесән тейәлгән арбаһы менән аттарҙы мендереп урынлаштыра, аҙыҡ-түлек, йоҡлар өсөн лапаҫтар эшләп, Ырымбур тарафтарына хәүефле юлға сыға… Бәлки, ҡыуғынсыларға ла "Һаҡ бар!" тип һөрәнләүҙәре йылға атамаһын тыуҙырғандыр?..
Ә шәхсән эҙләнеү-тикшереүгә килгәндә, йылғаның атамаһы быуаттар төпкөлөнән - алмисаҡтан киләлер тип уйлайым. Был турала Урал батыр эпосы ла һөйләй. Унда:
"Яйыҡ, Нөгөш, Һаҡмарҙар,
Яңы йылға эҙләгән",- тиелә.
Һаҡмар батыр ағаларына эйәреп, ҡаяташҡа үҙенең ҡоралы - һуҡмары (суҡмар) менән һуҡҡандан һуң, һыу бәреп сығып, йылға булып ағып китә. Суҡмар һүҙе тора-бара Һаҡмар атамаһына әүерелгән, тип фараз итһәк, дөрөҫ булыр тип уйлайым, сөнки суҡмар боронғо замандарҙа киң таралған ҡорал булған. Урал батырҙың оло улы Яйыҡ батыр атаһының ҡылысын мираҫҡа алһа, ә кесе туғандары суҡмар менән ҡоралланған булғандыр. Мифология донъяһында киң таралған халыҡ легендаларында ла тере һыу эҙләү һәм табыу кеүек эпизодтар йыш осрай.
Һаҡмар йылғаһының инеше бәләкәй генә шишмәнән башлана, әбйәлилдәр ошо инешкә торба һалып ҡуйған, һыуы сылтырлап ҡына ағып ята. Уҡыусыларым менән инештән услап һыу уртлаған саҡта бала саҡтан таныш тәм - Һаҡмар һыуы тәмен тойҙом. Һаҡмар буйында тыуып үҫкән һәр кемгә танһыҡ был тәмде онотмаһындар өсөн, бигерәк тә балалар хәтерендә ҡалдырыр өсөн бөгөнгө көндәрҙә лә Һаҡмар буйы ауылдары халҡы, яҙғы һары һыу төшкәнсе мәкенән сәйгә һыу алып ҡайта - был быуындар күсәгилешлегенә асыҡ миҫал. Кеше генә түгел, был төбәктә оя ҡороп, бала баҫҡан аҡҡоштар ҙа Һаҡмар боҙон тәмләп ҡалырға иртә яҙҙа ашҡынып ҡайта…
Шулай итеп, Урал батыр эпосына таянып, Һаҡмар йылғаһы атамаһы ла башҡорт этнонимын формалаштырыуҙа мөһим роль уйнаған тәбиғәт бүләге тип ҡабул ителергә тейештер.

Айҙар МӘЖИТОВ,
"Темәс" Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе,
БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

"Киске Өфө" гәзите, №29, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.07.22 | Ҡаралған: 267

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru