«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАТЛЫ КҮСТӘНӘСТӘРҘЕҢ ӘСЕ ҺӨҘӨМТӘҺЕН БЕЛӘЙЕК
+  - 


Яңы йылды өй-урамдарҙы биҙәп, матур кейемдәр кейеп, изге теләктәр теләп ҡаршы алабыҙ, бөтөн хәсрәттәрҙе, борсолоуҙарҙы иҫке йылда ҡалдырырға тырышабыҙ. Яңы йыл - балаларҙың да иң көтөп алған байрамы. Улар байрамдың төп персонажы - Ҡыш бабайҙы тоҡ-тоҡ тәмле күстәнәстәре өсөн дә ярата. Биҙәлгән шыршы аҫтынан табып алынған, балалар баҡсаһында Ҡыш бабай таратҡан, беҙ эштән алып ҡайтып биргән һәм башҡа төрлө мөғжизәле ысулдар менән балаларға килеп эләккән кәнфиттәр, печеньелар, мармеладтар ҡыуаныс тыуҙыра ла ул, тик баланың сәләмәтлегенә зыян итмәһен ине, тигән ниәттән яҙам был юлдарҙы.

Ысынлап та, был көндәрҙә беҙ, ололар, контролде юғалтабыҙ. Балаларҙы ҡыуандырғыбыҙ килә, хатта уның күпме тәмле ризыҡ ашағанын тикшерергә лә онотабыҙ. Өс йыл элек ғинуар аҙағында Яңы йыл бүләктәрен самаһыҙ ашап, тәндәрен эре таптар ҡаплаған малай һәм ҡыҙҙың ата-әсәһе мөрәжәғәт иткәйне. Төрлө анализдар тапшыралар, табиптар баш ҡына сайҡай - сирҙең сәбәбе билдәһеҙ. Ике осраҡта ла күп кимәлдә татлы бүләктәр ашалыуы асыҡланды. Уларҙы организм тиҙ арала эшкәртеп, синтезлап, бауыр аша организмға зыян һалмаҫлыҡ итеп таҙартып бөтөрә алмай. Хәҙерге ваҡытта синтетик тәмләткестәрҙең кәнфит-печеньеларҙа күп икәнен иҫәпкә алып, был осраҡта баланың тәненә ғәләмәт күп дәрәжәлә яһалма тәм, төҫ һ.б биреүсе замана ғәләмәттәре ингәнен аңларға була. Ә улар ҡан юлдары, лимфалар, капиллярҙар аша ҡайҙа китә? Тәнгә! Сөнки эсәктәр аша ғына тышҡа сығып бөтә алмайҙар. Бауырға ла көсөргәнеш ҙур. Шулай итеп, ошо ғәләмәттәр тәндең теләһә ҡайһы ерендә "сәскә ата" башлай. Был тәмле ризыҡтар янына балаларҙы һыйлау өсөн магазин сөпрәһендә ҡабартып-күпертеп бешергән бәлеш, пирожкиларҙы ла ҡушһаҡ, беҙ балаларға күберәк ағыу ашатҡан булып сығабыҙ. Бала йоҡлай алмай, ҡысына. Ә был тәмле ризыҡтар зыянлы бактерияларға, бәшмәктәргә, паразиттарға файҙалы ризыҡ икәнен иҫкә төшөрәйек, улар үрсей һәм баланы бик ныҡ борсой башлай.
Ошо ерҙә ни өсөн Яңы йыл байрамдары үтеп, бер-ике аҙна уҡып өлгөрмәйҙәр, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаһында балалар киҙеү менән күпләп ауырый башлай, тигән һорауға ла яуап табып була. Киҙеү ҡайҙан килеп сыға һуң? Ни эшләп рәхәтләнеп ял итеп, сәләмәтлеген нығытып килгән балалар белем алыу урынына өйҙә карантинда ултырырға мәжбүр, тип уйланайыҡ әле. Урамда вирус түгел, бер микроб та тере ҡалмаҫлыҡ зәһәр һыуыҡ ваҡыт, ә балалар карантинда?
Кемдер минең фекер менән риза булмаҫ. Был бары тик минең күҙәтеүҙәремдән сығып яһаған һығымтам. Әммә ошо хәлгә балаларҙы беҙ үҙебеҙ еткерәбеҙ, үҙебеҙҙең тир түгеп тапҡан аҡсаға һатып алабыҙ. Вирустарҙың үрсей торған инкубацион ваҡытын иҫкә алһаҡ, нәҡ бер-ике аҙнанан улар организмды ҡыйрата ла башлай. Үрсегән бактериялар, бәшмәктәр, вирустар ҡаҡырыҡ булып, ауыҙҙан сыға, танауҙан аға. Шунан китә инде антибиотиктар эсеү, уколдар ҡаҙау. Улары инде дисбактериозды булдыра. Шунан дарыуханаларҙан дарыуҙар алып эсә башлайбыҙ. Хроник ауырыуҙар исемлеге арта, аллергия, хатта диабет һәм тағын да ҡурҡыныс сирҙәргә юл асыла. Балаларҙа ҡайҙан яман шеш сире тип аптырап торорға ла түгел!
Балаларҙан да ҡәҙерлеһе юҡ Ер йөҙөндә, Яңы йыл бүләктәре алынған, аҡса түгелгән, туйғансы ашаһындар, тийәсәк күптәр. Эйе, балалар шатланһын һәм сәләмәт булһын тигән теләктә ҡалам мин дә. Тик, әйҙәгеҙ әле, ошо Яңы йыл күстәнәстәрен тәнгә зыян һалмаҫлыҡ итеп ашап буламы, тигән һорауға яуап эҙләйек. Тәмле ашарға яратһаҡ, уларҙың бөтөн зыянлы бактерияларға, вирустарға, бәшмәктәргә ризыҡ булыуын, уларҙың үҫешенә этәргес булыусы лайланы күбәйтеүен фән дәлилләгән икәнен беләйек. Ышанмаған кеше интернеттан уҡый ала. Мин инде ошондай бактерия, паразит, бәшмәк, вирустарға көн дә ҡаршы көрәш алып барырға кәрәклеге тураһында күп яҙҙым. Тимәк, тәм-томдо контролһеҙ ашауға рөхсәт бирмәйек. Икенсенән, кәнфиттәр янына магазин сүпрәһендә бешкән ҡамыр ризыҡтарын ҡуймайыҡ. Сөсө ҡамырҙан да тәмле итеп бешереү ысулдары бар. Синтетик сүпрә ныҡ зыянлы! Өсөнсөнән, һәр көн иртәнсәк балалар ҙа, үҙегеҙ ҙә сей сөгөлдөр һәм кишерҙе ваҡ ҡырғыстан үкәреп, салат ашағыҙ. Ул эсәктәрҙәге кисә ашаған бөтөн тәм-томдың сереп ятҡан ҡалдыҡтарын һепереп сығара һәм организмды ағыуларға форсат бирмәй. Салатҡа үҙегеҙ теләгән үҫемлек майы һалығыҙ, бигерәк тә кунжут майы өҫтә һаналып киткән зыянлы нәмәләргә ҡаршы көскә эйә. Шулай уҡ көн дауамында бешмәгән йәшелсәләрҙән салат яһап ашау зарур, ул эс ҡатыуҙы булдырмай, тәнгә кәрәкле витаминдар бирә. Үҙебеҙҙең тыуған еребеҙҙең файҙалы ризыҡтарын күберәк ашатырға тырышығыҙ - ҡорот, ҡатыҡ, ҡымыҙ, кипкән еләк-емеш, бал.
Был көндәрҙә бауырға ауырлыҡ ныҡ килә. Шуның өсөн иртәнсәк йоҡонан торғас бауырға ярҙам итеү процедураларын индерәбеҙ. Балаларға һыуға йә лимон һығып, йә кистән ҡайнатып ҡуйып әҙерләгән һоло һыуын, йә һарымһаҡ туралған һыу, бик булмаһа, ябай йылы һыу эсерегеҙ. Беренсенән, ашҡаҙанды йыуып ебәрәбеҙ, икенсенән, лимфаларға таҙа һыу бирәбеҙ, бауырға эшләп китергә лә еңел буласаҡ.
Тәм-томдо көндөҙгө өскә хәтле ашарға рөхсәт итегеҙ. Ул осраҡта төнгөлөккә тәнгә зыян итә торған нәмәләргә ризыҡ әҙ ҡала, йә бөтөнләй булмай.
Йоҡлар алдынан ҙурыраҡ балаларға ярты стаканға 10-15 бөтнөк сәскәһен йәки шул сама үләнен төнәтеп эсерегеҙ. Төнө буйына ул балаларҙың эсендә зыянлы лайланы кәметеп, киптереп, өҫтә яҙып киткән зыянлы нәмәләргә үрсергә бирмәйәсәк. Ошо урында яҙыуҙы туҡтатырға ла була. Сөнки һәр кемдең үҙенең дә башы бар, тәмлене балаға зыян итмәҫлек итеп ашатыусыларҙы ла күрәм, уның урынына уйынсыҡ алыусылар ҙа күберәк. Ҡыш бабай кәнфит алып килә, тигәнде бит баланың уйына үҙегеҙ һеңдерәһегеҙ, ошоно ла онотмағыҙ. Өҫтәлдәргә килеп ҡунаҡлаған ризыҡтарыбыҙ тәнгә - дауа, йәнгә сихәт булһын тигән теләктә ҡалам. Яңы йыл менән!

Зәүхиә НИЗАМИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №52, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.22 | Ҡаралған: 226

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru