«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮҘ ЙӘШТӘРЕ АША ЙЫЛМАЙЫУ
+  - 

Был донъяла иң ҡыҙығы - кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтелер. Бигерәк тә, ирҙәр менән ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ҡапма-ҡаршы енестәрҙең, үҙ-ара һыйышып (бәлки, һыйышмай) йәшәүе мауыҡтырғыс тамаша. Ғаилә ҡороп, юридик яҡтан ир менән ҡатын статусында йәшәүселәрҙең үҙ-ара мөғәмәләһе иһә тағы ла ҡыҙығыраҡ - күпме ғаилә, шунса тормош, шунса спектакль - комедияһы ла, драмаһы ла, ҡыҙғанысҡа, трагедияһы ла бар. Үҙенең алтын балыҡ тураһындағы әкиәтендә бөйөк Пушкин бынан ике быуат элек үк ир менән ҡатын араһында иң йыш осраған хәлде бик тәфсирләп аңлатҡан. Ҡатын-ҡыҙға ни кәрәк: баш өҫтөндә ышыҡлар ҡыйығы, һыйындырыр йылы мөйөшө булһа, етә. Әммә оҙаҡҡа түгел: бер ҡатлыһы булһа, ике ҡатлыһынан баш тартмаҫ, алтын һарайҙа йәшәһә лә эсен тишмәҫ. Ә ир кеше? Ул - табыусы, балыҡ тотоусы. Тик алтын балыҡ һәр ирҙең ауына эләкмәй шул...

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында Наил Ғәйетбайҙың "Һинән - фатир, минән - ир" комедияһын ҡарағандар, әлеге лә баяғы, ир менән ҡатын булып, ғаилә ҡороп йәшәүселәрҙең мауыҡтырғыс мөнәсәбәттәренә шаһит булдылар, сәхнәләге образдарҙың ҡыланыштарына һындары ҡатып көлдөләр, ҡаһы бер күренештәрҙә үҙҙәрен таныусылар ҙа булғандыр - пьесалар күктән төшмәй бит.
Премьера Халыҡ-ара театр көнөндә сәхнәгә аяҡ баҫты - был да үҙенә күрә символик әһәмиәткә эйә. Етмәһә, ул театрҙың баш режиссеры Денис Нурғәлиндың яңы вазифаһында эшләй башлағас ҡуйған тәүге спектакле. Конфуций әйтмешләй, осраҡлыҡтар осраҡлы түгел, тигәндәй, был кистә йондоҙҙар сағыуыраҡ балҡығандай тойолдо. Комедияның йөкмәткеһе үтә лә ябай һымаҡ. Күрше ике бүлмәлә ике ғаилә йәшәй. Икеһе лә кеше тупһаһында. Бер ғаилә, хужабикә эшендә ҡыҫҡартыуға эләккәнлектән, бүлмәне бушатырға тейеш. Күрше ғаиләнең дә хәлдәре шәптән түгел, апайы кире үҙ бүлмәһенә ҡайтҡанлыҡтан, улар шулай уҡ йәшәгән урындарынан ҡайҙалыр күсенергә тейештәр. Ни эшләргә, ҡайҙа барырға, артабан нисек көн күрергә? Ирҙәр, баш өҫтөндә ҡыйыҡ булдырырға яуаплылар, ни уйлай? Ғүмер буйы кеше тупһаһында йәшәп булмай ҙа баһа!
Күрше ике ҡатын мөшкөлләнгән хәлдәрен нисек яҡшыртыу тураһында баш вата. Баҡтиһәң, ҡалала фатирлы ла, аҡсалы ла ҡатындар бар икән дә! Һәйбәт йәшәрҙәй шарттары ла бар, тик уларының ирҙәре генә юҡ! Баяғы мөшкөл хәлдәге ҡатындарҙың береһе үҙенең үлеп ҡалыуы тураһында ялған хәбәр тарата. Был хәбәрҙе ишетеү менән байбисәләр тол ҡалған ирҙе үҙҙәренә ҡаратыу өсөн килеп тә етәләр. Сәхнәләге ваҡиғалар ҡуйырғандан-ҡуйыра барып, торлаҡһыҙ ике күрше ҡатын, фатир хаҡына, ирҙәрен һатырға риза була. Ирҙәр ҙә алйот түгел, һатылыу иҫәбенә бер юлы ике ҡатын менән йәшәү планын төҙөйҙәр. Һәм... спектаклдең иң ҡыҙыҡ мәлендә әле генә эсте тырнай-тырнай көлөп ҡарап ултырған ваҡиғалар төп геройҙың төшө генә икәне беленә. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та... Бөгөнгө көндә иң көнүҙәк проблемаларҙың береһе - торлаҡ мәсьәләһе - спектаклдә хәл ителмәй ҡала.
Тамашасылар спектаклде аңлап, бик йылы ҡабул итте. Алдан һөйләшкәндәй, тамаша барышында бер юлы ҡул сабыуҙар, залды яңғыратҡан дәррәү көлөү тауыштары быға асыҡ дәлил. Тимәк, авторҙың әйтергә теләгәнен режиссер халыҡҡа сайпылтмайынса алып барып еткерә алды. Әйткәндәй, Денис Сәлим улы пьесаға заман һулышы өргән, гротеск алымдары ҡулланып, ирҙәр менән ҡатындар араһындағы мөнәсәбәтте тоҙло-боросло сатира кимәленә еткергән. Актерҙарҙың оҫта уйынына арбалып, ваҡиғалар сылбыры башындағы торлаҡ мәсьәләһе онотолоп та китә хатта. Әммә Ҡол-Дәүләттең шиғырындағы һымаҡ, "Алданыуҙар алдан йөрөй икән, айнығыуҙар килә һуңынан..." икәнен дә онотмайыҡ. Спектаклде ҡарағандар һис юҡта барыбер ҙә уйланыр. Уйланыр, әммә һеләгәйен ағыҙып илап ултырмаҫ. Беҙ, рәсәйлеләр, шундай халыҡбыҙ: иң ауыр мәлдә лә ваҡиғаларға күҙ йәштәре аша йылмайып ҡарай беләбеҙ. Ошондай уйҙар тыуҙы премьераны ҡарағандан һуң.

Радик ӨМӨТҠУЖИН.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.04.23 | Ҡаралған: 140

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru