«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

КӘШӘНӘЛӘРҘӘ ҮҪКӘН МҮК
+  - 

Санкт-Петербург университетының ғалим-лихенологтары (мүктәрҙе өйрәнеүсе белгестәр), йәй айҙарында Башҡортостанға экспедицияға килеп, Турахан һәм Хөсәйенбәк кәшәнәләрендә үҫкән мүктәрҙе (лишайниктарҙы) өйрәнде.

СПбДУ сайтында уларҙың тикшеренеүе һөҙөмтәләре урта быуат ҡомартҡыларын әүәлге хәленә ҡайтарыу мөмкинлеген бирәсәк, тигән мәғлүмәт бирелде. Тикшеренеү эштәре Башҡортостанда Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейын төҙөү сиктәрендә башҡарылды. Ғалимдар экспедиция барышында кәшәнәләрҙә үҫкән мүктәрҙең төрҙәрен билдәләүҙән башҡа уларҙың тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән мөһим булыу-булмауына ла баһа бирҙе. Анализлау өсөн кәшәнәләрҙең 30 урынынан мүктәр алынды, архитектура ҡомарҡыларына зыян килтермәҫлек алымдар ҡулланылды.
Экспедиция материалдары нигеҙендә ғалимдар урта быуаттар ҡомартҡыларында иң йыш осрай торған мүктәрҙең сығыш һәм төр составтарын билдәләне. Улар төрлө составлы карбонат таштарында үҫеүсе типик үҫемлектәр, араларында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән төрҙәре юҡ. СПбДУ-ның ботаника кафедраһы уҡытыусыһы Дмитрий Гимельбрант кәшәнә стеналарында реставрация үткәрелгән хәлдә уларҙы мүктәрҙән бер ниндәй зыянһыҙ таҙартып булыуы хаҡында белдерҙе. Ул саҡта кәшәнәләрҙең тарихи тышҡы күренешен тергеҙеп буласаҡ. Башҡортостандан алып ҡайтылған мүк өлгөләре СПбДУ-ның биология факультетының ботаника кафедраһы һәм РФА-ның В.Л. Комаров исемендәге Ботаника институтының лихенология һәм бриология лабораторияһы гербарийҙарына тапшырылды.

"Киске Өфө" гәзите, №41, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.10.23 | Ҡаралған: 580

Киске Өфө
 
Һәр көн - ул бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныу - ул бәләкәй генә йәшлек; һәр көн йоҡларға ятыу - ул бәләкәй генә үлем.

(А. Шопенгауэр).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru