«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛА ӨСӨН БАШЛАНҒЫС ХӘРБИ ӘҘЕРЛЕК ДӘРЕСТӘРЕ МӨҺИМ
+  - 


Халҡыбыҙҙың телдән-телгә күсеп килгән бик боронғо "Урал" йырын мин бала сағымдан ишетеп үҫтем. Атайым Төхфәтулла Шаһишәриф улы (мәрхүм) был йырҙы әҫәрләнеп, моңло итеп йырлай торғайны. Йәйҙең йәмле көндәрендә бесәнгә китеп, йә ҡырҙан ҡайтып барышлай, тирә-яҡты яңғыратып, көслө, матур тауыш менән һуҙып ебәрә: "Күгәреп тә ятҡан Урал тауы - атай-олатайҙарҙың төйәге. Илен-ерен һаҡлап ҡорбан булған, шунда ята батырҙар һөйәге…"

"Урал" йырын тигенгә генә иҫкә алманым: һәр кемгә тыуған төйәге ҡәҙерле, ә һәр ҡәҙерле нәмә мотлаҡ һаҡлаулы булырға тейеш. Беҙгә сит ерҙең бер генә киҫәге лә кәрәкмәй, әммә гүзәлдәрҙән гүзәл ошо илебеҙгә яттар һонолмаһын өсөн ир-егеттәребеҙ һәр саҡ уяу, һәр йәһәттән һәләтле, белдекле булырға тейеш.
Эйе, тыуып үҫкән ере хаҡында уйланмаған кеше бармы икән был донъяла? Ер йөҙөндә йәшәгән һәр ҡәүемдең тыуған иле, дине, һөйләшкән теле, үҙенә генә хас булған тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре бар, һәр кемгә ана шул ҡиммәттәре яҡындыр. Ситтәр килеп иленә ҡул һуҙһа, һәр халыҡтың ғәзиз ерен яҡлауға күтәрелеүе - тәбиғи. Оло кешеләр яҡшы хәтерләй: СССР дәүерендә бар милләт вәкиле үҙен "совет кешеһе" тип һананы. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, күп милләтле халҡыбыҙ дәррәү ҡалҡып, бөтә Европаны һис ҡаршылыҡһыҙ баҫып алып килгән немец фашистарының "еңелмәҫ" армадаһын ҡыйратты. Шул яуҙа Башҡортостаныбыҙҙың да иң алдынғы сафта булыуы беҙҙә һәр саҡ ғорурлыҡ тойғоһо уята ине. Борон-борондан Рәсәй именлеген дошмандарҙан һаҡлауҙа танылған беҙҙең ата-бабаларыбыҙ. Яугир халыҡ булып даны сыҡҡан башҡорттарға айырым кавалерия дивизияһы төҙөү буйынса юғары командованиеның бойороғо сығыуы ла тигенгә түгелдер. Шундай айырым милли ғәскәр башҡа тағы ла ниндәйҙер төбәктә ойошторолоуы хаҡында ишеткәнем юҡ. Һикһәнгә яҡын Советтар Союзы геройы биргән был данлыҡлы хәрби часть, уның тәүге командиры - ҡаһарман генерал Миңлеғәле Шайморатов хаҡында бөтә Рәсәй белә (был юғары исемгә бөтә Башҡортостандан 300-гә яҡын кеше лайыҡ була)…
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланып, күп тә тормай, Корея, һикһәненсе йылдарҙа - Афған, унан беренсе, икенсе Кавказ ваҡиғалары ир-егеттәребеҙҙе һәр саҡ "быуындарҙы ҡаты тоторға" көйләп килде. Ҡоралдары фәҡәт беҙҙең илебеҙгә ҡаршы тоҫҡалған НАТО дәүләттәре менән һуғыш-маҙар сыға ҡалһа, халҡыбыҙҙың һәр саҡ тышҡы дошмандарға ҡаршы сығырға әҙер тороу зарурлығы, "дарыны ҡоро көйөнсә тотоу" кәрәклеге тураһында йыш ҡына һүҙ алып барыла. Әле булһа донъялар төрлөсә үҙгәреп, унда-бында "ҡыҙыу нөктәләр" барлыҡҡа килеп тора.
Ошо хаҡта уйлана башлау менән үҙебеҙҙең ҡасандыр яратҡан ана шул Советтар Союзы дәүере тағы һәм тағы күҙ алдына килә. Ул осорҙар мәктәп балаларында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү иң беренсе планда тора ине. СССР Конституцияһында "Ватанды һаҡлау - һәр Совет гражданинының почетлы бурысы!" тигән статьяһы булды. Хәрби әҙерлек мәктәбе (Начальная военная подготовка) тип аталған дәрескә ныҡ ҡына баҫым яһалды. Һуңғы осорҙар ана шул предметҡа ҡараш һүлпәнәйеүе, күпмелер ваҡытҡа уның иғтибарһыҙ ҡалыуы хаҡында ишеткеләй башлағас, әлбиттә, бер аҙ борсола инем, әммә бөгөн был дәрестәрҙең ҡабаттан "терелеүе" тураһында ишетеп, кәйефләндем, йәш сағыма әйләнеп ҡайтҡандай булдым. Үҙем, сирек быуат дауамында "мундир" кейеп йөрөүемә ҡарамаҫтан, хәрби кейем һис кенә лә ялҡытмаған. Бала сағымдан һалдат булырға хыялланып үҫкән малай булараҡ, бөгөнгө мәктәптәрҙә кадет кластары асылыуына шатмын. Ундағы ялтлап торған ҡыҙыл, күк погонлы хәрби кителдәге йә башҡорт "кәзәкейе" стилендә тегелгән костюмдағы малайҙарҙы күреп, оло ҡәнәғәтлек кисерәм, сираттағы мәртәбә бала саҡ хәтирәләренә төшөп китәм.
Эйе, илһөйәрлек тойғоһо, хәрби хеҙмәткә ыңғай ҡараш, әлбиттә, малай сағыбыҙҙан уҡ күңелебеҙгә һалынырға тейеш. Беҙҙең Баймаҡ интернат-мәктәбендә был дәрескә ныҡ ҡына иғтибар бирелде. Ҡыҙҙарҙы белмәйем, әммә малай халҡы өсөн был, моғайын, иң ҡыҙыҡлы предмет булғандыр. Запастағы өлкән сержант Ҡунаҡбаев Рәүил, кесе лейтенант Ҡашҡаров Ғәзизйән ағайҙарҙың (улар хәҙер мәрхүмдәр инде) үткәргән дәрестәре бөгөнгөләй күҙ алдымда. Үҙҙәренең хеҙмәт иткән мәлдәрендә кисергән мажараларҙы, төрлө хәлдәрҙе миҫал итеп килтереп һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңлай инек. Хәрби устав ҡағиҙәләрен күңел биреп өйрәндек, автомат тиреп, уны таҙартып майлау, ҡабаттан йыйыу ҙа беҙҙең өсөн ифрат ҡыҙыҡ шөғөл булды. Ә инде дәрестән һуң бәләкәй калибрлы винтовканан - ысын мылтыҡтан атыу өсөн ҡырға сығырға ашҡынабыҙ. Ҡайһы бер шуҡ малайҙар, ҡыҙығыраҡ булһын өсөн, һорауын ике мәғәнәлерәк итеп төҙөп: "Рауил ағай, беҙҙе атырға алып бараһығыҙмы?" - тип, өлкән сержантты көлдөрөп ала. Ҡаланан өс-дүрт саҡрым ситтәрәк ятҡан Таналыҡ буйына киләбеҙ. (Кеше йә хайуан-маҙарға хәүеф тыуҙырмаҫ өсөн, атыш майҙаны бар тирә-яҡҡа асыҡ күренеп торорға тейешле. Шуға күрә, был занятиеларҙы ҡыш үткәрә инеләр. Әлеге винтовканың пуляһы бер километрҙан алыҫыраҡҡа оса…) Сәпкә тырыша-тырыша атып, ярайһы ғына очколар йыйып ҡайтабыҙ. Ә йәй башланғас та бөтә район мәктәптәренән туғыҙынсы синыфты тамамлаған малайҙарҙы Ирәндек итәгенә хәрби лагерға йыялар. Пинжәктәргә погондар, еңдәргә "юнармеец" шевроны таҡҡан үҫмерҙәрҙән торған ҙур ғына (бер полк самаһы булыр) "ғәскәр" барлыҡҡа килә. Беҙҙең етәкселәребеҙ - әлеге военрук ағайҙар подразделение командирҙары булып китә. Палаткалар ҡороп, ысын "әрме" уйыны уйнайбыҙ. Был уйында ҡыҙҙар ҡатнашмай. Кросс йүгереп, противогаз кейгән килеш ҡаршылыҡтар һыҙатынан үтеп, үҙебеҙҙе һынайбыҙ. Иң ҡыҙығы - ысын автоматтан атыу. Атыу дәресенең етәксеһе - хәрби комиссар, уҫал йөҙлө подполковник ағай… Хәрби әҙерлек буйынса зачет биреүе үҙе бер мауыҡтырғыс шөғөл. "Сторевой йыр" буйынса һынауҙы ла уңышлы тапшырабыҙ: "Ой красивы над Волгой закаты… Ты меня провожала в солдаты. Руку жала, провожала, провожала, провожала…"
Көнөнә өс мәртәбә ашатырға ла онотмайҙар, әлбиттә. Занятиеларҙа арып, ярайһы ғына асыҡҡан малайҙарға баҫыу кухняһында бешерелгән һалдат бутҡаһы ғәйәт тәмле тойола, хатта "телеңде йоторлоҡ" тип тә әйтергә булалыр. Ул саҡта Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары ла әле байтаҡ ҡына, күптәре дүртенсе тиҫтәһен генә аша атлаған кешеләр ине. Шуларҙың береһен осрашыуға саҡырып, улар һөйләгән фронт хәтирәләрен тыңлайбыҙ. Ҡыҙыҡһынған һорауҙарыбыҙҙы бирәбеҙ. Кисен кинофильм күрһәтәләр. Бер аҙна дауамында шулай "нужа ҡаласын" татығандан һуң, әллә кем булып, өйҙәргә ҡайтып китәбеҙ. Бына шундай замандарҙы иҫләп алдым әле.
Ғәҙәтемсә, егеттәребеҙҙең бик яҡшы бер сифатын сираттағы мәртәбә телгә алып китмәй булмай. Үҙемдең оҙайлы әрме хеҙмәтем дәүерендә милләттәштәремдең эшһөйәрлеген, әҙәплелеген, уларҙың һәр эшкә намыҫлы ҡарашын күреп һөйөнә инем. Шулай уҡ башҡа милләт кешеләренең башҡорттарға ихтирамлы мөнәсәбәтен дә тойҙом. Командирҙарҙың йыш ҡына "Һеҙҙең егеттәр - ышаныслылар" тип, һалдаттарыбыҙҙы маҡтағандары иҫемдә. Борондан килгән шундай яҡшы традицияны егеттәребеҙ әле лә дауам итәлер тигән ышаныстамын. Иң башта "Урал" йырын тигенгә генә иҫкә алманым: һәр кемгә тыуған төйәге ҡәҙерле, ә һәр ҡәҙерле нәмә мотлаҡ һаҡлаулы булырға тейеш. Беҙгә сит ерҙең бер генә киҫәге лә кәрәкмәй, әммә гүзәлдәрҙән гүзәл ошо илебеҙгә яттар һонолмаһын өсөн ир-егеттәребеҙ һәр саҡ уяу, һәр йәһәттән һәләтле, белдекле булырға тейеш.
Һүҙ аҙағында. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙың яу ҡырында һәләк булыуы хаҡында әленән-әле ишетеү, әлбиттә, барыбыҙға ла ауыр. Яҡынын юғалтып, оло ҡайғыға тарыған ата-әсәгә, кәләштәргә, бала-сағаларға Раббыбыҙ сабырлыҡ бирһен. Илһөйәр, ғәйәт батыр егеттәребеҙҙең киләсәктә тик тыныс шарттарҙа ғына хәрби бурысын үтәп, өйҙәренә һау-сәләмәт ҡайтыуҙарын, уларҙың татыу ғаиләле булып, бала-сағалар үҫтереп, бәхетле ғүмер итеүҙәрен күрге, ишетке килә. Ҡасан да булһа бына шундай матур ваҡыттар ҙа тыуыуына өмөтөбөҙҙө өҙмәйек.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
хәрби хеҙмәт ветераны, отставкалағы подполковник.

"Киске Өфө" гәзите, №5, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.02.24 | Ҡаралған: 555

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru