«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УНЫ ЗАМАН БАРЛЫҠҠА КИЛТЕРҘЕ,
+  - 


йәки "Президент Рәхимов" романына бер ҡараш

Күренекле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәлим Хисамовтың "Ағиҙел" журналының 2020 йылғы август һанында баҫылған документаль романы Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов тураһында, ул "Президент Рәхимов" тип атала. Әҫәрҙең икенсе өлөшө 2021 йылда журналдың 10-11-се һандарында донъя күрҙе. Романда күренекле шәхесебеҙҙең:
- бер кемгә лә оҡшамаған үҙенсәлекле характеры;
- холҡоноң башҡалар күҙлегенән сәйер булып тойолған күркәм яҡтары;
- ябайлығына уралған тәрән диҡҡәте;
- шаянлығына төрөлгән етдилеге;
- тәүәккәллеге;
- парадоксаль ихласлығы;
- халҡына хас эскерһеҙлеге;
- нәзәкәтле кинәйәһе;
- ил, ватан, моң, хеҙмәт һөйөүсәнлеге һ.б. сифаттары бар тулылығында художестволы деталдәр, әҙәби алымдар менән бәйән ителә. Ошо уңайҙан документаль роман авторы Ғәлим ХИСАМОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек:

Ғәлим Афзал улы, байтаҡ ҡына тарихи ваҡиғаларға, шәхестәргә арналған әҫәрҙәр ижад иткәнһегеҙ, итәһегеҙ. Нисек уйлайһығыҙ, тарихтағы конкрет шәхес менән әҫәр геройы араһында айырма булырға тейешме? Юғиһә, әҫәр геройының ғәмәлдәге шәхес менән айырмаһын белеп ҡалған уҡыусы: "Ул былай түгел, тегеләй ине, алдашаһығыҙ", - тип яҙыусыға дәғүәһен белдерә башлай.

- Был һорауға яуап бирер алдынан һуңғы дәүерҙәге бер шәхескә әйләнеп ҡайтайыҡ. Мин уға табыныу дәрәжәһенә барып еткәнлектән әйтмәйем. Юҡ миндә ундай тойғоларҙың береһе лә. Әгәр ҙә яҙыусы ысынбарлыҡтағы шәхестең портретын бермә-бер күсереп, фотопортрет барлыҡҡа килтерергә тырышһа, ул дөрөҫ түгел. Уҡыусыға ҡыҙыҡ та түгел. Дөрөҫөрәге, был яҙғаның әҙәби әҫәр булмай сыға. Һуңғы романдарымдың береһе документаль булған һүрәттә лә, ундағы геройҙы үҙем яһарға тырыштым.
Иң тәүҙә геройым йәшәгән дәүер характеристикаһын ҡарап үтәйек. Үткән быуаттың 90-сы йылдарынан башлап 2010 йылға тиклемге ваҡиғалар күптәребеҙҙең хәтерендә. Күбебеҙҙең аңына ла, ҡанына ла һеңгән, ғәренә лә тейгән, йәненә лә еткән ваҡиғалар улар. 90-сы йылдарҙағы буш кәштәләрҙе күрмәй хәлебеҙ булманы. Сөнки һәр беребеҙгә көнөнә өсәр тапҡыр тамаҡ туйҙырырға кәрәк ине. Тамаҡ туймайынса тороп, бүтән нәмә тураһында уйлап булмай. Шуның нигеҙендә барлыҡҡа килгән сәйәси ҡуҙғалыштар. Кәштәләр таҡырайғас, синыфтарҙың береһе лә ҡалманы. Синыф та юҡ, идеология ла юҡ. Йәғни беренсе сиратта материя, икенсе сиратта - аң. Был совет дәүләте уйлап сығарған тәғлимәт түгел. Ул - боронғораҡ. Шул саҡта 40-50 йәштәр араһындағы бер төркөм ир-ат үҙ-ара һөйләшеп, бер фекергә киләләр. Ул да булһа Өфөнөң ҙур нефть эшкәртеү заводының генераль директоры булып эшләгән Мортаза Рәхимовты Башҡортостандың Юғары Советына депутат итеп, аҙаҡ Юғары Советҡа рәйес итеп һайлау. Әйтеүе генә еңел. Әммә ошо кешеләр шул көндө ҡорған ниәтен тулыһынса бойомға ашыра. Улар: Исмәғил Ғәбитов, беренсе сиратта - ул, уның янында йөрөүсе Венер Аҙнағолов, Юрий Шәрипов, ул ваҡытта Күгәрсен районының колхоз рәйесе Рамаҙан Әбдрәхимов. Улар тәүҙә дүртәүләп ултырып һөйләшә лә, шул уҡ көндө Мортаза Рәхимов янына бара. Тәүҙә завод директоры уларҙы: "Эшегеҙ юҡмы ни, һеҙ нимә?" - тип һүгеп ташлай. Шулай әйтерлек тә шул, сөнки ул был ваҡытта СССР Юғары Советы депутаты була. Билдәле, уларҙың был тәҡдимен ул кәмһетеү тип ҡабул итә. Шулай ҙа ул был дүртәүҙең тәҡдиме тураһында оҙаҡ ҡына итеп уйлай.
Шул ваҡытта тыуған ауылына ҡайтып килергә була. Ауылдаштары менән күрешеп һөйләшә. Уларҙың үҙе сығып киткәндәге һымаҡ ябайлығы күңеленә үтеп инә. Шул саҡта ауылға Ырымбур яғынан автолавка килгән була. Улар сауҙа итә. Шунда бер ауылдашы: "Ошо автолавканы нишләп үҙебеҙҙекеләр ойоштора алмай икән?" - тип әйтеп ысҡындыра. Быны ишеткән завод директоры уйға ҡала. Ысынлап та, ниңә ошоно үҙебеҙ ойоштора алмайбыҙ һуң, тигән һорау тыныслығын ала. Был - депутат була торған кешенең беренсе уйы. Ошонан һуң, ысынлап та, депутат булырға әҙер була. Тормош, заман уға ошо юлдарҙан китергә үҙе ҡуша. Мәжбүр итә. Шул замандағы тарҡаулыҡ, бөлгөнлөк, әр уның өсөн эҙһеҙ үтмәй. Ул заманда урамда һүгенеп һөйләшмәгән кеше юҡ ине. Урам тулы мат торҙо. Бигерәк тә башҡорт кешеһе улай һөйләшергә өйрәнмәгәйне. Мин үҙем, мәҫәлән, урамда һүгенгән кешене бик ауыр ҡабул иттем. Минең ҡайным ҡарт Башҡорт ғәскәре сафында Петроградҡа барған. Шунда ул бөрйән ырыуы башҡорттарына аптыраған. Бар белгән һүгенеү һүҙҙәре "тыума" ти. Береһе шул һүҙҙе әйтһә, икенсеһе үсегә ти. Былары - һүҙ ыңғайында ғына.
Шундай заман Мортаза Рәхимовты барлыҡҡа килтерә. Исмәғил Ғәбитов һаулығы арҡаһында эшенән китергә йөрөгәндә Мортаза Рәхимов уға рәхмәт әйтеп: "Әгәр ҙә Исмәғил Ғәбитов булмаһа, мин бөгөн һеҙҙең алдығыҙҙа президент булып баҫып тора алмаҫ инем", - ти. Әхмәтзәки Вәлиди Зәйнулла Рәсүлевты таныған һымаҡ килеп сыға был ваҡиға. Ошо хәл халыҡ менән шәхестең бер үк икәнен дә күрһәтә.

Завод директорына сәйәсәткә тотоноуы бигүк еңелдән булмағандыр инде, тип тә уйланыла...

- Ул генераль булһа ла, завод директоры. Бер ваҡытта ла сәйәсәт менән шөғөлләнмәгән. Рәхимов машинаһын саҡырып алып, заводына барып, халыҡты йыйып хушлаша. Рәхмәт әйтеп, күҙҙәре еүешләнер алдынан сығып китә. Рәхмәт әйтә белеү - башҡортлоҡтоң бер һыҙаты. Кешегә рәхмәтле булыу - ҙур нәмә. Был да шәхесте барлыҡҡа килтереүсе билдә. Ошо хәл уның артабанғы эшенә әҙерлеген күрһәтә.
Заводтан сыҡҡас, ул хәҙерге Милли музейҙа урынлашҡан Юғары Советҡа килә. Уны ул ваҡытта Юғары Совет секретары Вилләр Дауытов ҡаршылай. Ул ваҡытта шәхесте күтәреүсе көс - суверенитет өсөн көрәш. Мәскәү ул саҡта мөлкәт өсөн үҙ-ара ыҙғыша. Башҡортостан ҡайғыһы уларҙа бик самалы. Юғары Совет үҙенең 2-се ултырышында Башҡортостан Республикаһы Суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итә. Беҙҙең Декларация ул ваҡытта, хәҙерге күҙлектән дә, бик аҡыллы яҙылғайны. Мәҫәлән, чечендар ул ваҡытта үҙҙәрен бойондороҡһоҙ дәүләт итеп иғлан итте. Татарстан иһә үҙен Рәсәй менән тиң дәүләт тип атаны. Быны белгән Силәбе өлкәһе уларға тейешле вагондарҙы ебәрмәй башланы. Эш шуға тиклем барып етте. Башҡортостан иһә яңы Рәсәй эсендәге бойондороҡһоҙ республика. Ошо форма Башҡортостанға үҙаллы йәшәргә лә мөмкинлек бирҙе.

Ғәлим Афзал улы, һеҙ ул саҡта Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда барған барлыҡ ваҡиғаларҙы ла романығыҙға индерә алдығыҙмы? Әҫәргә инмәй ҡалғандары ла барҙыр бит?

- Әлбиттә, бар. Әйтеүемсә, роман ул ваҡыттағы ваҡиғаларҙың стенографик яҙмаһы түгел. Бына романға инмәй ҡалған бер ваҡиғаларҙың береһе. Исмәғил Ғәбитов Мәскәүгә барып, СССР Премьер-министрына инеп аҡса һорай. Павлов уға:
- Аҡса бит үҙегеҙҙә, беҙҙә бер нәмә лә юҡ. Хәҙер республикалар ғына түгел, өлкәләр ҙә беҙгә һалым түләмәй. Ҡаҙнабыҙ буш. Хатта үҙебеҙҙең хеҙмәткәрҙәргә лә эш хаҡы түләй алмайбыҙ, - ти.
- Улай булғас, хәҙер нимә эшләргә уйлайһығыҙ инде? - тип һорай унан Исмәғил Ғәбитов.
- Һеҙгә ҡарап торабыҙ инде...
Өфөгә ҡайтҡас, был һөйләшеүҙе ул Мортаза Рәхимовҡа еткерә. Бынан һуң Башҡортостан да Мәскәүгә аҡса күсермәй башлай. Суверенитет уларға был хоҡуҡты бирә. Хәтерегеҙҙә булһа, Мортаза Рәхимов ул ваҡытта күберәк иҡтисади үҙаллылыҡ тураһында һөйләне. Бында үҙенә күрә тактика ла бар. Иҡтисади үҙаллылыҡ беренсе урынға ҡуйылһа, икенсеһе - сәйәсиһе үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә. Туҡтың хәлен ас белмәй.
Ошондай туҡтауһыҙ ҡытыршылыҡтар, көн һайын хәл ителергә тейешле мәсьәләләр Мортаза Рәхимовты көрәштең уртаһына килтереп ҡуя. Унда йә үләһең, йә тере сығаһың, башҡа юл юҡ.
Романдың тәүге өлөшө 1993 йыл менән тамамлана. 24 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының яңы Конституцияһы ҡабул ителә. Иртәгеһенә Мортаза Рәхимовты Президент итеп ант иттерәләр. Шул ваҡиғанан алдараҡ ул Мәскәүгә кәңәшмәгә барып төшә. Домодедово аэропортынан Кремлдең автоидаралығына шылтырата. Уға машина ебәрмәгәндәр. Нишләп? Уға саҡырылғандар исемлегендә фамилияһы юҡлығын әйтәләр. Такси ала ла, Кремлгә китә. Кәңәшмә башланырға күп тә ҡалмаған. Теркәлеү үтергә бара. Унда тағы ла исемлектә булмауы хаҡында әйтәләр. Эштәр идаралығына, Николай Медведевҡа барып инә. Бында телеграммаға ярашлы республиканың башҡарма власть етәкселеге саҡырылыуы билдәле була. Ә ул Юғары Совет рәйесе.
Ҡайтып китә Рәхимов. Ҡайтҡас та президент һайлауына тотона. Ике йыл алдан "Башҡортостан Республикаһы президенты тураһында"ғы закон ҡабул ителгән була.

Мортаза Рәхимовтың шундай шәхес булып китеүенә Исмәғил Ғәбитов етәкселегендәге ул төркөмдән тыш, тағы ла кемдәр йоғонто яһай?

- Исмәғил Ғәбитовтың үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, ул Аҡ йортта ҡуна-ятып эшләй. Иң ауыр һәм мәшәҡәтле эштәрҙең береһе - документтар әҙерләү. Уларҙы бер ерҙән дә күсереп булмай. Сөнки өлгөләр үҙҙәре юҡ. Шул уҡ ваҡытта Исмәғил Ғәбитов тирәһендә тупланған башҡа бик күптәрҙе ситтә ҡалдырып булмай. Ә Мортаза Рәхимовтың ҙур етәксе булып китеүе иң беренсе нәүбәттә үҙенән. Ул үҙен-үҙе тәрбиәләй. Романдың 1-се өлөшөндә 5-се класс малайы Мортаза күрше ауыл кешеһе менән ер мәсьәләһе буйынса эләгешә. Ер бит ул! Бына шулай ҡандан килгән ынтылыш уны шәхес итеп күтәрә.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Александр Филиппов Күгәрсен районының Йомағужа ауылы мәктәбендә уҡығанда Мортаза Рәхимов менән һабаҡташ булған. Уның һөйләүенсә, буласаҡ республика президенты ошо мәктәптә уҡыған ауылдаштарын урындағы егеттәрҙән ҡыйырһытырға юл ҡуймаған, кәрәк икән, дөрөҫлөгөн йоҙроҡ менән дә раҫлаған...

- Эйе, ул мәктәптә лидер була. Романда уның бер ҡыҙҙы яҡлап һуғышҡанын һүрәтләнем. Бер мәл ул кейем элгән бүлмәгә барып инһә, Гена тигән малай бер ҡыҙҙы урыҫса насар белгәне өсөн үсекләп маташа. Мортаза уны яҡлап һуғышып китә. Әгәр ҙә ул шунда ҡыҙҙы яҡламай ситкә китһә, тарих шуның менән ябылыр ине.

Шул уҡ ваҡытта ауылда тыуып үҫкән башҡорт балаһының СССР кимәлендәге ҙур Нефть эшкәртеү заводының генераль директоры булып китеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй бит?

- Эйе, кешенең ынтылышы математиканы, тригонометрияны, химияны яҡшы белеүенә генә бәйле түгел. Ул заводтың баш химигы ла булып эшләй, шунан баш инженер, шунан генераль директор, шунан Юғары Совет рәйесе, шунан Президент. Бындай юғары осошло юлды кеше яҙмыш йылмайыуы ярҙамында ғына үтә алмай. Бының өсөн шәхес фиҙаҡәрлеге, рух бөйөклөгө талап ителә.

Әңгәмәгеҙ өсөн оло рәхмәт, Ғәлим Афзал улы!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.02.24 | Ҡаралған: 157

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru