«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕРЕЛӘР АРАҺЫНДА
+  - 


Һалҡын соҡорҙа ятырмын тип уйлаһам, юҡ икән, еңел генә итеп күтәрәләр ҙә, әллә ҡайҙа алып менәләр, кәүҙәң генә аҫта ҡала. "Ошо ағарып ҡатҡан йөҙ, тырпайышҡан, күрһәткес бармағы ырғаҡ кеүек кәкерәйгән ҡулдар минеке инеме ни?" тип аптырап ҡарап тораһың. Күңелде йылытырлыҡ бер нәмә лә юҡ, әлбиттә, тик нимә бар, шуға риза булырға тура килә, сөнки бер нәмә лә үҙгәртә алмайһың.
Ҡартинәйем әйтә ине лә, имеш тә, кешенең йәне ҡырҡ көн кешеләр араһында ҡаңғырып йөрөй. Алдашмаған икән: йөрөйһөң, тик әллә ни ҡаңғырам тип әйтмәҫ инем, кәүҙәм ҡайҙа, мин дә шунда, уға еп менән бәйләнеп ҡуйылған ҡыуыҡ шикеллемен. Шуныһы насар, йәнле сағыңдағы кеүек дөпөлдәтә баҫып йөрөмәйһең, бер ауырлығың да юҡ, ә бары осаһың ғына. Ҡартинәйем ҡайһы саҡта юҡты ла һөйләй торған, бәлки, ҡырҡ көн түгел, оҙағыраҡ та йөрөйҙәрҙер, ә, бәлки, киреһенсә, тереләр донъяһында артыҡ икәндәрен тойоп, бында уларҙы бер нәмә лә тотоп тормаһа, шунда уҡ үҙ юлдары менән күккә үрләйҙәрҙер...
Минең хаҡта ла ул, атайыңа оҡшағанһың, оҙон ғүмерле булырһың, тигәйне, бына, булдым. Ауырлығымды көтмәгәндә юғалттым. Яҡында шартлау булһа, һауа ацетон кеүек яман еҫ менән тула, тын алып та булмай. Хатта күңел болғана башлай. Әле нимә булғанын аңламай ҙа тораһың. Ни эшләргә икәне лә тиҙ генә башыңа барып етмәй. Тик оҙаҡҡа юғалып ҡалырға ярамай. Һин бер яҡҡа ҡарап көтөп торһаң, икенсе яҡтан килтереп бәреүҙәре мөмкин. Шулай булды ла. Командир "Птичка!" тип ҡысҡырып ҡына өлгөрҙө: яңғыраны. Шаңҡып, артыма йығылдым, тәнемде йырғыслап яндырып әллә нәмә йөрөгән кеүек булды. Аҙаҡ донъя һүнде. Ҡараңғы тәрән ҡойо эсендә бер нөктә генә булып яҡтылыҡ күренде, шунда ынтылдым, ул ҙурайғандан ҙурайҙы, һәм бына яҡтыға килеп сыҡтым. Ҡайҙандыр өҫтән атайымдың мине исемем менән атап саҡырған тауышы ишетелде. Шул ғына.
Артиллерия, унда бит бары артиллерия. Уны ҡан ҡойош аллаһы тип әйтәләрме әле? Ҡайҙалыр шулай тип уҡығайным. Ғөмүмән, күберәк уҡырға кәрәк булған. Үкенесле уныһы. Уныһы ғына түгел, үкенесле нәмәләр байтаҡ йыйылып китә әле ул. Тепловизор һатып алып, разведкаға йөрөргә өйрәнермен тип йөрөгәндә, шундай хәлдәр. Мин бит бөтә яҡҡа ла өлгөрөрмөн, алда әле саҡ башланған тормош тип уйлай инем. Әммә минең өсөн ул хәҙер тереләр араһында аҙашып йөрөгән ҡырҡ көн генә.
Йәненән айырылғас, кәүҙәң бөтөнләй кәрәкһеҙ нәмә булып ята. Шунда уҡ ул ҡәҙерһеҙгә лә әйләнә, был яҡты донъяла кәрәкмәгән, тереләргә ҡамасау килтергән артыҡ йөк кеүек. Йөктөң дә иң ауыры.
Әгәр һине белеп, борсолоп йөрөгән кешең булмаһа, бигерәк тә ситендер. Сит кешеләргә һинең ул йәнһеҙ ҡалған кәүҙәң сүп кенә. Шуныһы яҡшы, минең дуҫтарым бар. Беҙ ары-бире хәл булһа, бер-беребеҙҙе ташлап ҡуймаҫҡа, донъя тынып торған арала тыуған яҡтарға ҡайтарыу хәстәрен күрергә тип бер-беребеҙгә һүҙ бирешкәйнек.
Беҙ - ул Вадим, Дамир, мин. Ошо хәлдәрҙән алда ғына миңә ял бирҙеләр, ә малайҙарға - юҡ.
Ҡартатайымдың ауылында егеттәр, йәштәре байтаҡ булһа ла, бер-береһенә "малайҙар", тиҙәр. Бындағы малайҙар ҙа мине ялға оҙатҡанда, Илдар, һин кире кил инде, тип тылҡыны. Бигерәк тә Дамир ҡат-ҡат ҡосаҡлап: "Ҡара уны, малай, көтәбеҙ, килмәһәң, мәңге үпкәләйем", - тип тороп ҡалды. Мин уны: "Һин нимә, күрә алғансы күрҙек, шул тиклемде бергә кисереп, мин һеҙҙе нисек ташлайым!"- тип тынысландырҙым. Ул тулҡынланһа, йә төшөрөп тә алһа, күҙҙәре ҡылый ҡарай башлай, бәлки, шуға ул йәлкерәктер. Дамирҙың инәһе ул бәләкәй саҡта уҡ сирләп, мандый алмай, ул атаһы һәм үгәй инәһе тәрбиәһендә үҫә, бәлки, шуға ла ул бигерәк тә минең ярҙамға мохтаж кеүек тойолғандыр.
Дамирҙың эсендәге тышында булһа, Вадимдың нимә уйлағанын белмәҫһең. Ул икебеҙҙе лә ҡурсалап йөрөй торған малай, бер нәмәгә бирешмәй, бер нәмәгә иҫе китмәй, аптырап ҡалмай, уның өсөн нисек булһа ла - "ничево". Ниндәй ҡот осҡос хәлдәр килеп сыға, ә ул бер нәмә лә булмаған кеүек йөрөп ята, шундай ғәҙәт инде кешелә. Һин йөрәгеңде ус төбөндә тотоп, атака көтөп ултырғанда ла уның йөҙө тып-тыныс, кәрт һуғып ултыра, тиерһең. Берәйһенең шизаһы килеп сыҡһа, "Ну-ка тыныслан!" тип, бәргесләп тә ҡуйыуы мөмкин. Бер "һалып" алғас (ә һалмаған сағыбыҙ бик һирәк), "Ҡайҙан килгән һиңә шундай холоҡ?" тип һөйләшеп киткәндә, "Ҡартатайым чекист булған", тип әйтеп һалмаһынмы. Ә уларҙы тойғоларға бирелмәҫкә махсус өйрәтәләр икән. Минең ҡартатайым совхозда управляющий ғына булып эшләгәс, ундай ғәҙәт эләкмәгән, һәр кемдең ҡаны туҡһан процент нәҫелдән килә ти бит. Ярай, ҡартаталары чекист булған шундай шәп дуҫ малайҙарым бар.
Уйлап ҡараһаң, миңә уңай тура килде, ҡайғыртыр кешеләрем булды, ә малайҙар менән бер-бер хәл булһа, улар хаҡында миңә ҡайғыртып йөрөргә тура килер ине - быныһы күпкә ауырыраҡ тойола...
Ауылда саҡта ла дуҫтар бар ине, тик бергә һынауҙар үтмәгән дуҫлыҡ ышаныслы түгел, бында тыуған дуҫлыҡ менән сағыштырырып та булмай. Яңғыҙ булһаң-яман. Ундайҙар ҙа бар, ана, берәү аяғын туңдырҙы, артығын ебәргән дә, ергә ятып йоҡлаған. Аяғы ҡарайып торһа ла, ҡайҙа барһын, аҡһаҡлап йөрөй хәҙер. Ә урамда-ҡыш, дуҫы булһа, ҡайғыртыр, эҙләп табып йылыға индерер ине. Борсолоп ҡарап йөрөгән кешең булмаһа, шулай. Ә беҙ бына эргәлә кемебеҙҙер булмаһа, ул ҡайҙа, ни хәлдә, тип ҡаңғыра башлайбыҙ.
Бына минең дә кәүҙәм күтәргеһеҙ булып ҡалғас, малайҙар икәүләшеп уны әллә күпме ер алып килде. Улар булмаһа, ятыр инем шунда. Бәлки, командирым борсолор, тик малайҙар шикелле үҙе һөйрәмәҫ ине, беҙгә бит ул саҡ сигенергә тура килде, минең ҡайғымы?
Былай беҙҙең хәлдәр ул тиклем яман түгел ине, беҙ күпмелер ваҡыт алғы һыҙыҡта торабыҙ ҙа, шунан ялға алып сығалар, ә иректән мәхрүм ителгәндәрҙе алып сығыу юҡ.
Минең саҡырыу атамаһы "Сталин". Был исем менән миңә бер нәмә лә булмаҫ кеүек ине, юҡ, хатта Сталин да ярҙам итә алманы. Шулай ҙа яңы хәлемә яйлашырға тырышам.
Кәүҙәм ауырайып, үҙем еңел генә булып елдәй елдереп йөрөй башлағас, күрҙем инде, ышаныслы булғанмы малайҙар, юҡмы? Ышаныслы, әлбиттә, улар мине сиратһыҙ ғына үткәреп, теге яҡҡа оҙатты. Беҙҙе йөк машинаһына тейәп, бер ҡалаға ебәрҙеләр, унда борт көтөп, бер подвалда күпмелер яттыҡ, аҙаҡ машина самолеттың ҡорһағына ғына инеп ултырҙы ла, беҙ остоҡ. Шулай нисә көн уҙғандыр, минең хәлдә иҫәп-хисап алып барыуы ауыр. Аңҡы-тиңке булып йөрәгән саҡ та була...
Шулай ауылға алып ҡайттылар. Минең өсөн ҡайғырған кешеләр араһында иң ныҡ көйгәне ҡартатайым булғандыр. "Эх, тыңламаның, улым, һүҙемде",-тине ул минең кәүҙәм янына килгәс. Ә ялдан һуң китергә йыйынғанда: "Улым, өс йылың тулды, милицияға ғына эшкә ин дә ҡуй. Башҡа йөрөмә", - тигәйне. "Юҡ, ҡартатай, - тинем, - мин унда малайҙарға, киләм, тип һүҙ биреп киттем, ә һүҙеңдә торорға кәрәк..."
Быныһы бер сәбәп булһа, уның икенсеһе лә бар. Мин бит Ҡазағстанда, Кустанай өлкәһендә тыуғанмын, инәйем дә ҡаҙаҡ ҡыҙы, исеме лә был яҡтарҙағы исемдәргә оҡшамаған: Алтыншаш. Ҡартатайым тыуған яҡтарына ҡайтырға булғас, атайым менән инәйемде лә ҡалдырмаған. Инәйемдең сит ергә китәһе килмәһә лә, атайымдан тороп ҡалмаған. Ҡайтҡас, ҡартатай беҙгә лә бик шәптән үк булмаһа ла, өй һалып биргән.
Атайым-тракторсы, ауылда эш булмағас, Себергә йөрөп эшләне. Ҡайтһа, ял итә. Билдәле инде нисек ял итеүе. Шуға, тәүҙә ҡайтҡанын көтөп алам, аҙаҡ-киткәнен. Өй ҙә бәләкәй генә, дүрт кешелек урын юҡ.
Шуға, хеҙмәттә тороп ҡалып, тәүге тапҡыр ялға ҡайтҡас, булған аҡсаға ҡушып ипотека алып, район үҙәгендә уларға өй һатып алдым. Атайым ул саҡта иҫән ине әле, тик ул ашҡаҙаны менән интегеп, яман сирҙән тап йыл ярым элек китеп барҙы.
Хәҙер ул аҡсаны кем эшләп түләһен? Энем бәләкәй, инәйемдең бер төрлө лә һөнәре юҡ.Ҡартатайыма еңел, эшкә полицияға ин, тип әйтеүе, ул эш хаҡы менән шул тиклем бурысты ҡасан ғына ҡаплайһың? Шуға, ҡайһы яҡтан ҡараһаң да, китергә тура килде.
Исмаһам, энем менән инәйем һыуы, газы булған өйҙә кешесә йәшәр. Улайһа, ауыл өйөндә һыу ташырға, мейес яғырға, утын әҙерләргә кәрәк ине. Иҫке өй йылы тотмай, таң атыуға өшөп уяна инек. Ә яңы өйҙә иркен, энемдең мин бала саҡта хыялланған айырым бүлмәһе бар. Уға хатта көнләшеп тә ҡуям. Ә миңә иҫке өйҙә бөтәһен күреп, бөтәһен ишетеп йәшәргә тура килде бит.
Тик шундай ҙа шәп өйҙә ҡатыным йәшәргә ҡалманы, мин хеҙмәткә китеү менән инәйем менән һүҙгә килешкән дә, үҙҙәренә ҡайтҡан да киткән. Шуға, ялға ҡайтҡанда мин ике арала йөрөнөм: ҡатынымды ла һағынып ҡайттым, инәйем дә йәл. ...Бына бөгөн уларҙың барыһын да күрәм. Мин белем алған мәктәп алдындағы майҙанда халыҡ йыйылған. Йәнемдән айырылған тәнем ҡыҙыл туҡыма менән көпләнгән табут эсендә ята. Ул һыу һеңдермәй торған ҡып-ҡыҙыл япма менән ҡапланған ике тумба өҫтөнә ҡуйылған, портретым торған өҫтәл ныҡлы тимерҙән, матур һырҙар менән биҙәлгән, ул ҡара буяуға, ә биҙәктәре алтын төҫөнә манылған. Оҙаҡҡа сыҙарлыҡ итеп эшләгәндәр.
Әҙерләнгәндәр. Көткәндәр. Ергә ҡыҙыл балаҫ йәйгәндәр, ул табут аҫтында ла, эскәмйәлә ултырған кешеләрҙең аяҡ аҫтында ла бар. Хатта ғорурланып та киттем, мине оҙатырға шул тиклем кеше йыйылған.
Алда эскәмйәләр теҙелгән, береһендә ҡартатайым ултыра, уның эргәһендә урын буш, ҡартинәйем килмәгән, йә йығылып китеп кеше көлдөрөрмен тигәндер, ул бик ҡартайған инде, гел башы әйләнә. Ҡартатайым эргәһендә Фирүзәнең ата-инәһе ултыра. Инәһе көйәнтә кеүек бөгөлгән дә илай. Фирүзә үҙе улар эргәһендә түгел, һеңлеһе менән артта баҫып тора, ҡыҙыбыҙ илап ебәрһә, ситкәрәк китермен, тип уйлайҙыр.Тауышы көр шул минең ҡыҙымдың.
Инәйемдең аҡ яулығы әллә ҡайҙан күҙгә ташлана, ул ҡара күлдәк, ҡара ойоҡ кейгән, ҡайышы беләгенә эленгән сумкаһы һалынып төшкән, атлаған ыңғайға аяғына бәрелә. Тик ул бер нәмә лә һиҙмәй, күрмәй, ишетмәй. Ул илай, ҙур ҡулъяулыҡ менән күҙен һөртә лә, шунан ауыҙын ҡаплай. Ул күтәргеһеҙ ауыр йөк аҫтында ҡалған кеүек. Инәйем ҡайһы саҡта балаларса ғына уйлап ҡуя торған, әле лә, ваҡыт үтеү менән был йөк кәмер, миңә ул тиклем ауыр булмаҫ, тиҙер.
"Юҡ, инәй, был йөктө һин ғүмерең буйы йөкмәп барырһың инде, улай ғына ла түгел, ул тора-бара һине аяуһыҙыраҡ баҫыр, шәфҡәтһеҙ баҫыр". Әммә был уйҙар уның башына ла килмәйҙер. Ә мин, күккә юл тотҡан меҫкен йән эйәһе, быларҙы бик яҡшы аңлайым, һәм өйөнә ҡайғы килгән һәр кемде йәлләйем...
Инәйем элек тә шундай ҡарт инеме? Яулыҡ эсенән килеп сыҡҡан сәстәре - ап-аҡ. Бына иғтибар итмәгәнмен. Әгәр хәлемдән килһә, ҡолағына ғына, инәй, илама, тип бышылдар инем. Мин һинең яныңда ғына, тип әйткем килә, тик был да мөмкин түгел. Ул минең йыраҡ икәнде белде, шуға былай уҡ тиҙ әйләнеп ҡайтыр һәм шул хәлдә ҡайтыр тип уйламағандыр.
Ялдан һуң кире киткәндә юлда ла ыңғай ғына килеп торманы, поезға билеттар юҡ ине, өйҙән аҡса һорап, самолетҡа билет алдым. Шул саҡта уҡ инәйем менән һөйләшкәндә ул нимәлер һиҙенгән кеүек: "Бер ҙә юҡҡа ғына киттең, балам, мин магазинға иҙән йыуырға урынлаштым, икәүләшеп эшләһәк, был бурыстарҙы берәй нисек йырып сығыр инек әле", - тигәйне.
Ә ҡыҙымды әле Фирүзә үҙе, әле инәһе күтәреп ала. Бына ул үҫеп киткән кеүек тойола. Тойола ғыналыр, айырылышҡандан һуң әллә ни күп ваҡыт та үтмәне бит. Юҡ, барыбер үҫеп киткән, йәш ярым бит инде уға. Ана, ҡулындағы керәндилен нисек итеп тотоп алған, ул һәр ваҡыт шулай нимәлер мөйшәп йөрөй. Фирүзә, теше сыға, шуға теш ите ҡысыта, ти. Элекке сағым булһа, ҡыҙымды елтерәтеп күтәреп алыр, күккә сөйөр, ә ул сәрелдәп ебәрер, миңә сытырман йәбешер ине. Юҡ, элекке сағым түгел, бары ел булып уралап ҡына йөрөй алам, нисек теләһәм дә, хатта башынан да һыйпай алмайым. Бик үкенес.
Фирүзәм дә башына яулыҡ ябынған, тик уның яулығының төҫө ҡара, ә уның өҫтөнә ниндәйҙер ҡыҙыл-мыҙыл биҙәктәр төшөрөлгән. Ул миңә үпкәләгәндер инде, китмә тип, ул да ялынғайны. Мин бер мәртәбә генә барып, бурысымды үтәйем дә, башҡа бармайым, тип ышандырған булғайным...
Сибәр минең ҡатыным. Сөм-ҡара сәстәре яулығы аҫтынан сығып, арҡаһына төшөп тора. Мин шул сәстәр араһына йөҙөм менән инеп китеп, еҫенә иҫереп ятырға ярата инем. Ябығып та киткән кеүек, күҙҙәре лә шешенгән, йөҙөн дә ҡыҙыл таптар ҡаплаған. Илағандан инде. Күҙ йәштәре әле лә килеп сығып, битен сылата, ул әленән-әле ҡулы менән битен һыпырып ҡуя.
Илай алһам, мин дә үкереп илар инем.Тик йән илай алмай икән. Ә кәүҙәмдәге күҙҙәремде Вадим мине эҙләп тапҡас уҡ йомдороп ҡуйғайны...
Һул яҡта йәшел төҫтәге формала тылдыҡылар теҙелешеп тора, минең йәштәрҙә, билдәләренә ҡарағанда интендант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр. Костюм-галстук кейгән ағайҙар бер-бер артлы һөйләп, портретым аҫтына роза, ә ауылдыҡылар ҡәнәфер сәскәләре һалды.
Үлгәндән һуң орден менән наградланыуымды әйтеп, уны Фирүзәгә тапшырҙылар.Ҡыҙым шунда уҡ уны тартмаһынан алып, ҡулына эләктерҙе, шалтырамай ҙа, ашап та булмай, был ниндәй уйынсыҡ, тип уйлағандыр.
Мылтыҡтан атып, салют бирҙеләр, көтмәгәндә музыка уйнап ебәрҙе. Бына ҡуҙғалдылар. Алда бер һалдат портретымды, башҡалар табутты күтәреп алып китте. Фотола мин берет кейеп төшкәнмен, күптәнге фото, шуға бигерәк йәш күренәм, һуңғы ваҡытта фотоға төшкәнем булманы, хәҙер булмаҫ та инде.
Ҡәберлектә тынлыҡ, оркестр ҙа урында ҡалды, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа эскә инмәне, минең кәүҙәм атайым менән йәнәш ятасаҡ икән. Аҫта ла, өҫтә лә беҙ бергә буласаҡбыҙ. Ул да шулай яҡты донъянан китеп барғас, беҙҙең тирәлә осоп йөрөнөмө икән? Әммә беҙ генә бер нәмә лә һиҙмәнек, тимәк, минең барлыҡты ла бер кем дә һиҙмәй, хатта инәйем дә.
Хәҙер кәүҙәм ер ҡатламы аҫтында ҡалғас, беҙҙе бәйләп тороусы еп өҙөлөр инде, ә мин кем артынан китәйем икән?
Һин юҡ, улар бар, тереләргә йәбешеп ятып булмай инде, мин бында йөрөмәһәм, бәлки, улар оҙон-оҙаҡ ғүмер юлы үтер. Тереләр донъяһында һин артыҡһың.
Шуны беләм, мин инде башҡа бында килмәм, тереләргә хәтерләүҙәр генә ҡалдырып китеп барырмын, сөнки унда мине атайым көтә бит. Беҙ икәүләшеп ерҙә ҡалғандарҙы йыраҡтан ғына күҙәтербеҙ...


"Киске Өфө" гәзите, №15, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.24 | Ҡаралған: 218

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru