«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Календарҙа яңы дата - наставник, йәғни Кәңәшсе-тәрбиәсе (Остаз) көнө булдырыу тәҡдимен күпселек хуплап ҡабул итте. Был беҙҙең өсөн ниндәйҙер яңылыҡ булып тормаһа ла, кәңәшсе-тәрбиәсе эшмәкәрлеге бөгөнгө шарттарға ярашлы нисек ойошторолорға тейеш, тип уйлайһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨЙҘӘ УЛТЫРҒАНСЫ...
+  - 

Гәзиттә ошо рубриканы гелән күҙәтеп барам. Республика халҡының аҡса эшләүҙең әллә күпме төрлө юлдарын, ысулдарын табыуына һоҡланып ҡарайым. Бигерәк тә йәштәрҙең уңышына һөйөнәм. Ата-әсәһенән генә көтөп ултырмайынса, үҙҙәре лә финанс мәсьәләһен хәл итергә тырышҡан уңғандарға "Афарин", тиергә генә ҡала.

Мин үҙем хаҡлы ялда. Мәләүез ҡалаһында бабайым менән үҙ йортобоҙҙа йәшәйбеҙ, балаларҙың үҙ тормошо, килеп-китеп кенә йөрөйҙәр. Хаҡлы ялға сығып, бер-ике йыл ял итеп алынғайны, өйҙә ултырыуы күңелһеҙ була башланы. Баҡса эшенә әллә ни барым юҡ хәҙер, берҙән, олоғайылған. Икенсенән, икебеҙгә ҙур баҡсалар тултырып картуф һәм башҡа емеш-еләк сәсеү ҙә кәрәкмәй. Балалар бәләкәй саҡта мал тоттоҡ, ләкин бөгөнгө көндә әбей менән бабайға был мәшәҡәт тә, ауыр ҙа. Көндәр йылытыу менән бабай үҙе һымаҡ балыҡ ҡармаҡларға яратыусылар менән йылға-күлдәр буйынан ҡайтмай. Миңә өйҙә айырыуса күңелһеҙ, шуға күрә яҡындағы баҙарға сығып, таныш-тоноштар менән аралашып, көн үткәрергә әүәҫләнеп алдым. Ара-тирә өйҙә үрсеткән гөлдәрҙе лә һатҡыланым һәм бер көндә үҙемә өҫтәмә аҡса килтергән шөғөл дә таптым. Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары район үҙәгенә алып килеп һөт, ҡаймаҡ, май һаталар. Ләкин барыһының да оҙаҡ ултырырға ваҡыты юҡ, өй мәшәҡәттәре көтә, балалар мәктәптән ҡайтҡансы өйҙә булырға кәрәк. Һәм мин улар менән һөйләшеп-килешеп, уларҙың һөт аҙыҡтарын күмәртәләп һатып алып, бер аҙ хаҡ өҫтәп, берәмләп һата башланым. Ашыға торған эшем юҡ, баҙарҙа оҙаҡ ҡына ултырып, һатып бөтөп ҡайтып китәм. Уларға ла файҙа, алып килеп тапшырып ҡайта ла китәләр, миңә лә килем. Өҫтәүенә, көнөм файҙалы һәм күңелле үтә.
Айырыуса һөт һәм ҡаймаҡ алыусылар күп, улар бик һирәк осраҡта ғына һатылмай ҡала. Ә май, ҡоротто өйгә алып ҡайтып, икенсе көндә тағы ла алып сығам йәки өйҙән һатам. Нисек булһа ла, был шөғөлөм минең өсөн файҙа ғына. Бөгөнгө яҙмам, бәлки, минең кеүек хаҡлы ялда булғандарға оҡшар һәм улар ҙа ошо эш менән шөғөлләнә башлар. Пенсияға өҫтәмә килем килеп торһа, күңелдәр ҙә көрәйеп китә, шулай уҡ кеше араһында булаһың.

Сәбилә ӘҒЛИУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.24 | Ҡаралған: 159

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru