«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФАШИСТЫ ТИПКЕЛӘП ЙӨРӨТКӘН…
+  - 

Башҡаларҙан холоҡ-фиғеле менән айырылған, үҙ шәхесенә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған, үҙенсәлеклеге менән ылыҡтырған, йәшәү дәрте менән һоҡландырған, тәбиғәте менән сәйерҙәрҙе "ҡыҙыҡ кеше" тиҙәр беҙҙең яҡта. Баймаҡ районының Яңғаҙы ауылынан Трудасимов ағайҙы белмәгән, уның тураһында ишетмәгән, уны иҫкә алғанда, ихлас йылмаймаған кеше юҡтыр. Трудасимов ағай - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, алсаҡлығы, тәҡүәлеге, мәрәкәселлеге менән яҡташтары араһында хөрмәт яулаған шәхес булды.

Төрлө йыйын-ҡунаҡтарҙа һуғыш ветераны булған был ағай яуҙа күргән-ишеткәндәре, мажаралары тураһында мәҙәк итеп һөйләр булған. Тәбиғәттән һүҙгә маһирлығы, үҙен дә, кешене лә ышандырырлыҡ итеп хисләнеп бәйән итеүе, шыттырыуҙары, уйҙырмалары тыңлаусыларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Ул һөйләгән мәҙәктәр ауыҙҙан-ауыҙға йоғоп, ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа яғылып, сағыу тел мираҫы булып һаҡлана.
Һөйләүҙәре буйынса, ул дөйөм йыйылыу пунктында командаларға тәғәйенләп, обмундирование алғанда уҡ үҙенең талапсан, төпсөн, хужасыл булыуын күрһәткән. Ғүмерендә яҡшы кейемгә, бигерәк тә аяҡ кейеменә йәлсемәгән кеше, ике пар итек алам, тип ғауға ҡуптарған, тиҙәр. Шулай булмай, оҙон юлда туҙһа, яңыһын ҡайҙан алһын!
- Һуғыш башланған йылы булды иң ҡыйыны, - тип һөйләгән Трудасимов ағай, - бер ауыл янында оборона тоторға бойороп киттеләр. Тотабыҙ уны, ниңә тотмаҫҡа, ти. Әйҙә, килеп ҡараһын нимес, күрмәгәнен күрер, тип эшкә керештек. Окоптар ҡаҙып, блиндаждар төҙөп, ашарға ғына ултырғайныҡ, башланды бит мәшхәр. Баш күтәрергә лә әмәл юҡ. Үҙебеҙ өсөн тырышып, йәтешләп эшләгән урынды ташлап, сигенергә тура килде. Исмаһам, бер көн йоҡлап булманы шунда. Яңынан барып урынлашҡан ерҙә шул уҡ хәл. Был ни ғәләмәт? Беҙ ыҙалап төҙөйбөҙ, нимес килә лә, бәрәстәрҙе ҡыуған кеүек баҫтырып сығара ла ебәрә. Беҙ әллә уларға ялланғанбыҙ инде. Эй, йән көйә. Мәскәүгә яҡынлашҡан һайын ер ҡаҙыу эштәре байтаҡ ауырайҙы, буйтым ялҡытты. Иркенләп ҡаҙыу түгел, тупраҡ ташларға урын юҡ: таш та асфальт, тимер ҙә бетон. Бигерәк ҡыҫтау ерҙәре. Ҡайҙа малдарын көтәләр ҙә, ҡайҙа һабантуйҙарын үткәрәләр икән? Егеттәр менән "Әйҙә, беҙ ҙә әҙер окоптарына баҫып инеп, рәхәтләнеп йәшәп алайыҡ", тип һөйләштек тә, ниместе кире ҡыуырға булдыҡ. Бөтәбеҙ бер һүҙле булғас, эштәр яйға китте.
Бер тапҡыр уларҙы һыу эскеһеҙ итеп туҡмап алғайныҡ, мөгөҙөнән тотоп быраҡтырылған колхоздың племенной үгеҙе һымаҡ булдылар. Окопҡа ырғып төшһәм, мылтығын миңә тоҫҡап, бер ҡарасҡы тора. Эх, йән көйөгө! Мин ҡаҙған окоптарҙа рәхәтләнеп йәшәп килде лә, хәҙер ишшү миңә мылтыҡ тоҫҡап тора, ҡороғор. Шул тиклем йәнем көйҙө, мылтығымдан атырға ла онотоп, күҫәк менән һуҡҡан кеүек тондорҙом. Мылтығы бер яҡҡа, үҙе бер яҡҡа осто теге хөрәсән. Ятҡан еренән ҡулдарын күтәреп "Трудас! Трудас!" тип ҡысҡырмаһынмы. "Ә-ә-ә, Трудас ағайыңды яңы таныныңмы?" тип, елкәһенән эләктереп торғоҙҙом да, артына тибеп ебәрҙем. Осаһын ыуа-ыуа иланы, бахыр. Башҡалары ла илай-илай ҡулдарын күтәрҙе, сразы танынылар. "Ай-һай, ажар егет икәнһең", тип үҙебеҙҙекеләр ҡулымды ҡыҫты. Аръяғына ҡыйын булманы. Һөжүмгә күтәрелһәк: "Трудас, Трудас! Гитлер капут! - тип, ҡоралдарын ташлай ҙа, мин типмәһен, тип, лыпын ултыра ла ҡуя торғайнылар. Бер тапҡыр шулай окоптағыларын пыран-заран килтереп борҡотоп сығарғас, блиндажға барып индем. Өҫтәл артында колхозыбыҙҙың өйөр айғыры һымаҡ мыҡты, тос кәүҙәле күҙе аларған берәү ултыра. "Һин дә, хох!" тигәйнем, теге ялтарып ҡасып бара. Әх, суҡынғыры, ағайыңды танымаһаң әле, тип, арт һанына эләктерҙем. Аҡырып илап, бер ишеккә инеп китмәһенме. Минең өйҙәй тимер шкаф икән. Көргөп-көргөп сығара алманыҡ. Эстән бикләнде лә ҡуйҙы, ҡәһәрең. Оҙаҡ уйлап тормай, шкафы-ние менән машинаға тейәп, Сталинға ебәрҙек. Үҙе һөйләшһен генералдары менән, ә һалдаттарын үҙебеҙ тәрбиәләрбеҙ. Аҙаҡтан миҙал биргәндә командир һөйләне. Сталин генералдан: "Нишләп шкафҡа йәшерендең?"- тип һораған. "Эй, Трудас ныҡ тибә бит", - тип яуаплаған ул.
Мәрәкәне аңламаған бер аҡыллы баш Трудасимов ағайҙы фашларға булған икән. Йәнәһе, ниместәр "Трудас!" тип ҡысҡырмаған, ә үҙҙәрен ябай кеше "Трудящийся из рабочих" икәнен белдереү маҡсатында, телгә яраҡлаштырып, "Труд аус", тип ҡысҡырғандар, йәнәһе. Трудас ағай ҙа, уны белгән яҡташтары ла ул аҡыллы башҡа ышанмаған. Эйе, ниңә йомортҡанан йөй эҙләргә? Ҡыйыулыҡҡа, саялыҡҡа бер ниндәй ҙә дәлил кәрәкмәй. "Трудас!" тип, аялауҙы, ярлыҡауҙы һорап ҡысҡырған баҫҡынсы дошман ябай башҡорт һалдатынан. Был - мәслихәт!
Эскерһеҙ шаян ағай әҙерәк "һелтәп" алһа, "Ул әтрәгәләмдәрҙе өйөрө менән окоп буйлап типкеләп алып йөрөй торғайным", тип һөйләр булған. Ихлас күңелле кеше нимә һөйләһә лә, башҡалар уны иғтибар менән тыңлап, хәйләһеҙ, мәкерһеҙ хәбәрен күңеленә яҡын ала, зыян көтмәй. Ундайҙарҙы бер ҡатлы, еңел холоҡло тип уйлаусылар ҙа табыла. Әммә, асылда, был ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Күңел дәртен ҡыҙғанмайынса башҡаларға өләшеүсе үҙенә кешеләрҙе ылыҡтыра. Кешенең яҡшылығы кеше араһында йәшәй, аламалығы үҙе менән ерләнә.
Таш күңеллеләрҙән таш йылғалар ғына ҡалыр, тигәндәй, эскерһеҙ, йәнендә үҙе өсөн генә түгел, башҡаларға өләшерҙәй дәрте булған хикмәтле кеше, халыҡ иҫендә "ҡыҙыҡ кеше" булып, яҡты хәтер ҡалдырыуы бер ҙә ғәжәп түгел.

Урал МОСТАФИН.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.24 | Ҡаралған: 122

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru