«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГЕРОЙҘАР ВАҠЫТЫ - 5
+  - 


Мина ергә төшөп шартлағанда ярсыҡтары бик алыҫтарға тарала. Һин мина төшкән ерҙән алыҫта, окопта ултыраһың икән, ерҙең көсәнеүен тояһың. Ер көсәнә, ыңғыраша төҫлө. Ҡайһы бер тауышһыҙ миналар ҙа бар, уларҙың ҡырт итеп ергә инеп китеүен генә ишетәһең һәм ерҙең, һауаның тулҡыны килеп бәрелә. Был ныҡ контузия бирә торған тулҡын. Һуғыштың аяуһыҙлығын, төрлө ҡорал уйлап табыусы ғалимдарҙың башлылығын күрергә була был ҡанҡойош ваҡытында. Шундай миналар бар: улар шартлай, һауа тулҡыны һалдаттарҙы төрлө яҡҡа атып бәрә. Барып ҡараһаң, һалдат ята, бөтөн ере имен, яраланған ере күренмәй. Әммә ул кешенең эсендәге бөтөн ағзаларын селпәрәмә килтергән! Уға ҡағылдыңмы - иптәшең инде һуңғы һулышын алған була... Аяуһыҙ, мәрхәмәтһеҙ кешелекһеҙ был һуғыштың йөҙө! Уға йәлләү, намыҫ, изгелек кеүек төшөнсәләр ят, бары күберәк һалдаттарҙы юҡ итеү, хәйләкәрлек, үлем көҫәү генә уның булмышы!

* * *

Төндә икешәр сәғәт һайын алышынып поста торған ваҡытта бигерәк тә башҡа төрлө уйҙар килә. Кемдең хаҡлы, кемдең ғәйепле икәнен уйлай башлайһың. Был уйҙар - йонсотҡос уйҙар! Быны аңламаған егеттәр, шулар иҫәбендә "Лев" позывнойлы Зариф та ныҡ уйланды, хәҡиҡәткә төшөнөргә маташты. Әммә ауыр уйҙарҙың күңелгә һиллек түгел, киреһенсә, уны хәлһеҙләндереүен, көсһөҙләндереүен, үҙен эстән ашауын аңлап ҡалды һәм ул баш ватыуҙарҙан ҡотолорға булды. Ул - һалдат, ул - яугир. Ил саҡырҙы - уны һаҡларға бурыслы! Башҡалары уға ҡағылмай! Шуға күрә Зариф һаҡта торған төндәрҙә тыуған ауылын, өйөн, ата-әсәһен, һеңлеләрен, кәләшен, улын уйланы. Күңелле мәктәп һәм студент йылдарын хәтергә алды. "Бөгөн батырлыҡҡаа урын бармы?" тигән һорауға ла йыш әйләнеп ҡайтты. Әммә был һорауға ул күптән яуап тапҡайны инде. "Батырлыҡ мөһим түгел! Кеше булып ҡалыуың иң мөһиме! Намыҫыңа тап төшөрмәү! Сөнки һуғыш ваҡытында һалдаттарҙың кешелеклеген юғалтып, инстинктҡа бирелеп, хайуандарса эш итеүен аҙ күрергә тура килмәне.
Мәҫәлән, булды шундай ваҡиға: дошман һалдаттарын әсиргә алдылар. Уларҙан допрос алырға ла, штабҡа оҙатырға кәрәк. Әммә араларында бер нисә егет: "Улар беҙҙең һалдаттарҙы нисек туҡмаған, кәмһеткән, ниндәй ағзаларын ҡырҡып алған, беҙ ҙә шулай итәйек! Ҡанға - ҡан, үскә - үс!" тигән талап ҡуйҙы. Бер яҡтан ҡараһаң, улар хаҡлы ла кеүек. Әммә... нацистар ҡыланғанды ҡыланһаң, бер нәмә уйламаған, кешелеклеген юғалтып, робот үлтереүселәр - наемниктар кеүек үлем ҡоҙғонона әйләнереңде көт тә тор! Кеше булып ҡалырға! Шулай уҡ был афәттән имен-аман ҡотолоу! Әгәр яралана икән, еңелсә булһын! Йырҙа йырланғанса "Если смерти - то мгновенной, если раны - небольшой!" - йыш ҡына шуны йырлап, йә һыҙғырып ултырыр булып китте ул. Һөжүм тынған, һил ваҡыттарҙа, йә кисен йоҡлар алдынан блиндажда һөйләшеп ятҡанда ошо турала ла һүҙ сыға ине.
- Мин калека булып ҡайтырға теләмәйем! - тине "Жираф" позывнойлы рус егете. Улар "Лев", йәғни Зариф менән бер осорҙа яраланғайны. "Лев"тың яраһы еңелсә генә булғас, ошонда ғына перевязка менән ҡотолдо. "Жираф" госпиталдә ятып килде. - Госпиталдә аяҡһыҙ, ҡулһыҙ, ярты башын снаряд умырған һалдаттарҙы күрҙем. Минең ундай хәлдә туғандарыма ҡайтырға хаҡым юҡ!
- Мин дә! - тип уны йөпләне икенсеһе. - Инвалид булып, туғандарыма йөк булып йәшәмәйем! Әгәр ныҡ яраланып та, үлмәһәм, мине госпиталгә ебәрмәгеҙ! Ошонда уҡ ярҙам итегеҙ - атығыҙ! Был иң изге эш буласаҡ! Калека булып түгел, герой булып даным ҡайтһын!
Мине лә йәлләмәһендәр! - ти өсөнсөһө. - Әйҙәгеҙ, һөйләшәйек! Ысынлап та үҙ-үҙебеҙҙе ҡарарлыҡ, атлап йөрөрлөк яра алмайбыҙ икән, "300"-сө булабыҙ икән, атабыҙ! Йәлләмәйбеҙ! Бер-беребеҙгә вәғәҙә бирәйек!
Тәүҙә "Лев" та шулай тип уйланы. Атаһы йәшләй инфаркттан китеп барғас, ауыл тормошоноң бөтөн ауырлығын уның менән бергә күтәргән әсәһен йәлләне. Аяҡһыҙ, йә ҡулһыҙ булып ҡайтып, йөк булып ятырға теләмәне. Кеше көнлө булып, йә аҫтыңа ярау итеп ултырыу - тағы ниндәй ауырлыҡ килтерһен ул әсәһенә! Мәңгелек ғазап, көсһөҙлөк кенәме? Бындай йәшәүҙән йәшәмәүең мең артыҡ түгелме?
Ләкин телефон аша ҡыҫҡа ғына һөйләшеүҙәр ваҡытында әсәһе уның уйын белгәндәй: "Имен-һау ҡайт, улым! Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ, күҙһеҙ булһа ла ҡайт! Аяғың да, ҡулың да, күҙең дә булырмын! Тик ҡайт ҡына! Шунһыҙ мин йәшәй алмам, улым! Һине юғалтһам, миңә лә йәшәү юҡ!" - тип һәр ваҡыт тәҡрарлап торҙо. Егеттәрҙең ошондай һөйләшеүендә Зариф ҡатнашмай, ә үҙенең инвалид булып ултырыуын күҙ алдына килтерергә тырыша. Ярай, бер ҡулһыҙ ул йәшәр, һыңар ҡулы менән бына тигән донъя көткән кешене күргәне бар. Һыңар аяҡ менән дә йәшәгән бер ветеран булды. Ағас аяғын туҡылдатып, бөтөн эште эшләне. Һыҙланғандыр, төндәрен йоҡламағандыр - уныһын бер кем белмәне... Ә ике аяҡһыҙ, йә ике ҡулһыҙ ҡалһа? Юҡ, юҡ! Бындай йәшәүҙән Аллам һаҡлаһын! Күҙһеҙ, дөм-ҡараңғы тормошто ла күҙ алдына килтермәй Зариф. Кәрәкмәй! Ошо ике осраҡта уны ла юҡ итһендәр!
Бер ай алғы һыҙыҡта булғандан һуң уларҙы артҡа күсерҙеләр, улар урынына икенселәр китте... Бында шундай тәртип: ай һайын алмашынып торалар. Әлбиттә, алмашынырлыҡ кеше ҡалһа һәм форсат булһа. Форсаты сыҡмай икән, нисә ай "передок"та - окопта, асһыңмы, ҡар өҫтөндәһеңме, эсер һыуың бармы- юҡмы - бер хәл дә итеп булмай. Сөнки алғы һыҙыҡтағы алыш барған ергә гумконвой ҙа, полевая кухня ла килеп етә алмай. Үҙҙәренең ҡанлы мәхшәр эсенән имен сығыуҙарына һаман да ышанып етмәйҙәр әле. 200-сөләр, 300-сөләрҙе лә яу яланынан алып сығыуы мең бәлә... Йөк машиналарын йөрөтөүсе, яралыларҙы һәм һәләк булыусыларҙы ташыусы водителдәр ҙә һәр саҡ "мина яланы" аша үтеүсегә торошло. Һәр минут һайын өҫтөңә снаряд, граната, мина, пуля рәүешендә "үлем ямғыры" яуып торғанда бары йәнен фиҙа ҡылыусылар ғына ошо юлдарҙан яңынан үтергә әҙер. Ысын геройҙар!

* * *

Улар - һиңә, һин - уларға! Снарядтар һәм пулялар оса, ҡай саҡ башыңды ҡалҡытып ҡарарға ла форсатың юҡ. "Лев" бер нисә иптәше менән ҡалҡыуҙараҡ, башҡалар аҫтараҡ урынлашып, дошманға ҡаршы ут яуҙыра. Бөгөн айырыуса ҡаты алыш бара, бер нисек тә алға китеп булмай. Уларҙың заданиеһы ауылды алыу ине, әлегә йөҙ метрға ла алға китә алманылар. Сираттағы гранаталарҙы дошман позицияһына оҙатҡан Зариф, урынын алыштырыр өсөн, уңғараҡ шыуышты. Тап шул мәлдә геүләп снаряд осоп килгәне ишетелде. "Лев" ҡулдары менән башын ҡаплап, ергә һеңде.
- Гөрҫ! - Снаряд ул киткән ерҙән саҡ ҡына аҫҡа төшөп шартланы. Ыңғырашҡан тауыш ишетелде, ярҙамға саҡырҙылар. "Лев" тәгәрләп тигәндәй, аҫҡа ынтылды. Яраланған егеттең эргәһенә "Боксер" килеп еткән ине инде. Ул иптәшенең каскаһын систерҙе.
- Ярҙам кәрәкме? - тип ҡысҡырҙы "Лев" атыш тауышын еңергә тырышып.
- Бронникты сисегеҙ! - тине яралы, ул иҫендә ине. -Тын алып булмай...
"Боксер" менән "Лев" икәүләп һаҡ ҡына бронежилетты һалдыра башланы. Ул теткеләнеп бөткәйне һәм, снаряд ярсыҡтары менән ҡуша, һалдаттың тәненә ҡаҙалғайны. Ҡанлы, тупраҡлы бронник ҡалдығын саҡ-саҡ ысҡындырып алдылар. Яралы һалдат ауыр ыңғырашты, "ипләп" тип ҡысҡырҙы. Шул мәлдә генә уларҙың баш осонда геүләү ишетелде. Дрон! Пулялар һыҙғырыуы, снаряд-гранаталар шартлауы ғына уның килеүен ишеттермәгән булған икән. Бер мәлгә генә атыш тынды һәм коптерҙың ауыр ыңғырашыуы уның снаряд ташларға йыйыныуын аңғартты. Был бер секундта Зариф нимә уйларға ла өлгөрмәне, "Боксер" уны ла, яраланған иптәшен дә ҡаплап, улар өҫтөнә ауҙы. Шул секундта уҡ шартлау яңғыраны! Донъяның аҫты-өҫкә килгәндәй тойолдо... Төтөн, дары, көйгән ит еҫе танауға тулды. "Лев"тың аңы бер мәлгә генә юғалғандай булды ла, кире үҙ халәтенә ҡайтты. "Теребеҙме?" - тигән уй үтте башынан.
- Боксер? Һин тереме? - тегеһе ауыр шыуышып уның өҫтөнән төштө һәм иҫтән яҙҙы. Зариф та, алдан яраланған һалдат та тере ине. Ә уларҙы үҙ кәүҙәһе менән ҡаплаған "Боксер" ныҡ ҡаты яраланғайны, арҡаһы ярсыҡтарҙан тишкеләнеп бөткәйне... "Боксер"ҙың был аҙымы, иптәштәрен үлемдән һаҡлап, үҙ ғүмерен ҡорбан итергә ынтылыуы - ысын батырлыҡҡа тиң! Быны ҡысҡырып бер кем өндәшмәһә лә, Зариф та, башҡалар ҙа аңланы. "Батырлыҡҡа урын бар! - тип уйланы Зариф аҙаҡтан ошо хәл иткес бер секунд тураһында хәтеренә алып. - Бөгөн тап геройҙар ваҡыты! Тик улар батырлыҡ, герой булыу тураһында уйламайҙар! Бары иптәшеңде ҡотҡарыу, уға терәк булыу хаҡында ғына уйлайһың! Хатта уйламайһың да, ә ҡотҡараһың! Бына ошо инде батырлыҡ! Ә уның тураһында ҡысҡырыу, гәп һатыу түгел!"
"Боксер"ға ла, иптәштәрен ҡотҡарыу өсөн үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәгән башҡаларға ла ихтирамы артты Зарифтың. Ул үҙенең дә рухи яҡтан сынығыуын, башында буш уйҙарға урын ҡалмауын аңланы. Ул - һалдат! Ошоноң менән барыһы ла әйтелгән!

* * *

Алғы һыҙыҡтан сығыу - тамуҡтан сығыуға тиң булды... Күптәр ятып ҡалды... Иптәштәренең күҙҙәрен йомдороп, ҡара тоҡтарға тығып, "200"-се йөк менән тыуған ерҙәренә оҙатыуға ғына һаман күнеп булмай! Нисек? Нисек инде 20, 25, 30 йәштә китәһең был матур донъянан! Улар әле бит йәшәп тә, яратып та өлгөрмәне! Уларҙы кәләштәре, балалары, атай-әсәйҙәре көтөп тора!..
Штаб янында интернет бар, ялан вай-файы тота. Алғы һыҙыҡтан сыҡҡас, һәр һалдат үҙенең иҫән-именлеген белдерер өсөн тиҙерәк штаб янына ашыға. Уларҙың тауышын ишетеүгә зар-интизар булып торған яҡындарын шатландырыр өсөн ҡабалана улар. "Бөтәһе лә яҡшы! Имен-һаубыҙ!" - ошо хәбәрҙән дә, ғәзиз балаһының, һөйөклө иренең, ҡәҙерле атаһының тауышын ишетеүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ, олораҡ бәхет бармы көткәндәр өсөн!
"Лев" тәүҙә йышыраҡ әсәһенә шылтырата, өйҙәге хәлдәр, ике һеңлеһенең уҡыуы, ауыл яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһына ине. Үлем менән күҙгә-күҙ ҡараша башлағас, кәләшенә лә шылтыратырға ғәҙәт итеп алды. Бәләкәй улының хәлен белешә, ниндәй һөнәр арттырған, нимәгә өйрәнгән, балалар баҡсаһына йөрөймө, ниндәй һүҙҙәрҙе әйтә - уның өсөн донъяла тағы бер ғәзиз йән барлыҡҡа килде. Ҡайһы көндә улының тауышын да ишеттерә кәләше. Телен боҙобораҡ "Атай, ҡайт!" тигән һүҙҙәр егеттең күңеленә йылы һала, тиҙерәк нацистарҙы дөмөктөрөп, тыныс тормошҡа ҡайтып йәшәү теләген арттыра. Улы арҡаһында ҡатынына ҡарата ла йылы хистәрҙең уяныуын үҙе лә һиҙмәй ҡалды Зариф. Көндө нисек үткәреүен, нимәләр борсоуын, ҡалала ниндәй үҙгәрештәр булыуын һораша, кәйефе үҙгәреүен дә һиҙеп тора. Ул да көтә, ахырыһы, Зарифты. "Ҡасан ҡайтаһың, улың һине таптыра, һине һағына!" - тиһә, ҡулдарында көс артыуын, йөрәге йышыраҡ тибә башлауын тоя ул. "Имен ҡайт, улым! Һин беҙҙең берҙән-бер күҙ терәп торған терәгебеҙ! - ти әсәһе лә. Доғалар уҡый башлауын, намаҙға өйрәнеүен әйтә. - Бер ҡасан да башыма яулыҡ ябынып, ҡул ҡаушырып, доға уҡып ултырырмын тип уйламағайным. Тормош үҙе ошо көнгә алып килде. Көнөн-төнөн һинең иҫән ҡайтыуыңды һорап, Аллаһы Тәғәләгә ялбарам... "

(Дауамы. Башы 16-19-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.05.24 | Ҡаралған: 101

Киске Өфө
 

Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru