«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РӘШИТ НАЗАРОВ ҺЫНЫ...
+  - 

Ауырғазы районының Талбазы ауылында башҡорт шиғриәтенең сағыу вәкиле, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровҡа бюст асыу тантанаһы үтте.

Бюст шағирҙың исемен йөрөткән гимназия алдында урынлашҡан, уға ике йыл элек күренекле шағирҙың исеме бирелгән. Бюст авторы - Илдус Закиров. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссияһы рәйесе, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина бөгөнгө тантаналы көнгә еткергән ваҡиғалар тураһында түбәндәгеләрҙе билдәләй: "Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында башҡорт әҙәбитенә йәшен тиҙлегендә үҙенең киң билдәле "Йөрәк", "Йәшен" шиғырҙары менән килеп ингән Рәшит Назаровтың ижады менән бөгөн шиғыр яратҡан, һүҙ сәнғәтенең аһәңен, кимәлен баһалаған һәр кем таныш. Нимәһе ҡыҙыҡлы, уның ижады тураһында замандаш шағирҙар ҙа, әҙәбиәтселәр ҙә, китап уҡыусылар ҙа берҙәй тетрәнеү, һиҫкәнеү менән телгә ала. Ул - башҡорт әҙәбиәтен үҙ иткән һәр кем өсөн бөйөк ижадсы, олуғ талант эйәһе. Бөгөн бер кемгә лә Рәшит Назаров ижады юғары һүҙ сәнғәте әҫәрҙәре булыуын иҫбатларға кәрәкмәй. Алда әйткәнемсә, уны әҙәбиәткә аяҡ баҫҡанда уҡ ҡәләмдәштәре маһир шағир булыуын танып, алҡышлап ҡаршы ала. Рәшит Назаров - ул башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, ә шиғриәте, яҙмышы менән Рәсәй, донъя әҙәбиәтендә бик һирәк осрай торған күренеш...
Аяныслы сир, яҙмыш, шағирҙы һуңғы көндәрендә махсус интернатта йәшәүгә дусар иткән. Оҙаҡ йылдар яҙыусылар, Ауырғазы районы йәмәғәтселеге Талбазы башҡорт гимназияһына бөйөк шағирҙың исемен биреү өсөн көрәш алып барҙы. Был хәрәкәт ысын мәғәнәһендә көрәш ине, сөнки ҡаршылар ҙа булманы түгел. Рәшит Назаров ижадын юғары баһалап, уның ижадын, исемен мәңгеләштереү өсөн әүҙем эш алып барған Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Светлана Атмасоваға, Ауырғазы районының элекке хакимиәт башлығы Миҙхәт Вәлитовҡа рәхмәт. Шул тиклем баҫалҡы, әммә маҡсатлы туғандарына рәхмәтлебеҙ - улар ышаныслы аҙымдар менән алға атланы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына тупланған материалдар, документтар менән мөрәжәғәт итте", - тип билдәләй Лариса Хашим ҡыҙы.
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында (2022 йылдың авгусында) Ауырғазы районы Талбазы ауылы мәктәптәренең береһенә башҡорт шиғриәтенең иң сағыу вәкилдәренең береһе Рәшит Назаров исеме бирелде. Шағирҙың әҫәрҙәре республиканың урта һәм юғары уҡыу йорттары программаһына индерелгән. Йыл һайын тыуған көнөндә "Назаров уҡыуҙары" шиғри, әҙәби, музыкаль саралар циклы үткәреү йолаға әүерелгән.

"Киске Өфө" гәзите, №20, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.05.24 | Ҡаралған: 117

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru