«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫТЫУСЫЛЫҠҠА БЕР АҘЫМ
+  - 

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында юғары һәм урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарының "Әсә теле - 2024" тип аталған һөнәри оҫталыҡ конкурсына йомғаҡ яһалды.

Ун йылдан ашыу тарихы булған был конкурс иң яҡшы студенттарҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының абруйын нығытыу маҡсатында йыл һайын уҙғарыла. Быйыл конкурстың Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында "Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү" дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарылыуы ҡыуаныслы.
Ойоштороу комитетына Башҡортостан Республикаһының 4 юғары белем биреү ойошмаһынан һәм 7 урта һөнәри белем биреү ойошмаһынан 83 конкурс эше ҡабул ителде. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре, юғары, урта һөнәри белем биреү ойошмалары уҡытыусылары, дөйөм белем биреү ойошмалары уҡытыусылары ингән баһалама комиссияһы иң яҡшы 20 эште билдәләне һәм уларҙың авторҙарын конкурстың асыҡ этабына саҡырҙы.
Конкурстың асыҡ этабы дүрт турҙан торҙо: "Иң яҡшы дәрес/дәрестән тыш сара"; "Иң яҡшы теоретик"; "Буласаҡ уҡытыусы медиавизиткаһы"; "Педагогик ринг". Өфөнөң Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһында үткәрелгән беренсе турҙа студенттар дәрес үткәреү һәм анализлау өлкәһендә һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтте. "Буласаҡ уҡытыусы медиавизиткаһы" этабы өсөн конкурсанттар үҙҙәренең ҡаҙаныштары, ҡыҙыҡһыныуҙары һәм шөғөлдәре тураһында видеоролик-презентацияларын тәҡдим итте. "Иң яҡшы теоретик" студенттарҙың башҡорт теле, әҙәбиәте һәм уларҙы уҡытыу методикаһы буйынса теоретик белемдәрен билдәләүгә йүнәлтелгәйне. "Педагогик ринг"та студенттар заманса белем биреүгә ҡағылышлы билдәле кешеләрҙән видеоһорау алыу формаһын ҡулланды. Баһалағанда жюри ағзалары буласаҡ педагогтың мәсьәләне аңлауын, уны асыуын, үҙ фекерен һәм дәлилдәр кимәлен иҫәпкә алды.
Үткәрелгән һынауҙар һөҙөмтәләре буйынса ике абсолют еңеүсе һайланды, улар: юғары уҡыу йорттары студенттары араһында Аҡмулла университетының башҡорт филологияһы факультеты студенты Лилиә Дүсмәтова (етәксеһе - Гөлфиә Дәүләтҡолова) һәм Б.М.Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжының 4-се курс студенты Гөлдәниә Вәлиева (етәксеһе - Гөлнара Шакирова). Улар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы һәм 25 мең һумлыҡ бүләк карталары менән бүләкләнде.

Алина ҒӘЛЛӘМОВА,
М.Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты.

"Киске Өфө" гәзите, №22, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.06.24 | Ҡаралған: 122

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru