Нуғай юлындағы көнбайыш ҡатайҙар башҡорт халҡы тарихында һиҙелерлек эҙ ҡалдырған. Бигерәк тә был ХVII - ХVIII быуаттарҙа башҡорт яуҙары ваҡиғаларында асыҡ сағыла. Был мәҡәләмдә башҡорт халҡының артабанғы йәшәйешенә ҙур йоғонто яһаған 1735 - 1740 йылдарҙағы яуҙың һуңғы осоро - 1740 йыл миҫалында башҡорт ихтилалдарында ҡатайҙарҙың ҡатнашыуын асыҡларға теләнем.
1740 йыл. Яу барышы
Ҡараһаҡал яуы тип билдәләнгән хәрәкәт 1740 йылда Себер юлында башлана. Йыл башында хан тип иғлан ителгән Ҡараһаҡал яуҙы "тоғро" башҡорт һәм мишәр старшиналарына һөжүмдән башлай. "Тоғролар" Көҙәш Рахманғолов, Мәндәр Арҡаев, Шағанай Борсаҡов һәм башҡа баш күтәреүселәр менән бер ни ҙә эшләй алмайҙар. Тәржемәсе Роман Уразалин тарафынан ебәрелгән хәбәрҙәрҙә "уның менән бергә булған "вернайҙар"ҙың күбеһе өйҙәренә таралып бөттө (Шағанай Борсаҡовтан башҡалары), байтағы "бурҙарға" ҡушылдылар, "бурҙар" сәғәтләп арталар", тип билдәләнә.
Башҡорт эштәре буйынса комиссия начальнигы генерал-майор Соймонов баш күтәреүселәргә ҡаршы ҙур көс ташлай. Көнсығыштан полковник Арсеньев, подполковник Павлуцкий, Красноуфимскиҙан подполковник Путятин, Табындан капитан Кублицкий походҡа сыға. Соймонов үҙе лә Минзәләнән Өфөгә килә. Март айында ҙур юғалтыуҙар кисергән баш күтәреүселәр тауҙарға табан сигенә. Күренекле яу етәксеһе Аланейәнғол Ҡотлоғужиндың әсиргә төшөүе лә эшкә аяҡ сала. Себер юлында хәрәкәт һүнә төшә. "Тоғро" старшина Көҙәш Рахманғолов подполковник Путятинға Ҡараһаҡалдың Нуғай юлына китеүен хәбәр итә. Аҙаҡ Ҡараһаҡал Тамъян, Ҡоҙғон-Ҡатай, Күбәләк, Тиләү улыстары башҡорттары менән уларға өсөнсө һөжүмде ойоштора. Был һуғышта Булат Йәлекәевтың 90 кешеһе үлә, 28-е яралана, 254 ат ҡулға төшә, 36 ат яралана. Уларға ярҙамға килгән Көҙәш Рахманғолов отряды һөжүме лә кире ҡағыла. Был ваҡытта Ҡараһаҡал лагеры Ағиҙел йылғаһына яҡын Буғанаҡ йылғаһы буйында, Көҫәш ауылында була (1-се киҫәк, 402-се бит). Аҙаҡ, Яйыҡ йылғаһы буйындағы һуғыштан һуң, капитан Кублицкийға килеп эләккән "баш бурҙың" береһе, ошо Көҫәш ауылы кешеһе Әбделмән Көҫәпов Ҡараһаҡалдың үҙ йортонда тороуон таный. Был ауыл элекке Белорет-Инйәр тар тимер юлының "Ҡадыш" станцияһы тирәһендә булғандыр. Ҡараһаҡал бында алдан һөйләгән хәбәрҙәрен дөрөҫләй - уның һикһән меңлек ғәскәре бар, ул тиҙҙән был яҡтарға килеп етәсәк.
Ошо осорҙа капитан Кублицкий баш күтәреүселәргә, "дөрөҫ юлға баҫырға" өндәп, указ ебәрә. Ҡараһаҡалға - ул Ҡатай улысына килгәнгә тиклем булһа кәрәк - ошо улыс старшинаһы Теләүкәй Булаттимеров килеп китә. Ҡараһаҡалға ул тәүҙә ышанмай, башҡорт ҡанын бушҡа ҡойоуҙа ғәйепләй, әммә Ҡараһаҡал уны ышандырыуға өлгәшә. Алдар Иҫәнгилдин улы Морат хәбәренән хан уға кенәз дәрәжәһе биреүен, хөрмәт йөҙөнән атын бүләк итеүен белергә була (шундай уҡ дәрәжәне Дыуан улысынан Салтан да ала. Теләүкәй ошонан һуң бөтә Ҡатай улысын күтәрә алған, күрәһең. Икенсе бер ҡатай Күсекәй Ҡолсорин (алда иҫкә алынған яу етәксеһе) да, үҙ кешеләре менән килеп, Ҡараһаҡалдан "Ҡайҙа вәғәҙә иткән ғәскәрең?" тип талап итә. "Әгәр күрһәтмәйһең икән, урыҫтарға тотоп бирәм", тип янай. Баяғы Морат һүҙҙәренән аңлашылыуынса, Теләүкәй Ҡараһаҡалға Кәлсер, Дыуан улыстарына барып, "тоғролар" отрядтарын тар-мар итергә кәңәш бирә. Әммә Ҡараһаҡал Мауыҙҙы күле буйына китә. Бында уны Яныш бай һыйындырған булырға тейеш. Ҡатай ерендә Ҡараһаҡал ғәскәре мең ярым кешегә етә. Капитан Кублицкий 366 кешелек ғәскәре менән майҙың икенсе ун көнлөгөндә Табынскийҙан яңынан Ҡатай еренә йүнәлә. Кәлсер-Табын улысында ул 200-ләп кешенән торған баш күтәреүселәр отрядын ҡыуып етә, уларҙы илле саҡрымлап ҡыуып бара. Баш күтәреүселәрҙең күбеһе ҡоралдарын ташлап ҡасты, тип маҡтана ул. Был отряд "тоғролар" ауылдарын туҙҙырырға килгән була. Етәкселәре ҡатайҙан Теләүкәй Булаттимеров, сотник Ҡоҙашман Тәкәев, Дыуан улысынан Салтан Арыҫланбәков, ҡатайҙан тағы ла Йәнебәк була. 10 май көндө 250 кешелек Теләүкәй, Салтан, Ҡоҙашман ғәскәре "тоғро" башҡорт Йәрембәт Боҫҡонов ауылына һөжүм итеп, 200 һумлыҡ мал, башҡа кәрәк-яраҡтар, 70 һумлыҡ иген тартып алалар, ауылды туҙҙыралар. Капитан Кублицкий менән ошонда уларҙың икенсе һуғышы була, баш күтәреүселәр яңынан тарала. Ҡараһаҡал был ваҡытта "тоғро" Байым тарханға һөжүм итә, унан Ҡарағас тауҙарына йүнәлә. Шул тауҙан ул Роман Уразалин ғәскәренә һөжүм итергә ниәтләй, тик уларҙың меңдән ашыу икәнен күреп, кире Ҡарағас тауына китә. Май айында Ҡараһаҡалдың Ҡатай улысынан китеүен Теләүкәй менән Ҡоҙашман уның үҙ ғәскәренә китеүе менән аңлата. Ул, йәнәһе, ете көндән килеп етәсәк, әгәр ҙә килеп етмәһә, көтмәҫкә ҡушҡан.
Ҡараһаҡал янына төрлө яҡтан башҡорттар ағыла (тотолған әсирҙәр өс меңләп ғәскәр тураһында һөйләй). Кублицкий, Павлуцкий командалары баш күтәреүселәргә ҡаршы әүҙем һуғыш хәрәкәттәре башлай. Был тирәлә хәрәкәт итеүсе 7059 кешелек ғәскәр туплана, уға өҫтәп, 11312 кешелек хәрби командалар төрлө ҡала-ҡәлғәләрҙә туплана, быларға "тоғро" башҡорт, мишәр старшиналары отрядтарын да өҫтәргә кәрәк. Капитан Кублицкий ҡатайҙың "баш буры" Теләүкәй көстәренә майҙың 22-ләрендә һөжүм итеп, бөтәһе лә ыңғай булһа, аҙаҡ Ҡараһаҡал артынан китәсәкмен, тип хәбәр итә. 500-ләп "тоғро" башҡорттарҙы Ағиҙел аръяғына ебәрә. Отряд Ҡарағас тауы янында бик күп йыйылған башҡорттар менән һуғышҡа инә. Был һуғышта "бурҙар"ҙың 200-ләп кешеһе үлә, 6 кеше әсиргә эләгә. Әммә Ҡараһаҡал унда булмай сыға. 22 май көндө Кублицкий үҙе Тайыр (Таһир) ауылына өс саҡрым алыҫлыҡта өс йөҙ башҡорт менән алышҡа инә (20 башҡорт үлә, 2-һе яралана, 1-әү әсиргә эләгә). Был Тайыр ауылы аҙаҡ Аҡкөсөк-Сермән булып киткән. Ауыл элек 1773-1775 йылдарҙағы һуғышта яу етәксеһе Аҡкөсөк Таировтың атаһы исеме менән йөрөп, аҙаҡ Аҡкөсөктөң үҙ исеме менән атала башлай, XVIII быуат аҙағындағы рәүиздә генә ауыл Сермән тип яҙыла.
Себер юлынан да, Нуғай юлынан да Ҡараһаҡалға башҡорттар ағыла. Мәҫәлән, Тамъяндан Сырымбәт 500 кешеһе менән Рәз йылғаһы буйында, ә ҡатай старшинаһы Артыҡай Ишкинин ғәскәре менән Ҡыҙыл йылғаһы буйында Ҡараһаҡалды көтә. 25 майҙа тотолған бер башҡорт "Ҡараһаҡалға Ҡатай, Тамъян, Ҡыуаҡан, Тиләү, Күбәләк, Әйле, Ҡаратаулы, Тырнаҡлы, Ҡара Табын - бөтәһе туғыҙ улыс башҡорттары, 2000 йә 3000 кеше булалыр, ҡушылдылар, улар Яйыҡҡа ҡарай йүнәлделәр, үҙҙәре менән тирмәләр ҙә алғандар, уйҙары - шунда йәйләргә", ти. Улар артынан Павлуцкий капитан Сытинды ебәрә. Сытин улар менән һуғышҡа инә, утыҙлап кешене үлтерә. Павлуцкий үҙе лә башҡорттар артынан йүнәлә, уларҙан бер генә көн артта ҡалып, эҙәрлекләй. "Бурҙар" Ырымбур яғына китә алмаһындар өсөн капитан Тарбеевҡа командаһы менән ярҙамға килеп етергә хәбәр ебәрә. Ҡыҙыл йылғаһы буйында Павлуцкий һәм уның артынан килеп еткән Языков командалары Ҡараһаҡал ғәскәренә һөжүм итә, баш күтәреүселәр 400-ләп кешеһен юғалта. Был һуғыштан һуң Тамъян, Ҡатай, Көҙәй, Тиләү, Күбәләк һәм башҡа улыстарҙан меңләп ғаилә Ҡараһаҡалдан айырыла, кире тауҙарға ҡаса. Был майҙың егермеләрендә була. 23 майҙа Павлуцкий, Языков командалары Ҡараһаҡалға Яйыҡ янында һөжүм итә, йылға аша сығып өлгөрмәгән йөҙ илле кеше үлтерелә, командалар мең ярым кешенең ҡалғандарын эҙәрлекләп китә, уларға ярҙамға Кублицкий ҙа килеп етә.
Һуңғы алыш Тубыл йылғаһында була. Яраланған Ҡараһаҡал ғәскәр ҡалдыҡтары менән ҡаҙаҡ далаларына ҡаса. Ҡараһаҡалдан хат алғас, Ҡатай улысынан Теләүкәй менән Ҡусҡар бай (Аҡҡусҡар), Әйле улысынан Сарҡа бай ауылдары менән уның артынан китергә ниәтләй. Хат килтергән кеше, Ҡараһаҡал Сыбаркүлдән биш көнлөк юлда тора, тип анлата. Ләкин был ниәт тормошҡа ашмай, башҡорттар Ҡараһаҡалдың ҡаҙаҡтар тарафынан үлтерелеүе тураһында хәбәр ишетә. Уларға кире тауҙарға ҡасырға ғына ҡала...
Ринат ШӘЙБӘКОВ,
Белорет районы Зөйәк урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы.
(Аҙағы. Башы 29-30-сы һандарҙа).
КИРЕ СЫҒЫРҒА