XXI быуатта башҡорт халҡының тарихына, уның йәшәгән территорияларына ҡағылышлы күп кенә китаптар яҙылыуына ҡарамаҫтан, тарихыбыҙҙың билдәле булмаған, өйрәнелмәгән, асыҡланмаған яҡтары ла бар әле. Социология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Б. Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты Йәдкәр БӘШИРОВтың күптән түгел баҫылып сыҡҡан "Урал һәм Волга буйы халыҡтары тарихына яңы ҡараш" тигән хеҙмәте ошо мәсьәләгә ҡайһы бер асыҡлыҡтар индерергә ынтылышы менән ҡиммәт.
Биләмә сиктәре тураһында
Башҡортостан тарихын тәрәнерәк өйрәнгән һайын, башҡорттар йәшәгән территорияларҙың киң булыуына йәнә бер тапҡыр инанаһың. Башҡорттарҙың ерҙәре төньяҡта Аҡ диңгеҙҙән алып, көньяҡта Яйыҡ йылғаһының урта ағымына тиклем, көнсығышта Тобол йылғаһынан алып, көнбайышта Волга йылғаһына тиклем һуҙылған була. Хатта ҡайһы бер айырым фараздар башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙең Финляндияға тиклем барып етеүе хаҡында һөйләй. Айырым ырыуҙарҙың тарихын, уларҙың йәшәү территорияларын алғанда, география тағы ла киңәйә. Мәҫәлән, бөрйәндәрҙең киң территорияларҙа йәшәүе тураһында билдәле. Икенсе мәғлүмәттәр буйынса, Оло Башҡортостанда йәшәгән ырыуҙар Финляндияның көнбайыш сиктәренән алып, Иртыш йылғаһы бассейнына тиклем, төньяҡта Поляр тү-ңәрәктән алып, көньяҡта Иҙел- Болғар дәүләте ме-нән шартлы рәүештә сикләшкән һәм Аҡ Болғар атамаһы аҫтында билдәле булған дәүләт булып ойоша. Аҡ Болғар составында төрки милләттәр бик күп ханлыҡтарға һәм дәүләт берләшмәләренә бүленә. Әммә халыҡтың төп өлөшөн башҡорт ырыуҙары вәкилдәре тәшкил итә.
Билдәле ғалимдар Сәләм Әт-Тәржүмән менән Мәғсүди яҙмаларына ярашлы, IX быуат уртаһында төр-киҙәрҙең хәрби-сәйәси берләшмәһе ойошҡан саҡта төрки ҡәбиләләре башында Башғард исемле кеше тора. Бөрйән, юрматы, үҫәргән, табын, тамъян, һәм башҡа ырыу вәкилдәре үҙҙәрен башғардлылар, йәғни башҡорттар тип атай. Был ерҙәр Башҡорт иле тигән атама ала. Ырыуҙар башлығы Башғард тураһында башҡорттарҙа ғына түгел, башҡа халыҡтарҙа ла күп кенә мәғлүмәттәр һаҡланып ҡалған. Был факт телгә алынған тарихи шәхестең заманы өсөн билдәле кеше булыуы хаҡында һөйләй. Шулай уҡ XIV быуаттың аҙағы тарихынан ете ырыу: табын, ҡатай, ҡеүәкән, әйле, ҡыпсаҡ, тамъян, юрматыларҙан торған башҡорт дәүләттәре союзы ойошторолоуы хаҡында беләбеҙ. Күрәһең, был союз сиктәрендә һәр ырыу, бәлки, бер нисә ырыу, айырым дәүләтте тәшкил иткәндер.
Ҙур территорияларҙа йәшәгән башҡорттар бер нисә дәүләт булып берләшә алған. "Оло Башҡортостан" исеме аҫтындағы бындай берләшмә ысынлап та булған. Ләкин башҡорт донъяһы үҙенең үтә етди булыуы арҡаһындамы, әллә "оло ағаһынан" ҡурҡыңҡырапмы, ошо хаҡта һөйләп бармай. Бындай Башҡорт дәүләттәре берләшмәһе тураһында һәм Эске һәм Тышҡы башҡорттар хаҡында күп кенә мәғлүмәттәрҙе беҙгә Урта быуаттарҙа билдәле булған авторҙарҙың береһе Әл-Иҙриси ҡалдырған. Ул "Эске башҡорттар"ҙың көньяҡтараҡ, урманлы-далалы ерҙәрҙә, ә "Тышҡы башҡорттарҙың" төньяҡта, таулы-урманлы райондарҙа йәшәүен билдәләгән. Шулай уҡ Әл-Иҙриси Эске башҡорттарҙың Кастра менән Мастра ҡалалары булыуын да телгә ала. Телгә алынған ҡалалар Европа ғалимдары Башкерти һәм Мәрмәр тип атаған ҡалалар менән тап килә.
Әлбиттә, башҡорттарҙың мөнәсәбәттәре күрше йәшәгән бөтә халыҡтар менән һәр саҡ яҡшы булмай. Теге йәки был яҡтың сауҙа өлкәһенә йоғонтоһон арттырырға теләүе аңлашылмаусылыҡтарға килтереп тора. Мәҫәлән, Әл-Иҙриси, Тышҡы башҡорттар менән болғарҙар араһында Карукийа ҡалаһы өсөн булған ыҙғышты күҙ уңында тотоп, "болғарҙар йыш һөжүм итә... һәм улар үҙ-ара борон-борондан һуғыш алып баралар", тип яҙа. Ғөмүмән, Һамар Лукаһы районы күп халыҡтарҙы ҡыҙыҡһындырған урындарҙың береһе була.
Хандар, бейҙәр, мырҙалар...
Башҡорт дәүләтенең феодаль иерархик баҫҡысы төрлө замандарҙа төрлөсә төҙөлә. Уның төҙөлөшөнә айырым заман, шулай уҡ күрше дәүләттәр ҙә йоғонто яһай. Башҡорт мөхитендә юғары баҫҡысты алып тороусы вазифаны билдәләү өсөн йыш осраҡта хан атамаһы ҡулланыла, ошо уҡ атама аша бөтә төрки халыҡтарҙың да ханлыҡ тип аталған дәүләт ойошмаһы төҙөлә.
Башҡорт ырыуҙарының етәкселек структураһы көнбайыш төрөктәрҙеке менән бер була. Мәҫәлән, төньяҡ-көнбайышта йәшәгән башҡорт ырыуҙары конфедерацияға берләшә. Ырыуҙар менән бей идара итә. Ҡайһы бер ырыуҙарҙа бейҙәр һайланып ҡуйылһа, икенселәрендә был вазифа нәҫелдән-нәҫелгә күсә. Һәр конфедерацияға ингән кешеләрҙең һаны бер нисә меңгә етә.
Етәкселек органдарын һайлау ирекле рәүештә бара. Шул уҡ ваҡытта һайлауҙар, хазарҙарҙағы кеүек үк, көнсығыш төрөктәренең ҡағанатына йүнәлеш тота. Ҡеүәтле ырыуҙар берләшмәһенең башында хан тора. Сыңғыҙидтар (чингизидтар) заманында башҡорт йәмғиәтендә иң юғары ҡатлам бейҙәр тип атала. Бейҙәр хандарҙан кәм булмаған власҡа эйә була. Ҡайһы берҙәрен, мәҫәлән, Майҡы бейҙең нәҫелен XVI быуаттың уртаһына тиклем хандар тип йөрөтәләр (Рәсәй составына ҡушылғас, XVI быуаттың уртаһынан алып, башҡорт бейҙәре һәм тархандары кенәздәр тип йөрөтөлә башлай, был уларҙы Мәскәү кенәздәре менән бер баҫҡысҡа ҡуя). Дәүләттәге бөтә ерҙәр хандыҡы һанала, крәҫтиәндәр ерҙәр өсөн һалым түләй. Шул уҡ ваҡытта ханлыҡтар олоҫтарға бүленә, олоҫтар менән мырҙалар идара итә.
Дәүләттең төп мәсьәләләрен хәл итеү өсөн (ханды һайлау, йәки уны вәкәләттәренән бушатыу; солох йәки һуғыш иғлан итеү; халыҡ-ара килешеүҙәр төҙөү) ҡоролтай исеме аҫтында билдәле булған ҙур йыйын йыйыла. Унда хәрбиҙәр, дин әһелдәре, ер хужалары саҡыртыла. Халыҡтың башҡа ҡатламдары ҡоролтайҙа ҡатнашмағанға күрә, уны бар халыҡ йыйыны тип атап булмай.
Урта быуаттарҙа күп кенә хандар юғары дәүләт вазифаларын алыу өсөн Башҡортостанда әҙерлек үтә. Мәҫәлән, Себер ханы Күсем (1537-1597) шундайҙарҙың береһе. Тарихи сығанаҡтарҙа ошо әҙерлекте алып барған күп кенә хандарҙың һәм бейҙәрҙең исемдәре билдәле. (Уларҙың исемдәре Н.А. Мәжитов менән Ә.Н.Солтанованың "История Башкортостана. Древность. Средневековье." китабында телгә алына).
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА