М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 96-сы ижад миҙгелен "Маҡтымһылыу, Әбләй һәм ҡара юрға" мюзиклы менән асты. Яңы миҙгел, ғөмүмән, яңы премьераларға бай булмаҡсы, был турала журналистар менән осрашыуҙа театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов белдерҙе.
16-17 октябрҙә ҡаҙаҡ авторы Олжас Жанайдаровтың "Йот" пьесаһы буйынса ҡуйылған документаль драманың премьераһы көтөлә. Спектаклдең режиссеры - Айрат Абушахманов. Төп ролде башҡарыусы актер Фәнис Рәхмәтов был трагедияның Ҡаҙағстанға ғына түгел, ә дөйөм илгә ҡағылышлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Әҫәрҙе тәүге тапҡыр уҡығанда уҡ кисергән тетрәнеүем үҙебеҙҙең ерлеккә, үҙебеҙҙе милләткә бәйле яңы материалдарҙы өйрәнә башлағас, тағы ла тәрәнәйҙе", - ти ул. Спектаклдең төп маҡсаты йотто күрһәтеү ҙә түгел, бары тик ошо ваҡиға аша кешелеккә баһа бирергә тырышыу.
"Аслыҡ мәлендә ҡорбандар һаны меңләп түгел, миллионлап иҫәпләнгәнен, йәки аслыҡтан аҡылдан шашыу хәленә еткән кешенең кеше ашау түбәнлегенә төшөүен телгә алыуы ла ауыр, автор был ваҡиғаларҙы кешелек намыҫы, выжданы тураһында һөйләү өсөн этәргес нөктә итеп алған", - ти Олег Закир улы. Спектакль "Ҡара йөҙҙәр" кеүек үк, бәләкәй форматта барасаҡ, был ҡурҡыныс хәл-ваҡиғалар тураһында ҙур сәхнәнән тороп һөйләү артыҡ булыр ине, шуға ла режиссер ҙа, рәссам да ошо форманы тәҡдим иткән. Әйткәндәй, Айрат Абушахмановтың Мәжит Ғафури әҫәре буйынса ҡуйған "Ҡара йөҙҙәр"е "Алтын битлек" Бөтөн Рәсәй театр фестиваленә тәҡдим ителгән һәм ай башында эксперт комиссияһы уны килеп ҡараясаҡ.
Театр коллективы тағы ла бер спектакль өҫтөндә эш башлаған, ул быйыл Республика Башлығы грантына лайыҡ булған "Йософ һәм Зөләйха" әҫәре. Ҡол Ғәлиҙең "Ҡиссаи Йософ"ын Юныс Сәфиуллин инсцинировкалаған, спектаклдең режиссеры - Олег Ханов. Музыкаль легенда сәхнәгә 4 декабрҙә - театрҙың тыуған көнөндә сығасаҡ.
- Был матур мөхәббәт тарихы ғына түгел, - ти Олег Закир улы. - Ромео менән Джульеттаның мөхәббәте ике нәҫелдең араһындағы дошманлыҡты еңеп, улар һөйөүҙәрен тыныслыҡ хаҡына ҡорбан итһәләр, был әҫәр - үҙ тәҡдирен лайыҡлы күтәреп, кешеләге иң бөйөк башланғысҡа инаныусы кешенең ихтыяр көсө тураһында.
6 октябрь "Мин - ҡатын-ҡыҙ" спектакле Туфан Миңнуллин спекталдәре фестиваленә Ҡаҙанға барасаҡ. Ә республика театрҙары, Ғ. Камал Татар дәүләт академия театры, Т. Миңнуллин исемендәге Түбәнге Кама дәүләт татар драма театры көсө менән был бөйөк һүҙ оҫтаһы, драматург, шағир, йәмәғәт эшмәкәренең тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе театрҙа 20 октябрҙә үтәсәк. 21 октябрь - Мостай Кәримдең тыуған көнөндә уның әҫәре буйынса "Ай тотолған төндө" спектакле тәҡдим ителәсәк.
Ләйсән ДАЯНОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|