Өфө ҡалаһында матур, рухлы башҡорт ғаиләһе йәшәй. Туптай өс ул үҫтерә улар. Сабыйҙар телдәре асылған ваҡыттан алып рәхәтләнеп туған телдә һөйләшә. Хоҙай тарафынан уларға ошо телдең хужалары булыу яҙғас, кинәнеп бытылдайҙар. Был ғәҙәти хәл. Быға аптырарға ла, ғәжәпләнергә лә ярамай. Бүренең көсөктәре тыуғас та әтәс булып ҡысҡыра башламай ҙа баһа!
Ләкин беҙ күп милләтле, ике тел дәүләт теле булған республикала йәшәйбеҙ. Балалар өйҙән сығыу менән уларҙы рус телле мөхит ҡаршы ала. Әлбиттә, әлеге башҡорт ғаиләһе менән дә шулай килеп сыға. Бер-бер артлы ике оло малайҙары баҡсаға йөрөй башлай. Сабыйҙар бер йәһәттән дә ҡалышмай, кинәнеп уйнай, тиҫтерҙәре менән аралашалар. Ни бары һөйләшкәндә ҡайһы бер хәрефтәрҙе генә дөрөҫ әйтмәйҙәр. Был күренеш күпселек балаларҙа осрай торған хәл. Үтә тәжрибәле логопед менән шөғөлләнгән хәлдә төҙәтелә торған мәсьәлә.
Балалар баҡсаһында ниндәйҙер комиссия ойошторола һәм әлеге башҡорт балаларын, рус теле менән бер рәттән башҡорт телендә лә һөйләшкән өсөн телмәрҙәрендә үҫеш тотҡарлыҡтары кисерәләр, тип, логопедик төркөмгә күсерәләр. Был хәл ата-әсәне бөтөнләй аптырауға һала. Ул төркөмгә күсеүҙән файҙаһынан башҡа зыяны ла булмаҫ, бәлки, әммә ошо факт, тап үҙ телеңде өйрәтеүҙән етешһеҙлек табыу аптырата быларҙы. Ул төркөмгә тап ике телле балаларҙы ғына туплайҙар икән. Русса телмәре үҫешмәгән татар, башҡорт балаларын. Ҡала шарттарында сабыйыңа сәңгелдәктән телгә һөйөү уятырға тырышып үҫтер ҙә, күпмелер ваҡыт үткәс, кемдәрҙер "Һеҙ яңылышҡанһығыҙ, киреһенсә, балаға зыян ғына эшләгәнһегеҙ", тип белдергән кеүегерәк килеп сыға түгелме был? Өйҙә тик башҡортса ғына һөйләшеп, үҙ телебеҙҙә сыҡҡан китаптар һатып алып, матбуғатҡа яҙылып, туған йыр-моңдарҙы тыңлап йәшәү хата булып сыға икән дә!
"Беҙҙә, өйҙә башҡортса һөйләшегеҙ, тәрбиә - ғаиләнән, тип күп һөйләйҙәр. Ләкин ул бала урамға сыҡҡас, үҙен нисек тоторға, баҡса-мәктәптәрҙәге шарттарға нисек яраҡлашырға тейеш - был турала һүҙ юҡ", - ти әсенеп өс малай әсәһе. Ысынлап та, барса башҡорт балаһын да 20-се ҡала башҡорт гимназияһына йөрөтөп тә булмай бит. Билдәле булыуынса, бары тик ошо гимназияға ғына башҡортса яҡшы һөйләшкән балаларҙы һайлап алырға тырышалар. Тап унда ғына өйөндә туған телендә аралашып үҫкән бәләкәс үҙен һыуҙағы балыҡтай хис итә кеүек. Башҡорт балалар баҡсаларына ла, бүтән баҡсаларҙың башҡорт төркөмдәренә лә тик башҡортса ғына һөйләшкән сабыйҙар алынмай. Һөҙөмтәлә, өс йәки ете йәшенә саҡлы тик туған теле моңон ғына ишетеп үҫкән сабый сит мөхиттә көсөргәнеш кисерә. Был хәл булмаһын өсөн өйҙә нисегерәк тәрбиәләргә, ике телде лә бер рәттән өйрәтергәме-юҡмы - ата-әсә белмәй.
Әлеге атай менән әсәй Өфө буйлап башҡортса һөйләшкән логопед эҙләй башлай. Таба алмайҙар. Аптырап, рус теллеләренә мөрәжәғәт итеп ҡарайҙар. Улар русса белмәгән бала менән эшләүҙән баш тарта йә тиҙ арала русса өйрәтергә, туған телен оноторға ҡуша. Илле алла менән, тартып-һуҙып ҡына башҡортса һөйләшкән логопед ҡыҙ табыла. Әммә ул да тәүге шарты итеп күпмелер ваҡытҡа өйҙә башҡорт телендә һөйләшеүҙе туҡтатып тороуҙы ҡуя.
Белеүегеҙсә, бөгөн төпкөл генә башҡорт ауылдарында ла сабыйҙар бытылдап русса һөйләшергә әүәҫләнде. Быны баланың көнө буйы йәнһүрәт ҡарап ултырыуынан, компьютер уйындарына текәлеүенән тип аңлатырға мөмкин. Шулай ҙа логопед арҡаһында тыуған "урыҫтар" ҙа юҡ түгел икән. Мәҫәлән, Салауат районының бер ауылында дүрт йәшенә саҡлы теле асылмаған сабыйҙы логопедҡа күрһәтәләр. Ата-әсәһе, олатай-өләсәләре саф башҡорт булған, ошо телдә генә һөйләшкән кешеләрҙең балаһы русса ғына һөйләшә башлай. Бөтә байрамдары ла русса үтә, ул аңлаһын өсөн ошо телдә генә аралашалар. Ололар үҙ-ара ғына башҡортса гәпләшә. Ә был бер генә миҫал түгел.
"Башҡортса өйрәтәйек, һөйләшәйек, тип күп яҙыла һәм һөйләнелә. Әммә телде һаҡлап ҡалыу өсөн ниндәй кимәл кәрәк? Икмәк-тоҙлоҡ ҡынамы, әллә әҙәби тел юғарылығындамы - быныһы ла билдәһеҙ", - тигән һорауҙы ла ҡуя өс бала әсәһе.
Атә-әсә хәҙер түләүле үҙәккә йөрөтөп, оло малайҙарына ш, с кеүек өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтә. Әммә ғ, ң, ҙ өндәрен ҡайҙа һәм кемдән ҡуйҙырырҙар - билдәһеҙ…
Гөлсинә ЙОСОПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА