Йәғни рус телен уҡытыу буйынса яңы концепция тураһында
Былтырғы йылдың һуңғы көнөндә Рәсәй Президенты В. Путин "Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү ойошмаларында рус телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу концепцияһы"на ҡул ҡуйҙы. Был тема бынан ике йыл элек Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй ассоциацияһы съезында күтәрелеп, илдең гуманитар көрсөк алдында тороуы билдәләнгәйне һәм мәктәптәрҙә филология предметтарын уҡытыуға яңы ҡараш кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынғайны. Документ буйынса фекер алышыу маҡсатында редакцияға мәғариф өлкәһендәге генә түгел, ғөмүмән, милләт яҙмышына ҡағылышлы бер генә мәсьәләгә лә битараф булмаған шәхестәр - Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының Өфөләге филиалы директоры, юрист Ғарифулла ЯПАРОВ менән Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты доценты, юрист Фәнзил САНЪЯРОВты саҡырҙыҡ.
Концепция буйынса илебеҙҙең милли республикаларында хатта дәүләт кимәлендә фекер алышыуҙар ойошторолдо. Ул фекер алышыуҙарҙа, Фәнзил Бүләк улы, һеҙ ҙә ҡатнаштығыҙ шикелле?
Ф. Санъяров: Эйе, Татарстан, Саха, Бүрәт республикаларында дәүләт, власть органдары, мәғариф етәкселәре һәм киң йәмәғәтселек был мәсьәлә буйынса ныҡлап эшләй башланы. 27 ноябрҙә миңә, республикабыҙҙа башҡорт телен, рус телен уҡытыу мәсьәләләрен ишетеп кенә түгел, күреп белгән бән фәҡирегеҙгә, Ҡаҙанда Татарстан Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашырға тура килде. Уны парламент рәйесе урынбаҫары Римма Ратникова алып барҙы. Ултырышта 60-лаған кеше, шул иҫәптән Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Халыҡ-ара ассоциацияһы Президенты, Рәсәй Мәғариф академияһы Президенты Людмила Вербицкая (әйткәндәй, документ авторҙарының береһе), Татарстан ғалимдары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, депутаттар, Сыуашстан Фән һәм мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Светлана Петрова ҡатнашты. Барыбыҙ ҙа яңы Концепцияға ҡырҡа ҡаршы сыҡтыҡ. Бер яҡтан ҡарағанда, Концепцияны хупларға мөмкин. Сөнки уның 1-3-сө пункттарында рус телен уҡытыуҙы камиллаштырыу, рус теле уҡытыусылары кадрҙары әҙерләү йәһәтенән сифатын күтәреү, рус телен башҡа дәүләттәрҙә, БДБ республикаларында, мәҫәлән, Балтик буйы дәүләттәрендә, уҡытыу тураһында һүҙ бара һәм был йәһәттән хуплауға ла лайыҡ. Ысынлап та, Балтик буйы илдәрендә, Молдовала рус телен ҡыҫыу бара. Донъяла иң ҙур халыҡ-ара телдең береһе булған рус теленең донъя кимәлендә үҙенең позицияһы булырға тейешлеге бәхәсһеҙ. Шуға ла Рәсәй Федерацияһындағы белем биреү учреждениеларында филологик дисциплинаны нығытыу һәм белем биреүҙең яңы дәүләт стандарттары менән беойошторолдоргә ҡушып, көслө филологик киңлекте барлыҡҡа килтереү Концепцияның төп маҡсаты булып тора. Маҡсат изге, ләкин "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Закондың ФГОС-ҡа ҡығылышлы 5-се статьяһы милли республикаларҙа телдәрҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы өйрәнеүҙе тулыһынса хуплай. Нишләптер, Концепцияны әҙерләүселәр ошо мөһим мәлдәргә иғтибар бир-мә-гән. Бында инде ниндәйҙер сәйәси ҡараштар булғанлығы һиҙелә. Мәҫәлән, шундай күренеш нигеҙ итеп алына: йәнәһе лә, бөгөн Рәсәйҙә 43 мең белем биреү учреждениеһы бар, шуларҙың 4 меңе (10 процент) - милли телдәрҙә уҡыта. Ана шул милли телдәрҙе уҡытыу арҡаһында Рәсәй халыҡтарының күбеһенең рус телендә белем алыу йәһәтенән хоҡуҡтары сикләнгән булып сыға. Йәғни, рус телен уҡытыуҙа тигеҙ булмаған шарттар тыуҙырыла. Был төптө буш нигеҙ. Сөнки рус телен рустар ғына түгел, рус булмаған халыҡтар ҙа бер тигеҙ кимәлдә өйрәнә. Һүҙҙәремде дәлилләп, рус теле буйынса БДИ тапшырыуҙа дөйөм Рәсәй күрһәткесенең Башҡортостанға, Татарстанға ҡарағанда 5-6 берәмеккә түбән булыу миҫалын килтерер инем. Был нимә хаҡында һөйләй: тимәк, милли республикаларҙа рус теле тейешле кимәлдә өйрәнелә, 100-150-шәр бала Санкт-Петербург, Мәскәү, Ҡаҙан һ.б. университеттарына бер ниндәй проблемаһыҙ уҡырға инеп китә. Әлеге дүрт мең милли мәктәпкә ҡарата әйтелгән һүҙҙең буш булыуына тағы бер дәлил был.
Беҙ ҙә саф башҡорт ауылында үҫкән балалар. Йомран-табын ырыуы башҡорттарыбыҙ. Тыуған ауылым Биш-Уңғарҙа (Ҡырмыҫҡалы районы) 100 йыл элек рус-башҡорт мәктәбе асылған. Уның тәүге уҡыусыһы - ғалим, Социалистик Хеҙмәт Геройы Сабир Ҡунаҡбаев. Рәсәйҙәге иң юғары кимәлдәге ғалим-аграрий, "Сулпан" арышы һәм башҡа сорт арыш буйынса белгес. Күпме арҙаҡлы кешеләр сыҡҡан минең мәктәбемдән! Уларҙың береһенә лә рус телен өйрәнеү буйынса айырым шарттар тыуҙырмаған. Мин үҙем ошо мәктәпте тамамлап, БДУ-ны, Свердловск педагогия институтын, БАГСУ-ны ҡыҙыл дипломға тамамланым. Хатта рустарға ҡарағанда ла юғарыраҡ билдәләргә уҡыным, сөнки рус теле ярҙам ғына итте. Бер ниндәй ҙә сикләнеү булманы. Шуға күрә лә бөгөн был Концепция ошо пункты менән ысынбарлыҡҡа тап килмәй, тип ышаныслы итеп әйтә алам.
Ғ. Япаров: Әйҙәгеҙ, рус телен күберәк уҡытайыҡ, тигән бер дәлилде Концепцияның нигеҙе итеп алып, уны бөтөн Рәсәйгә таратырға тырышыу - башҡа телдәргә иғтибарҙы кәметеүҙе, уларҙы асыҡтан-асыҡ ҡыҫырыҡларға тырышыуҙы күрһәтә. Сөнки мәктәптә дәрестәр билдәле ваҡыт эсендә уҡытыла, уларҙың нормалары бар, сәғәттәрҙе бер нисек тә арттырып булмай. Тимәк, рус теле ниндәйҙер икенсе предмет иҫәбенә уҡытылырға тейеш булып килеп сыға.
Минеңсә, Башҡортостанда рус теле мәктәптәрҙә һәйбәт уҡытыла. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары республиканың район-ҡалалары буйлап тикшереү менән йөрөнө, бер ерҙә лә рус теле уҡытылмай, тигән зарланыу булманы, киреһенсә, башҡорт теле уҡытылмауына дәлилдәр күп. Башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһе әле лә көнүҙәк булып ҡала. Сөнки ҡайһы бер мәктәптәрҙә башҡорт теле дә-рестәрен дәүләт теле кимәлендә генә уҡытҡан урындар ҙа бар. Рус теленән БДИ тапшырырға, тип, башҡорт ата-әсәләре үҙҙәре лә балалаларын туған телдән мәхрүм итеү юлында хәҙер. Улар төптән хаталана, әлбиттә. Уларға хаталарын танырға ярҙам итергә лә кәрәк. Был иң беренсе сиратта мәктәптәрҙең, уҡытыусыларҙың, Мәғариф министрлығының бурысы.
Белорет районында таныштарым бар, уларҙың мәктәпте башҡортса уҡып тамамлаған балалары Сорбоннала уҡып йөрөй. Бындай миҫалдар берәү генә түгел. Бының менән нимә әйткем килә: милли республикала тыуып үҫкән балалар рус телен генә түгел, башҡа телдәрҙе лә яҡшы үҙләштереп, сит илдәрҙә лә уҡыйҙар. Тимәк, был Концепцияның положениеһы төптән дөрөҫ түгел. Ул милли республикаларға әллә ни файҙа килтермәйәсәк, файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк буласаҡ.
Ф. Санъяров: Татарстан Дәүләт Советындағы ултырыш ҡарарының 5-се пунктына, Концепцияла төбәк компоненты булырға тейеш, тигән тәҡдим индерелде. Йәғни, ниндәй генә концепция булыуға ҡарамаҫтан, ул төбәк компонентын мотлаҡ иҫәпкә алырға тейеш. Өҫтәп, шуны ла әйтер инем: Башҡортостанда рус һәм башҡорт, рус һәм татар билингвтарының ҙур тәжрибәһе тупланған. Беҙ милли мәктәптәрҙә рус телен өйрәнеү буйынса иң алға киткән республикаларҙың береһе. Быны раҫлау өсөн рус телен башҡорт мәктәптәрендә уҡытыу методикаһы өлкәһендәге белгес, педагогия фәндәре докторы Лена Саяхованың, педагогия фәндәре кандидаты Рәшит Әлмөхәмәтовтың, ике теллелек шарттарында рус телен уҡытыу методикаһы мәсьәләләре менән шөғөлләнгән педагогия фәндәре докторы Кәбир Закирйәновтың исемдәрен атау ҙа етә. Ысынлап та, республикабыҙ, уны В. В. Путин да бер нисә тапҡыр ҡабатланы, телдәрҙе уҡытыу буйынса Рәсәйҙә танылған лидер. Сөнки беҙҙә 14 тел өйрәнелә, 6 телдә уҡытыу ойошторолған. Хатта Марий Иле, Удмуртияға ҡарағанда ла мари һәм удмурт телен яҡшыраҡ уҡытабыҙ. Был бит күп нәмә хаҡында һөйләй.
Дөрөҫөн әйткәндә, Концепция милли республикаларҙа ғына резонанс тыуҙырманы. Миҫал итеп, "Литературная газета"ның 25-се декабрҙәге һанын килтерер инем. Филология фәндәре кандидаты, Мәскәүҙең асыҡ белем биреү институты профессоры Наталья Кутейникова, Концепция тураһында "смыслы туманные", ти. Атаҡлы рус теле белгесенең был һүҙҙәре күп нәмә хаҡында һөйләй. Мәскәүҙең 2097-се мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, йылдың иң яҡшы уҡытыусыһы Ольга Зайцева ла Концепцияның бер ниндәй ҙә файҙаһы булмауын белдерә һәм, уға нигеҙләнһәк, рус теле мәҙәниәте тигән күренештәрҙе юҡҡа сығарасаҡбыҙ, тип белдерә. Иң мөһиме - ҙур йылғалар бәләкәй шишмәләрҙән хасил булған кеүек, бөйөк рус теле бит рус халҡының ғына теле түгел, Пушкин әйткәнсә, рус теленә тәрәнерәк инһәң, унда төрки телдәрен дә табырға мөмкин.
Закон күҙлегенән ҡарағанда, резонанс тыуҙырған пункт Төп Законға ҡаршы килә түгелме?
Ғ. Япаров: Рәсәй Конституцияһының 26-сы статьяһының 2-се өлөшөндә "Һәр кем туған теле менән файҙаланырға, аралашыу, тәрбиәләү, уҡытыу һәм ижад телен ирекле һайларға хоҡуҡлы", тиелә. "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Закон да ошо хоҡуҡтарҙы тормошҡа ашырыуҙың хоҡуҡи нормативтарын үҙ эсенә ала. Башҡортостан Конституцияһында 32-се, 48-се статьялар бар, унда ла граждандарҙың туған телен ҡулланыу хоҡуғы тураһында яҙылған.
Рәсәй - 85 субъекттан торған федератив дәүләт һәм уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ Конституцияһы, ә милли республикаларҙың Төп Законында әле әйтеп киткән ике норма бар. Улар тел мәсьәләләрен урындарҙа нисек хәл итеүгә нигеҙ булып тора. Концепцияға ҡабат урап ҡайтҡанда, ул ҡарар (постановление) буйынса ҡабул ителде, тимәк, кимәле буйынса закондан түбән тора. Шуға күрә, ул юридик яҡтан нығытылһын өсөн йә айырым закон сығарылырға, йә ғәмәлдәгеләренә үҙгәрештәр индерелергә тейеш. Шуға тиклем үҙ һүҙебеҙҙе әйтеп ҡалыу зарур. Сөнки хатта "Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы" Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының ғилми-методик советы ағзалары ла Концепцияның бик күп эшләнеп еткерелмәгән урындарын билдәләп, һығымта яһаны.
Был Концепцияны әҙерләгән кешеләрҙең береһенә лә бысраҡ ташлағым килмәй, улар үҙ өлкәһендә абруйлы, арҙаҡлы белгестәр, ҙур ғалимдар. Рәсәйҙең ниндәйҙер төбәгендә рус телен уҡытыу түбән кимәлдә икән, ни өсөн уларҙа Башҡортостан кеүек алдынғы республикаларҙың тәжрибәһен таратмайҙар? Ниндәйҙер ялған ҡарашты алалар ҙа, шуны ҡуйырталар ғына. Йәнәһе, милли республикаларҙа рус телен белмәйҙәр һәм шуның арҡаһында юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә алмайҙар. Әгәр быны инҡар итеүсе йөҙҙәрсә-меңдәрсә миҫал бар икән, быға нисек күҙ йоморға мөмкин?
Ф. Санъяров: Милли мәғариф мәсьәләһе тураһында һүҙ йөрөткәндә, беҙ, тәү сиратта, хоҡуҡи-норматив документ булараҡ, Балалар хоҡуғы тураһындағы конвенцияны күҙ уңында тотабыҙ. Ул Рәсәйҙә 1990 йылдың ноябрендә ратификацияланды. Һәм ул әлегәсә үҙ көсөндә, уны берәү ҙә юҡҡа сығара алмай һәм юҡҡа сығарырға хоҡуғы ла юҡ, сөнки ул Халыҡ-ара норматив документ. Уның 28-30-сы статьяларында һәр бер милләт, хатта аҙ һанлы милләттәр ҙә үҙ телен, үҙ йолаларын өйрәнергә тейешлеге аҡҡа ҡара менән яҙылған. Уны боҙорға хатта ил етәкселәренең дә хаҡы юҡ. "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Закондың 14-се статьяһында әлеге положениелар тулыһынса һаҡланған һәм тулыһынса нормаға һалынған, нығытылған. "Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында"ғы Закондың 6-сы статьяһы ла быны таный. Тимәк, ниндәй генә концепциялар тәҡдим ителмәһен, авторҙары, уны әҙерләүселәр беренсе сиратта ошо норматив базаға таянырға һәм уны нигеҙ итеп алырға тейеш. Үкенескә күрә, яңы Концепцияла норматив-хоҡуҡи документтар инҡар ителә.
Милли мәктәптәрҙәге, юғары уҡыу йорттарының ҡайһы бер бүлектәрендәге туған телдәге предметтарҙы уҡытыуҙы Концепция нисек күҙаллай? Әллә улар бөтөнләй бөтөрөлөп, уҡытыу тик рус телендә генә алып барылырға тейешме? Ул саҡта 9-сы синыфты тамамлаусылар ДАИ-ҙы туған телендә тапшырыуҙан мәхрүм ҡаласаҡмы?
Ф. Санъяров: Аңлауымса, әгәр ҙә тиҙ арала Концепцияға үҙгәрештәр индереүгә өлгәшмәһәк, яйлап башҡорт теле генә түгел, башҡа милли республикаларҙағы туған телдәр ҙә ҡыҫырыҡланасаҡ. Ниәт - рус телен уҡытыуҙың сифатын күтәреү ниәте, ысынлап та, изге, әммә уның механизмдары изге түгел. Беҙҙе бына шул борсой. Башҡорт, татар, сыуаш һ.б. мәктәптәре булған, улар киләсәктә лә буласаҡ, сөнки Конституциябыҙ шуны гарантиялай, ил Президенты Конституция гаранты булып тора. Ә положениелар, концепциялар - улар үҙгәрергә мөмкин һәм, һис шикһеҙ, үҙгәрергә тейеш.
ШОС һәм БРИКС илдәре башлыҡтары саммиттарынан һуң Рәсәй Президенты В. Путиндың, рус һәм башҡорт телен өйрәнегеҙ, тигәненә күп тә үтмәй, уның һүҙҙәренә ҡаршы килеүсе Концепцияның донъя күреүе аңлашылмай. Һәм ни өсөн Татарстанда был мәсьәлә Дәүләт Советы кимәлендә үтә, ә Башҡортостанда уны бары тик һеҙҙең кеүек айырым кешеләр генә күтәрә?
Ф. Санъяров: Татарстанға БР Мәғариф министрлығы ҡушыуы буйынса, мәғариф структураһында эшләгән ғалим, Мәғарифты үҫтереү институты доценты, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ барҙым. Эйе, беҙгә лә был документ буйынса ниндәйҙер ҡараш формалаштырырға кәрәк. Республика кимәлендә дәүләт структуралары, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, йәмәғәтселекте йыйып, тиҙ арала эшлекле түңәрәк ҡор уҙғарырға кәрәк.
Ғ. Япаров: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҙа, Татарстандың Дәүләт Советы кеүек, үҙенең ҡарашын белдерер, тип уйлайбыҙ. Сөнки уның корпусын бөтөн республика халҡы һайлаған депутаттар тәшкил итә. Әгәр был мәсьәләне улар күтәрмәһә, кем күтәрер? Улар бөтөн халыҡ вәкиле булған, халыҡты кәүҙәләндергән, уның мәнфәғәтен яҡларға саҡырылған дәүләт органы бит.
Былтыр "Рәсәй милләте берҙәмлеген нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше (2014 - 2020 йылдар)" программаһы донъя күрҙе, әле - яңы концепция... Был, ирекһеҙҙән, Рәсәй федерализмы унитаризмға әйләнеп бара, тигән фекергә этәрмәйме?
Ғ. Япаров: Ундай тенденция бар. Әгәр ҙә федерализмдан унитар дәүләткә күсәбеҙ икән, унда милли республикаларҙың, тәү сиратта, аҫаба халыҡтың иҡтисад яғынан да, тел йәһәтенән дә, ер мәьәләһе буйынса ла һ.б. хоҡуҡтары ҡыҫыласаҡ. Рәсәйҙең үҫеше, уның киләсәге өсөн берҙән-бер юл - ул федерализм. Башҡа төрлө идаралыҡ тура килмәй беҙгә.
Ф. Санъяров: Күреүебеҙсә, Рәсәй етәкселеге Рәсәй империяһының идара итеү моделенә ынтыла. Ләкин шуны онотмаҫҡа кәрәк - Рәсәй империяһын бөгөн беҙ ни тиклем генә әрләһәк тә, милли мәсьәләләрҙә батшалар сәйәсәте бик төптән уйланылған булған. Мәҫәлән, Өфө һәм Ырымбур губерналарына тәғәйенләнгән генерал-губернаторҙар мотлаҡ башҡорт телен белгән. Әгәр ҙә шулай булмаһа, башҡорт халҡы Перовскийҙы, Циолковскийҙы хөрмәтләп, уларға арнап йыр һәм бейеү сығармаҫ ине. Перовский үҙенең эргәһендә юҡҡа ғына тәржемәсеһен - Владимир Далде, ике ҡурайсыны йөрөтмәгән. Тимәк, Рәсәй империяһы милли төбәктәрҙең менталитетын иҫәпкә алған, улар менән иҫәпләшкән. Шул ваҡытта уҡ беҙҙең башҡорт депутаттарының Дәүләт Думаһында йөрөүен дә онотмайыҡ. Рәсәй дәүләт булып йәшәргә теләй икән, уның өсөн иң ҡулай юл - ул федерализм. Федерализм бөттө икән, Рәсәй ҙә бөтә. Сөнки Рәсәйҙә - 200-ҙән, Башҡортостанда 130-ҙан ашыу милләт йәшәй. Уларҙы күпме генә урыҫ итмә, урыҫ менталитетын бер ваҡытта ла биреп булмай, сөнки менталитет ул ҡан менән бәйле. Рус телен рустан да яҡшы белергә, русса һөйләшергә, русса фекерләргә мөмкинһең, ләкин һинең тамырыңда төрки ҡаны, башҡорт ҡаны аға. Шуға күрә беҙҙең киләсәгебеҙ - бары тик федерализмда.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Концепция буйынса фекер әйтеүен һорап, беҙ РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Конституцион ҡануниәт һәм дәүләт ҡоролошо буйынса комитет ағзаһы Рөстәм ИшмӨхӘмӘтовҡа мөрәжәғәт иттек:"Милли республикалар йәмәғәтселегенең "Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү ойошмаларында рус телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу концепцияһы"ның ҡайһы бер пункттары буйынса борсолоу белдереүе урынлы, - тине Рөстәм Рифат улы. - Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишмеғоловтан да ошо мәсьәлә буйынса позициябыҙҙы белдереүебеҙҙе һораған мөрәжәғәт килде. Концепцияны әҙерләү буйынса эш төркөмө етәксеһе, РФ Дәүләт Думаһы Рәйесе Сергей Нарышкиндың да субъекттар властарынан һәм йәмәғәтселек вәкилдәренән туған телдәрҙә уҡытыу мәсьәләһе буйынса хәүеф белдереп яҙылған бик күп хаттар алыуы мәғлүм.
Концепциялағы Эксперттар төркөмө тарафынан әҙерләнгән һәм туған телдәргә ҡағылған пункттар бер нисек тә ҡабул ителә алмаясағын барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ, сөнки улар төрлө милләт халыҡтарының туған телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыуға булған конституцион хоҡуғына ҡаршы килә. Мәктәп предметы булараҡ уҡытылырға тейешле телде һайлау - граждандарҙың һәм белем биреү ойошмаларының ихтыярында.
Әлбиттә, яуаплы Комиссия был пункттарҙы Концепцияның яңы редакцияһына индермәне. Йәғни, милли республикаларҙа резонанс тыуҙырған пункттар әле әҙерләнгән документта юҡ. Бындай етди документ комплекслы һәм киң ҡараш талап итә икәнен аңларға кәрәк. Шуға ла Концепция проектына һуңынан эксперттар үҙҙәре лә, йәмәғәтселек һәм закон сығарыусылар тарафынан да бик күп үҙгәрештәр индерелде. Ә беҙ, Рәсәй Федерацияһы халыҡтары вәкилдәре, туған телдәр мәнфәғәтенә ҡағылған пункттарға битараф ҡала алмайбыҙ. Шәхсән үҙемә лә документтың Конституцияға ҡаршы килмәүен күҙәтеүе мөһим.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА