«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙЫҒЫҘ ПОЛКОВНИК ИКӘН ҺЕҘ ГЕНЕРАЛ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШҺЕГЕҘ
+  - 

Чечендарҙа "Улыңа дошман бул, үҫеп еткәс, ул һинең иң яҡын дуҫыңа әүерелер" тигән әйтем бар. Бик ҡаты яңғырай был һүҙҙәр. Бында атайға ла, ул булған кешегә лә ғәйәт ҙур һынау көтөлгәне күҙаллана. Бер үк ваҡытта ир-ат тәрбиәләүҙең ни тиклем яуаплы һәм сауаплы, ауыр һәм ҡатмарлы тормош мәктәбе булыуы ла төҫмөрләнә. Мәҡәлдә "дошман" һүҙен "ҡаты талап" тип аңларға кәрәк икәне аңлашылалыр. Ҡатын-ҡыҙ милләтте тыуҙырыусы, ә уны бар итеүсе - ир-ат. Әйтемдә талаптар ҡаты ҡуйылһа ла, һөҙөмтәһен ҡараһаң, бындай тәрбиә яҡшы булып та тойола.
Беҙҙең халыҡта иһә, ир-ат тәрбиәләү мәсьәләһе бөтөнләй икенсе төрлө ҡуйылған. Башҡорт атайҙары улдарын кәмһетмәҫкә, үҙенә тиң күрергә, хатта уларҙы тәрбиәләү эшендә туранан-тура ҡатнашмаҫҡа тырыша. Дөрөҫөн әйткәндә, атаһы исеменән был эште әсәйҙәр алып бара. "Атайыңа әйтәм", "атайың ни тиер бит әле", "атаң күреп ҡалмаһын", "атаңа оҡшап" тигән һүҙҙәр менән, асылда, әсәйҙәр тәрбиә эшен алып бара.
Милләтебеҙҙең арҙаҡлы ир-уҙаманы, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, отставкалағы милиция полковнигы, Эске эштәр министрлығының ветерандар советы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған участка инспекторы, өлгөлө ғаилә башлығы, өс уланға атай, туғыҙ ейән-ейәнсәргә олатай Риф Шәрифрахман улы ИҪӘНОВ улдарына таянып йәшәй. Дөрөҫөрәге, уларҙы үҙенең урынына әҙерләй. Ҡыҫҡаһы, ошо хаҡта ентекләберәк...


Милләтһеҙ кеше юҡ...

Улдарының тыуып-үҫкән саҡтары совет осорона тура килә. Ул замандың үҙенә күрә уңайлыҡтары ла, ауырлыҡтары ла күп була. Совет власы барлыҡ граждандарын да эш урыны менән тәьмин итеүгә өлгәшә. Бөгөн иһә, эш урыны беҙҙең дәүләттә иң ҙур проблема булып һанала. Ҡалған күп кенә проблемалар тап ошо проблемаға барып ялғана ла инде. Уның ҡарауы, ул заманда барлыҡ нәмәләр өсөн дә оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған сиратҡа баҫырға кәрәк ине. Тәүге улдары Рөстәм тыуғансы ғаилә башлығы хеҙмәт урынында тырышып эшләп, бәләкәй булһа ла, бүлмә алыуға өлгәшә. Улы тыуғас, бер башҡа үҫеп киткәндәй була атай кеше. Ҡатын уңғаны ул таба, тиҙәр. Риф Иҫәновтың хәләл ефете Рәйлә уға тағы бер-бер артлы Рәфис, Айҙар атлы уландар бүләк итә.
Уландарын тәрбиәләүгә килгәндә, ғаилә башлығы башта уҡ бер нәмәне аңлай һәм яңылышмай: балаларҙы үҙебеҙҙең милли асылыбыҙға тоғро итеп тәрбиәләй алһа ғына, улар ысын кеше булып үҫә аласаҡтар. Был йәһәттән халҡыбыҙҙың мәшһүр шағиры Рәми Ғариповтың: "Йөрәгендә халҡы булмағандың, кеше булырға ла хаҡы юҡ..." - тигән һүҙҙәре атай кешегә лозунг булып яңғырай. Әммә был йәһәттән иң ҙур ҡаршылыҡ ул заманда баш ҡалабыҙҙа башҡорт балалар баҡсаларының һәм мәктәптәренең бөтөнләй булмауына бәйле килеп сыға. Ул заманда башҡорт балалар баҡсалары тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел, ә ҡалалағы берҙән-бер, хәҙерге Фатима Мостафина исемендәге 20-се мәктәп Өфөнөң көньяғында. Ә шулай ҙа Иҫәновтар уландарын Черниковка биҫтәһенән "Үҙәк баҙар"ға тиклем көн һайын автобуста һәм трамвайҙа йөрөтөп уҡытырға ҡарар итә.
Үҙе оператив хеҙмәттә, участка инспекторы булып эшләгәс, өйөнә төрлө ваҡытта ҡайтып, ашығыс эш килеп сыҡҡанда төрлө ваҡытта эшкә китеп йөрөгәс, балаларҙы мәктәпкә йөрөтөү еңелдән булмай. Әйтәйек, төнгө өстә өйгә ҡайтһа, иртәнге туғыҙға улдарын мәктәпкә алып барып еткерергә кәрәк. Һәр ауырлыҡтың аҙаҡтан еңеллеге лә килә. Хәҙер Риф Иҫәнов үҙенең шул саҡта дөрөҫ юлда булғанлығын аңлай. Улай ғына ла түгел, ул улдарын милли рухта тәрбиәләй алмаһа, бөгөн беҙ белгән арҙаҡлы шәхес кимәленә күтәрелә алмаҫ ине. Кем белә, бәлки эшҡыуарлыҡ өлкәһендә күберәккә лә өлгәшер ине, милли шәхес күрһәткесе түбән булыр ине. Был йәһәттән Рәми Ғариповтың тағы бер шиғыр юлдары шулай яңғырай:
Һинең бәхетең һуң кемгә кәрәк,
Үҙ ояңды ғына ҡайғыртһаң...

Балаңды түгел, үҙеңде тәрбиәлә...

Улдарына ҡул күтәреп һуҡҡаны булмай атай кешенең. Был йәһәттән "Ҡулыңдағы ҡамсы улыңды дарҙан ҡотҡарыр" тигән француздар Риф Иҫәновҡа көнләшеп ҡарай ала. Уның улдарына күҙ ҡарашы ла етә. Хәҙер иһә улдары аталарының күҙенә, уның кәйеф-хәленә ҡарап ҡына эш итергә өйрәнгән. Уның ҡарауы, әсәләре уларҙы һөйөп-яратып ҡына тора. Уныһы ла кәрәк. Кәрәк саҡта "Атайыңа әйтәм" тип тә тәрбиәләй Рәйлә ханым малайҙарын. Атай кеше малайҙары алдында бер ваҡытта ла тәртипһеҙлек өлгөһө күрһәтмәй. Улар бәләкәй сағында аталарын эскән килеш күрмәй. Иҫәновтар малайҙарын ҡамсы менән дә, прәник менән дә тәрбиәләмәй. Бары тик уларҙы яҡшылыҡҡа өйрәтә, киләсәктә, үҙаллы тормош көтә башлағанда, ауырлыҡтар буласағын аңғартырға тырыша. "Балаңды тәрбиәләмә, үҙеңде тәрбиәлә. Балаң барыбер үҙеңә оҡшаясаҡ", тиелә инглиз халыҡ мәҡәлендә.
Ә инде уландары үҫеңкерәп еткәс, атай кеше уларға буласаҡ тормош иптәшенең үҙебеҙҙең милләттән булырға тейешлеген иҫкәртә башлай. Участка инспекторы булып эшләгәндә ул ҡатнаш ғаиләләрҙәге конфликт ситуацияларҙың ниндәй ерлектә һәм ни рәүешле тыуыуына иғтибар итә йөрөй, балаларҙың атай менән әсәй араһында ғына түгел, ике дин, ике менталитет араһында үҙ-үҙен таба алмай ҡаңғырып йөрөгәненә күп тапҡырҙар шаһит була. "Беҙҙә ҡатнаш никахлы ғаиләләрҙә, асылда, милли ҡапма-ҡаршы тороу күҙәтелмәһә лә, ир менән ҡатын өлкәнәйә килә, бер-береһенә дәғүә белдерерлек һүҙ ҡалмағас, милли кәртте тартып сығарыусан. Ошо нигеҙҙә айырылышҡан, һуғышҡан, хатта төрмәгә барып эләккән ғаиләләрҙе күрергә тура килде", ти элекке участка инспекторы был мәсьәләгә үҙенең мөнәсәбәтен белдереп.

"Тәрбиә" уйыны

Риф Иҫәновтың йортонда башҡарылған был тәрбиә уйыны шунан ғибәрәт була. Өйҙәренең стенаһына малайҙарҙың уҡыуҙа өлгәшкән уңыштарын һәм уңышһыҙлыҡтарын сағылдырған табло эленеп ҡуйыла. Унда билдәләр балл системаһы буйынса ҡуйыла. Малайҙар мәктәптән килеп инеү менән ата-әсәһенә шул көндө ниндәй билдә алыуы хаҡында хәбәр итә. Әгәр ҙә, әйтәйек, Рөстәм "бишле" алып ҡайтһа, уның исеме янына "+15" тигән, "икеле" алһа, "-15" тигән билдә ҡуйыла. Атай кеше телдән үҙенең бонустарын да билдәләй. Әйтәйек, малай "икеле" алып ҡайтһа - "15 ҡайыш". Әммә был ҡайыштар һуғылмай, ни бары иҫәпләнеп кенә барыла. Малайҙарҙың береһе бер көндө "15 ҡайыш" алһа, артабанғы көндәрҙә ул "ҡайыштарҙан" ҡотолор өсөн "бишле" алырға, бының өсөн тырышырға тейеш бит инде. Ғаилә башлығы был "Тәрбиә" уйынын малайҙарының тырышып уҡыуына стимул булһын өсөн уйлап сығара. Белем алыуға ҡарата булған бындай иғтибар малайҙарын юғары дәрәжәгә күтәреүгә тиң сара була.
Белеүебеҙсә, 1917 йылға тиклем ҡайһы бер мәҙрәсәләрҙә хәлфәләр шәкерттәрен тал сыбығы тотоп һабаҡ биргән. Ә был осраҡта малайҙарҙың атаһы ошоға оҡшаш "ҡайыш-бонус"тарҙы билдәләп, улдарында сәм уята белгән. Әйткәндәй, "Әлепте таяҡ тип белмәү" тигән һүҙбәйләнеш нәҡ шундай хәлфәләрҙең һабаҡ биреү алымына бәйле килеп сыҡҡандыр, тип уйланыла. Ололар һөйләүенсә, хәлфәләрҙең ҡулындағы тал сыбығы уйнап торған. Хәлфә һабаҡ биргән саҡта шәкерттең әле уң, әле һул, әле уң, әле һул аяғына һуғып алып, уның ятлап ала торған һабағын шартлы рефлекс кимәлендә нығытҡан. Аҙаҡтан алған һабаҡты кире ҡабатлаған саҡта, шәкерт яуап бирә алмай торһа, тал сыбығы тейешле урынды семетеп алыу менән мәсьәлә лә сиселгән. Әйткәндәй, Риф Иҫәнов та малайҙарын тәрбиәләгән саҡта ошондай уҡ ысулды, тик үҙенсә, малайҙарын һуҡмайынса, "ҡайыш-бонус"тар билдәләп кенә тәрбиәләгән. Халыҡ педагогикаһын ошондай ишараларға, "ҡош теле"нә бәйле был ысулын ҡулланыусы уҡытыусылар әле булһын бар. Мәҫәлән, бер ауыл мәктәбендәге математика уҡытыусыһының, ҡағиҙәләр иҫендә нығыраҡ һаҡланһын өсөн, уҡыусыларҙың һәр ҡайһыһын берәр башҡорт халыҡ йырын башҡартып уҡытыуы хаҡында ишеткәнем бар.

Иң ҡаты яза

Атай кеше тәртип боҙған өсөн малайҙарын ҡаҡмай-һуҡмай, уның ҡарауы, мөйөшкә баҫтыра. Ғаилә тарихында был йәһәттән Рөстәм менән Рәфистең өс сәғәт буйына мөйөштә баҫып тороуына бәйле хәтирә һаҡлана. Тарихы шулайыраҡ. Өс бер туған малайҙар бер көндө ихата янындағы майҙансыҡҡа уйнарға сыға. Өлкәндәр бәләкәй ҡустылары Айҙарҙы сәңгелдәккә ултыртып бәүелтә башлай. Бәүелсәкте абайламайынса ысҡындырып ебәреүҙәре була, Айҙар унан шыуып төшә лә, тимер сәңгелдәктең ҡыры уның башын һыҙырып үтә. Малайҙың башынан урғылып ҡан ағырға тотона. Атай-әсәй оло хафаға төшә. Ғаилә башлығы тиҙ ярҙам машинаһын саҡырта. Айҙарҙы дауаханаға алып китер алдынан малайҙарҙы мөйөшкә баҫтыра. Улар өс сәғәттән генә кире өйгә әйләнеп ҡайта. Шул ваҡыт үткәнсе Рөстәм менән Рәфис мөйөштә баҫып тора. Һуңынан мәктәптә уҡығанда шул уҡ Айҙар баҫҡыстан ҡолап, аяғын һындыра. Дүртенселә уҡыған Рөстәм, борсолоп, атаһына: "Атай, Айҙар аяғын һындырҙы. Уны 17-се дауаханаға алып киттеләр", - тип илай-илай шылтырата. Ҡыҫҡаһы, Риф Иҫәнов "мөйөшкә баҫтырыу" ысулы менән малайҙарын тәртип хаҡында уйланырға мәжбүр итеп кенә ҡалмаған, ә уларҙы бер-береһенә яуаплы ҡарарға өйрәткән. Туғаныңа ҡарата булған яуаплылыҡ тойғоһо ҡандан ғына килмәй, баҡтиһәң, ошо рәүешле тәрбиәләнә икән.

Киленде атайҙар һайлай

"Рәсәйҙең атҡаҙанған участка инспекторы" Риф Иҫәновҡа төрлө ғаиләләрҙе күрергә тура килә. Улдарҙың ниндәйҙер ҡыҙҙы артыҡ ныҡ һөйөп, ата-әсәһе менән ғүмерлеккә дошманлашып, ғүмерлеккә айырылышҡандарын да күп күрә ул. Ғөмүмән, атайҙар менән улдарҙың мөхәббәт мәсьәләһенә бәйле барлыҡҡа килгән ҡатмарлы проблемалары айырым һөйләшеүҙе талап итәлер, моғайын. Шулай ҙа Иҫәнов мөхәббәт арҡаһында дошманлашып, һуңынан улы Андрейҙы үлтергән Тарас Бульбаны хупламауын белдерҙе. Был йәһәттән уның фекере шулай: "Мин һине тыуҙырҙым, мин һине үлтерәм", - тип улын үлтергән Тарас атайҙы бер нисек тә аҡлап булмай. Мин уның менән риза түгелмен. Нисек инде үҙ ҡулың менән балаңды үлтермәк кәрәк? Был башҡа һыймаҫлыҡ эш. Ул ниндәй генә хыянат йә енәйәт эшләмәһен, Тарастың үҙ улы бит әле. Икенсенән, Андрей мөхәббәт арҡаһында шул юлға барған икән, ул атаһының хатаһын ҡабатлаған. Йәғни, атаһының үҙенә биреп бөтмәгән тәрбиәһе, йәғни улына ҡарата булмаған мөхәббәте арҡаһында ошо юлға барырға мәжбүр булған, йәғни мөхәббәтте икенсе сығанаҡтан тапҡан. "Шынаны - шына менән" тиҙәр бындай осраҡта. Улдар аталарҙың хатаһын ҡабатлайҙар ғына. Был осраҡта Тарас улын түгел, үҙен үлтерергә тейеш була. Өсөнсөнән, мөхәббәт тойғоһо кешене бәхетле тормошҡа ла, һәләкәткә лә алып килергә һәләтле..."
Малайҙар ҙа үҫеп етә, уларҙы башлы-күҙле итергә лә кәрәк. Шулай булғас, был йәһәттән атай-әсәйҙәр менән улдарҙың төрлөсә мөнәсәбәте лә була. Ағайҙары күптән өйләнер йәшкә етһә лә, барыһынан иртәрәк кеселәре Айҙар "өлгөрөп" етә. Уның бер ҡыҙ менән осрашып йөрөгәнен белгән атай кеше уларҙың икеһен бергә театрға алып бара, был юл менән буласаҡ килененә күҙ-зиһен һынауы үткәрә. Артабан уларҙың ниәттәре ысын булғас, ҡасып-боҫоп осрашып йөрөмәҫкә тәҡдим итә лә, ҡыҙҙың атаһы менән әсәһен барып күрә. Атаҡлы яусыһын да таба. Айҙарҙы, шулай итеп, өйләндерәләр.
Артабан башлы-күҙле булыу мәсьәләһендә уртансы улдары Рәфис өлгөрөп етә. Дөрөҫөрәге, Рәфис тә Айҙар ҡустыһы кеүек, буласаҡ кәләшен үҙе алдан уҡ табып, ата-әсәһе күрһәткән ҡыҙға ҡарамай. Атай менән әсәй уның һайлағанына күнә. Гөрләтеп туй үткәреп ебәрәләр. Атай кеше улының был үҙаллылығын ыңғай баһалай һәм, өйләнгән улын башҡа сығарған боронғо атайҙар кеүек, Рәфисте үҙенең тыуған Ишембай районы Биксән ауылына "үҙаллы" тормош көтөргә оҙата. Хәҙерге көндә Рәфис өс улдың, ике ҡыҙҙың атаһы булып, крәҫтиән фермер хужалығын етәкләп, ауылда йәшәй. Был осраҡта атай кешенең ҡарары шулай була: "Әгәр ҙә һин шулай үҙаллы икәнһең, саҡ ҡына минән ситтәрәк тә йәшәй алаһың..."
Ниһәйәт, сират өлкәндәре Рөстәмгә лә килеп етә. Был юлы инде малайҙарын өйләндереү буйынса оло тәжрибә туплаған атай кеше бөтөн инициативаны үҙ ҡулына алып, Рөстәмгә киленде үҙе һайлап алып бирергә була. Боронғо атайҙар кеүек. Табыла Баймаҡ районының Буранбай ауылынан, данлыҡлы Буранбай сәсән нәҫеленән сыҡҡан, халыҡ теле менән әйткәндә, "әсәһенең аҡ һөтөн имеп үҫкән" ундай тәрбиәле лә, тырыш та, уңған да, матур ҙа башҡорт ҡыҙы. Рөстәм менән киленгә никах уҡытыу тантанаһы бик иҫтәлекле һәм көтөлмәгәнсә килеп сыға. 23 февраль көндө Иҫәнов ғаилә ҡарамағындағы "Айҙар" кафеһына үҙенең һәм буласаҡ килененең туғандарын, коллегаларын Рәсәй армияһы көнө уңайынан саҡырып ала. Мәжлескә һуғышта һәләк булған яугирҙарға аят уҡырға тип мулла ла саҡырыла. Аят уҡылып, аш мәжлесе башланғас, ғаилә башлығы бында йыйылыуҙың тағы бер маҡсаты барлығын әйтә. Ул да булһа - Рөстәм менән Гөлиәгә никах уҡытыу. Шуныһы ҡыҙыҡ: ул был хаҡта белдереү яһағансы, уҡыласаҡ никах хаҡында бер кем дә, табын башлығының ҡатыны ла, ике яҡтан туғандар ҙа, йәштәр ҙә, хатта мулла ла белмәгән булып сыға. Ғүмере буйы оператив хеҙмәт башҡарыусы Риф Иҫәнов өлкән улы Рөстәм менән килененә никах уҡыуҙа ла ана шундай оперативлыҡ күрһәтә.
Дини яҡтан ҡарағанда, уның был аҙымы һәр яҡтан аҡлана. Сөнки бер хәҙистә әйтелгәнсә, өс осраҡта: мәсеткә намаҙға ашығыу, мәрхүмде ҡәбер эйәһе итергә ашығыу һәм еткән ҡыҙыңды йә улыңды башлы-күҙле итергә ашығыу шайтан фиғеле түгел.

Мөхит яҙмышты билдәләй

Атай кеше малайҙарын мәктәпкә барғанда ла, урамға уйнарға сыҡҡанда да мөмкин тиклем бергә йөрөтөргә тырыша. Был хәл аңлашыла ла. Әгәр ҙә малайҙар яңғыҙ-ярым уйнарға сығып, ундағы икенсе бер малай менән танышып, уның йоғонтоһона бирелһә, артабан инде малай туғандарынан да, үҙе тыуып үҫкән мөхиттән дә ситләшә башлай. Риф Иҫәнов малайҙарын урам йоғонтоһонан аралар өсөн уларҙы ихаталағы бер кем менән дә аралаштырмай. Малайҙар үҙҙәре уҡыған 20-се мәктәп уҡыусылары, класташтары һәм туғандары менән генә аралашып үҫә. Ҡайһы ваҡыт малайҙары мәктәптә йоҡларға ҡалып та уҡып йөрөй. Әгәр ҙә малайҙар ихатаға сыға икән, атай кеше уларҙың өсөһөн бергә генә сығара. Был юл менән ул малайҙарының араһына ситтәрҙе үткәрмәгән, кәртә ҡуйған. Мөхит яҙмышты билдәләй шул. Әҙәм балаһы нисек кенә борғаланып-тыбызыҡламаһын, үҙе үҫкән, шәхес булып формалашҡан мөхиттең йәшәү ҡанундарын үҙенеке итә, шул мөхиттән үҙенә дуҫтар таба, тормош иптәшен һайлай.
Риф Иҫәнов көлөмһөрәп: "Мин улдарыма: "Мин ҡартайҙым инде, әҙерәк кенә туҡталып торайым. Һеҙ алға сығығыҙ әле, һеҙгә әҙерәк эйәреп барайым", - тиһәм, береһе лә алға сығырға теләмәй. Алға этеп тә ҡарайым, барыбер алға сыҡмайҙар, миңә һәм бер-береһенә ҡарашып көлә лә ҡуялар..." - тигәйне бер мәл. Бында уларҙы үҙаллы аҙым яһарға баҙнат итмәйҙәр, өлгөрөп етмәгәндәр, тип уйларға ярамайҙыр. Киреһенсә, Рөстәм, Рәфис һәм Айҙар хәҙерге ваҡытта һәр ҡайһыһы үҙ бизнесын уңышлы алып бара. Ә уларҙың аталары әйткән айырым осраҡҡа килгәндә, бында Иҫәновтарҙың ғаиләһендә "Атай культы" ниндәй кимәлгә ҡуйылыуы хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкиндер. Халҡыбыҙҙа "Атайым һаҡал ебәрмәйенсә, мин мыйыҡ үҫтермәйем", тигән тәрән мәғәнәгә эйә әйтем бар.
Иҫәновтың малайҙары аталары әйткәнде көтөп тормайынса ла эш итә. Был осраҡта атай кеше ситтән генә күҙәтеп йөрөй, уларҙы һынай, баһалай, хаталары булһа, төҙәтә. Әгәр ҙә ҙурыраҡ берәр проблема килеп сыҡһа, улдар шундуҡ аталары янына кәңәшләшергә килеп етә һала. Улар хәҙер хаҡлы ялдағы аталарын үҙҙәре эшләгән предприятиеға саҡырып, директорҙар советы рәйесе итеп ҡуйған.
Шулай ҙа Риф Иҫәнов улдарының ҡайһыһын яҡыныраҡ күрә, кемеһенә күберәк өмөт бағлай һәм ышана икән? Атай кешегә ошо һорауҙы төрлө яҡлап урата-урата биреп ҡарағайным, ул өндәшмәне. Улдарын ысын мәғәнәһендә яратҡан, уларҙың киләсәге өсөн борсолған атай кеше шулай итәләр. Хәйер, "Бармаҡтарҙың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта", тиҙәр. Ул улдарына ла, туғыҙ ейән-ейәнсәрҙәренә лә тигеҙ ҡарай, ул барыһын да үҙенә оҡшата, әммә уларҙың һөҙөмтәһе буйынса баһа бирә. Кемеһелер насар һөҙөмтәгә өлгәшкән өсөн генә насар ул йәки ейән йәки ейәнсәр булып китмәй. Атай кешенең улдарына биргән баһаһы шундай: "Улдарым, мин үҙҙәрен яратҡан кеүек, балаларын, килендәрҙе яраталар. Шул тиклем эшһөйәрҙәр, ихластар, бер-береһенә ҡарата фиҙаҡәр мөнәсәбәттәләр. Кешегә ярҙамсылдар, һәр ваҡыт ҡул һуҙырға, ярҙам итергә әҙер генә торалар..." Бында тик бер фекер генә әйтелмәй ҡала. Эйе, Рөстәм, Рәфис һәм Айҙар, һис һүҙһеҙ, атайҙарына оҡшарға тырышалар.
Һәр бер атай кеше балаларының, бигерәк тә улдарының үҙенә оҡшауын теләйҙер ул. Бындай ынтылыш һәр бер атайҙа булалыр. Ә өс ул тапҡан Рәйлә ханым иһә, улдарының аталарынан да күберәккә өлгәшеүен теләй: "Атайығыҙ полковник икән, һеҙ генерал булырға тейешһегеҙ!"- тип әйтә килә. Әсәй кеше улдарының аталарын оятҡа ҡалдырмаҫҡа тейешлеген һәр ваҡыт әйтеп торорға тейештер. Атай кеше лә: "Һиңә әсәйең алдында оят түгелме? Тәртип боҙһаң, ни йөҙөң менән әсәйең алдына килеп баҫаһың?" - тип малайҙарын оялтып алырға онотмай.

Ҡыҙлы ата - наҙлы ата...

Рәйлә һәм Риф Иҫәновтарға Хоҙай ҡыҙ бирмәгән. Уның ҡарауы, бына тигән, ипле, тырыш һәм рухлы уландар бүләк иткән. Бер саҡ килеп, улдары өйләнеп, уларҙың ҡыҙҙары тыуып, ҡартатай менән өләсәйҙең йортонда тулып йөрөй башлағас, Риф Шәрифрахман улы шулай ти: "Ейәнсәрҙәрем тыуғас ҡына ҡыҙ баланың шул тиклегем тәмле икәнен тоя башланым. Улар шул тиклегем яғымлы, һиңә һыйынып ҡына тора. "Эх, бик күп нәмә юғалтҡанбыҙ икән", тип, ҡатыным менән һөйләшеп алған булабыҙ. Тик, кем әйтмешләй, "поезд киткән" шул. Әгәр ҡыҙым булһа, әле улдарым күтәрелгән дәрәжә уның өсөн аҙ булыр ине. Мин уны мотлаҡ үҙемдең эшем буйынса ебәрер инем. Ул йә тәфтишсе, йә прокурор, йә судъя булыр ине. Сөнки мин элекке эшемдә саҡта бик күп ҡатын-ҡыҙ юристарҙы белә торғайным. Ҡыҙым хәҙерге ваҡытта, бәлки, кешеләрҙе һәм законды яҡлаусы белемле, ғәҙел, сибәр адвокат булыр ине. Бәлки, ул берәр юғары уҡыу йортонда профессор булып йөрөр ине. Сөнки мин ғүмерем буйы закон һағында йөрөгәс, халыҡ хужалығына һыуһап йәшәгәс, улдарыма шул йүнәлештә һөнәр һайларға ҡуштым..."
Шуға күрә, бөгөн ҡартатай кеше дүрт ейәнсәренә ситтән күҙ һалып йәшәй. Кәрәк саҡта уларға ярҙам ҡулы һуҙа. Уның фекере буйынса, ҡатын-ҡыҙ уңышлы кейәүгә сыҡмаған хәлдә лә, иҫ киткес белемле, һөнәрле һәм мөләйем булырға, туғандарын хөрмәт итә белергә тейеш. Бындай сифаттарға эйә ҡатын-ҡыҙҙы баһалаусы барыбер табыла.

Улдарына таянған үлмәҫ

Әнүәр Әсфәндийәровтың башҡорт тархандары хаҡындағы китабында ("Башҡорт тархандары", "Китап", 2009) урядник Хәйбулла Иҫәновтың Рәсәй императорына тарханлыҡтан кенәзлеккә күсереү тураһында үтенес менән хат яҙыуы хаҡында әйтеп үтелә. Хәйбулла Иҫәновтың тыуары Риф Иҫәнов хәҙерге көндә "Тархандар" йәмәғәт ойошмаһын барлыҡҡа килтереп, шуны етәкләй. Ваҡытында башҡорт тархандары ижтимағи берекмәһен Дамир Ҡыуатов та ойоштороп ҡарай, тик был эш башланғыс этабында уҡ һүрелеп ҡала. Бөгөн ул был йүнәлештә үҙенә бик күп фекерҙәштәр, элекке башҡорт дворяндары нәҫеленән сыҡҡан Аҡсулпановтар, Ҡарамышевтар, Адутовтар менән танышып, Рәсәй мосолмандары дворяндарының ассоциацияһын төҙөүгә өлгәшә. Хәҙерге ваҡытта Иҫәнов Рәсәйҙең төрлө республикаларында, өлкәләрендә, сит илдәрҙә йә-шәүсе башҡорт дворяндары нәҫелдәштәрен эҙләп табып, уларҙы берҙәм маҡсатта эш итергә өндәй. Илебеҙ капитализмда йәшәгән ваҡытта башҡорт дворяндары ойошмаһы иң өҫтә торған ойошмаларҙың береһе булырға тейеш, тип иҫәпләй Риф Иҫәнов. Уның был һүҙҙәре "Ике икең дүрт була" тигәндәй ябай һәм аңлайышлы.
Ғалим Рөстәм Рәжәпов иҫән сағында башҡорт дворяндары тураһында бик ҡыҙыҡлы бер фекер әйткәйне: "Һәр бер аҫаба башҡорт дворян булған..." Ошо күҙлектән ҡарағанда ла, Риф Иҫәнов әлеге көндә милләттең киләсәге өсөн кәрәкле булған иң мөһим эштәрҙең береһе менән шөғөлләнә. "Тархандар" йәмәғәт ойошмаһы элек беҙҙең шундай-шундай дворян олатайҙар, Ҡыуатовтар, Аҡсулпановтар, Ҡарамышевтар, Тасимовтар, Үрәзмәтовтар, Иҫәновтар, Ҡотдосовтар, Иҫәнгилдиндәр һәм башҡалар булған, тип ғорурланыр өсөн генә лә түгел, бер үк ваҡытта милли буржуазияны аяҡҡа баҫтырыр өсөн дә кәрәк. Риф Шәрифрахман улы Иҫәнов үҙенең улдарын тәрбиәләгәндә лә, "Тархандар" ойошмаһын етәкләгәндә лә ошо маҡсатты төп йүнәлеш итеп ҡуя. Киләсәктә, бынан бер быуаттан һуң да, ике быуаттан һуң да Иҫәновтар заты иҫән булһын өсөн, милләт йәшәһен өсөн кәрәк был. Улдарына таянған үлмәҫ...

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.04.16 | Ҡаралған: 1366

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru