Мәктәптәрҙә Берҙәм дәүләт имтихандары башланырға тора. Шуға ла мәктәпте тамамлаусы балаларҙың да, уларҙың ата-әсәләренең дә үҙенсәлекле бер тулҡынланыу, ҡурҡыу, борсолоу кисергән мәле. БДИ шул тиклем дәрәжәлә ҡурҡынысмы? Ундай һынауҙар мәлендә үҙеңде ышаныслы тотоу өсөн ни эшләргә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатында бөгөн беҙ редакциябыҙға "Олимпия" репетиторлыҡ үҙәге белгестәрен - математика уҡытыусыһы Вадим НИҒМӘТУЛЛИНды, физика уҡытыусыһы Вәхит БАҒЫШАЕВты, Республика башҡорт лицей-интернатының химия уҡытыусыһы Айнур ҒҮМӘРОВты әңгәмәгә саҡырҙыҡ.
Теүәл фәндәрҙе һәм гуманитар фәндәрҙе үҙ иткән кешеләр араһында ниндәй айырма бар? Баланың ошо фәндәрҙең береһен һайлауы уның һәләтенә бәйле, тип уйлайһығыҙмы?
Вадим: Уҡыусы сағымда теүәл фәндәргә маһир балалар башҡаларҙан аҡыллыраҡ та, уңышлыраҡ та тип уйлай торғайным. Был ҡалыплашҡан фекерем университетҡа уҡырға ингәс, шунда уҡ үҙгәрҙе. Килограмм һәм метрҙы бер рәткә ҡуйып сағыштырып булмаған кеүек, әле беҙ ҡараған ике төркөмдө лә бергә ҡуйып булмай икән. Һәр төркөмдөң көслө һәм көсһөҙ яғы бар.
Вәхит: Джефф Колвин исемле Америка авторының "Иҫ китмәле һөҙөмтәләр. Һәләттең бер ҡыҫылышы ла юҡ" исемле китабы бар. Китапта автор, кешенең уңышы - эшен эш итеү өсөн көн дә тырышлыҡ һалыуына бәйле, ти. Вадимдың фекере лә ҡыҙыҡлы. Үҙемә гуманитар фәндәр менән теүәл фәндәрҙең икеһе лә берҙәй яҡын. Унынсы синыфҡа еткәнемсә ҡайһы юлды һайларға белмәй хитландым. Иллә мәгәр, бөтөн яҡлап камиллашыуға ынтылышым көслө булды. Миңә ҡалһа, әгәр балаға ғаиләлә, башланғыс синыфтарҙа дөрөҫ тәрбиә бирелһә, ул тәрбиә ғүмерлек тигән һүҙ. Әгәр кешелә бала саҡтан белемгә ҡыҙыҡһыныу уятылмаһа, был хатаны төҙәтеүе ауырға төшә. "Мин ғүмер буйы математика уҡыным да бит, әммә әҙәбиәтте лә, телде лә, тарихты ла, географияны ла белеп еткермәйем", - тип зарланған йәштәрҙе күп осратҡаным бар. Бала саҡта күп нәмәнең кәрәклеген аңлап етмәйһең. Теүәл фәндәр ҙә, гуманитар фәндәр ҙә шәхесте төрлө яҡлап үҫтереү өсөн берҙәй файҙалы.
Айнур: Ҡабаланмай, төбөнә төшөп, "тәмләп" әҙәби китап уҡырға ла әүәҫмен, фәнни әҙәбиәтте лә ҙур кинәнес менән өйрәнәм. Уңышыңдың 99 проценты - тырышлығыңдан килә. Көн һайын 14-әр сәғәт эшләйһең икән, эшең дә үҙенән-үҙе алға барасаҡ. Яңыраҡ ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Төрлө китаптар өйрәнеп, "баланы тәрбиәләргә кәрәкмәй - ул барыбер үҙеңә оҡшаясаҡ", тигән һығымтаға килдем. Үҙеңде тәрбиәләү зарур. Атай менән әсәй бер туҡтауһыҙ белемен камиллаштырырға бурыслы. Баланы диванда телевизор ҡарап ятып ҡына тәрбиәләп булмай. Һәр балаға матур өлгө талап ителә. 5 йәшкә тиклем ул әсәһен ҡабатлай, 5-тән 12-гә тиклем - атаһына оҡшарға тырыша, ә 12 йәштән һуң үҫмергә уҡытыусы өлгөһө кәрәк.
Мәғлүмәттең күплеге, тормоштоң тынғыһыҙлығы арҡаһында 40-45 йәштәрҙә генә була торған "урта йәштәгеләр көрсөгөн" хәҙерге быуын 15 йәштә үк кисерә. Үҫмерҙәрҙә үҙ-үҙеңдә "ҡаҙыныу" көслө. Улар ярайһы ғына тормош юлы үткән, хаталанып та, ниндәйҙер үрҙәргә артылып та өлгөргән өлкән кешене хәтерләтә. Үҫмерҙәрҙең былай тиҙ "өлгөрөүенән трагедия яһарға, унан бигерәк, яңы йәшәй башлаған кешенең дәртен һүрелдерергә ярамай. Әйткәндәй, яҡшы кино ла йәш быуынға үҙенсәлекле ярҙамсы. Миңә һиндтарҙың традицион мәғариф системаһындағы хаталар тураһында бәйән иткән "Өс иҫәр" ("Три идиота") фильмы оҡшай. Бөтөн балалар ҙа - һәләтле, ҡайһы берҙәренең һәләттәрен асыу өсөн шарттар тыуҙыра белергә генә кәрәк, тигән аҡылды алға һөрә "Өс иҫәр". Һигеҙенсе, туғыҙынсы синыфта уҡыусыларға ҡарарға тәҡдим итәм.
Берҙәм дәүләт имтихандарына һеҙ эшләгән Репетитор үҙәгендә әҙерләнеү ҡайһы яғы менән отошло?
Вадим: Республика башҡорт лицейында эшләгәндә, башҡа синыфтарҙан көслөлөгө менән айырылыбыраҡ торған бер синыф бар ине. Ошо синыфта дәрестә үҙен әллә ни күрһәтә алмаған уҡыусым булды. Дәрестә әүҙемлеге менән айырылып торманы, материалды үҙләштереү ҙә ауырыраҡ бирелде. Мин дә, педагог булараҡ, уға етерлек иғтибар бирә алмағанмындыр инде. 5-7 синыфтарҙа атаһына берәй репетитор менән шөғөлләнеп ҡарарға кәңәш бирҙем. Лицейҙан китеп, Репетитор үҙәге асҡас, әлеге уҡыусым беҙгә йөрөй башланы. Үҙәктәге төркөмдәрҙә балалар лицейҙағы кластан аҙыраҡ һәм һәр уҡыусыға иғтибар күберәк бүленә, шуғалырмы, әлеге уҡыусы үҙе менән бер кимәлдәгеләр араһында иң көслөһө булды ла китте. Яңы көс менән дәртләнеп, математика өйрәнде, материалды башҡаларға ҡарағанда ике-өс тапҡырға еңелерәк үҙләштереүе менән беҙҙе лә, ата-әсәһен дә ҡыуандырҙы. Бер ҡараһаң, уҡытыусы ла, предмет та, дәреслек тә үҙгәрмәне. Балаға иғтибар ғына артты. Һөҙөмтә - күҙ алдында.
Мәктәптең ҙурлығы-бәләкәйлеге мөһим роль уйнаймы? Баланың мөмкинлектәре, һәләтлеге ҡайҙа нығыраҡ асыла? Ғөмүмән, бала шәхесен формалаштырыуҙа уҡытыусының ролен нисек баһалайһығыҙ?
Вәхит: Мин Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Сибайҙа балалар уҡыттым. Ул ҡалаларҙағы уҡыусыларҙың ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшеүенән сығып фекер йөрөткәндә, ҙур ҙа, ныҡ бәләкәй ҙә булмаған мәктәптәр иң уңайлыһы, минеңсә. Бәләкәй ауылдарҙа ярыш сәме бик булмай. Көслө бала "ойой". Ҙур мәктәптәрҙә, киреһенсә, конкурентлыҡ артыҡ ҙур, Вадим әйткән миҫалдағы һымаҡ, бала үҙ мөмкинлеген тулыһынса тормошҡа ашыра алмай. Ә уҡыусылар һаны уртаса булған мәктәптәрҙә уҡыусылар үҙҙәрен яҡшыраҡ тоя. Әлбиттә, башҡа факторҙар тураһында ла оноторға ярамай. "Баламды, әйҙә, мәктәп кеше итһен", тип, бөтөн яуаплылыҡты уҡытыусы иңенә һалған, үҙенең бурыстары тураһында онотҡан ата-әсәләр ҙә бар. Ундай ата-әсәләргә уҡыу, шәхесте формалаштырыу процесы - ул өҙлөкһөҙ дауам итә торған комплекслы хеҙмәт икәнен хәтерҙәренә төшөрөргә ине. Баланы өйҙә - атай-әсәй, олатай-өләсәй, балалар баҡсаһында - тәрбиәселәр, мәктәптә - уҡытыусылар, юғары уҡыу йортонда кураторҙар үҫтерә. Беҙҙең Республика башҡорт лицейының шул яғы һәйбәт: интернат системаһы булғанға күрә, тәрбиәләнеүселәр тәүлек әйләнәһенә ҡараулы.
Айнур: Уҡыусыларҙың уңышы мәктәптең ҙур йәки бәләкәй булыуынан түгел, ә уҡытыусының ниндәй белемгә, тәжрибәгә эйә булыуынан тора. Шулай уҡ уҡытыусы абруйы тигән төшөнсә ҙур роль уйнай. 50-се йылдарҙағы нәфис фильмдарҙа ут-һыу кискән ир-егет, ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар образдары киң яҡтыртыла. Ошо быуын уҡытыусылары илде аяҡҡа баҫтырған, улар кадрҙар тәрбиәләгән, кешене йыһанға осорған. Торғонлоҡ осоронда яйлап-яйлап төрлө фильмдарҙа хәмер эскән, тәмәке тартҡан уҡытыусы образы барлыҡҡа килде. Уҡытыусы спиртлы эсемлек эсә аламы? Ҡунаҡта түгел, хатта үҙ өйөндә лә эсә алмайҙыр, тип һанайым. Уҡытыусы - идеаль кеше. Бындай насар ғәҙәт уға бөтөнләй ят булырға тейеш. "Уҡытыусы ла - кеше" тип аҡланыу урынһыҙ.
Химияла "әүҙемләштереү көсө" тигән төшөнсә бар. Баланың ҡатмарлы мәсьәләне сисерлек мөмкинлеге бар икән, уға үҙе артыла алырлыҡ бәләкәй генә түбәләсте күрһәтһәң, ул шуға менеп етә. Бәләкәй убаға менгәндән һуң ул дәртләнеп, бейегерәк тауға үрмәләргә тотона. Уҡыусы мәсьәләләрҙе шул рәүешле сисергә өйрәнеп алдымы, уға тормош һынауҙары ла ҡурҡыныс түгел. Бала уларҙы ла ошо юл менән хәл итергә өйрәнә һәм ҡыуаныс кисерә. Уҡытыусының ролен мин тап ошондай уҡыусылары күп булыуҙан сығып баһалайым.
Вадим: Бөгөнгө ҡайһы бер йәш уҡытыусылар мәктәпкә башҡа ерҙә эш булмағанлыҡтан, сараһыҙлыҡтан килә. Был бик ҡурҡыныс күренеш. Беҙ иһә үҙебеҙ уҡыған Республика башҡорт лицейыбыҙҙы яратабыҙ, шуға ла ҙур теләк менән унда уҡытырға килдек, педагогиканы йәшәү рәүешебеҙ итеп һайланыҡ...
Айнур: Эйе, ошо лицейҙы тамамлаған, вузда уҡып, инженер һөнәре алған ир-егеттәрҙең ҡабат лицейға уҡытырға ҡайтыуы - үҙенсәлекле күренеш. Миңә йыш ҡына уҡытыусылар кәңәшмәләрендә ҡатнашырға тура килә. Мин унда химия уҡытыусыларынан берҙән-бер ир-егет булып сығам һәм гел иғтибар үҙәгендәмен. Ғөмүмән, беҙҙең лицей миҫалынан сығып ҡарағанда ла, балаларҙың шәхес булып формалашыуында, бейек үрҙәр яулауында уҡытыусының, бигерәк тә ир-егет уҡытыусының роле баһалап бөткөһөҙ.
Һеҙҙең лицейҙа тик малайҙар ғына уҡый. Был факт уҡыуҙа, тәрбиә эшендә ниндәй ыңғай һөҙөмтәләр бирә?
Вәхит: Мәктәптә енес билдәһенән сығып бүлеп уҡытыу гендерлы уҡытыу тип атала. Әлеге көндә Өфөлә, белеүемсә, гендер буйынса ике мәктәп - беҙҙең лицей һәм Республика иҡтисад лицейы ғына эшләй. Гендерлы уҡытыу Рәсәйҙә һирәк осрай, шуға сәйер күренә. Ысынында, ул беҙгә ят түгел. Тарихҡа ҡараһаҡ, Совет власына тиклем Башҡортостанда мәғариф тик ошо системаға ҡоролған булған. Революциянан һуң власть яңы белем биреү стандарттары индергән. Перспективала иһә, минең уйымса, Башҡортостандағы иң алдынғы мәктәптәр ошо типта уҡытыуға күсеүе бик мөмкин. Балаларҙы мәктәптә енес буйынса бүлеп уҡытыу халыҡҡа яҡшы таныш һәм тәрбиә йәһәтенән уңайлы. Малайҙар ҡыҙҙарға әүрәмәй, иғтибарын уҡыуға ғына йүнәлтә.
Вадим: Мәғариф өлкәһендә иң бай тәжрибәгә эйә Бөйөк Британияла гендерлы уҡытыу моделе менән белем биргән бай тарихлы бихисап шәхси мәктәп бар. Алға киткән илдәр ҙә гендерҙың ыңғай яҡтарын таный. Был - бер. Икенсенән, егет менән ҡыҙ - икеһе ике кеше, ике донъя. Мәктәптә, һуңынан - университетта бер ҡаҙан эсендә ҡайнағас, улар, ирекһеҙҙән, бер иш холоҡлоға әйләнә. Өсөнсөнән, тормоштағы күп кенә хәлдәрҙә ҡатын-ҡыҙ инициативаны үҙ ҡулына алып өлгөрә. Әммә был ир-егет һәлкәү тигәнде аңлатмай әле. Ир-егет күп уйлана, әммә эшен эшләп ҡуя. Ҡатын-ҡыҙ эшен дә тиҙ тамамлай, эҙемтә тураһында ла артыҡ баш ватмай. Әсә кеше, карьера, тип сапҡан йортта бала ҡараусыһыҙ ҡала, телевизорға, урамға әүрәй. Уңышһыҙ тәрбиә циклы ғаиләнән башланып, ғаиләгә кире әйләнеп ҡайта һәм ҡабатлана ла ҡабатлана.
Егетте биҙәгән сифаттар ҡыҙ кешене матурламай. Ҡыҙҙарҙың бер генә сифатын егет кешегә күсерһәк тә, көслө заттан егетлек китә. Мәҫәлән, уға батырлыҡ хас. Беҙҙә иренән алда үҙе осоп-төшөп торған ҡатындарға сәйерһенеп ҡарайҙар. Ҡатын-ҡыҙҙы оялсанлыҡ биҙәй. Оялсанлыҡ егеттәрҙәге ҡайһы бер күркәм сифаттарҙы ҡыҫырыҡлай. Шуға күрә, ошондай күренештәргә сик ҡуйыу өсөн гендерлы уҡытыу ҡулай. Егеттәр менән ҡыҙҙарҙы айырым кластарҙа уҡытыу мөмкин булмаған хәлдә лә, уларҙы, һис юғы, класс сәғәттәрендә, түңәрәктәрҙә, факультативтарҙа ике төркөмгә бүлеү зарур.
Айнур: Гендерлы уҡытыуҙы тәнҡитләүселәр һәр ваҡыт табыласаҡ. Мин конструктив тәнҡитте көндәр буйы тыңларға ризамын. Уңыш сере - иғтибарыңды йүнәлтә белеүҙә, тине Вәхит. Уңышҡа өлгәшкән кемде генә алма, һәр береһе үҙ алдына маҡсат ҡуйып, ошо маҡсатына төп иғтибарын йүнәлтә алған. 15 йәшлек егет менән 15 йәшлек ҡыҙҙы сағыштырып ҡараһаҡ, егет кешенең үҫеш кимәле 15 йәш кимәлендә ҡалһа, ҡыҙ кешенеке - 17 йәш. Тимәк, ҡыҙҙар тиҙерәк фекерләй, дәрестәрен дә тиҙерәк әҙерләй. Һәм егет кеше ирекһеҙҙән уңышһыҙ кеше хәлендә тороп ҡала. Бөгөнгө мәғариф системаһы супер ҡыҙҙарҙы һәм уртаҡул, уңышһыҙ егеттәрҙе тәрбиәләй. Совет мәктәбенең ыңғай яҡтары ла, етешһеҙлектәре лә бихисап. Совет мәктәбе ниндәй шарттарҙа һөҙөмтә бирә? Әгәр уҡытыусы һәр уҡыусыға, уның "итәкле"ме, әллә "салбарлы"мы икәнлегенә иғтибар итмәй, талапты бер ҡуйһа, шул саҡта йәки пионерия һымаҡ ныҡлы тәрбиә мәктәптәре яҡшы эшләгәндә, совет мәктәбе яҡшы һөҙөмтә бирә. Беҙ ҙә был системаны әҙерәк күреп ҡалдыҡ. Ә гендерлы уҡытыуға альтернатива юҡ. Ул үҙе классик белем биреүгә альтернатива. Шул уҡ ваҡытта бөтә мәктәптәрҙе ошолай итеү ҙә мөмкин түгелдер. Бында алтын урталыҡты эҙләргә кәрәк.
Ни өсөн гендерлы уҡытыу тап беҙҙең мәктәптә тормошҡа ашырыла? Сөнки уҡытыусылар коллективында яртыһынан күберәген ир-егет тәшкил итә. Уларҙың йәше лә 30-ға тиклем һәм 30 самаһы. Ир балаларҙы уларҙың атайҙары быуыны түгел, ә ағай булырҙай уҡытыусылар быуыны тәрбиәләһә, яҡшыраҡтыр, минеңсә. Йәш уҡытыусы үҙе лә мәктәп эскәмйәһенән яңыраҡ ҡына "төшкән" кеше, уҡыусыларҙы яҡшы аңлай.
Бөйөк Британияның баш ҡалаһы Лондонда Итон исемле гендерлы колледж бар. Был мәктәптә 18 премьер-министр, шул иҫәптән, бөгөнгө премьер министр Д. Кэмерон тәрбиәләнгән. Ә ошо колледжды тамамлаусылар араһында шәхси тормошон яйға һала, ғаилә ҡора алмағандар булдымы икән? Уларҙан берәйһе үҙен "мин джентльмен түгел" тип һанаймы икән? Бында ысын ир-егеттәргә хас сифаттар тәрбиәләнеүенә шикләнмәйем. Беҙҙең егеттәр ҙә шулай - улар шул тиклем шәптәр: үҙҙәренең дәрәжәһен юғары тоталар.
Берҙәм дәүләт имтиханының ыңғай һәм кире яҡтарын һанап китәйек әле. Был имтиханды бит кемдәрҙер яманлай, кемдәрҙер маҡтай, практиктар булараҡ, һеҙ ниндәй фекерҙә?
Вәхит: Берҙәм дәүләт имтиханының ыңғай яҡтары бик күп. Мәҫәлән, тап БДИ һөҙөмтәләре беҙҙең йәштәр өсөн Мәскәүҙең, Санкт-Петербургтың, хатта сит илдәрҙең уҡыу йорттарына "йәшел юл" асты. Ә ни өсөн БДИ ҙур борсолоуҙар тыуҙыра һуң? Сөнки уҡыусылар уға үҙ ваҡытында әҙерләнмәй. Әҙерлекте һуҙып киләләр-киләләр ҙә, салғыйҙарына ут ҡаба башланымы, йүгерергә тотоналар. Шул саҡта баш ауырыуы башлана ла инде. Ысынында, мәктәптә Берҙәм дәүләт имтиханы бирәсәктәрен барыһы ла белеп тора, план буйынса, әкренләп кенә әҙерләнһәң, бер ниндәй күңелһеҙ хәлдәргә урын ҡалмаҫ ине. БДИ-ның шуныһы уңайлы - һин уҡыйһың-уҡыйһың да, ахыр сиктә, белемеңде тикшерәләр. Был бик шәп нәмә. Үҙемдән алып әйтәм: БДИ-ға әҙерләнгәндә йонсоп йөрөгәнемде хәтерләмәйем дә. Бөтөнләй көсәнмәнем, ыҙаламаным. 11-се синыфта планлы рәүештә әҙерләнә, дәрестә күнегеүҙәр сисә торғайныҡ. Дәрестән һуң да ҡала инек. БДИ - универсаль, уның ыңғай, уңайлы яҡтары ла шунда. Тапшыраһың да, һинең өсөн күп ишектәр асыла. БДИ-ға ниндәйҙер "ҡиәмәт көнө" итеп ҡарарға ярамай һәр хәлдә.
Беҙҙең лицей - алдынғы, шуға БДИ-ны бирә алмаған балалар юҡ. Бөтәһе лә юғары уҡыу йортона уҡырға инә. Ә ауылдарҙа хәлдәр насарыраҡ. Берҙәм дәүләт имтиханы иң ауыр һынау, тип уйлай улар. Етмәһә, балаларҙы ата-әсә лә ҡурҡыта. 9-сы синыфтан һуң: "Һин БДИ-ны бирә алмаясаҡһың ул барыбер, шуға колледжға, ПТУ-ға, лицейға бар", - тип, балаларҙы таратып бөтәләр ҙә, 11-се синыфта ауылдарҙа балалар ҡалмай. Бында педагогтарҙың ғәйебе лә юҡ түгел, профориентацион эш алып барылмай, балалар үҙҙәренең киләсәгенә әҙерләнмәй. Һәм ошо бөтә факторҙар бөтәһе бергә уҡмашып, стресс тыуҙыра ла, БДИ - насар, тигән һүҙ китә. Әгәр ошо етешһеҙлектәрҙе бөтөргәндә, БДИ-ның күңелһеҙ яҡтары күпкә аҙ булыр ине, тип уйлайым. Тормоштағы башҡа хәлдәргә лә ошо күҙлектән ҡарарға кәрәк...
Иң насар хәлде күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ. Бала БДИ-ны бирә алманы, ти. Әгәр балаға: "Имтихандарҙы бирә алмаһаң да, ҡурҡырлыҡ нәмә юҡ, юғары уҡыу йортона түгел, ә колледжға, урта махсус белем биреү учреждениеһына барырһың да, уны тамамлағас, вуздың ситтән тороп уҡыу бүлегенә керерһең", - тигән фекерҙе үҙ ваҡытында еткерһәләр, альтернативаны күрһәтһәләр, балалағы стресс күпкә әҙерәк булыр ине. Юҡһа, БДИ-ны бирә алмағаны өсөн үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары ла булды. Ни өсөн? Сәбәбе билдәле: альтернатив юлды күрһәтмәү. Мин 7-се синыфтан алып Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға барырға хыялландым. 11-се синыфта атай: "Улым, әгәр ҙә бюджет урынына инә алмаһаң, ярҙам итербеҙ, түләп уҡытырбыҙ. Әгәр бөтөнләй үтә алмаһаң, был да ҡурҡыныс түгел", - тине. Ҡыҫҡа ғына был һөйләшеүҙән һуң минең күңелем тынысланды.
Вадим: Дәреслектәр буйынса бер нисә кәңәш. Күпселек мәктәптәр математиканы Мордковичтың дәреслеге буйынса уҡый. Макаренконыҡы, Мартынюктыҡы ла бар, әлбиттә. Әммә иң киң таралған автор - Мордкович. Ҡәҙимге көслө генә дәреслек. Әгәр Мордковичты уҡытыусы алып уҡый икән, уға дәрес планы, дәрес конспекты яҙырға ла кәрәкмәй. Ул шул тиклем яҡшы уйлап төҙөлгән. Үҙаллы шөғөлләнә алған бала Мордкович китабын уҡытыусыһыҙ ҙа уҡый алыр ине. Беҙ ошо китаптарҙы Европалағы коллегаларға күрһәттек. Улар: "Юҡ, беҙгә бындай китаптарҙы файҙаланыу ҡурҡыныс. Юғиһә, уҡыусылар уҡытыусыларҙан баш тартасаҡ", - тинеләр.
БДИ-ның тағы бер ҙур ыңғай яғы - ул коррупцияны әҙәйтә. 2006 йылда беҙ лицейҙы тамамлағанда БДИ системаһы ла, юғары уҡыу йорттарында эске имтихандар ҙа бар ине. Тимәк, бала өс БДИ имтиханы биреп, бынан тыш, вуздың үҙендә шул предметтар буйынса һынауҙар тоторға тейеш ине. Етмәһә, имтихандарҙың һөҙөмтәһе августа ғына билдәле була. Әгәр икеле булһа? Бала өсөн был - ахырызаман! Ошондай шарттарҙа юғары уҡыу йорттарының ҡайһы берҙәре коррупцияға ла юл ҡуйҙы. Хәҙер иһә бөтөн "эске" имтихандар ҙа бөтөрөлдө, БДИ һөҙөмтәһе буйынса ғына уҡырға инеү мөмкинлеге тыуҙырылды. Шәп бит! Әлбиттә, бер нисә йыл элек БДИ-ның яуаптарын һатыусылар ҙа булды. Һуңғы ике йыл эсендә улар күҙәтелгәне юҡ.
Профориентация тураһында ла әйткем килә. 11-се синыфта профориентация башлау - һуң, уны 9-сы синыфтан башларға кәрәк. Бөгөн беҙҙең мәктәптәрҙә балалар математика менән рус теленән тыш, ғәҙәттә, үҙе иң һәйбәт белгән өсөнсө предметтан БДИ бирә. Ҡайҙа уҡырға барырға теләүен иҫәпкә алмайынса, бала киләсәктә уға кәрәк булмаған предмет буйынса ла имтихан биреп ҡуйырға, шул һөҙөмтәләр буйынса уҡырға инергә мөмкин. Был дөрөҫ түгел, минеңсә. Киреһенсә, киләсәктә кем булырға, ҡайҙа уҡырға теләүеңдән сығып һайларға кәрәк имтихан бирә торған предметты.
Күп кенә 11-се синыф уҡыусылары юғары уҡыу йортона ингән саҡта БДИ-ға өҫтәмә рәүештә ун балл алырға мөмкин икәнен дә белмәй. Ә был балдарҙы нисек йыйырға? Мәҫәлән, ГТО билдәң бар икән, ҡайһы бер уҡыу йорттары уға бер-ике балл өҫтәргә мөмкин. Волонтерлыҡ карточкаһы булғанда тағы бер-ике балл өҫтәлә. Декабрь айында рус теленән иншаңды уңышлы яҙып, документыңдың бер урынында ғына "инша" тип теркәп ҡуйҙың икән, бына һиңә - 4 балл. Фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашҡанһың, маҡтау ҡағыҙҙарың бар икән - бының өсөн алты балл өҫтәлә. 9-сы синыфта уҡ балаға был турала әйтеп ҡуйғанда, уға артабан 10 балды йыйыуы бөтөнләй ҡыйын булмай сыға. Уҡырға ингәндә ул ун балл ныҡ ярҙам итә.
Айнур: Лицейҙа беҙ профориентация менән шөғөлләнәбеҙ. Мәҫәлән, 8-се синыфтан химияны тәрәндән өйрәнәбеҙ, йәйге мәктәптәр ойошторабыҙ, Мәскәүгә барып, белемебеҙҙе камиллаштырабыҙ. Былар төбәк һәм абитуриенттар олимпиадаларында үҙ һөҙөмәләрен бирә. Ҡайһы бер юғары уҡыу йорттары үҙҙәре олимпиадалар үткәрә. Унда еңеүселәргә 10 балл өҫтәлә, призлы урын алыусыларға - 7 балл. Мәсьәләләр ул тиклем ауыр түгел. Әгәр һин "С" бүлегенән күпмелер мәсьәләне сисә беләһең икән, тимәк, призерҙар исемлегенә инә алаһың, тигән һүҙ. Олимпиадаларҙа еңеүселәр БДИ биргәнгә тиклем үк 100 балл йыйған була. Һөҙөмтәлә, улар уҡыу йорттарына конкурсһыҙ инеп китә.
Олимпиадаларҙа ҡатнашып та, һөҙөмтәгә өлгәшә алмаусыларҙың да белем нигеҙе яҡшы. Был төркөмгә ҡараған уҡыусылар яҡшы итеп әҙерләнһә, БДИ-ның һөҙөмтәһе 100 балға яҡын булырға мөмкин.
Йәштәргә ниндәй теләктәрегеҙ бар?
Вадим: Йәштәргә иң беренсе теләк - егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа үҙҙәрен ҙур шәхестәр менән сағыштырһын. Ул мәлдә илһөйәрлек тә, үҫешкә ынтылыш та булыр. Кеше теләһә, юлдар һәр ваҡыт асылып тора ул. Үҙҙәрен ҙур шәхестәргә тиңләһендәр.
Вәхит: Төшөнкөлөккә бирелмәһендәр, оптимист булһындар, сөнки кешегә һәр ваҡыт "эйе-юҡ", "аҡ-ҡара", "изгелек-яуызлыҡ" араһында һайларға тура килә. Һәр нәмәлә әҙ генә яҡшылыҡ та, әҙ генә насарлыҡ та бар, тип буталмаһындар. Ысынында, барыһы ла күпкә ябайыраҡ. Тик яҡшыға, яҡтыға ғына ышанып, бөтә ерҙә лә позитив эҙләһендәр, ыңғай көстө үҙҙәренә алһындар һәм таратһындар. Юрий Никулин әйтмешләй, әгәр һәр беребеҙ берәй кешене йылмайтһаҡ, был донъяла күңелһеҙ кеше ҡалмаясаҡ. Шуның кеүек, һәр беребеҙ һис юғы бер кешегә яҡшылыҡ эшләһәк, донъя үҙгәрәсәк. Үҙебеҙ яҡшы булып, яҡшылыҡ, яҡтылыҡ өләшеп йәшәйек! Донъя беҙгә матур тойола ул. Шулай ҙа ул тағы ла матурыраҡ.
Айнур: Минең 15 йәшлектәргә өндәшкем килә. Минең уҡыусыларымдың уртаса йәше 15 йәш. Үҙ-үҙеңдә ҡаҙыныу менән шөғөлләнергә кәрәкмәй. Бөтөн нәмә менән дә ҡыҙыҡһынығыҙ, бар эштең дә файҙаһы була. Күп уйланығыҙ, ныҡ уйланығыҙ. Һеҙгә күндерелгән нигеҙ, йәшәйеш асылы - дөрөҫ нигеҙ ул, унан шикләнмәгеҙ. 15 йәштә бөтә нәмә менән дә ҡыҙыҡһыныу мотлаҡ. Иң мөһиме - кире күренештәрҙән һаҡланырға кәрәк. Наркоманиянан, алкоголле эсемлек эсеүҙән, тәмәке тартыуҙан ситләшһәгеҙ, донъяның шул тиклем күп ҡырлы, ҡыҙыҡлы булыуын аңларһығыҙ. Нимәләлер мәғәнә табасаҡһығыҙ, уныһына иманым камил. Үҙегеҙҙе табыуығыҙҙы теләйем, ул сағында һеҙ бәхеттән һәм уңыштан ҡасып та ҡотола алмаясаҡһығыҙ.
Шулай итеп...
Әңгәмә барышында тәрән уйҙарға бирелеп, Вадим Ниғмәтуллин, Вәхит Бағышаев, Айнур Ғүмәров һынында Мифтахетдин Аҡмулланың, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың, Жәлил Кейекбаевтың һәм башҡа зыялыларыбыҙҙың йәш саҡтарын күҙ алдына килтереп ултырҙым. "Алтылағы - алтмышта" тигәндәре шулдыр. Ҡунаҡтарҙы тыңлап, белемде камиллаштырыу теләге тағы ла нығыраҡ артты. "Ошондай шәп уҡытыусылар ҡанаты аҫтында тәрбиәләнгән балалар үҙҙәренең бәхетле икәнлеген беләме икән?" тигән һорау ҡыҙыҡһындыра әле мине...
Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА