«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭШ ТӘ, АШ ТА БУЛА ҺАУЛЫҠ БУЛҺА
+  - 

Андрей ПАЛТУСОВ 5-cе ҡала клиник дауаханаһы былтыр үҙенең 55 йыллығын билдәләне. Ул үҙәктә - Совет районы территорияһында - урынлашҡанлыҡтан, ҡала халҡында ҙур һорау менән файҙалана һәм 46 мең кешегә медицина ярҙамы күрһәтә. Шулай уҡ дауахана ҡарамағында травмпункт, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бар. Улар ҡаланың көньяҡ өлөшө халҡын, дөйөм алғанда йылына 300 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Быйылдан башлап дауалау учреждениеһына тағы бер структураны - 40-сы поликлиниканы ҡушалар. Дауахана эшмәкәрлегенең төп йүнәләштәре һәм башҡа мәсьәләләр буйынса һөйләүен һорап, уның баш табибы Андрей ПАЛТУСОВҡа мөрәжәғәт иттек.

Структура үҙгәрештәренән тыш, тағы ниндәй үҙгәрештәр кисерҙегеҙ?

- Тәү сиратта, беҙ дауахананы реабилитация йыһаздары менән тулыландырабыҙ. Травмпунктта рентген ҡорамалдарын ремонтланыҡ һәм шунда уҡ йәрәхәт алған ауырыуҙарҙы реабилитациялауҙы ойошторорға ниәтләйбеҙ. Сөнки бөгөн тотош республикала, шул иҫәптән Өфөлә травматология профилендәге ауырыуҙарға реабилитация үткәреү мөһим мәсьәлә. Был сара теге йәки был ағзаһын һындырғандан, быуын эндопротезлауҙарынан һуң дауаланыуҙы дауам итеүҙе үҙ эсенә ала. Был курсҡа массаж, ҡулдарҙы, аяҡтарҙы аппараттар менән дауалау ҙа инә. Шулай уҡ парафин, батҡаҡ менән дауалауҙы ла ғәмәлгә индерергә уйлайбыҙ.

Һеҙ етәкләгән дауахана мейеләге ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуын кисереүсе ауырыуҙар өсөн дә реабилитация үҙәге булып тора. Ошо бөгөн киң таралған инсульт мәсьәләһенә лә бер аҙ туҡталып, аңлатып китмәҫһегеҙме?

- Инсульт - күпселек осраҡта кешене инвалидлыҡҡа килтергән, ҡайһы берҙә шунда уҡ үлтергән бик ауыр сир. Мейелә ҡан тамырҙары тығылыуы мейе туҡымаһы инфарктына килтерә. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда бындай сирлеләргә өс кимәлле медицина ярҙамы күрһәтеү системаһы булдырылған. Уларҙың тәүгеһе - коронар синдром, мейелә ҡан тамырҙары әйләнешенең киҫкен боҙолоуы осрағында ярҙам күрһәтеүсе ҡан тамырҙары үҙәктәре. Республика буйынса улар бихисап, аныҡлап әйткәндә, неврология бүлектәре ошо эште башҡара ла инде. Ошо беренсе звенола 20-30 көн дауаланыу үтеүселәр тура реабилитация үҙәктәренә килтерелә. Бында улар һөйләшергә, атларға, үҙен хеҙмәтләндерергә өйрәнә. Ҡайһы берҙә бик ауыр хәлле, түшәктә ятыусыларҙы ҡабул итәбеҙ. Беҙҙең үҙәк уларҙы социаль тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итә. Был бик оҙайлы, мөһим, кәрәкле процесс. Логопедтар, неврологтар, реабилитологтар, дауалау физкультураһы белгестәре командаһының комплекслы фиҙаҡәр эшмәкәрлеге арҡаһында пациенттар аяҡҡа баҫа, дөрөҫөн әйткәндә, яңынан йәшәргә өйрәнә. Йылына 400-600 шундай ауырыуҙы ҡабул итәбеҙ. Кемгәлер ҡабаттан реабилитация талап ителһә, улар ҡабаттан беҙгә килә.

Һуңғы йылдарҙа төрлө ауырыу осраҡтары күбәйә. Был яңы сирҙәр барлыҡҡа килеүҙәнме, әллә икенсе сәбәптәр бармы?

- Тәбиғәттә булған һәм быға тиклем асыҡланған сирҙәрҙән башҡа яңы ауырыуҙар юҡ. Бары тик яңы технологиялар нигеҙендә яңы диагностика ҡорамалдары эшләнә һәм улар ярҙамында ентекле тикшереү үткәреп, сирҙәр иртә стадияһында асыҡлана. Был ниндәйҙер ауырыуҙың киҫкенләшеүҙәр ихтималлығын иҫкәртеү мөмкинлеген бирә. Бөгөн медицина фәне генә түгел, медицина техникаһы ла бик ныҡ үҫешкән.
Икенсе яҡтан, халыҡ та үҙенең сәләмәтлегенә иғтибарлы була башланы. Күптән түгел генә тергеҙелгән диспансерлаштырыу һөҙөмтәһендә ул үҙе ошо процедураны үтеп, нимә борсоғанын табипҡа әйтеп, тулы тикшереү үтә ала. Ә кем һаулығына битараф түгел, ул балаларының да, туғандарының да, тоҡомоноң да һаулығын хәстәрләй. Шуға күрә мин халыҡты сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡты табиптарға ғына йөкмәтергә түгел, ә үҙ ҡулына алырға, сәләмәт тормош алып барырға, табиптарға сир киҫкенләшкәс түгел, уны асыҡлағанға тиклем мөрәжәғәт итергә саҡырам. Юҡһа, ҡолағансы йөрөйбөҙ ҙә, һуңынан бөтөн бәләне табиптарға япһарырға тырышабыҙ. Табиптар - дошман түгел, улар һеҙҙең дуҫығыҙ. Шуға ла сирҙе барлыҡҡа килгәндән күпкә алда, бергәләп профилактика үткәргәндә, киҫкенләшеүҙәргә юл ҡуймағанда ғына ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин.

Әйткәндәй, профилактика эше һеҙҙә нисек ҡуйылған, нисек ойошторолған?

- Айырым бүлек бар, унда медицина һәм социаль профилактика эштәре алып барыла. Медицина профилактикаһы йүнәлешендә ойошмалар, предприятиелар, йәғни коллективтар менән эшләйбеҙ. Уларға күсмә медосмотрҙар үткәрәбеҙ, анализдар алабыҙ, айырым сирҙәр буйынса анкета һорауҙарына яуаптар нигеҙендә табип ниндәй тикшереүҙәр үтергә кәрәклеген билдәләй, онкомаркерға, холестеринға, шәкәргә ҡан тапшырыу ойошторабыҙ. Ҡайһы бер предприятиеларҙа зыянлылыҡ ҙур, улар менән мотлаҡ профилактика эштәре алып барырға кәрәк. Бигерәк тә хәҙер, бөтөн нәмә компьютерлаштырылған заманда, хәрәкәт аҙ, шуға ла йөрәк-ҡан тамырҙары, быуындар ауыртыуы менән сирләүселәр күп. Быға юл ҡуймаҫ өсөн ваҡытында профилактика үткәреп, хеҙмәт барышында нимәнелер үҙгәртергә мөмкин.
Социаль профилактикаға килгәндә, ул - хеҙмәт урынындағы шарттар, эш һәм ял нисбәте, сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән шөғөлләнеү, тәмәкенән, спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙан, асоциаль тормоштан баш тартыу.

Әлеге ваҡытта йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан вафат булыусылар һаны хатта яман шештән үлеүселәр статистикаһын да уҙып китә...

- Бында бик күп сәбәптәр йоғонто яһай. Тормош рәүеше лә, стрестар ҙа, хәрәкәттең кәмеүе, спортҡа иғтибар бирмәү, насар йоғонтоларға бирелеү, инфаркттар, инсульттар - һанай китһәң, бик күп. Шуға ла Республика Башлығы ла, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла бындай хәл-торошҡа борсолоу белдерә һәм уны булдырмау буйынса әүҙем эш алып бара, ә беҙ, табиптар, үҙ сиратыбыҙҙа профилактик эшмәкәрлекте киң йәйелдерәбеҙ. Шулай ҙа иң мөһиме - пациенттарҙың битарафлығы, тиер инем. Улар оҙаҡ йылдар дауамында иғтибар итмәйенсә, унан сәнсте, бынан ҡыҫты, тегенән ауыртты, ярай, иртәгә ҡаралырға барырмын әле, тип ваҡытты һуҙып йөрөй бирә. Мөрәжәғәт иткәндә инде табиптар патология менән күҙгә-күҙ осраша. Шуға күрә, хатта артыҡ иғтибар талап итмәгән уңайһыҙлыҡ та - хәл юҡлығы, нимәлер ауыртыуы - шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә сәбәп булырға тейеш. Эйе, бөгөнгө көрсөк осоронда һәр кем эш урынында һүҙ булмаһын, ғаиләмде ҡарайым, аҡса эшләйем, тип тырыша. Әммә һәр кем иң мөһиме - һаулыҡ, һаулыҡ булһа, эш тә, аш та була икәнен аңларға тейеш. Сәләмәтлекте һаҡлау өсөн аҡса эшләргә тип түгел, аҡса эшләү өсөн сәләмәтлекте һаҡларға кәрәк, тигән ҡараштан сығып эш итергә кәрәк. Бындай ҡараш булғанда, табиптар, ысынлап та ярҙам итә аласаҡ, ә инде кеше табиптар ярҙам итә алмаҫтай һуңғы стадияла мөрәжәғәт иткәндә, әлбиттә, үлем осраҡтары күп буласаҡ.

Халыҡ медицинаһына ҡарашығыҙ нисек?

- Әгәр традицион медицинанан баш тартмағанда, халыҡ медицинаһы - ярҙам ғына. Табиптарҙың ҡайһы бер осраҡтарҙа үҙҙәре үк халыҡ медицинаһын тәҡдим итеүе сер түгел. Сөнки халыҡ медицинаһы ярҙамында организмды нығытырға мөмкин, әммә барыбер ҙә был эште табип кәңәше менән эшләргә кәрәк. Шул ваҡытта ғына ул файҙа килтерәсәк.

Табип һөнәре һеҙҙең өсөн нимә ул?

- Ул - минең йәшәү рәүешем. Мин ошо тормошто һайлағанмын һәм бына инде 18 йыл уның менән йәшәйем. Табип булыуы өсөн иң мөһиме - кеше хәлен аңлай белеү. Уларҙы аңлау, уларға тейешле ярҙам күрһәтеү өсөн тәү сиратта үҙеңде, эшеңде яратырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта табип - ул башҡалар тиңләшергә тырышҡан, сәләмәт тормош алып барған, кейемендә лә, тормошонда ла өлгө эталоны булырға тейеш. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең коллективта берәү ҙә тәмәке тартмай, сәләмәт тормош алып бара. Был коллективты ғына түгел, пациенттарҙы ла тәртиптә тора. Әйтеп китеүемсә, медпрофилактика бүлегендә хеҙмәткәрҙәр өсөн фитнес менән шөғөлләнеүҙе ойошторҙоҡ, үҙебеҙҙә лә, дауаханалар-ара ла, ҡаланың башҡа социаль учреждениелары ҡатнашлығында ла төрлө спорт уйындары буйынса спартакиадалар үткәрәбеҙ. Сөнки сәләмәт тормош рәүеше - беҙҙең өсөн беренсе урында тора.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.06.16 | Ҡаралған: 1695

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru