З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова менән осрашырға килгәндә, ул вокал класында фортепиано артында ултырып, бер студентына йыр оҫталығы һабаҡтары бирә ине. Студент ниндәйҙер нотаны алдыра алмай, байтаҡ ыҙаланды. Ә уҡытыусы тыныс ҡына аңлатыуын дауам итте. Бер аҙҙан профессор уҡыусыһын арҡаһынан һөйөп, матур теләктәрен әйтеп оҙатты һәм: "Яңы армия хеҙмәтенән ҡайтты, бер аҙ тауышын юғалтҡан, онота төшкән балаҡай", - тип аңлатып ҡуйҙы. Шул мәл мин үҙемдең ниндәй шәхес менән аралашырға килгәнемде төшөнгәндәй булдым.
Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы, һеҙ әллә нисә быуын йырсыларҙы тәрбиәләгән, уҡытҡан белгес. Бөгөнгө башҡорт эстрадаһын күҙәтеп, ҡалай күбәйеп китте был йырсы халҡы, тип уйламайһығыҙмы?
- Эйе, аҙыраҡ тауышы булған һәр йәш кеше үҙ көсөн һынап ҡарай ала бөгөн. Хатта олораҡ быуын кешеләре лә йөрьәт итеп эстрадаға килә, сәхнәгә сыға тора. Был - сәнғәткә лә баҙар мөнәсәбәттәре үтеп инеүе, шоу-бизнес күренеше инде. Йәмғиәттең бөгөнгө кәйефенә, талабына, ҡыҙыҡһыныуына ҡарап тәҡдим ителгән тауар ул бөгөнгө эстрада. Әгәр уларҙың ҡулланыусылары булмаһа, йәғни тыңлаусылары, күтәрмәләүселәре табылмаһа, әлеге йырсылар ҙа, йырҙар ҙа хасил булмаҫ ине. Тимәк, кемдәрҙеңдер зауығына тура килә улар.
Үҙ ҡарашымдан сығып әйткәндә, тамашасыны алдап булмай, тип уйлайым. Тауышһыҙ, моңһоҙ йырсыны ул барыбер ҡабул итмәй. Бөгөн улар ни тиклем генә үрсеһә лә, ваҡыт барыһын да үҙ урынына ҡуя. Бына беҙ бынан ун йыл әүәл сәхнәгә сыҡҡандарҙан һәләтлеләрен генә иҫләп ҡалғанбыҙ, уларҙы йылдар буйы тыңлайбыҙ. Ә яһалмалары төшөп ҡалған, онотолған. Әлегеләре менән дә шулай буласаҡ.
Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуҙың йырсыларға ғына билдәле булған серҙәре бармы?
- Беҙҙең халыҡ йырҙары йырсының тауышын тейешле юҫыҡҡа үҙе көйләй. Һәр йырсы үҙенә генә хас тембр менән тыуа. Әгәр бала бәләкәйҙән халыҡ йырҙарын башҡарырға өйрәнһә, шул саҡтан уҡ уның тауыш диапазоны киңәйә, ҙурая. Уларҙың тауыш аппараты теләһә ниндәй тональносҡа ла көйләнгән була.
Уҡыта-уҡыта шундай фекергә килдем: халыҡ йырҙары уны башҡарған саҡта йырсының мейеһенән башланып эс тәңгәленә тиклем үтеп инә. Баш, бит өлөштәре яңғырап, маңлай, яңаҡ һөйәктәре зәңкеп тора. Халыҡ йырын башҡарғанда баштың һәм мейенең яҡшы эшләүе мотлаҡ. "Вокальная голова" тип йөрөтәбеҙ беҙ был төшөнсәне, тимәк, "йыр аҡылы". Зирәк аңлы, математика кеүек теүәл фәндәрҙе яҡшы белгән кешеләр йырҙы ла шәп башҡара. Йырсының тауышы көслө булырға ла мөмкин, әммә аҡылы аҙ булғанда, ул тейешле һөҙөмтәгә өлгәшә алмай. Ошо ике сифат бергә тап килһә, йырсыларға сәнғәт донъяһында оло юл асыла, уларға танылыу яулауы ауыр булмай.
Беҙҙә "моң" тигән нәмә бар. Башҡа халыҡтарҙа был төшөнсә юҡ һәм уҡытҡан саҡта рус телле балаларға ошоно аңлатыуы бик ауыр. "Музыкальность, чувства, ну... включи внутри все", тигән һүҙҙәр ҡулланып, уларҙың моңон сығарырға тырышабыҙ. Бына шунда ла инде беҙҙең туған телебеҙҙең, миллилегебеҙҙең ҡөҙрәте.
Йырсының йырҙың һүҙен, көйөн һайлай белеүе йәки белмәүе нимәнән килә? Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр мәғәнәһеҙ һүҙҙәр теҙмәһен дә йырлай ала, ә ҡайһылары был өлкәлә бик һайлансыҡ?
- Йырсының йыр һайлауы - ул үҙенә күрә бер психология. Бында һәр кем үҙенең эске донъяһын аса. Йыры менән ул эсенә нимә тултырылған, шуны сығара. Был, әлбиттә, йырсының йәше, холҡо, кисерештәре, йәшәйеше аша ла килә. Һәм бында бая үрҙә әйтеп үткән "йыр аҡылы" тигән төшөнсә лә ҙур роль уйнай.
Беҙ, мәҫәлән, студенттар менән йыр һайлағанда иң башта йырҙың тарихын, ерлеген, эстәлеген өйрәнеп алабыҙ. Барамы йыр был йәш кешегә? Унда ниндәй кисерештәр уята йыр һүҙҙәре? Ул уны нисек аңлай? Уҡыусыларыма йырҙы, бигерәк тә халыҡ йырҙарын тойоу мөһим икәнлекте аңлатам.
Эстрада йырҙарында ла шағир һәм композитор был әҫәрҙе ниндәй сәбәптән, ниндәй шарттарҙа ижад иткән һәм был ике ижад нисек йыр булып уҡмашҡан икәнде белеү кәрәк. Моңға яғыла торған шиғырҙар улар көйһөҙ ҙә йырлап тора. Ә инде майһыҙ арба һымаҡ шығырлап торған һүҙҙәр теҙмәһен ниндәй генә көйгә һалһаң да, ҡолаҡты иркәләмәй, күңелгә инмәй. Йомғаҡлап әйткәндә, йырланған йыры башҡарыусыһының аҡыл кимәлен күрһәтеүсе барометр ул.
Эстрада беҙҙең халыҡҡа хасмы, килешәме ул беҙгә?
- Юҡ, был башҡарыу алымы башҡорттоҡо түгел. Күрәһегеҙ бит, нисек кенә ҡыланһалар ҙа, нисек кенә тырышһалар ҙа, эстрадабыҙ артыҡ балҡый алмай. Сөнки был беҙҙеке түгел. Башҡорттоң интеллекты башҡа, холҡо, фиғеле ундайға яраҡлашмаған. Эстрада йырҙары менән йырсыларыбыҙ үҙҙәренә һалынған моң байлығын - шундай зиннәтте әрәм-шәрәм итә, тәләфләй. Уларҙың тән һәм аҡыл ҡоролошо ла күкрәктән аша үткәреп йырлауға яраҡлашҡан, ә эстрадалағылар тамаҡ төбө менән йырлап, тауыштарын боҙоп бөтәләр. Йәл, бик йәл...
Һеҙҙең үҙегеҙҙә йырсы булып китеү теләге тыуманымы? Ни өсөн һәләтегеҙҙе педагогик тәжрибәлә генә ҡулланыу менән сикләндәгеҙ?
- Ошо институтҡа уҡырға мин 1969 йылда килеп индем һәм уның тәүге сығарылыш студенты булдым. Уҡыу процесы бик етди ине. Ул саҡтағы ректор, мәшһүр композитор Заһир Исмәғилев ағай һәр имтихандың өсөнсө турында үҙе ҡабул итә, кабинеты уртаһына баҫтырып йырлатып ҡарай ҙа, шунан ғына зачет ҡуя ине.
Шулай, институтта өсөнсө курста уҡып йөрөгәндә миңә театр бүлегендә йыр дәрестәре уҡытырға ҡуштылар. Дүртенсе курста уҡығанда иһә, Мәҙәниәт министрлығына саҡыртып алдылар ҙа, ул саҡтағы министр Вил Сабит улы Кәримов бойороғо менән сәнғәт училищеһына уҡытырға ебәрҙеләр. Педагог булмағандыр инде, күрәһең. Шул барыуҙан училищела егерме йыл эшләнем һәм биш тиҫтәләп һәләтле йырсылар тәрбиәләп сығарҙым. Унан һуң институтҡа эшкә саҡырҙылар. Бында иһә утыҙлап йырсы, туғыҙ ассистент-стажер әҙерләнем. Заманында, институтты тамамлаған мәлдә, опера театрына эшкә барырға өгөтләнеләр, режиссер Мәғәфүр Хисмәтуллин ҡат-ҡат саҡырҙы, уҡытыусыларым да кәңәш иткәйне. Әммә мин ул саҡта инде ир ҡатыны, бала әсәһе булып, үҙемсә уйлап-үлсәп, уҡытыу эшен һайланым. Һәм үкенмәнем. Ә тауышым, Аллаға шөкөр, бөгөн дә элекке кеүек үк сағыу көйө һаҡланған. Былар барыһы ла уҡытыусым Миләүшә Ғәли ҡыҙының ваҡытында тауышымды дөрөҫ ҡуя белеүенән, моңомдо һаҡларға өйрәтеүенән килә. Ысын педагогтың һәләте бына шунда инде ул.
Ғаиләгеҙҙә һеҙҙән башҡа йырсылар бармы, булғанмы?
- Минең атайым Фәтҡулла бик моңло тауышлы була. Асылда, уның бөтөн нәҫеле моңло халыҡ ул. Атайым мәжлестәрҙә, һабантуйҙарҙа, һораһалар, бер генә йыр башҡарған. Ҡабатлап һораһалар ҙа йырламаған. Шулай тәмле генә итеп, аҙ ғына итеп өләшкән һәләтен.
Әсәйем дә йырланы. Ҡөрьән-Кәримде көйләп уҡыуы үҙе бер хайран күренеш ине. Ул миңә "Тәфтиләү" йырын өйрәтте. Ә инде ғаиләләге ете баланың барыһы ла йырға әүәҫ булды. Үҙемдән өлкәндәрҙең һәр береһе миңә ниндәйҙер йыр өйрәтеп ҡалдырҙы. Иҫ киткес моңло тауышлы Зәкиә апайымдың, һарай башында бесән өҫтөндә ятып, "Урал"ды йырларға өйрәткәнен хәтерләйем. Роза апайым "Сәлимәкәй"ҙең, Кәрим ағай "Уйыл"дың тарихын һөйләп, һүҙҙәрен ятлатып, көйөн аңлатып ҡуйғандары ла иҫемдә. Улар барыһы ла уҡытыусылар булып киттеләр, әммә йырҙан сит-ләшмәнеләр.
Үҙемдән ҡала уландарым да моңлолар, әммә уларҙың да хеҙмәт һәм тормош юлдары икенсерәк юҫыҡтан китте. Ейәнсәрҙәремдә лә бар моң, тик береһе лә йырсы булырға атлығып тормай. Ә иң мөһиме, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең исемдәре тик башҡорт халыҡ йырҙары атамаларынан ғына тора: Шәүрәкәй, Зәлифәкәй, Сәлимәкәй, Урал, Буранбай. Бәпес саҡтарындағы бишек йырҙары ла шул үҙ исемдәренең йыры булды. Килендәремә: "Табығыҙ бәпәйҙәр, йырҙарыбыҙ күп беҙҙең", - тип әйтеп кенә торам.
Фәрзәнә апай, белеүегеҙсә, Башҡорт автономияһының 100 йыллығын билдәләү алдындабыҙ. Был тарихи ваҡиғаға бәйле бар мәғлүмәттәрҙе лә йыябыҙ, халыҡҡа сығарырға, белдерергә тырышабыҙ. Ошо сәбәпле, һеҙҙең арҙаҡлы шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең яҡын туғаны икәнде белеп, был турала белгән-иҫләгәндәрегеҙҙе гәзит уҡыусылар менән дә бүлешеүегеҙҙе үтенәбеҙ?
- Атайым Фәтҡулланың атаһы, йәғни Шәйәхмәт олатайым, Әхмәтзәки Вәлиди менән бер туған була. Беҙҙең атай менән әсәй Әхмәтзәки Вәлидиҙең һуңғы тапҡыр ауылға атаһына ҡайтып киткәнен гел һөйләй торғайны. Ҡыҙыл машинала килеп төшә ул. Атаһы Әхмәтша менән хушлашырға килгән була. Атайым да уның менән күрешергә бара. Әммә күрешә алмай, Әхмәтша олатай бик ҙур хәсрәттә була, күрәһең, өләсәй ейәнен өйгә индермәй, ҡайтарып ебәрә. Бәлки, балаларын бәләләрҙән араламаҡ булып та шулай иткәндәрҙер, кем белә...
Бала саҡта мин Вәлидиҙең туған икәнлеген түгел, кем булыуын да белмәнем. Ул хаҡта ғаиләлә бөтөнләй һүҙ булманы. Атай-әсәйем генә түгел, өлкән туғандарым Зәкиә менән Ғәлиә апайҙарым да ул хаҡта һөйләмәне.
Көҙән ауылында элек русса уҡытҡандар, шуға атайым руссаға шәп ине. Дүрт класты өс йылда уҡып сыҡҡан булған ул. Ауылда уҡымышлы кеше һаналды, һәр ваҡыт баш бухгалтер булып эшләне. Артабан да, ҡайҙа йәшәһәк тә, ул финанс-иҡтисад өлкәһендә хеҙмәт итте.
Эҙәрлекләүҙәр һәм репрессия беҙҙең ғаиләгә 1935 йылдарҙа килә. Атайыбыҙҙы алып китәләр ҙә ҡайтаралар, алып китәләр ҙә ҡайтаралар. Әсәйебеҙ әйтеүенсә, уның үҙе менән бергә алып китә торған алмаш кейем-һалым, аҙыҡ-түлек һалынған тоғо һәр ваҡыт әҙер тора. Был хәлдәр һуғышҡа тиклем дауам итә. Һуғышҡа атайыбыҙҙы штрафбатҡа алалар. Ҡулына ҡорал да бирмәйҙәр, алғы һыҙыҡта окоп ҡаҙҙыралар, землянкалар төҙөтәләр. Ашау ҙа бик наҡыҫ бүленә. Күптәре астан да үлеп ҡала. Бәрелештәр ваҡытында штрафбаттыҡылар күпләп ҡырыла, 1942 йылда атайымды ла ҡоро һөлдә хәлендә, инде эшләрлек рәте ҡалмағанлыҡтан, өйөнә ҡайтаралар. Уны әсәйҙең атаһы тәрбиәләп, үлтермәй алып ҡала. Аяҡҡа баҫҡас инде тағы ла алып китәләр. Шул арауыҡта өйҙә булып китеүенән аҙаҡ мин тыуғанмын. Унан тағы ла бер-нисә йылдан шулай уҡ ярымтере килеш ҡайтып төшә. "Атайығыҙ ҡайтып килә" тигән хәбәрҙе ишеткәс, апай-ағайҙарым өс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Шишмә тигән ергә тиклем ҡаршы йүгергәндәр һәм юлда атайыбыҙҙы танымай, үтеп киткәндәр. Атайыбыҙҙың иһә балаларын ҡысҡырып туҡтатырлыҡ хәле булмаған... Нисек тере ҡалғандыр? Ниндәй генә михнәттәр күргәндер инде, бахыр? Уларын хәҙер яҡынса төшөнә генә алабыҙ. Беҙҙе атайлы итеп, шулай йәшәмеш булыуына мең рәхмәт...
Артабан 1949 йылда, миңә алты йәш саҡта, әллә ике сәғәт бирелде, әллә ике көн - ни булһа ла, ауылдан сығып китергә фарман килә. Атай-әсәйебеҙ ете балаһын эйәртеп, һыйырын етәкләп, ауылдан китергә мәжбүр була. Салауат ҡалаһының яңы төҙөлә генә башлаған ерлегенә барып, тирмә ҡороп инәбеҙ. Унда беҙҙең кеүек тирмәлә көн күргәндәр аҙ түгел, тотош урам булып теҙелгәндәр. Бөгөнгөләй хәтеремдә, тирмә алдына сығып, ҡала төҙөргә алып киленгән әсир немецтарҙың һаҡ аҫтында үткәнен ҡарап торабыҙ, ә тирмә артында һыйырыбыҙ йөрөй.
Ҡыш яҡынлаған мәлдә, бәхеткә күрә, атайҙы Маҡар лесхозы рәйесе Юламанов тигән ағай эшкә саҡыра. Һәр кем уның кеүек ҡыйыулыҡҡа бара, йәғни "ҡара тамғалы" кешене эшкә ала алмағандыр, ә был ағай беҙгә ярҙам ҡулы һуҙа. Маҡар лесхозына күсеп килеп, барак өйҙөң бер яғында йәшәй башланыҡ шулай.
Бөтөн был ҡыуылыу һәм күсенеүҙәр Хрущев замандарына тиклем дауам итә. Атайыбыҙ хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына ауылына әйләнеп ҡайтыу хоҡуғына эйә була.
Мин атайымдан балараҡ саҡта ла, үҫә төшкәс тә, унан инде арыуыҡ ҙурайғас та: "Атай, ни өсөн беҙ ауылдан киттек?" - тип һораным. Атайым: "Һеҙҙе русса яҡшы белһендәр, өйрәнһендәр өсөн алып йөрөттөм", - тигән була ине. Яуап таба белгән бит әле.
Тағы ла бер деталь: 1937 йылда атайға хатта ҡатынын, йәғни әсәйебеҙҙе айырырға ла тура килә. ЗАГС-та булһалар, ирен төрмәгә оҙатҡан осраҡта ҡатынын да, балаларын да бергә алғандар бит ул саҡта. Атайым шулай беҙҙе аралап, был аҙымға бара. Алтмыш икенсе йылдарҙа ғына ҡабаттан әсәйебеҙгә "өйләнә"...
Шәйәхмәт олатайым иһә 1937 йылда уҡ ҡулға алынған була, өләсәйҙе бәләкәй генә өйгә күсереп, оло йортон тартып алалар. Зәкиә апайым һөйләүенсә, әле ауылда йәшәгән саҡта өләсәйгә төнгө өс-дүрттәрҙә йүгертеп тамаҡ алып барып йөрөгән. Унан өләсәйҙе Ишембайҙағы балалары тәрбиәгә ала, шунда мәрхүм була. Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә апай менән ( уға ла өләсәй була бит) ул ҡәберҙе барып таптыҡ, сәскәләр һалдыҡ...
Фәрзәнә апай, Зәки Вәлиди туғаны булыу һеҙгә бик ҡиммәткә төшә, шулай бит? Һеҙҙең атайығыҙҙа, туғандарығыҙҙа, һеҙҙең үҙегеҙҙә лә уның исеменә ҡарата ниндәйҙер үпкә тойғолары булманымы? Был бит тәбиғи...
- Заманында ниндәйҙер халыҡ ҡатламының нәфрәтен тойорға ла, кисерергә лә тура килде. Был үҙенә күрә бер хәүеф уята ине. Һәм... ул хәүефте мин бөгөн дә тоям.
Атайыбыҙ күңелендә нимәләр булғандыр, ул уларҙы тышҡа сығарманы. Беҙҙең аңға яман-яҡшы тигән бер ниндәй мәғлүмәт тә һалманы. Бәлки, ул асыуын йә үпкәһен белдергән булһа, беҙгә ул һеңер ҙә ине. Әммә ул аҡыллы булған - балаларының аңын асыу, үпкә тойғолары менән бысратмаған.
Асылда бит бер беҙгә генә түгел, Көҙән ауылына тотошлайым менән ауырға төшә. Халыҡ тулыһынса тигәндәй ауылдан китеп таралыуға, тарҡалыуға дусар ителә. Уҡырға ингәндә лә, эшкә урынлашҡанда ла, башҡа урындарҙа ла "Көҙәндән" тигән һүҙ "дошман" мөһөрө һымаҡ ҡабул ителә. Ә көҙәндәр улар бик сабыр, тыйнаҡ халыҡ. Атайым бармаҡ янап тороп: "Көҙән - ул башҡорт ауылы! Ғафури районының Ташбүкән тигән башҡорт ауылынан килгән Көҙән исемле кеше нигеҙләгән уны - шуны онотмағыҙ", - тип йыш ҡабатлай торғайны. Шәжәрә лә шуны дөрөҫләй.
Тәүге тапҡыр мин йөрьәт итеп Әхмәтзәки Вәлидиҙең 100 йыллығына арналған кисәгә барҙым. Унда ла бик һаҡ ҡына килдем. Ағайыбыҙ, Зәки Вәлидиҙең бер туған һеңлеһе Сара инәйҙең улы, профессор Камил Вәлиев ағай башлап ойошторғайны был сараларҙы. Камил ағай Мәскәүҙә уҡыған сағында Иҫәнбикә ханым менән күрешеп-һөйләшеү бәхетенә өлгәшә һәм Вәлиди тураһындағы хәтерҙе, уның мираҫын тыуған яҡтарға ҡайтарыу уйы менән яна башлай, ул идея менән беҙҙе лә ҡуҙғата. Ә беҙҙә ҡурҡыу шул тиклем көслө була әле. Мин "ҡурҡыу" тигән һүҙҙән тартынмайым, сөнки был бәләне минең ата-бабам үҙ башында кисергән, ә ишетеп кенә белмәгән. Был арҙаҡлы шәхес хаҡында китаптар яҙыу, уның хеҙмәттәрен өйрәнеү һәм сығарыу йәки шул сәйәсәтте күтәреү - ул икенсе мәсьәлә. Әлбиттә, дан мәсьәлә. Әммә ул шәхестең туғаны булыу бөтөнләй икенсе - михнәтле һәм хәсрәтле мәсьәлә.
Донъялар үҙгәргәс, илдәр араһындағы сиктәр асылғас, Анкарала Әхмәтзәки бабайҙың өйөндә булдыҡ. Унда уның өс ҡатлы йорто бар ине. Балалары Иҫәнбикә менән Субиҙәй беҙгә, туғандарына, бабайыбыҙҙың күп кенә иҫтәлекле әйберҙәрен тапшырҙы. Шулайтып, туғандар булып, һәүетемсә генә ҡатышып, аралашып йәшәйбеҙ хәҙер.
Әхмәтзәки Вәлиди башҡорт батыры булған һәм батырҙар яҙмышын кисергән. Ә батырҙар яҙмышы ул - үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү. Халыҡ өсөн, милләт өсөн, идеялар өсөн. Ә беҙ, уның туғандары, шул дөрләп янған яҙмыш ялҡынына эләгеп, көйөп ҡалыусылар ғына булғанбыҙҙыр...
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
әңгәмә ҡорҙо.
КИРЕ СЫҒЫРҒА