Туған телендә һөйләшеп йөрөүсе милләттәштәребеҙ араһында ла йыш ҡына борондан килгән күп кенә һүҙҙәребеҙҙе белмәүселәр осрай. Бөгөнгө һүҙем - туған-ара йәиһә дуҫ-иштәрҙең һәм таныштарҙың бер-береһенә өндәшеү атамалары хаҡында. Гүзәл туған телебеҙҙең бихисап бай үҙенсәлектәренең береһе тип атап та булалыр уларҙы. Айырыуса ауыл ерендә көн иткән яҡташтарыбыҙ бындай атамаларҙы киң ҡулланғанға күрә, улар онотолмай, телдән-телгә күсә килә. Әммә һуңғы быуатта, кемдәрҙәндер күрмәксе, бер-беребеҙгә "Фәлән Фәләныч", тип өндәшергә өйрәнеп барабыҙ шикелле, йәмәғәт. Шуға күрә лә, халҡыбыҙҙың бына ошо ҡиммәте бер аҙ онотолоп барғандай.
Райондарыбыҙҙың береһендә туйҙа ҡатнашырға тура килде. Беҙҙең яҡтан барған төп ҡоҙа менән ҡоҙағыйҙың икеһенә лә 42-43 йәштәр тирәһе. Тәүге улдарына килен алып, шатлыҡҡа күмелеп йөрөүҙәре. Киң республикабыҙҙың һәр районында үҙенсә һөйләшеү диалекттары булған һымаҡ, туған-таныштарҙың бер-береһенә өндәшеү атамаларында ла айырма бар икән. Теге яҡтың бәғзе ҡоҙалары әлеге беҙҙән барған төп ҡоҙағыйҙы "ҡоҙаса", тип ҡаҡшаттылар. "Нишләп ул һеҙгә "ҡоҙаса" булһын, ти?" - тиеүгә, кемеһелер: "Беҙҙең яҡта йәшерәктәрҙең барыһына ла "ҡоҙаса", ә оло йәштәгеләргә "ҡоҙағый" тип өндәшәләрсе..." - тип яуап бирҙе. Ә бит 80 йәшлек ҡоҙаса йәки 18 йәшлек ҡоҙағыйҙың да булыуы мөмкин! Сөнки, ҡоҙалар яғының барса килен кешеләре лә ҡапма-ҡаршы яҡтар өсөн ҡоҙағый, ә ҡан туғандары - ҡоҙаса була. Нисә йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан. Ә инде кемгәлер ҡоҙаса булған кеше, ваҡыт үтеү менән, ҡартайып китеүенә лә ҡарамаҫтан, барыбер ҡоҙаса булып ҡала. Мәҫәлән, мин өйләнгән саҡта минең апайҙарыма әле утыҙ йәш тә тулмағайны. Ҡатынымдың туғандары уларға "ҡоҙаса" тиҙәр ине. Хәҙер ул апайҙарым, әйтәйек, һикһәненсе йәште ҡыуа. Хатта туҡһан йәштә лә минең ҡәйнештәр, ҡайнағалар өсөн улар әле булһа - ҡоҙаса...
Кейәү йәиһә килен кеше беҙҙең яҡта хәләл ефетенең ата-әсәһен, ҡартатай һәм өләсәйҙәрен дә "ҡайным" һәм "ҡәйнәм", тип атай. Ҡәйнәһенә килендәрҙең "бейем" тип өндәшкәндәре лә бар. Хәләл ефетенең ағаларына, апаларына "ҡайнаға", "ҡәйенбикә" тип, ҡусты һәм һеңлеләренә "ҡәйнеш", "балдыҙ" тип (килен кеше иренең һеңлекәшен "бикәс" тип атай) өндәшәләр. Ҡайһы бер районда (мәҫәлән Белорет районында) еңгәһе бикәсенә "ҡәйен һеңле" тип тә әйтә. Кәләштең апай-һеңлеләренең ирҙәрен "бажа" тип атау бөтә ерҙәлер , тип уйлап йөрөһәм, бәғзе бер районда "бажай" тип тә әйтәләр икән. Ә ҡатын-ҡыҙ иренең еңгәләренә һәм килендәренә "апһын" тип өндәшә. Ниндәйҙер райондарҙа ире ыңғайына "еңгәй" һәм "килен" тип өндәшеүселәр ҙә бар. Ҡайнағаларының һәм ҡәйенбикәләренең хәләл ефеттәренә "ҡәйен еҙнә", "ҡәйен еңгә" тип, ҡайны һәм ҡайныһын "әбей-бабай", хатта "атай, әсәй" тип атағандар ҙа бар.
Баймаҡ яҡтарында атаһының атаһына һәм әсәһенә "ҡартатай", "ҡәртәсәй", тип, ә әсәһенең ата-әсәһенә "ҡартатай" һәм "өләсәй" тип әйтеү киң таралған. Бер ниндәй ҙә туған булмауына ҡарамаҫтан, ата-әсәһенән олораҡ булған бөтә кешеләргә лә "олатай" һәм "инәй" тиҙәр. Беҙҙең яҡтан ниндәйҙер районға килен булып барған берәү: "Иремдең ауылдаштары мине шундай ныҡ оҡшаттылар, айырыуса оло йәштәге әбей-бабайҙар", - тип һөйләгәнен хәтерләйем. Барса оло кешегә был йәш килендең "олатай, инәй", тип өндәшеүҙәре оҡшап ҡалған икән. Сөнки ул районда "инәй" тип фәҡәт әсәләренә, ә "олатай", тип тик үҙенең ата-әсәһенең атаһына ғына өндәшәләр икән.
Бер ғаилә эсендә бер-береһенә ағай һәм апай, ҡусты һәм һеңлем тип өндәшеүҙәр бөтә райондарҙа ла бер иш икән, тип уйлап йөрөй торғайным. Әммә ҡайһы бер райондарҙа ҡустыһын "мырҙам", мыртыйым", хатта, "иркәм", ә һеңлеһен "һылыуым" тип атаған райондар ҙа бар. Һеңлеһенә ағайҙары беҙҙең Баймаҡ яғында "ҡарындаш" тип тә өндәшәләр. Бына ошолай итеп ғаилә эсендә бер-береңә мөрәжәғәт итеү ҙә береңә-берең хөрмәт тойғоһон һаҡлауҙа ҙур роль уйнайҙыр, тип уйлайым. Бәғзе бер ғаиләләрҙә хатта үҙенән күпкә олораҡ ағай-апайҙарын да тик исемдәре менән генә атау осраҡтары бар. Бер ҡараһаң, бының һис бер насар яғы юҡ һымаҡ та, икенсе яҡтан - шулай ҙа, килешеп етмәгән кеүегерәк.
Әбйәлил районы, шул райондың сигендә урынлашҡан Баймаҡ, Белорет, Бөрйән район ауылдарында атаһынан олораҡ ир кешеләргә "апа" тип өндәшәләр. Беҙ уҡығында медицина институтының дөйөм ятағының ҙур ғына бер бүлмәһендә йәшәнек. Унда Баймаҡ, Ишембай, Ғафури, Яңауыл, Бөрйән районы вәкилдәре йыйылғайны. Бөрйән районынан булған бер егет "апам", тип берәй кем хаҡында һөйләй башлаһа, Ишембай егете уға: "Һин әйтеп һөйлә, ҡайһы апаң хаҡында һүҙ - малай апаңмы, әллә ҡыҙ апаңмы?" тип уны шаярта торғайны. Баймаҡ районы ла майҙаны буйынса ҙур ғына бит инде. Ана шул бер район эсендә генә лә һөйләшеү диалекттары айырмаһы ныҡ һиҙелә. Быны мин үҙемдең ғаилә миҫалында ла килтерә алам. Хәләл ефетем Темәскә яҡыныраҡ булған (Әбйәлил сигенән алыҫ түгел) Байым ауылынан. Ә мин Йылайыр сигендәрәк тыуып үҫкәнмен. Улдарым минеңсә һөйләшә. Минең ағайымдарҙы һәм ҡайнағаларҙы "олатай" тип өйрәнгән улар. Элегерәк шул Байым ауылына сираттағы ялыма ҡайтҡанда минән олораҡ бажалар ҙа ғаиләһе менән ҡайны йортона ҡунаҡҡа килгәйне. Кискә ҡарай ҡәйнәм минең бер улыма:
- Салауат, бар әле, апаларыңды сәй эсергә саҡырып индер, - тип, йомош ҡушҡан икән. Ә малай икенсе бүлмәлә инде йоҡлап киткән ҡыҙҙарҙы уятҡылап йөрөй башлаған. Өләсәй кеше тағы:
- Нишләп уларҙы уятаһың, ашап ятты бит улар! - тигән.
- Өләсәй, һин үҙең "апаларыңды саҡыр", тинең дә баһа!
- Ана, Әхәт, Рәхмәтулла апаларыңды саҡыр! - ти икән ҡәйнәм.
- Улар нишләп апай булһын, олатайҙар ҙа баһа!..
Шуға күрәлер ҙә, кемдеңдер апаһы, йәғни ҡатын-ҡыҙ хаҡында һүҙ барғаны аңлашылһын өсөн, ул яҡта "апайың", "апайы", тип әйтәләр. "Апаң", йә "апаһы" тип әйтһәләр, тимәк, һүҙ ир-ат хаҡында бара...
Күрше-күлән, дуҫ-иш һәм тиң-тоштар араһындағы бер-береңә өндәшеү атамаларын да ауыл-тирәләрендә киң ҡулланалар. Мәҫәлән, бер йәштә булған тиҫтерҙәр "ҡорҙаш" (ҡорҙашбикә) тип, ә бер иш исемле булған ике кеше бер-береһен "аҙаш" тип атай. Дуҫының ҡатынына "һыйлым" тип әйткеләгәндәрен элегерәк ишетә торғайным.
Һәммәбеҙ ҙә иң йыш ҡулланған ҡәҙерле исемдәребеҙ - атай һәм әсәй төшөнсәләре лә республикабыҙҙың төрлө урынында төрлөсә яңғырай. Күп кенә райондар ғәзиздәренә "атай" һәм "инәй" тип өндәшә. Борон беҙҙең яҡтарҙа ла шулай һөйләшкәндәрҙер, моғайын, тигән һығымтаға ки-ләм. Әсәйем йыш ҡына Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылғанда: "Балаларымдың, ейән-ейәнсәр-ҙәремдең атинәле (ата-инәле) булыуын насип ҡыл", - тип әйтә ине. Ҡаҙҙар хаҡында һүҙ барғанда ла "аталыҡ", "инәлек" тип атайбыҙ. Кәләш әйттергәндә кейәү кеше тарафынан "ата туны" һәм "инә туны" бүләккә биреү йолаһы ла бар. Бына ошоноң һымаҡ аралашыуҙарҙа, бәлки, тағы башҡа төрлө атамалар ҙа булыуы мөмкин. Ошо хаҡта ҡыҙыҡһынып уҡыусылар булыуына шикләнмәйем, хатта кемдәрҙер гәзитебеҙҙә тағы ниҙер яҙып сығарыр, тип тә өмөт итәм.
Ошо мәҡәләм менән файҙаланып, яҡташтарыма йәнә бер теләгемде лә еткерергә ниәтләйем. Төрлө район вәкилдәре йыйылышҡан ерҙә бәғзеләр: "Беҙҙең яҡтар ғына башҡортса таҙа һөйләшә", - тигән бәхәс сығара башлай. "Улай түгел, ә былай тип әйтелә ул башҡортса", - тип ҡайһы берәүҙәр "сеп-сей" булып үҙенекен иҫбатларға ярата. Минең фекеремсә, һәр райондың диалектын да хөрмәт итеп, һәммәләрен дә өйрәнергә тырышырға тейешбеҙ. Был һис кенә лә телебеҙҙе боҙоуға килтермәйәсәк. Мәҫәлән, беҙҙә "һыйыр һауырға" тип әйтәләр. Ә Архангел районындағы халыҡ "һаумаға" тип һөйләшә. "Кейәү" тигән боронғо шаян йырҙа ла:
"...Баҫтым, баҫтым баҡмаға,
тәҙ(е)рәне ҡаҡмаға.
Эте сыҡты өрмәгә,
ҡыҙы сыҡты күрмәгә..."
- тип йырлайҙар. "Түбәтәй" тигән һүҙҙе ҡайҙалыр "тәүәтәй" йә "таҡыя" тиҙәр. Берәй меҫкен кешене йәлләгәндә, беҙҙең яҡта "бахыр", тиһәләр, ырымбурҙар вафат булған кешене шулай тип атайҙар икән.
Урал аръяғы райондарында батҡаҡты "ҡойо" тиҙәр, ә башҡа күп кенә райондарҙа был һүҙ - шишмә сығанағын, йәки ҡоҙоҡто аңлата. Ҡоҙоҡ тигәндәй, был һүҙҙе "ҡотоҡ" тип тә әйтә бәғзеләр. Учалы районының ҡайһы бер ауылдары "көскә барып еттем", тигәнде "нәслә барып еттем", тип әйтә. Мин хеҙмәт иткән дәүерҙә Әлшәй яғынан булған бер прапорщик: "Хәлил ағай, ҫин миңә берәй справка яҙып бирҫәнә", - тип әйткәне хәтеремдә. Шулай уҡ, әлеге әйткәндәй, "сеп-сей" башҡорттар йәшәгән үҙебеҙҙең Баймаҡ районында ла "барғаннар", "килгәннәр", "башҡортлар" "ҡәйнешләр", тип көнбайыш (Йылайыр сиге) яҡтары һөйләшһә, Әбйәлил тирәләре, әҙәби телгә ярашлы, был һүҙҙәргә "дар", "дәр", "тар", "тәр" ҡушып "дөрөҫ" кенә итеп әйтә. Әммә, бәғзе ваҡыт улар ҙа үҙҙәре бер "төрҙөрәк" итеп "һөйҙәшә баштай". Орлоҡлоҡ картуфты "орҙоҡтоҡ кәртүк" тип әйткәндәр ҙә бар. Ҡыйғы яҡтарыныҡы һымаҡ, "килдем ҡый", "барҙым ҡый", тип һөйләшеүҙәрҙе, әрмелә хеҙмәт иткән дәүерҙә, Пермь өлкәһенән килгән башҡорттарҙан да ишеткеләй торғайным. Был "ҡушымталар", моғайын, ҡаҙаҡтарҙың "бирҙем ғуй", "алдым ғуй"ҙары менән бер тамырлыларҙыр, тип уйлап ҡуйҙым. Һүҙҙәребеҙ нисек кенә һәм ҡайҙан килеп сыҡмаһын, телебеҙҙең ифрат та бай булыуы ҡыуаныслы. Минеңсә, бер-беребеҙҙең бына шундай һөйләшеү үҙенсәлектәрен инҡар итмәй, киреһенсә, уларҙы өйрәнеү - тик телебеҙҙең байлығын ғына арттырыуға булышлыҡ итәсәк, иншаллаһ. Башҡаса фекерләүселәрҙең дә булыуына шигем юҡ. Яҙһағыҙ - кинәнеп уҡыясаҡмын, иншаллаһ.
Һөйөндөк ҠЫУАНДЫҠОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА