Үҙе эшләгән тармаҡты, уның бөтә нескәлеген ябай һәм аңлайышлы телдә аңлатып бирә алыу оҫталығы менән һәр кем маҡтана алмай. Ә бөгөнгө ҡунағыбыҙ, Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанс һәм эшҡыуарлыҡ институты финанс һәм һалым һалыу кафедраһы мөдире, иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент Гүзәлиә Әбҡадир ҡыҙы ҒӘЛИМОВА ил иҡтисадының бөгөнгөһө, уға бәйле башҡа төшөнсәләр тураһында аныҡ һәм тулы мәғлүмәт бирҙе. Әңгәмәсем шулай уҡ үҙенең бала саҡ хәтирәләрен барлап, һөнәренә алып килгән юлдарҙы байҡап, бөгөнгө көн студенттарына хас һыҙаттарҙы ла билдәләп үтте.
Бала саҡ хәтирәләре
Атай-әсәйем Ҡаҙағстандың Ҡарағанда ҡалаһында йәшәгән һәм мин шунда тыуғанмын, ләкин миңә 4-5 йәштәр тирәһендә улар үҙҙәренең тыуған ауылына, иҫ киткес тәбиғәтле, бейек тауҙар менән уратып алынған Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылына күсеп ҡайтҡан. Шуға күрә үҙемдең бала сағым хәтирәләренә бәйле, йәшлек йылдары үткән һәм бөтә нәҫел ебем тамыр ебәргән ошо ауылды үҙемдең тыуған төйәгем тип һанайым. Ғөмүмән, Ҡаҙағстан яҡтарын бер ҡасан да тыуған яғым тип хис итмәнем, сөнки һәр йәйҙе туғандарым менән Башҡорт Илсекәйендә үткәрә инек. Ҡарағандала йәшәгәндә әсәйем үҙенең тыуған ауылын ныҡ һағынды. Шуға күрә беҙ йәйҙәрҙе ауылда үткәрер булдыҡ. Илсекәйгә барыуға әҙерлек ҡыштың уртаһынан башланып, каникулдың тәүге көндәрендә үк Салауат яҡтарына юлға сығыр инек. Ә ҡышҡы оҙон кистәрҙә бергәләп ултырып йәй хәтирәләрен барлап, ауылға бәйле төрлө ҡыҙыҡ хәл-ваҡиғаларҙы иҫләп, үҙебеҙ йыйған еләк-емешкә ҡушып сәйҙәр эсеп кинәнер булдыҡ. Шулай итеп, ҡалала тыуһаҡ та, уны хушһынманыҡ һәм атай-әсәйемдең ауылға күсергә хәл итеүен ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттек. Йәшәйештең матурлығы ғаиләңә генә түгел, ә эргәңдә көн иткән кешеләрҙең ниндәй булыуына туранан-тура бәйле. Ә минең ауылдаштарым ихлас һәм ярҙамсыл, яҡшы күңеллеләр. Шуға күрә бала сағым хәтирәләре йөрәгемдә тик матур иҫтәлектәр генә һаҡлай.
Интернатым - пар ҡанатым
Бала сағымдан үҙемдең киләсәгем тураһында уйландым, пландар ҡорҙом, ниндәй һөнәр үҙләштерергә тигән һорауға яуап эҙләнем. Белемгә ынтылышым һәр ваҡыт көслө булды. Башланғыс кластарҙы тамамлаған йылды Өфөләге 1-се мәктәп-интернат тураһында ишетеп, атай-әсәйемдән шунда уҡырға ебәреүҙәрен һораным. Ләкин кем бәләкәй генә балаһын янынан сығарып ебәргеһе килһен - риза булманылар һәм ауылда ҡалдым. Шулай ҙа 7-се класты тамамлағас, башҡаса минең баҫымға ҡаршы тора алмайынса, 1-се интернат-мәктәпкә уҡырға алып килделәр. Интернатта үткән өс йыл ғүмерем дә тормошомдоң иң яҡшы мәлдәренең береһе булып күңел түремдә йәшәй. Әүҙем, тырыш, уҡыуға һәләтле, бөтә яңы нәмәне үҙләштереүгә сос малайҙар һәм ҡыҙҙар уҡыныҡ. Яҡын дуҫтарға әйләнгән синыфташтар менән әле лә тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ.
Һөнәр осраҡлы булмай
Кешенең һөнәре осраҡлы булмай, минеңсә. Мин бала саҡтан үҙемде уҡытыусы итеп күрҙем. Мәктәпте тамамлағас, аңлы рәүештә уҡырға инмәйенсә, үҙебеҙҙең районға ҡайтып, мәктәпкә эшкә урынлаштым. Ошо бер йыл эсендә мәктәптә эшләүҙең ни тиклем ауыр икәнен аңланым. Бында минең махсус белемемдең юҡлығы ла, кисә генә үҙем уҡыусылар рәтендә булып, бөгөн килеп мөғәллимлеккә тотоноуым да үҙ ролен уйнағандыр. Уҡытыусы хеҙмәтенең ни тиклем рухи көс талап иткәнен, балаларға белем тауына артылыуҙа ярҙам итеү ғәйәт ауыр булыуын төшөнөп, ғүмеремде был һөнәр менән бәйләү теләгенән һүрелдем.
Ә ниндәй һөнәр һайларға, үҙемде ниндәй өлкәлә табырға, тигән һорауҙарға яуапты тормош үҙе бирҙе. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында илебеҙ иҡтисады бик ауыр хәлдә ине. Етешереүсәнлек юҡ кимәлендә, үҫеш күҙәтелмәй, халыҡтың иҡтисади хәле мөшкөл саҡ. Ошоларҙың барыһын да күреп йөрөп, әлеге өлкәне төптән өйрәнеү, йәшәйешебеҙҙең тотороҡло булыуында төп ролде уйнаған тармаҡты профессиональ күҙлектән аңларға тырышыу Башҡорт дәүләт университетының география һәм иҡтисад факультетына алып килде. Студент йылдарым уңышлы булды. Һайлаған һөнәрем үҙемә оҡшағанлыҡтан, уҡыу еңел бирелде. Диплом алғас, Исхаҡова Фәниә Сәғәҙи ҡыҙы һәм башҡа уҡытыусыларымдың саҡырыуы буйынса университетта эшкә ҡалып, студенттарға белем бирә башланым. Коллегаларымдың ғилми яҡҡа ла иғтибар бүлергә тигәндәрен иғтибарға алып, аспирантура тамамланым. Шулай итеп, остаздарымдың фатихаһы менән бала саҡтағы мөғәллимәлек хыялы ла тормошҡа ашты. Рәхмәтлемен уларға.
Диплом түгел, белем мәртәбәле
Бөгөнгө көндә иҡтисадсы һөнәрен күп уҡыу йорттары уҡыта. Шуға күрә беҙҙең төп бурыс - хеҙмәт баҙарында конкурент булырлыҡ, беҙҙә үҙләштергән белемен эшендә маҡсатлы ҡуллана белеүсе белгестәр әҙерләп сығарыу. Ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөнгө көн студенттарының күпселеге уҡыу йортона белем алырға, үҙе һайлаған һөнәрҙең бөтә нескәлеген төшөнөп, шул өлкәлә юғары квалификациялы белгес булып сығырға түгел, ә ҡулдарына тик диплом алыу өсөн генә килә. Улар уйлағанса, ҡулдағы матур диплом яҡшы, аҡсалы эш урынына юл асмай, сөнки эш биреүсегә папкала ятҡан диплом күсермәһе түгел, ә үҙ эшенең оҫтаһы кәрәк.
Уҡыу - ҙур эш. Студентты бер кем дә контролдә тотмай, уның дәресе эшләнгәнме-юҡмы икәнен тикшермәй, атай-әсәй тикшереп торһон өсөн көндәлек тигән нәмә юҡ. Ул үҙ-үҙенә хужа. Кемдер ошоно дөрөҫ һәм файҙалы итеп ҡуллана, икенселәр бер семестрҙан икенсеһенә тиклем уҡыуына ҡул һелтәп йөрөй. Көндө бер тәртипкә көйләргә өйрәнеү, бөтә бирелгән эштәрҙе ваҡытында башҡарыу, лекцияларҙы ҡалдырмай йөрөү, практик дәрестәргә ентекле әҙерләнеү, мәҡәләләр яҙыу - быларҙың барыһы ла йәш кешенең үҙе өҫтөндә эшләй алыуы тураһында һөйләй. Бындай студент эшләй башлағас та яҡшы белгес буласаҡ. Ошоно иҫтә тотоп, беҙ иҡтисади өлкәгә ҡағылышлы белем биреү менән бер рәттән, студентҡа эшләргә өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Бында физик эшкә түгел, ә мейене эшләтеү, уйларға өйрәтеү тураһында һүҙ бара.
Бөгөнгө көндә белем алыу өсөн мөмкинлектәр ҙур. Мәктәп, университеттағы дәрестәрҙән тыш, төрлө яҡлап аң кимәлен үҫтерергә була. Теләге булған кеше әллә нисә сит телде өйрәнә, төрлө түңәрәктәргә йөрөй, үҙен бөтә яҡлап та камиллаштырырға тырыша. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙгә уҡырға килгән студенттарҙың белем кимәле йылдан-йыл һайыға бара. Улар араһында үҙенең фекерен тулы, аныҡ итеп әйтә, уны ҡағыҙға төшөрә белмәгәндәр күп. Шулай уҡ уҡығандарын тәфсирләп һөйләү кимәле лә ныҡ аҡһай. Баштарында бар, ләкин шуны формалаштыра алмайҙар, ә мәктәпте тамамлаған кеше быларҙың барыһын да һәйбәт белергә тейеш. Әлбиттә, бөтә кеше лә оҫта сығыш яһаусы була алмай, шулай ҙа үҙ фекерен, уйын башҡалар аңлағандай итеп әйтә белергә өйрәнергә була, тип уйлайым. Кемгәлер кеше алдында асылып һөйләү, ғөмүмән, күмәк кеше араһында булыу психологик йәһәттән ауырға тура килһә лә, үҙенең ҡурҡыуын баҫып, үҙен үҙе еңеп һөйләй, тырыша, белемен арттыра һәм уҡыуҙа ғына түгел, тормошта ла уңышҡа өлгәшә. "Ҡара тырыш", тиҙәр улар хаҡында халыҡта. Ә, теләһә, артыҡ көс һалмайынса ла уҡый алған ҡайһы берәүҙәр әллә ялҡаулыҡтарына, әллә шул тиклем дә бошмаҫ булыуҙарына барып, уҡыуҙарына "бармаҡ аша" ҡарай. Иҫәпкә бар, һанға юҡ, тип әйтер инем.
Бынан 10-20 йыл элек иҡтисадсы һөнәренә ҡағылышлы ажиотаж һүнеүгә бара. Ошо ваҡыт эсендә диплом алған иҡтисадсылар хеҙмәт итерлек йәштә, шуға күрә төбәктә был һөнәргә күпләп уҡытыуҙан мәғәнә юҡ. Иҡтисадсыларҙың күп, ә эш урындарының әҙ булыуы, тәбиғи, уҡыу йорттарында бюджет урындарының кәмеүенә килтерҙе. Шуға күрә хәҙер күптәр Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек, бюджет урындары күберәк булған юғары уҡыу йорттарына китә. Ситкә белем эстәргә юлланыусыларҙың күп булыуы уҡырға инеү өсөн мөмкинлектәрҙең артыуына ла бәйле, әлбиттә. Мәҫәлән, элекке кеүек аҙна-айҙар буйы имтихан биреп ятаһы түгел, өйҙә ултырып ҡына ла документтарҙы тапшырырға мөмкин. Шулай уҡ бер нисә уҡыу йортона ғариза яҙыу мөмкинлеге лә үҙ ролен уйнай. Ҡайҙа уҡыһалар ҙа, дипломдың түгел, ә белемдең һанланыуын иҫтә тотһалар, кәм-хур булмаҫтар йәштәр.
Иҡтисад
Беҙҙең ил иҡтисады әлеге ваҡытта еңел булмаған мәлдәр кисерә. Иҡтисадты күтәреү өсөн аҡса, ә ҡаҙна тулы булһын өсөн инвестициялар килеүе мөһим. Ә бөгөнгө көндә Башҡортостанға һәм, ғөмүмән, Рәсәйгә килгән ивестициялар юҡ кимәлендә. Шулай уҡ ҡайһы берәүҙәр ситтән килеп, беҙҙә эш башлаусыларға кире ҡарашта. Әгәр ҙә бындай инвестор төбәктә рәсми теркәлеү үтеп, предприятиеһында урындағы халыҡты эш менән тәьмин итһә, төбәк ҡаҙнаһына һалым түләһә, уның эшмәкәрлегенә аяҡ салырға кәрәкмәй, минеңсә. Был, һис шикһеҙ, ыңғай күренеш. Ләкин барлыҡ "килеүселәр" ҙә быға ынтылмай. Әлеге көндә эш урындарының кәмеүе төбәктең иң ҙур проблемаларының береһе. Шуға күрә, төбәккә килергә теләгән инвесторҙарҙың урындағы халыҡты эш менән тәьмин итеүен талап итергә кәрәк, сөнки, эше булһа, кешенең янсығы ла буш булмай. Ул урындағы магазиндарға, башҡа хеҙмәт күрһәтеүсе ойошмаларға йөрөй, балаһын балалар баҡсаһына, төрлө түңәрәктәргә йөрөтә, сәйәхәт итә. Ошо рәүешле аҡсаның әйләнеше барлыҡҡа килә һәм бынан барыһы ла ота. Шулай уҡ беҙҙә урынлашып та, рәсми теркәлеүҙе Мәскәүҙә үтеп, һалымды шунда түләгән ойошмаларҙан Башҡортостанға ниндәй файҙа, беҙҙең тормошто яҡшыртыуҙа уларҙың ниндәй роле бар? Юҡ. Шуға күрә, ситтән килеүсе инвесторҙарҙы йәлеп итергә, ләкин уларҙың барыһын да түгел, ә үҙебеҙҙең файҙаға булған талаптарҙы үтәргә әҙер булғандарын ғына ҡабул итергә өйрәнергә кәрәк.
Бөгөнгө көндә өс төр һалымдан килгән аҡса ғына төбәк ҡаҙнаһында ҡала. Улар иҫәбенә предприятие мөлкәтенән, транспорттан һәм уйын эшҡыуарлығынан (ҡайһы бер төбәктәрҙә генә) килгән һалымдар инә. Шуға күрә күпселек төбәктәр федераль үҙәктән килгән дотацияға бәйле. Әйткәндәй, уларҙың күләме бер иш түгел һәм ҡайһы бер төбәктәр 50-шәр миллиард һум дотация алһа, икенселәренә күпкә әҙерәк тейә. Ә ниндәйҙер төбәктәр бөтөнләй дотацияһыҙ ҡала. Улар, киреһенсә, федераль бюджетты тулыландырыуҙа төп донорҙар булып сығыш яһай. Шуға күрә дотация бүлеү системаһын камиллаштырыу урынлы булыр ине.
Беҙҙең илгә төп килем нефть һәм газ ресурстарын һатыуҙан килә. Шуға күрә уларға хаҡ төшһә, илебеҙ иҡтисады ҙур ҡыйынлыҡтар кисерә. Бөгөнгө көндә ил хөкүмәте ошо бәйлелектән ситләшергә, ҡаҙнаны тулыландырыу өсөн башҡа өлкәлә етештереүсәнлекте үҫтерергә тырыша. Бер урында тапанмайбыҙ, нимәлер етештерергә тырышабыҙ, тимәк, тормош дауам итә. Ләкин ул һөҙөмтәле булһын өсөн үҙ кеҫәһен генә ҡайғыртыусы ойошма, предприятие, завод һәм фабрика етәкселәренән арынып, улар урынына халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы кадрҙарҙы тәғәйенләү мөһим.
Иҡтисадҡа ҡағылышлы ниндәйҙер прогноздар эшләүе ауыр. Шулай ҙа иҡтисадсыларҙың "әлеге мәлдә иҡтисадты үҫтерергә түгел, ә уның тотороҡлолоғон һаҡлап ҡалырға тырышырға кәрәк" тигән фекере менән килешәм. Беҙ оҙайлы көрсөктә йәшәп, иҡтисадтың кинәт кенә күтәрелеүенә психологик йәһәттән әҙер түгелбеҙ. Шуныһы ла бар - иҡтисад үҫһен өсөн уға бик күп аҡса һалырға кәрәк. Ә бының өсөн илдә төбө-тамыры менән коррупция юҡ ителергә һәм һәр кем үҙенең эшен максималь рәүештә һөҙөмтәле итеп башҡарырға өйрәнергә тейеш. Бөгөнгө көндә был ике күрһәткес буйынса ла ныҡ аҡһайбыҙ. Шулай уҡ әлеге мәлдә кешенең аҡсаһы әҙ. Бөтәһе лә билдәрен ҡыҫып быуҙы, сығымдарҙы бик уйлап ҡына башҡара, өҫтәмә килем килтереүсе сығанаҡ эҙләй һәм эш хаҡының артыуына өмөт итә. Ләкин эш хаҡын арттырыу өсөн хөкүмәткә, әлеге лә баяғы, һалымды күпләп йыйырға кәрәк. Ә аҡсаһы былай ҙа әҙ булған халыҡтан ҙур һалымдар йыйыуҙы өмөт итеп булмай. Шуға ла яҡын арауыҡта күпләп эш хаҡының, пенсияның артыуына өмөт итеү урынһыҙ. Әгәр ҙә бындай артымдар була ҡалһа, тимәк, тағы ла ниндәйҙер һалымдар уйлап сығарыласаҡ (әйткәндәй, мунса, йылытма, хатта биләмәләге бәҙрәф өсөн дә түләйәсәк яңы һалым ошолар рәтенә инә лә инде). Әйткәндәрҙе дөйөмләштергәндә, бөгөнгө көндә иҡтисадтың үҫешенә өмөт итергә ярамай, сөнки аҡса юҡ.
Кредит
Бөгөнгө көндә Рәсәй халҡының бөтәһе лә тиерлек кредитҡа йәшәй. Хәҙер кредитҡа хатта теш тә дауаларға, күлдәк тә алырға була. Ләкин еңел генә килгән аҡсаны кире ҡайтарыу үтә лә ауырға төшә. Шуға ла кредит алыу үҙен аҡлаған ваҡытта ғына бындай аҙымға барырға була. Тик ул ваҡытта ла ете ҡат үлсәп, барыһын да сағыштырып, дәүләт программалары булған һәм иң әҙ процентлы кредит тәҡдим иткән банкка мөрәжәғәт итергә мөмкин. Кредит биреү банк өсөн мөһим. Әлеге ваҡытта аҡса кешегә генә түгел, банктарға ла етмәй. Ә юғалып ҡалмаҫҡа һәм әүҙем эшмәкәрлеген күрһәтеү өсөн вкладтар алырға, кредиттар бирергә кәрәк. Шуға күрә банктар, потенциаль клиент йәлеп итеү өсөн, процент ставкаларын кәметә, төрлө акциялар уйлап таба, кредит каникулдары булдыра һәм башҡа юлдар эҙләй. Процент ставкаларының кәмеүенә шулай уҡ хөкүмәт тә тәьҫир итә. Эреле-ваҡлы бөтә банктар ҙа Рәсәй Үҙәк банкынан үҙҙәре лә кредит ала. Әгәр ҙә Үҙәк банк уларға түбән процент менән кредит бирһә, банктар ҙа халыҡҡа тәҡдим иткән займдың процентын кәметә. Шулай уҡ, билдәләп үткәнемсә, илдең ҡаҙнаһы йыйылған һалымдар иҫәбенә лә тулыландырыла. Әгәр халыҡтың аҡсаһы юҡ икән, ул нисек һалым түләһен? Ә уны барыбер түләргә кәрәк. Ваҡытында өлгөртмәһәң, штраф һәм пенялары ла өҫтәлә. Шуға күрә, ил хөкүмәте коммерция банктары биргән кредиттарҙың процент ставкаһын төшөрөргә мәжбүр итә һәм халыҡ кредит арзанайҙы тип, банктарға йомола. Ләкин беҙҙең граждандар ихтыяжын үҙенә насарлыҡ килтермәҫлек итеп көйләй белмәй һәм мөһим булмаған әйбер өсөн кредит юллай башлай. Өҫтөнлөктәрҙе дөрөҫ ҡуя белмәйбеҙ һәм ошонан үҙебеҙ үк зыян күрәбеҙ. Банк бер ҡасан да үҙенә зыянға эшләмәйәсәк икәнен һәр саҡ иҫтә тоторға кәрәк.
Ипотека
Фатир мәсьәләһен хәл итеүҙә ипотека, минеңсә, яҡшы инструмент. Ләкин ул ғаилә өсөн бурыс упҡынына әйләнмәҫкә тейеш. Эш хаҡы ипотека түләүҙән тыш, яҡшы итеп йәшәргә лә етә икән, әлбиттә, фатирҙы ҡуртымға алып торғансы, уны кредитҡа алыу дөрөҫөрәк. Ләкин, мәҫәлән, дүрт кешенән торған ғаиләлә эш хаҡын тик берәүһе генә ала икән, ни рәүешле 20-30 меңлек ипотека түләргә һәм шул уҡ ваҡытта балаларҙы ашатырға һәм кейендерергә мөмкин? Ипотека түләме ғаиләгә килгән дөйөм килемдең 50 процентынан артыҡ булмаҫҡа тейеш. Ошо осраҡта ғына ипотека тип ауыҙ асырға була. Ипотека түләп бөткәнсе, ундай ғаилә ағзаларының аҡса еткерә алмағанлыҡтан бөтә нервылары ҡаҡшап, һаулыҡтары бөтәсәк. Балаларҙың да бала сағын бәхетле итеп булмаясаҡ, сөнки ҡайҙан аҡса табырға, тип, һәр ваҡыт борсоулы уйҙарға батып йөрөгән атай-әсәй тиҙ генә ҡыҙып китеүсәнгә әйләнә, балаларға ла эләгә.
Ниндәй генә кредит алма, ҡулланыусылар кредиты булһынмы, ипотекамы - ул бурыс. Ҙур бурыс. Ипотека юллау өсөн, әҙ эш хаҡы алғандар өҫтәмә килем күрһәтеп, төрлө белешмәләр эшләтеп ала. Ләкин ипотека түләү өсөн реаль эш хаҡы ғына буласағын оноторға ярамай. Шуға күрә, әгәр ҙә килем бәләкәй икән, ниндәй юл менән булһа ла ипотека алырға тырышыу аңһыҙлыҡ, тип һанайым. Бик булмаһа, ҡала ситендәге баҡсала бәләкәй генә йорт төҙөп ултыртырға һәм шунда йәшәргә мөмкин. Ҡот осҡос бурысҡа ла батмайһың, шул уҡ ваҡытта үҙеңдең йортоңда йәшәйһең. Баш терәп торор урының булғас, ҡалала фатир алырға һәм уны ҡуртымға биреп, шуға тағы ла аҡса ҡушып, ипотеканы тиҙерәк түләп бөтөп ҡотолорға була.
Әлеге ваҡытта ҡулланыусылар кредитының ғына түгел, ә ипотеканың да процент ставкаһы түбәнәйҙе. Быны хөкүмәт халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡандан ғына түгел, ә илдең төҙөлөш өлкәһенә ярҙам рәүешендә лә эшләй. Ә төҙөлөшкә башҡа күп төрлө өлкәләр бәйләнгән, тимәк, йорттарҙың һатылыуы әллә күпме кешенең эш менән тәьмин ителеүе тигән һүҙ.
Микрофинанс ойошма
Һуңғы йылдарҙа үҙ эшмәкәрлеген туҡтатҡан банктар урынына әҙ күләмдә һәм ҡыҫҡа ваҡытҡа аҡса биреп тороусы микрофинанс ойошмалар күпләп ҡалҡып сыҡты. Уларҙан ҡурҡырға кәрәкмәй. Бындай ойошманың процент ставкаһы банк менән сағыштырғанда күпкә юғары, ләкин алған аҡсаны тиҙ генә ҡайтарһаң, уның ауырлығы әллә ни һиҙелмәй. Элекке кеүек туғаныңдан, күршеңдән үтескә һорап тороу һирәк күренеш хәҙер, сөнки барыһының да финанс хәле бер сама. Шуға күрә күптәр өсөн эш хаҡына тиклем бер нисә көн йәшәп торорлоҡ аҡса алыу урынына әйләнде бындай ойошмалар. Ләкин беҙҙең халыҡтың менталитеты икенсе. Ул ниндәй процент менән алыуын да һорашмай, уны аҙаҡ нисек түләрен дә уйламай күҙ йомоп барып ала. Бурысты ҡайтарыр ваҡыт тиҙ етә, ә ҡулда тағы аҡса юҡ. Штраф булмаһын өсөн икенсе микрофинанс ойошмаһынан алып, беренсеһенә бурысын ҡайтара. Тағы ла күпмелер көндән һуң өсөнсөһөнән алып икенсеһен түләй. Шул рәүешле йырып сыға алмаҫлыҡ һаҙлыҡҡа батыуын дауам итә. Өс мең аҡсаһын утыҙ, хатта өс йөҙ мең итеп кире ҡайтарыусылар тураһында аҙым һайын ишетергә була. Тимәк, бындай ойошмаларға мөрәжәғәт итер алдынан бик ныҡ уйларға кәрәк. Бер көн итле һурпа эсәм тип, ғүмерлеккә бурысҡа батыуың да оҙаҡ түгел.
Криптовалюта
Донъяның бөтә илдәре иҡтисады араһында тығыҙ һәм ышаныслы бәйләнеш булдырыу өсөн ниндәйҙер электрон валютаның булыуы насар күренеш түгелдер, тип уйлайым. Ул үҙ-ара түләүҙәрҙә бихисап ҡағыҙ эшенән арындарырға ярҙам итергә мөмкин. Ләкин бөгөнгө көндә киң популярлыҡ яулап барған криптовалютаның иҡтисадты берләштереү механизмы аңлашылып бөтмәй. Беҙҙең өйрәнгән аҡса закон менән нығытылған, ә ниндәйҙер технологияла булдырылған криптовалюта тик үҙенең системаһы эсендә генә яҡлаулы. Уның нимә менән тәьмин ителеүе аңлашылып бөтмәй. Был технологияға нимәлер индереп тә, унан сығарып та булмай, тик уның бер өлөшө генә булырға мөмкин. Миҫал өсөн, миллион ярым һум түләп, күпмелер криптовалюта һатып алдым, ти. Ҡулымдан реаль аҡса сыҡты, ә нимә һатып алыуым аңлашылмай. Дөрөҫөн әйткәндә, һауа һатып алған кеүек. Һатыусы менән һатып алыусы араһын көйләгән ҡануниәт юҡ. Электрон валютанан ҡасып булмаясаҡ, ул ҡасан да булһа беҙҙең тормошобоҙҙа үҙ урынын аласаҡ. Әммә бының өсөн уның иҡтисадҡа интеграцияһы механизмы нисек булырын аңларға һәм уны закон нигеҙендә нығытырға кәрәк. Электрон аҡсаның әйләнешкә инеүе илдең тотош финанс системаһын яңынан ҡарауға этәрәсәк, ә ниндәй ҙә булһа үҙгәреш аҡса сығымын күҙ уңында тота. Бөгөнгө ауыр иҡтисади хәлдә, аҡса юҡлыҡта хөкүмәт был аҙымға әлегә бармаясаҡ. Шуға күрә криптовалютаға ҡағылышлы һорауҙа бик уяу булырға кәрәк.
Аҡса тота белеү оҫталығы
Һәр кем үҙендә аҡса тотоноу оҫталығын тәрбиәләргә тейеш. Килем ниндәй суммала булыуына ҡарамаҫтан, ай һайын уның 10 процентын тотонмайынса, һалып ҡуйырға кәрәк. Өйҙә һаҡлайһыңмы уны, банкка һалаһыңмы, ләкин запас аҡса мотлаҡ ятырға тейеш.
Аҡса иҫәп ярата, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Ололарҙың өйөндә туҙып ятҡан тиндәрҙе күргәнегеҙ бармы? Юҡтыр, сөнки улар аҡсаға бик һаҡсылдар. Ә йәшерәк быуындың йортонда шкафта, төрлө һауыттарҙа, хатта иҙәндә ваҡ аҡсаларҙы тап итергә мөмкин. Был аҡсаның ҡәҙерен ебәрә.
Иҡтисадсы - аҡса менән идара итеүсе. Ғаиләнең килем-сығымдары менән идара итеүсеһе лә булырға тейеш. Ғөмүмән, килемде генә түгел, сығымды ла һанап барырға кәрәк. Бер ай ғына булһа ла өйҙән күпме аҡса сыҡҡанлығын һәм уның нимәгә тотонолғанын яҙып барғанда ла ни тиклем аңһыҙ рәүештә аҡса түккәнде күрергә була.
Урамда йыш ҡына газлы һыу, чипсы ашап китеп барған балаларҙы осратам. Улар, беренсенән, һаулыҡтарына ҙур зыян килтерә, икенсенән, кеҫә аҡсаларын иҫәпле тотонмай. Чипсы ашап, тамаҡ туймай, газлы һыуҙан һыуһын ҡанмай. Атай-әсәй баланың ошо рәүешле туҡланыуына юл ҡуймайынса, берҙән, файҙалы, ә икенсенән бюджетлы итеп ашарға өйрәтһә, күпкә яҡшыраҡ буласаҡ. Ғөмүмән, аҡсаны рациональ итеп тотонорға бала саҡтан өйрәтеү мөһим. Финанс тәрбиә ғаиләнән килеүен оноторға ярамай.
Шулай итеп...
Тәү ҡарашҡа иҡтисад тураһында барыһын да беләбеҙ, аңлайбыҙ кеүек, ләкин был белемебеҙҙең өҫтән генә булыуын ошо өлкәлә эшләүсе кеше менән осрашҡас ҡына аңлайбыҙ. Ләкин барыһына ла уны төптән белеү кәрәк тә түгел, буғай. Финанс яҡтан грамоталы булһаҡ, үҙебеҙҙең бюджетты ышаныслы һәм дөрөҫ планлаштыра алһаҡ, тәҡдим ителгән финанс хеҙмәттәрҙең үҙебеҙгә ҡулайлыһын һайлап ала белһәк тә еткән. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ ошо йүнәлештә ниндәйҙер ярҙам күрһәтер, тип ышанабыҙ.
Гөлназ САФУАНОВА
әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА