Был яҡтан уңдым: атайым да, ирем дә тәмәке тартманылар. Уның ҡарауы, эргә-тирәләге паровоз кеүек борлатыусы әҙәмдәрҙең алама ҡылығы ғүмер буйы теңкәне ҡорота: күршеләр булһынмы ул, башҡа туғандар йә хеҙмәттәштәрме... Хатта туҡталышта транспорт көткәндә йә урамда яныңдан үтеп киткән арала ла һине ағыулап өлгөрә бит улар. Автобусына инеп ултырһаң да әле, ҡотолдом, тимә: салонда бала-саға, өлкәндәр ултырыуға ла ҡарамай, водитель борҡота башлай.
Уйлап ҡараһаң, бындай осраҡта бит тәмәкесе эгоистың да эгоисы, үҙ ҡәнәғәтлеген ҡайғыртып, нәфсеһен ҡандырыу өсөн генә лә күпме кешене үҙенең һаҫығын һуларға мәжбүр итә. Уйлап ҡараһаң, ысынлап та, ниңә әле мин, бер ни булмағандай, шуның менән килешеп йәшәргә, үҙ мәнфәғәттәремә күрәләтә аяҡ һөртөүҙәренә түҙеп торорға тейешмен? Күптәрҙең өндәшмәүе лә ғәжәп түгел: улар, күрәһең, төтөн эсендә йәшәп, шуға күнеккән кешеләр. Тимәк, ғаиләләрендә тәмәкеселәр бар, шуға ла улар төтөн еҫен һиҙмәй, һиҙһә лә, иҫтәре китмәй. Медицина теле менән әйткәндә, улар ҙа минең кеүек үк "пассив" тартыусылар һәм улар тартыусының үҙенә ҡарағанда ла нығыраҡ ағыулана. Был да рәсми медицина биргән мәғлүмәт.
Дөрөҫ, йәмәғәт урындарында хәҙер тартҡан кешене тәртипкә саҡырыуы әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай: иҫкәртеү менән улар шундуҡ тәмәкеләрен һүндерә һала. Ә бына көнкүрештә, йәғни күп фатирлы йорттарҙа улар үҙ нәфселәренә тулы ирек ҡуя, бында һин уға һүҙ әйтеп ҡара! Өйөндә йә лоджияһында тартамы, баҫҡыс майҙансығына сығамы - уның шойҡаны кисекмәҫтән икенсе фатирҙарға тарала: баш ауырта, уҡшыта башлай, ләкин бер ни ҡылыр сара юҡ. "Мин үҙ өйөмдә, теләһәм, көнө буйы ла тартам!" тип кенә ҡуя ул. Баҫҡыс майҙансыҡтары стеналарындағы "Тартыу тыйыла" тигән махсус билдәләргә лә төкөрөп бирә тәмәкесе. Әйткәндәй, уларҙың тағы бер яман ғәҙәте бар: тартҡан төпсөктәрен һүндереп, махсус һауытҡа һалыу урынына тәҙрәнән генә ырғыта улар. Ниндәйен дә боҙоҡ, тәртипһеҙ булыуҙарын раҫлаусы тағы бер дәлил бит был. Шундай төпсөктәрҙең яңылыш аҫҡы ҡат балконына төшөп, йә булмаһа, көйрәтеп ятҡанында йоҡлап китеп, күпме янғын сыҡҡаны булды! Әммә ләкин бер генә тәмәкесене лә хөкөм иткәндәре йә штраф һалғандары юҡ әле. Өгөт-нәсихәт, листовкалар менән хәҙер кешене тәрбиәләү мөмкин түгеллегенә төшөнөргә күптән ваҡыт бит инде.
Һуңғы ваҡыт, әйткәндәй, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан тәмәке тартыуға ҡаршы 2017-2022 йылдарға һәм унан һуңғы ваҡытҡа эшләнгән концепция сиктәрендә байтаҡ ҡына ҡәтғи саралар тәҡдим ителә былай. Дөрөҫ, улар араһында бынан алда уҡ иғлан ителеп тә, ошоға тиклем бер ниндәй һөҙөмтә бирә алмағандары ла бар. Мәҫәлән, кинофильмдарҙа тәмәке тартыу эпизодтарын тыйыуҙы сәнғәт өлкәһе бигүк ҡабул итеп бөтмәгәйне. Һөҙөмтәлә, кинофильмдар, сериалдар тормошта нисек бар - шундай күренештәр менән донъя күрә тора. Бер яҡтан, был аңлашыла ла: билдәле режиссер, "Мосфильм"дың генераль директоры Карен Шахназаров әйтмешләй, тәмәкеһеҙ фильмдар сығарып ҡына был насар ғәҙәттән ҡотолоу теләге бер ҡатлылыҡ булыр ине. Шуға күрә, был йәһәттән насар ғәҙәткә бирелгән кешеләргә туранан-тура уларҙың мәнфәғәттәренә ҡағылышлы яза сараһы биреү һөҙөмтәлерәк булмаҫ инеме, тигән һорау тыуа. Таныш бер ҡатындың, ирем көнөнә ике ҡап тәмәке тартып бөтөрә, тип зарланыуы иҫтә ҡалған. Транспортҡа түләү өсөн бирелгән аҡсаһын да тәмәке йә һыраға тотоноп, бер талай йәйәү генә йөрөп тә алғылай икән был ир. Шуға күрә, тәмәкегә хаҡ арттырыу, штраф һалыу кеүек сараларҙың иң тәүҙә ғаилә кеҫәһенә һуғасағын күрмәмешкә һалышыу ҙа ярамайҙыр. Ҡайһы бер Европа илдәрендә ҡулланылған тағы бер сараға көн ҡаламы? Бында иһә һүҙ тәмәке ҡабы тышын сағыу буяуҙар менән биҙәмәйенсә, исеме-маркаһын ваҡ хәрефтәр менән яҙып сығарыу хаҡында бара. Үкенескә, был юлдың да үҙенә күрә әтнәкәләре бар: уның өсөн ваҡыт кәрәк, сөнки был Евразия иҡтисади берләшмәһе закондарына үҙгәреш индереү процедураһын үтергә тейеш була, ти министр Скворцова.
"Тәмәке тартыу тыйыла!" тигән билдәне йә яҙыуҙы беҙгә төрлө урындарҙа күрергә тура килә, тик тап шул урында иҫе лә китмәйенсә, төтөн борлатып тороусыға шелтә әйткән йә штраф һалғандар юҡ. Әлеге концепцияға индерелгән ошо һәм башҡа ҡайһы бер сараларҙы етерлек кимәлдә эшләй тип әйтеүе ҡыйын шуға ла. Бер ярайһы ғына һөҙөмтәле булмаҡсы тәҡдим шулай ҙа эшлекле тойолғандай ине тәү ҡарашҡа: Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәмәкегә экологик һалым мәсьәләһен күтәрҙе. Был закон проекты авторҙары уйынса, экологик һалым - тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыян өсөн ғәмәлдә булған түләүҙәрҙе алыштырасаҡ. Ошоға тиклем бындай һалым предприятиеларға һалына торған булһа, хәҙер ул физик шәхестәргә ҡарата ла ҡулланыласаҡ, ти улар. Тәмәке тартыусыларҙың барыһы бергә атмосфераға йылына 500 мең тонна углерод оксиды, 720 мең тонна синиль кислотаһы, 108 мең тонна никотин, 384 мең тонна аммиак бүлеп сығара. Ә тәмәке төтөнөндә, мәғлүм булауынса, 4 660 төр элемент, шул иҫәптән, полоний менән фенол бар. Быларҙың барыһын 1,1 млрд һандағы тәмәкесегә бүлеп, уларҙың һәр береһенең экологияны бысратыуға индергән "өлөшөн" иҫәпләп сығарырға була - 1,55 тонна! Ошо һандарҙан сығып, экологияны бысратҡан өсөн һалым суммаһын иҫәпләп сығарыуы ла ҡыйын түгел, тик бына, ҡыҙғанысҡа, һалым хеҙмәттәре кемдең тартыу-тартмауын тикшерә алмай, шунлыҡтан, ҡулланыусы өсөн һалымды етештереүсегә түләргә тура киләсәк, ти проект авторҙары. Ә шулай ҙа тәмәкесегә барыбер үҙе йә ғаиләһе кеҫәһенән күпмелер сумма сығарырға тура киләсәк, сөнки етештереүсе һалымды үҙ кеҫәһенән түләмәйәсәк бит.
Ә бына тәмәкегә хаҡты арттырыу уны әллә ни борсомай: барыбер тарталар, барыбер һатып алалар. Шулай итеп, әлеге лә баяғы мәсьәләнең эргә-тирәһендә уранғылап йөрөүҙән ары китмәй эш. Минеңсә, әгәр дәүләт кеше һаулығы хаҡында ҡайғырта икән, ысынлап та ул "үгеҙҙе мөгөҙөнән" алырға тейештер, йәғни шәхсән тәмәкесенең үҙе менән ныҡлап профилактик эш башлау. Ә ниңә уларҙы ла иҫәпкә ҡуймаҫҡа? Йәшәгән урындары буйынса поликлиника йә наркология үҙәктәре аша эш итергә булалыр, моғайын. Ләкин был берәүгә лә кәрәкмәй, сөнки хаҡ арттырыу, йә булмаһа, һалым сәпәү дәүләт өсөн отошлораҡ: мәшәҡәт тә юҡ, аҡса ла тама. Хәҙер бит ябай халыҡты тауыҡ урынына йолҡҡоларға форсат артҡандан-арта бара: һәр мөйөштә һалым менән штраф һағалай. Бер яҡтан, тәмәке тартыу кеүек яман ғәҙәткә эйә әҙәмдәрҙе бары "кеҫәләренә һуғып" ҡына аҡылға ултыртырға булалыр. Ә кемеһенә был сара ла кәртә түгел, уларға юл берәү. Статистика буйынса, Рәсәйҙә йыл һайын алкоголдән үлеүселәр һаны 500-700 мең кеше тәшкил итһә, тәмәке ағыуына ыҫланып, яҡты донъя менән үҙҙәре теләп бәхилләшеүселәр һаны ла шунан ҡалышмай: 350-450 мең кеше. Был үткән быуаттың 90-сы йылдары менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. Тәмәке тыуҙырған сирҙәргә 40-45 йәшлектәр күберәк бирешә икәнен дә һыҙыҡ өҫтөнә ала рәсми статистика.
Әйткәндәй, тәмәкене медиктар ағыулы шприц менән дә сағыштыра. Уның составында никотиндан алып углерод окисы, ыҫмала, ацетон, мышъяҡ, кадмий... барлығы 4 меңгә яҡын химик берләшмә һәм 40 төрлө канцероген барлығы иҫбатланған. Шулай итеп, ҡайһы юлды һайларға - һәр кем үҙенең аң һәм дә ихтыяр кимәленән сығып хәл итә. "Ташлап булмай" тип һылтаныуы еңел булһа ла, аҙағы ауыр булырын уйламай тәмәкесе, сөнки уның иртәгәһе юҡ.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА