Ошо тарихи фараздарҙы дөйөмләштереп, шуны әйтергә була. Ысынлап та, түңгәүерҙәрҙең боронғо этник тамырҙары монгол ҡәбиләләренә ҡараған кунграттарҙың бер тармағынан булып, Евразияның төньяҡ-көнбайыш тарафтарында Сыңғыҙ хан һәм уның вариҫтары заманында, XIII быуатта ғына билдәле була. Тарихи Башҡортостан ерлегендә, XVIII быуат башында Себер даруғаһында Конрат олоҫо теркәлгән. 1735 - 1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалынан аҙаҡ ул олоҫ башҡаса документтарҙа телгә алынмай. Күрәһең, конграт (ҡуңғрат) олоҫо башҡорттары Ҡыуаҡан олоҫона индерелә. Ә түңгәүер ырыуы составына улар менән тығыҙ бәйләнештә булған бөрйәндәрҙең бер өлөшөнән башҡа, байлар һәм юрмый башҡорттарының вәкилдәре лә инеп китә. Бәлки, киләсәктә геногеографик тикшеренеүҙәр аша был мәсьәләгә билдәле кимәлдә асыҡлыҡ индереп булыр.
Әлеге ваҡытта йәшәгән ерҙәренә килгәнгә тиклем түңгәүерҙәр Тарихи Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында көн итә, был территорияға хәҙерге Татарстандың төньяҡ-көнсығыш райондары ла инә. Р.Ғ. Кузеев билдәләүенсә, ошо заманда түңгәүерҙәр төньяҡ-көнбайыш башҡорттары менән тығыҙ бәйләнешкә инә. Был түңгәүер ырыуында өпәй, имес, юрмый, бай кеүек түбәләр барлыҡҡа килеүенә сәбәп була. Тикшеренеүселәр С. Мираҫов һәм П.С. Назаров булғар һәм мишәр төркөмдәренең дә үҫәргән һәм түңгәүерҙәр составына инеү мөмкинлеге хаҡында яҙа. Көнбайыш башҡорттарынан булған юрмый вәкилдәренең түңгәүерҙәргә ҡушылыуын тыумышы менән Йылайыр районының Ишембәт ауылынан булған яҙыусы-фронтовик Төхвәт Мораттың (1906 - 1944) шәжәрәһе раҫлай: Ҡуңғрат бей - Түнгәүер бей - Хаҡҡолай - Иламан - Күстәнә - Һарса - Юрмый хан - Бүкәй - Бикбулат - Морат - Ҡоломбәт - Юламан - Аллағуат - Фаттах - Төхвәт.
Р.Ғ. Кузеев, Р.З. Йәнғужин түңгәүерҙәрҙең Көньяҡ Уралға күсеп килеүен монгол-татар яуы менән бәйләп аңлатһа, археолог, крайҙы өйрәнеүсе Р.Б. Әхмәров уларҙың башҡа башҡорт ырыуҙары менән бергә бынан күпкә алдараҡ, халыҡтарҙың бөйөк күсеше дәүеренән (VI быуаттан) һәм унан да әүәлерәк ошо ерҙәрҙә төпләнеүе хаҡында фараз итә.
Төньяҡ (урман) түңгәүерҙәр Ағиҙел йылғаһы үрендә, Урал аръяғында урынлашһа, көньяҡ (ялан) түңгәүерҙәр Һаҡмар, Йылайыр һәм Яйыҡ буйҙарында таралып йәшәй. Рус документтарында Түңгәүер (Тангаур) олоҫтары XVII быуаттан башлап теркәлә башлай. Ә.З. Әсфәндиәровтың бер хеҙмәтендә күрһәтелгән архив документына ярашлы, 1672 йылда түңгәүер ырыуынан булған, хәлле генә көн итеүсе Дәүләтсура Тинсаровтың аҫаба ерҙәре һәм балыҡ тотоу биләмәләре Яйыҡ йылғаһының ике яғында ла булыуы теркәлгән.
XVIII быуатта түңгәүерҙәрҙең бер өлөшө көнбайышҡа күсеп китеп, Кәрәлек йылғаһы буйҙарында йәшәй башлай. М.М. Маннаповтың мәғлүмәттәре буйынса, Волга аръяғы далаларындағы Бобров Гай (Ҡондоҙло, Биғәнәш), Диңгеҙбай, Кинйәғол, Кочкиновка, Мәҡсүт, Моратша һәм Ташбулат ауылдарына түңгәүер башҡорттары нигеҙ һала.
1725-1726 йылдарҙа Кунгур бургомистры Юхнев Нуғай даруғаһында Түңгәүер (Тангаур) олоҫо булыуын үҙе төҙөткән исемлеккә индергән, әммә башҡорттар ошо батша чиновнигының хеҙмәткәрҙәренә үҙ биләмәләренә инергә рөхсәт итмәгәнлектән, бындағы хужалыҡтар һәм кеше иҫәбе билдәһеҙ булып ҡала. 1730 йылда камерир Ф. Жилин, Өфө кешеләре С. Третьяков һәм И. Гавренев мәғлүмәттәре буйынса төҙөлгән реестрҙа Нуғай даруғаһында Ағиҙел һәм Һаҡмар йылғалары буйҙарында биләмәләре булған Түңгәүер олоҫо, шулай уҡ Ҡаҙан даруғаһында Ыҡ йылғаһы буйында тағы ла бер Түңгәүер олоҫо теркәлгән. 1739 йылда кенәз Урусов бойороғо буйынса төҙөлгән документта түңгәүерҙәрҙең Нуғай даруғаһында ике олоҫо күрһәтелә. Урман-Түңгәүер ("Урман-Тимгаурская волость") олоҫонда 80 хужалыҡта ир-аттарҙан 161 кеше, Ялан-Түңгәүер ("Елан-Тиргаурская волость") олоҫонда 74 хужалыҡта 198 ир заты теркәлә.
1863 йылда таблица формаһында төҙөлөп, "Список башкирских деревень с разделением их на волостные и сельские общества", тип исемләнгән документта ла түңгәүер башҡорттарының ике олоҫо теркәлгән. 1-се Ырымбур кантоны бүлегендә 14-се һан аҫтында идара үҙәге Исмәғил ауылында булған Түңгәүер олоҫо теркәлгән, унда барлығы 28 ауылдан торған 6 ауыл йәмғиәте (обществоһы) күрһәтелә. 2-се Верхнеуральск кантоны бүлегендә 6-сы һан аҫтында идара үҙәге Асҡар ауылында булған айырым Түңгәүер олоҫо булып, уның Ишҡол, 1-се Асҡар һәм 2-се Асҡар ауыл йәмғиәттәренә барлығы 10 ауыл индерелгән. Ырымбур губернаһы хакимиәтенең 1865 йылдың 17 ғинуарындағы ҡарары менән берләштерелгән Тамъян-Түңгәүер олоҫо булдырыла.
1915 йылда көньяҡ түңгәүерҙәре биләмәләре ике айырым олоҫҡа - 1-се һәм 2-се Түңгәүер олоҫтарына бүленә. 1923 йылда теркәлгән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, был ике олоҫта барлығы 11 497 башҡорт кешеһе теркәлгән. 1-се Түңгәүер олоҫоноң үҙәге Юлдыбайҙа, 2-се Түңгәүер олоҫо үҙәге тәүҙә Смаҡта (Исмәғил), 1924 йылдың 25 июненән Мөхәмәтрәхим (Матрай) ауылында була. 1926 йылда 2-се Түңгәүер олоҫоноң 57 ауылында 2119 хужалыҡ була. Олоҫ башҡарма комитетының (волисполком) тәүге рәйесе Далха Йомағужин, 1922 йылдан - М. Ҡаҙаҡҡолов, 1927 йылдан - Мәхмүт Әхмәтов тигән кешеләр эшләй.
Хәҙерге Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ һәм Күгәрсен райондарында көн иткән ялан түңгәүерҙәренең Татлыбай (Мишәр-Татлыбай), Түңгәүер, Ситәй, Туҡһары, Сабай, Нуғайлар, Мышылар, Һәркәй, Бүкәт, Ҡара-Ҡыпсаҡ, Ҡалмаҡ түбәләре булыуы билдәле. Информаторҙарҙан яҙып алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, ялан түңгәүерҙәрендә түбәндәге ырыу бүлемдәре - бүре, күк мейе, суҡмар аяҡ, төрөй, теләнсе, юрмый, бур, ҡалмаҡ исемле аралар була.
Урман түңгәүерҙәре хәҙерге Әбйәлил, Бөрйән, Белорет райондарындағы ауылдарҙа йәшәй, уларҙың биксәнтәй, ҡолтай, яубаҫар, ҡауҫы (селән ҡошо), сөйөш, булдыҙ, түмәй, мышаяҡ, аптраҡ аралары булыуы билдәле. Мәҫәлән, ғалим А.А. Камалов Беренсе Асҡар ауылында түмәй, мышаяҡ, өпәй, аптраҡ, Икенсе Асҡар ауылында - түмәйҙәр, мышаяҡтар, упайҙар, аптраҡтар, тупыстар, сыуаштар, иместәр аралары булыуын иҫкә ала.
Ялан түңгәүерҙәренең иң боронғо ауылдары - Юлдыбай (Бәкер), Мәҡсүт (Юлуш), Исҡужа (Бүтүк), Ҡашҡар (Мамыт), Ғүмәр (Бүкәт), Ишембәт, Түңгәүер (Дүңгәүер, Смаҡ-Түңгәүер), Тимер, Алғаҙы, Ҡыуат, Әбәйҙулла. Шуныһы ҡыҙыҡлы: хәҙерге Күгәрсен районындағы берҙән-бер түңгәүер башҡорттары ауылы Смаҡ-Түңгәүер VIII ревизия (1841-1842 йй.) материалдарында IX башҡорт кантонының 21-се йортона (юртаһына) ҡараған Түңгәүер олоҫо Түңгәүер түбәһе ауылы итеп теркәлгән. Был ауыл бик асыҡ булмаған сәбәптәр арҡаһында үҙ ырыуҙаштарынан айырылып китеп, бөрйән һәм ҡыпсаҡ ауылдары араһында ер биләмәләренә эйә була алған. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр билдәләүенсә, был тарафҡа уларҙың бөрйән-ҡыпсаҡ конфликты заманында килеп сығыуы мөмкин. Ошо хаҡта 1907 йылда Ырымбур ҡалаһында нәшер ителгән ғилми хеҙмәттәрҙең береһендә, "К статье о башкирских тамгах Д.Н. Соколова", тип аталған мәҡәләлә бына ниҙәр бәйән ителә: "Ырымбур өйәҙе Бөрйән-Ҡыпсаҡ олоҫоноң төньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә, Ыҡ йылғаһының урта ағымынан йыраҡ түгел урынлашҡан ҙур булмаған Смаҡ-Түңгәүер ауылында бөрйән тамғалары өҫтөнлөк итә. Ауыл исеменең икенсе яртыһының ни өсөн шулай аталыуын һорашҡас, ауыл кешеләре үҙҙәренең ата-бабаларының бынан биш быуын әүәлерәк ысынлап та Түңгәүер еренән килеүе хаҡында әйтте. Был бөрйән тамғаларын (сығыштары буйынса - түңгәүерҙәрҙеке, йәшәгән урындары буйынса ҡыпсаҡтарҙыҡы түгел) былай аңлатып була: был башҡорттар бында бөрйәндәр менән, әйтергә кәрәк, уларҙың әләмдәре аҫтында килә, шунлыҡтан күрһәтелгән ваҡытты мин Бөрйән баҫымсылығы менән бәйләйем... Ғәҙәттә ҡабул ителгәнсә, йөҙ йыллыҡ өс быуындан хасил була икән, ул саҡта баҫымсылыҡ ваҡыты XVIII быуаттың баштарына (уның тәүге өс тиҫтә йылына) ҡарай."
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
(Дауамы. Башы 46-сы һанда).
КИРЕ СЫҒЫРҒА