«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕШЕ ЭСЕНДӘ ҠЫЛ ЙЫЛАНДАР
+  - 


Халҡыбыҙ телендә "ҡыл йылан" тип аталып, кеше эсәгендә йәшәгән ҡорттар хаҡында белмәүселәр, үкенескә, арабыҙҙа күп. Бер нисә миллиметрҙан алып, ун метрҙар самаһы оҙонлоҡҡа еткән ана шул паразиттарҙың әллә нисә төрө бөтә Ер шарына, шул иҫәптән Рәсәйгә, Башҡортостанға ла таралған. Шуларҙың бер нисәүһе менән яҡташтарыбыҙҙы таныштырып китеүҙе кәрәк тип таптым.

Үгеҙ һәм сусҡа цепене

Инфекцион ауырыуҙарҙың "Гельминтоздар" группаһында "Тениаринхоз" тигән сир бар. Был сирҙе "үгеҙ цепене" (бычий цепень) тип аталған паразит барлыҡҡа килтерә. Бер-береһенә тоташҡан, 2-3 сантиметр оҙонлоғондағы, дүртмөйөшлө итеп киҫелгән һалманы хәтерләткән өлөшсәләрҙән (уларҙың һаны 2 меңгә етеүе мөмкин) торған был паразит кешенең нәҙек эсәгендә йәшәй (нәҙек эсәктең оҙонлоғо - 20 метр самаһы). Башындағы дүрт имгесе ярҙамында эсәк стенкаһына йәбешеп, уның һутын һурып, 3-4 ай тирәһендә, яҡынса 7-10 метр оҙонлоҡтағы оло ҡортҡа әүерелә һәм үҙе артабан үрсеү өсөн "быуындар"ын өҙөп, тышҡа сығара башлай. Хужаһының, йәғни кешенең оло ярауы менән йә иһә үҙаллы шыуышып, тышҡа сығарып ташланылған "һалмалар"ҙың һәр береһендә 150-шәр меңгә яҡын йомортҡаһы ла була. Тирә-яҡ мөхиткә эләккән йомортҡалар ашалған үлән менән бергә эре мөгөҙлө малдың эсәгенә килеп инә. Малдың тәнендә йомортҡаларҙан ваҡ ҡына личинкалар ярала, эсәктән ҡанға үтеп, "цистецирк" тип аталған был кескәй генә микроскопик ҡорттар, ит (мышцы) туҡымаһына инеп, "йомарланып" ята. Ана шундай һыйыр йә үгеҙҙең (мышының) итен ныҡ бешермәй ашаған кешенең эсенә әлеге личинка килеп ингәс, уға артабан үҫергә бөтә шарттар булдырыла ла инде. Юғарыла әйтелгән имгестәре ярҙамында эсәктең стенкаһына йәбешеп, ифрат тиҙ арала тағы ла үҫә башлай… Ҡояшта ҡаҡлап, итте бешермәйенсә ашарға яратҡан кешеләр быны айырыуса күҙ уңында тоторға тейеш.
Үгеҙ цепененә оҡшаш тағы бер паразит та ер йөҙөндә киң таралған. Быныһы - сусҡаға бәйле. Йорт сусҡаһы булһынмы, ҡабан сусҡаһымы, "Тениоз" (Сусҡа цепене) тип аталған ошо сирҙе таратыусы булып тора. Был ҡорт кеше эсәгендә 1-2 метр оҙонлоғона етеп, шулай уҡ өлөшсәләргә бүленеп, оло ярау менән әкренләп тышҡа сығарылып бара… Һәр төрлө эс ауыртыуҙар, хәл бөтөү, тиҙ арыусанлыҡ, кәйефһеҙлек, аллергик реакциялар, аппетит насарайыуы, уҡшытыу һәм ҡоҫтороу һымаҡ симптомдары булған был ауырыу сусҡа ите ашаған әҙәм балаларында була. Бәҙрәфкә инмәй, "кәртә артына" сығарып ташланған оло ярау составында булған әлеге өлөшсәләр (медицина телендә - "членики") ана шул "деликатес"ты яратыусы сусҡаның ашҡаҙанына килеп эләгә лә инде. Был паразиттың "тормош юлы" ла нәҡ үгеҙ цепененеке һымаҡ уҡ. Эре мөгөҙлө мал булһынмы ул, сусҡамы, шул ҡорттарҙы фәҡәт кеше аша ғына йоҡтора икән, тип уйлау, әлбиттә, ярамай. Юғарыла бәйән ителгән барлыҡ стадияларын был паразит башлыса эт, төлкө һәм бүре һымаҡ сей ит менән туҡланған хайуандар организмында үткәрә. Ә кеше - осраҡлы ғына "хужа", йәғни, юғарыла әйтмешләй, сейле-бешле, йә иһә бөтөнләйгә сей итте ашаған хәлдә генә зарарлана. Хайуандарҙан айырмалы, әҙәм балаһына Аллаһ Тәғәлә тарафынан аҡыл бирелгән, итте бешереп ашар өсөн ут бирелгән. Кемдәрҙер ифрат яратҡан сусҡа "сало"һынан бөтөнләйгә баш тартып, кулинарияның ябай ғына ҡағиҙәләрен үтәп йәшәгәндә, бындай ауырыуҙар кешегә килеп эләкмәй. Әммә, оло ярауыңда юғарыла һүрәтләнгән "һалма"лар күреп ҡалһаң, әлбиттә, иң беренсе нәүбәттә табипҡа барып күренеү кәрәк. Ул һәр кемебеҙгә таныш булған "анализ кала на яйца глистов" тигән ҡағыҙ биреп, баклабораторяға ебәрәсәк…

Аскаридоз

Әҙәм балаһының эсәгендә "аскарида" (латинса исеме - Ascaris lumbricoides) тип аталған селәүсендең дә үрсеп китеүе ихтимал. Был селәүсен геогельминтоздар төркөмөндә иң йыш осрағандарҙан һанала (яҡынса - 90 процент). Рәсәйҙә йылына яҡынса егермеләгән мең кешелә аскаридоз табыла. Антропоноз, йәғни, уның берҙән-бер "хужаһы" һәм зарарланыу сығанағы - кеше. Ата селәүсен 15-20, ә инәлеге - 20-40 сантиметрға барып етә. Кешенең нәҙек эсәгендә паразит тормошо алып барған был йән эйәһе шунда йомортҡа ла һала. Оло ярау менән сыҡҡан йомортҡалар тупраҡҡа эләгеп, йыуылмаған йәшелсә (башлыса тамыраҙыҡтар) менән бергә кеше ашҡаҙанына, унан нәҙек эсәккә барып эләгә. Йомортҡанан яралған микроскопик личинкалар шунда уҡ селәүсен булып үҫә башламай, ә бик ҡатмарлы "тормош юлы " үтә. Башта эсәк стенкаһын тишеп инеп, вена ҡан тамырына барып эләгә. Унан - үпкәгә килеп, үпкә альвеолдары (ҡыуыҡсалары) һәм бронхиолдары ҡыуышлығына сыға. Йүтәлләү ваҡытында йотҡолоҡҡа килеп эләккән был паразит хужаһы (кеше) тарафынан ҡабаттан йотола һәм нәҙек эсәктә шәпләп үҫә башлай. Ошо бөтә үҫеш циклы - ике-өс айға һуҙыла. Паразиттың юғарыла һанап кителгән үҫеш стадияларына ярашлы, был сирҙең симптомдары ла күп төрлө (хәл бөтөү, йүтәлләү, эс ауыртыу, эс китеү, аллергия һ.б.) булыуы мөмкин. Фәҡәт аскаридозға ғына хас булған берәй билдәһе булмағанлыҡтан, был сирҙе лә тик баклаборатория анализдары ярҙамында ғына белеү мөмкин. Бик һирәк мәлдәрҙә (айырыуса, эс киткән саҡта), балиғ булған был паразит үҙе лә оло ярау менән осраҡлы ғына килеп төшөүе мөмкин. Эсәктә үрсегән был ҡыл йылан, әлбиттә, яңғыҙы ғына булмай. Бәғзе бер осраҡтарҙа шул тиклем күбәйә, хатта, эсәктәге аштың үтә алмаҫлыҡ хәленә лә килтереүе мөмкин. Медицинала аскарида селәүсененең эсәкте тишеп, перитонит тип аталған ауыр ҡатмарланыуға килтергән осраҡтары ла билдәле. Ҡайһы бер мәлдәрҙә һуҡыр эсәккә инеп, унда аппендицит тигән сирҙе барлыҡҡа килтереүе лә ихтимал. Был сирҙең иң төп профилактик сараһы булып йәшелсәләрҙе йыуып, ә иң ышаныслыһы - ҡайнар һыу менән сайҡатып, йә бешереп ашау. Баҡсаға ата-әсәләренә эйәреп барған балалар, ғәҙәттә йыуыу-маҙар тигән нәмәне белеп етмәүҙәре лә мөмкин. Шунлыҡтан, ошо тарафта уларға айырыуса күҙ-ҡолаҡ булып тороу мотлаҡ. Икенсенән, түтәлгә әҙәм балаһы тиҙәгенең эләгеүен булдырмау зарур. Әгәр аскарида йомортҡаһын оло ярауыңда таптылар икән - табип инфекциониста дауаланыу мотлаҡ.

Энтеробиоз

Хәҙер иң бәләкәс, әммә ифрат киң таралған селәү тураһында ла бер аҙ һөйләп китеүҙе кәрәк тип таптым. Уның менән таныш булмаған кеше һирәктер. Медицинала "энтеробиоз" тип аталған ауырыу тыуҙырыусы паразиттың исеме Enterobius vermicujaris тигән латинса атамаһынан килеп сыҡҡан (был паразитты урыҫ телендә "острица" тип тә атайҙар). Башлыса бәләкәй балаларҙа күп осрай ул. Әммә, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен тейешенсә үтәмәгән, беҙҙең яҡта әйтмешләй, "һәпрә" булған оло кешеләрҙә лә булғылай. 9-12 миллиметр ғына оҙонлоҡтағы аҡһыл төҫтәге был селәүсен дә - анторпоноз, йәғни, тик кеше организмында ғына, уның нәҙек эсәгендә йәшәй. Эсәктәге ағымға ҡаршы һәр саҡ хәрәкәттә булған был ҡорттар, эсәк стенкаһына йәбешмәй генә, кеше ашаған аҙыҡ менән туҡланып ғүмер итә. Ә аталандырылған инә ҡорттар, йыуан эсәккә төшөп, уның иң һуңғы өлөшөнә (тура эсәк) килеп урынлаша. Төндәрен, кеше йоҡоға талып, уның артҡы асылыш сфинктрҙары бушағас, тышҡа шыуышып сыға һәм сыҡҡан урынының тирәһенә йомортҡа һала башлай. Ваҡ селәүсендәрҙең тәҡәтһеҙ ҡысытҡан ана шул ерен йоҡо аралаш кеше тырнарға тотона. Тырнаҡ аҫтына ингән йомортҡаларҙағы инде өлгөрөп еткән личинкаларҙы иртәнге аш менән бергә (һабынлап ҡулын йыумаған) кеше ҡабаттан йота… Был селәүсендең тормош юлы ана шулай бик ябай ғына, йәғни, ауырыуҙы кеше үҙе-үҙенә йоҡтора. Әммә бындай кешенең тотонған һауыт һабаһын, йә иһә башҡа әйбере менән файҙаланған икенсе берәүҙең дә зарарланыуы мөмкин. Балалар бер-береһенә күбеһенсә уйынсыҡтар аша йоҡтора.
Һис юҡҡа аллергия, аппетит боҙолоу, насар йоҡлау, балаларҙың йыш илауы, үҙҙәрен тынысһыҙ тотоуы, хатта ябыға башлауы, туҡтауһыҙ арт яғын тырнауы ата-әсәне ошо хаҡта уйландырырға һәм балалар табибына алып барырға этәрергә тейеш. Бындай сир ҡыҙ балалар өсөн айырыуса хәүефле, сөнки, ҡайһы бер осраҡтарҙа личинка енес органдарына ла шыуышып инеп китеүе, унда һәр төрлө ауырыуҙар тыуҙырыуы ихтимал.
Был сирҙән ҡотолоуы әллә ни ҡатмарлы түгел. Төндә артҡы асылыш тирәһен тырнамаһын өсөн балаларға резина балаҡлы трусик кейҙереп һалыу, ашар алдынан һәр саҡ ҡулдарҙы һабын менән йыуыу - мотлаҡ. Был селәүсендең ғүмере бик ҡыҫҡа (яҡынса, 1 ай тирәһе) булыу сәбәпле, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәгән кешелә паразит үҙенән-үҙе юҡ була.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.04.20 | Ҡаралған: 1254

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru