Бөгөнгө юғары тиҙлек менән үҙгәргән, төрлө ваҡиғаларға бай донъяла әхлаҡлылыҡ кимәленең түбән тәгәрәүе күрһәткесе - ғаиләләр тарҡалыуы - беҙҙе борсоуға һалған мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Башҡортостан буйынса килтерелгән рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, был күрһәткес 75 процент тәшкил итә һәм халыҡ һанының тотороҡло кәмеүе - депопуляция менән янай. Был ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү өсөн артабан ниндәй аҙымдар яһарға? Был һорауға төп яуап шул: ата-бабалар йолаһын тоторға, атай-әсәй кәңәшенә ҡолаҡ һалырға!
Дәүләтселеккә тиклем үҫешкән ҡәүем барлыҡҡа килтергән халыҡ әхлаҡлылығын юғалтһа, тәүҙә уның абруйы, һуңынан дәүләт системаһының нигеҙе ҡаҡшаясағын ата-бабаларыбыҙ яҡшы аңлаған. Улар әхлаҡлылыҡ юғалыуына килтергән шарттарҙы ла белгән: аҡһаҡалдарға ҡарата ихтирам юғалыуы, балаларҙың атай-әсәйен хөрмәт итмәүе, ир менән ҡатын араһында мөхәббәт булмауы, айырылышыуҙар һаны артыуы, ғилемгә ынтылмау, йәмғиәттә ғәҙелһеҙлек өҫтөнлөк итеүе, аҡылға таяныу онотолоуы, халыҡтың үҙ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса йәшәмәүе - былар барыһы ла халыҡтың абруйын төшөрөүсе факторҙар һаналған.
Техник прогресс ни бары элемтә һәм транспорт сараларын ғына камиллаштырған, ә кешенең маҡсатҡа ынтылышы, рухи-әхлаҡи үҫешенә йүнәлтелгән асылы үҙгәрешһеҙ ҡала килә. Әммә бөгөн беҙ Көнбайыш йәмғиәте миҫалында аҙғынлыҡтың һуңғы сиккә еткән төрҙәрен социумдың азатлыҡ, тигеҙлек, эгоцентризм рәүешендә күрһәтергә маташыуҙарына шаһитбыҙ. 2020 йылдың 15 ғинуарында Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Президенты илебеҙҙә атай-әсәй урынына 1-се һәм 2-се ғаилә башлыҡтары (родитель №1, родитель №2) булмаясағы хаҡында белдергәйне, һуңғараҡ был белдереү Конституцияла нығытылды. Дәүләт етәксеһе булараҡ, ул йәштәрҙе Көнбайыштың йоғонтоһонан һаҡлауҙың шундай сараһын Төп законда нығытты, әммә был ғына етерлек түгел.
Беҙҙең атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр ҙә заманында, 18-25 йәшлек саҡтарында, үҙҙәрен күп нәмәләрҙән ирекле итеп тойорға теләгәндер. Йәшлек максимализмы менән "Киләсәктә балаларыма һайлау ирке бирәсәкмен, кемгә теләйҙәр, шуға өйләнерҙәр", тип уйлағандарҙыр. Ләкин билдәле бер ваҡыт үтеп, тәжрибә туплағас, аҡыллана төшөп, аңлы атай-әсәй булып өлгөрөп еткәс, әлбиттә, уларҙың был фекере үҙгәргәндер, балаларын "айырылыу" кеүек уйланылмаған аҙымға барыуҙан тыя башлағандарҙыр. Артабан иһә балаларындағы "азатлыҡты" сикләй, балаларын һәм ейән-ейәнсәрҙәрен ғаилә емерелеү сәбәптәренән ҡурсый башлағандарҙыр. Был, әлбиттә, хәҙерге заман атай-әсәйҙәре лә үтә торған тәрбиә һынауы.
Олатай-өләсәйҙәребеҙ йәшәгән элеккерәк осорҙа әхлаҡлылыҡ юғары булған, тип иҫкә алабыҙ. Хатта шундай әйтем дә бар: "Әхлағына ҡарап - белеме". Быны донъяла беренсе булып йыһанға осҡан, йәшәйешебеҙгә еңеллек килтереү маҡсатында ядро синтезын ҡулланырға өйрәнгән ата-бабаларыбыҙ эшмәкәрлеге дәлилләй. Ә бөгөнгө йәштәрҙең әхлаҡи өҫтөнлөктәре нимәнән ғибәрәт? Әхлаҡлылыҡ кимәле түбән тәгәрәүгә тик бер генә миҫал - ғаиләләр тарҡалыуын килтереү ҙә барыһын да аңлата. Был күрһәткес 2021 йылда 75 процент тәшкил иткән һәм йәмғиәт, аңлы атай-әсәйҙәр, өлкәндәр тарафынан үҙ-ара мөнәсәбәттәр парадигмаһын үҙгәртеүгә иғтибар йүнәлтеүҙе, пропаганда алып барыуҙы талап итә.
Ваҡыт үтеү менән зиһенле кешеләргә, улар ҡомһоҙ һәм етлекмәгән булмаһа, аҡыл ултыра. Нәҡ шул осорҙа, 50 йәштәр тирәһендә (хатта иртәрәк тә булыуы мөмкин), атай-әсәйҙәр балаларына кәңәш һәм өгөт-нәсихәт бирә, дөрөҫ юл күрһәтергә, һайларға өйрәтергә тырыша. Мәҫәлән, беҙҙең халыҡта балаларын өйләндерер алдынан мотлаҡ кәләш йә кейәүҙең нәҫел-нәсәбен дә, сәләмәтлек торошон да белергә тейеш булғандар. Был - тәрбиәнең бер төрө һәм ул бөгөн дә көнүҙәк тип ҡабул ителә. Йәштәр менән кем менән ғаилә ҡорорға тейешлек тураһында һөйләшеүҙәр үткәреү, тормоштан күберәк миҫалдар килтереү бик мөһим. Улар күңелендәге бушлыҡты балалар үҫтереү, сабырлыҡ, тотанаҡлыҡ, мөхәббәт, көнкүрештә һәм ғаиләлә ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуға арналған ыңғай тәжрибә сағылыш тапҡан социаль селтәрҙәрҙәге 1-3 минутлыҡ видеояҙмалар контенты менән тулыландырырға кәрәк. "Ирекле мөхәббәт" яҡлылар: "Ә мөхәббәт? Унһыҙ нисек йәшәргә? Элек кенә ул матди яғын уйлап килешеү төҙөгәндәр, был залимлыҡ", - тип ҡаршы төшөүҙәре лә бар. Әммә "Ысын мөхәббәт нимә ул?" тигән һорауға бындай йәштәр дөрөҫ яуап бирә алмай.
Мөхәббәт - ул илаһи тойғо, ә әхлаҡһыҙ йәштәр уны хайуандар инстинктына хас үрсеү теләгенә бәрәбәр ҡуйып, енси теләк менән бутайҙар. Ҡыҙы ярлы йәшәүен теләр инеме атай-әсәй? Улар ҡатынын аҫрай алырлыҡ ир-егет тәрбиәләп үҫтергән, етеш һәм нигеҙҙәре ныҡлы ғаилә йәки тоҡом табырға тырыша, бының нимәһе насар? Барыбыҙ ҙа билдәле бер ваҡыт үткәс, парҙар бер-береһенең күҙенә түгел, ә икеһе бер тарафҡа, бер йүнәлешкә ҡарап һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәргә ирешер өсөн матди нигеҙ булдырып, бер үк маҡсатҡа ынтыла башлағас ҡына ысын Мөхәббәт өлгөрөп етеүен аңлайбыҙ бит.
Оҙайлы тормош юлы үткән атай-әсәйҙәребеҙ бындай тәжрибәһе булмаған йәштәргә ҡарағанда мөхәббәт тураһында күберәк белә һәм аңлай. Шуға ла уларҙың төп бурысы - балаларын мәғлүмәти хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү. Сөнки бала психикаһы көн һайын интернеттағы емергес сайттар аша золомға дусар ителә. Ә ҡайһы бер психологтар ошо негативты "нығыта": улар ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙе төпкөл аңды хайуандарға хас булған ябай сәбәптәргә бәйләгән һәм барыһы ла енси бәйләнештәргә ҡайтып ҡалыуын раҫлаған Фрейд теорияһы буйынса аңлата. Ә йәштәр Мөхәббәттең асылына төшөнгән һәм ул нисә һынау аша үтеүен белгән атай-әсәйҙәрен тыңлаһа ла, һанға һуҡмай, йә бөтөнләй ишетергә теләмәй.
Был турала асыҡтан-асыҡ һөйләргә кәрәк. Шулай итеп, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ араһындағы мөнәсәбәттәр ете фазаға бүленә. Тәүге өс фаза "зефир-шоколад" тип йөрөтөлә. Егет һәм ҡыҙ осрашып, бер-береһенә ғашиҡ булғас, уларҙың организмында тирә-йүнде сағыу төҫтәргә буяған феромондар эшкәртелә башлай. Был осорҙа ғишыҡ тотоусылар наркотиктар йоғонтоһондағы кеүек хәл-торошта була - ошо мәлдә ашығыс ҡарарҙар ҡабул итеүҙән тыйылырға кәрәк. "Наркотик" йоғонтоһо бөтөү менән барыһы ла үҙ урынына ҡайтасаҡ. Шунан хистәр баҫыла төшә һәм туйыу тойғоһо барлыҡҡа килә - икенсе фаза башлана. Өсөнсө фаза - биҙеү. Был осорҙа низағтар килеп тыуа. Кешеләр бер-береһендә етешһеҙлектәр эҙләй, юҡ-бар сәбәптән иреш-талаш ҡуптара. Былар барыһы ла мөнәсәбәттәрҙе өҙөүгә килтерә. Сөнки феромондар бөттө. Әммә береһе менән ташлашҡандан һуң йәш кешенең икенсеһе менән яңынан мөнәсәбәттәрҙең беренсе фазаһына баҫыуы ҡыҙғаныс, бында партнерҙар ғына алмашына. Был йәмғиәтебеҙҙәге иң ҙур бәлә лә инде, сөнки хәҙерге заманда күпселек тик ошо өс фаза араһында ғына әйләнеп йөрөп, башҡалары хаҡында белмәй ҙә йәшәй.
"Зефир-шоколад" фазаһы уртаса 12-25 ай дауам итә, шуға парҙар 2-3 йыл бергә йәшәгәндән һуң айырылышалар. Артабан килгән фазалар етдирәк. Бында урыҫтарҙың "стерпится - слюбится" тигән әйтемен хәтергә төшөрөү урынлы, сөнки дүртенсе фаза - сабырлыҡ. Бер-береһен аңлауы ауыр булһа ла, ир менән ҡатын низағтан һуң мөнәсәбәттәр яңынан яҡшырасағын белә. Ҡайһы бер ғаиләләрҙә һәр иреш-талаш енси бәйләнеш менән тамамлана, быныһы инде, тормош иптәшен аңлап, ошо этапты үтә алмаһын өсөн ситтән көсләп тағылған һәм мәсьәләне хәл итергә бер нисек тә булышлыҡ итмәгән юл. Кеше сабырлыҡҡа ынтылһа, уларҙың аң кимәле күтәрелә башлай - был тәбиғәт ҡануны - тормош иптәшен аңларға тырышыу һәм уның хөрмәт итерлек сифаттарын күрә белергә өйрәнеү. Бишенсе фаза - ул бурыс һәм ихтирам. Быға тиклем мөхәббәт яралмаған да әле. Алтынсы фаза - дуҫлыҡ, унан илаһи мөхәббәт тойғоһо шытып сыға. Ниһайәт, етенсе фаза - саф хистәр фазаһы һәм ул ғүмер буйына дауам итә. Беҙ, өлкәндәр, нишләптер, былар хаҡында балаларыбыҙға һөйләмәйбеҙ. Ә бит был мәғлүмәт үтә лә мөһим!
Балаларҙың яуаплылыҡ тойғоһо үҫешеп етмәгәнлектән, улар атай-әсәйҙәр кисергәндәрҙе тойорға теләмәй. Баштан уҡ баланы үҙ иркенә ҡуйһаң, ул тоҡомон дауам итергә теләмәй һәм был бик үҙенсәлекле феномен. "Һайлау ирке" нимәгә килтереүенә иғтибар итегеҙ - ул да идара ителмәле! Халыҡ һаны кәмеүҙең иң ҙур проценты депопуляция - был бер ғаиләгә 1,4 бала. Ошо күрһәткестәргә Рәсәй ҙә инә. Ә беҙгә көслө, күп милләтле, күп балалы һәм бәхетле ғаиләләре булған Рәсәй кәрәк. Ыңғай тәжрибә бар, ул беҙҙең халыҡтарҙың йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрендә һаҡланған. Йәш быуын теләгәндәрҙе ата-бабаларыбыҙ тыйыу һалып сикләп килгән. Һәр быуын атай-әсәйҙәре был аҡылға оҙон юл үтеп килгән һәм ғаиләһен һаҡлар аҡылға ирешкән.
Ә инде "Ирекле мөхәббәт" барлыҡҡа килгән йәмғиәттә йәшәгән халыҡҡа үҙ-үҙен юҡ итеү ҡурҡынысы янай. Сөнки енси өлгөрөү осоронда эрекция (хайуандар инстинкты) һәм тойғолар Аңдан өҫтөнөрәк булһа, ә Аң инстинкттарҙы контролдә тота алмаһа һәм рефлекстар менән идара итмәһә, кешеләрҙең тәртибендә мәкерле психика ҡоролошо өҫтөнлөк итһә (мин теләйем, урлашам, йәберләйем, үлтерәм һәм башҡа әхлаҡһыҙ эштәр атҡарыу), халыҡтың был социаль төркөмөндә хайуандарға хас психика өҫтөнлөк итә. Шул осраҡта Тәбиғәт хайуандарға хас психикалы кешеләрҙең биологик төрөн төрлө катаклизмдар ярҙамында юҡ итергә ынтыла. Билдәле, Ер йөҙөнә рухи-әхлаҡи мөмкинлеге юғары булған Аңлы Кеше кәрәк.
Шуныһы ҡыҙыҡ, кешенең барлыҡ уй-теләктәре һәм эштәре уның иң түбән кәмселеге - енси теләге ҡушыуы буйынса, тип тәҡрарлаған Фрейдты кумиры итеп таныған "психоолухтар" күп. Улар ғаиләлә килешеп йәшәү өсөн үҙеңдең барлыҡ хайуани ихтыяждарыңды ҡәнәғәтләндереү кәрәк, шунан ғына мөнәсәбәттәрҙә тәртип урынлашыр, тип оятһыҙ рәүештә раҫлай.
Тоҡомобоҙҙо ниндәй кешеләр дауам итеүен теләйбеҙ - быны үҙебеҙ өсөн аңларға кәрәк. Хатта зоологтар ҙа тоҡомло этте йорт эте менән ҡауыштырмай, үҙ тоҡомонан булғанды һайлай. Кеше төрөн камиллаштырыуҙың был этабында беҙ нимәбеҙ менән хайуандан айырылабыҙ һуң? Бөтөн бөйөк ғәмәлдәр һәм ижади бейеклектәр енси мөнәсәбәттәрҙә Аң менән Мөхәббәткә урын булғанда ғына барлыҡҡа килеүендәлер үҙенсәлегебеҙ. Нәҡ Мөхәббәтле ғаиләләрҙә генә кешелекте цивилизация юлынан алып барыр һәләтле балалар донъяға килә икәнен аңлаһаҡ ине. Балаларыбыҙға, йәштәребеҙгә аңлатһаҡ ине.
Шамил БАТЫРШИН,
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның өлкән уҡытыусыһы.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА