Шәғәле Шаҡмандың яны юғалған, тигән хәбәр, пенсия йәшен арттыралар, тигәндән тиҙерәк таралғандыр, моғайын. Социаль селтәрҙәге "Юлдаш ауылы төркөмө"нә төшөп ятҡансы, хәбәр ауылды урап сыҡты. Олораҡтар араһында ахырызаман етеүенә ишара яһаусылар ҙа табылды. Йәштәр иһә был хәлдән хөсөтлөк эҙләп, интернет аша яу һалып, хатта сәйәси яҡтан ҡуйырттылар.
* * *
Ғәле Ҡаһарманович тыуған яҡты өйрәнеү музейына бөгөн бик теләмәй генә килде. Бала башы ҙурлығындағы келәт йоҙағын башбармаҡ йыуанлығындағы асҡыс менән борғослағанда ла элеккеләй аңлашылмаған ләззәт кисермәне. Иғтибарға мохтаж булмаған майланған йоҙаҡ һәр саҡтағылай өн-тынһыҙ асылды. Ғәле Ҡаһарманович ҡараңғы музей эсенә үтте, һәр ваҡыттағыса, йәһәт кенә ут тоҡандырҙы. Шомло тынлыҡ юҡҡа сыҡты, экспонаттар йоҡоһонан көсләп уятылған тере заттар кеүек, музей хужаһына текәлде - хужа уларға баҡты. Һәр ҡомартҡының бында килеп эләгеп, ғүмерҙәрен дауам итеүенең үҙ тарихы бар. Ҡаһарманыч (ауыл халҡы уны шулай атап йөрөтә) экспонаттарҙы үҙ балалары кеүек яҡын күрә. Был сағыштырыу, бәлки, урынһыҙҙыр, бала балаһы балдан татлы тигәндәй, музей етәксеһе ҡомартҡыларға олатайҙарса мөнәсәбәттә. Ул боронғонан ҡалғанды ҡурсалай. Оҙаҡ йылдар берәмләп туплаған болды урлап ҡуймаһындар, тигән хәүеф йылдар үткән һайын, ниңәлер, артҡандан-арта бара.
Болғаныш 90-сы йылдарҙа бурҙар музей ишегендәге йоҙаҡты онтап, үҙҙәре өсөн ҡиммәтле тип тапҡандарҙы алып сыҡҡандан һуң Ғәле Ҡаһарманович күңеленә инеп оялаған шом юҡҡа сыҡманы. Әлегеләй хәтерләй: батша заманынан ҡалған көмөш тәңкәләргә ҡушып, Ленин бабай башы төшөрөлгән тимер бер һумлыҡтарҙы сәлдергәйне бурҙар. Күрәһең, Нух заманынан бирле аҡсалар ҡиммәтен юғалтмайҙыр. "Деньги - зло", тигән осорҙа умыртҡаһы нығынған Ҡаһарманычтың аҡсалар юғалыуға артыҡ иҫе китмәне. Һуғыш ветерандарына арнап эшләнгән стендтағы орден-миҙалдарҙың юҡҡа сығыуына өҙгөләнде. Кем уйлаған, атай-олатайҙарҙың данына ҡул һуҙырҙар тип! "Зингер" тегеү машинаһын алып киткәндәр, күмер һалып йылытыла торған ике үтек юғалған. Бурҙар теймәгән үтектәрҙең табансалары оҙонлоғон үлсәп ҡарағас, милициянан килгән тәфтишсе һығымта яһаны: "Бында музей буйынса спецтар эш иткән, нимә алырға белгәндәр. Эҙҙәренә төшөү еңел булмаҫ".
Тапманылар. Һыуға төшөп батҡандай, юҡҡа сыҡты ҡиммәтле экспонаттар. Музейҙың ағас ишеге тимерҙән эшләнгәненә алыштырылды, әммә Ғәле Ҡаһарманович күңеленә инеп оялаған шик-шөбһә арта төштө. Дәү амбар йоҙағы ла тынысландырманы оло кеше күңелен. Шунан бирле ул көн дә, эшкә йөрөгәндәй, музейға килеп урар булды. Хаҡлы ялға сыҡҡас та эшен йәштәргә тапшырырға баҙнат итмәне. Элек был вазифаһы өсөн эш хаҡы түләнә ине, хәҙер ҡыҫыр рәхмәт иҫәбенә бушлай эшләй. Буштың атаһы үлгән, тиһәләр ҙә, үлмәгән икән, ҡомартҡыларҙың "олатаһы" бушлай эшләргә лә әҙер, тик тарих юғалмаһын, ул төрлө фараздарға ҡоролмаһын, ошо музейҙағы кеүек, ҡомартҡыларға таянһын, боронғо ысынбарлыҡ бөгөнгө ысынбарлыҡҡа үҙ йөҙө менән балҡыһын. Үҙе белгән, үҙе тойған тарихты баҡыйлыҡҡа үҙе менән бергә алып китә алмаҫын аңлай Ғәле Ҡаһарманович. Аңлай, әммә музей етәксеһе вазифаһын башҡа кешегә тапшыра алмай - ышанысы юғалған, өмөтө һүрелгән. "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамдарында ауыл тарихы буйынса биш тапҡыр сығыш яһаны. Һәр сығышын үҙе эҙләп тапҡан яңы мәғлүмәттәр менән байытты, тотоп ҡарарлыҡ, ҡолаҡҡа ятышлы дәлилдәр менән оҙон-оҙаҡ һөйләргә тырышты. Байрам биш йылға бер уҙа, тимәк, сирек быуат ваҡыт үткән. Ғәле Ҡаһарманович шуға иғтибар итте: йәштәрҙең үткәндәргә иҫе китеп бармай. Ә ул ана шул тарихты йәштәргә еткерергә ашыға.
* * *
Ғәле Ҡаһарманович музей буйлап йөрөп сыҡты. Бында тынлыҡ, бында һиллек. Ваҡыт, гүйә, туҡтаған. Тормош-көнкүреш әйберҙәренә күҙ йөрөттө. Тыныс тормош өсөн тәғәйен һауыт-һаба, кейем-һалым, эш ҡоралдары - бөтәһе лә зауыҡ менән матурлап-һырлап, семәрләп-биҙәп эшләнгән. Етеш, мул, тулы тормош менән йәшәгән ауылдаштары. Оҫта ҡуллы булғандар, киләсәккә, мәңгелеккә иҫәп тотоп йәшәгәндәр. Экспонатҡа әйләнһәләр ҙә, бөгөн дә йырлап торалар - ал да ҡуллан, халҡың өсөн ғорурлығың кәмемәҫ.
Уйҙарынан арынып, Ғәле Ҡаһарманович төрлө ҙурлыҡтағы болан мөгөҙҙәре беркетелгән стенаға текәлде. Эйе, Шәғәле Шаҡмандың яны мөгөҙҙәрҙән өҫтәрәк ошо стенала эленеп тора ине! Музейға ингән һәр кем янды ҡулына алырға атлығып торғас, өҫкәрәк, кеше ҡулы етмәҫ урынға нығытҡайны. Үҙ ҡулдары менән тоттороп сығарҙы. Ней исмаһам, теркәү кенәгәһенә яҙып, ҡул ҡуйҙырманы. Айбулаттың һүҙҙәренә ышанып, уның шауҡымына бирелеп, янды биреп ебәрҙе. Хәҙер килерҙәр, һорау алырҙар, ҡара буяу һөртөп, бармаҡ эҙҙәрен ҡағыҙға төшөрөрҙәр. Иң ҡыйыны ҡағыҙға төшөү. Теге юлы ғәйеплене тапманылар, хәҙер бар. Үҙе ғәйепле! Яуап бирер. Тәү тапҡыр түгел - күңеле теләмәгәнде эшләп, тәүбәгә килгән саҡтары бихисап. "Виноват, исправлюсь"тан һалдырһа, шул яуапты ғына көткән ғәйепләүселәр ғәфү итергә ашыға торғайны. Бөгөн нисек булыр? Полицияға шылтыратмаһа, яндың юғалыуын бер кем дә белмәҫ ине. Хәҙер беләләр. Бөтә ауыл халҡы белә. Эш ҡағыҙға төшәсәк… Бармаҡ эҙҙәрен аласаҡтар… Айбулатҡа бирҙем, тип әйтмәйәсәк, әлбиттә. Ни тиһәң дә, ул бит нәҫел тармағы - ян уға булырға тейеш. Йәштәрҙе яндан атырға өйрәтәм, олимпия чемпиондары тәрбиәләйем, тип янып йөрөгәнендә нисек ҡаршы киләһең инде? Ә полицияға шылтыратмайынса булмай ине, сөнки музейҙағы һәр экспонат өсөн ул яуаплы. Тәртип булырға тейеш. Тик, музей йоҙағын асып ингәндәр, яндан башҡа бер нәмәгә лә теймәгәндәр, тип оло башы менән алдашырға тура киләсәк. Бында бит эш алдауҙа түгел, алданыусыларҙың алданырға әҙер булыуында, тип йыуата үҙен Ғәле Ҡаһарманович. Эҙләп ҡарарҙар ҙа тапмаҫтар. Ян да булдымы улар өсөн ҡиммәтле нәмә?
* * *
Айбулат район үҙәгенә төшкә ҡарай килеп етте. Егерме йыл ситтә йөрөп, Себер гиҙеп, тыуған яғына ҡайтыу менән ауылында өс көн дә тормай, үҙәккә ашыҡты. Сәбәбе лә елле шул: төшөндә олатаһын күргәйне. Бала саҡтағылай күҙ алдына баҫты олатаһы. Йылдар туҙҙырмаған тарамыш кәүҙә, йыйырсыҡһыҙ аҡ һаҡаллы аҡ йөҙ. Башында аҡ түбәтәй. Ҡулына ҡырағай үгеҙ мөгөҙөнән эшләнгән Шәғәле Шаҡмандың яны. "Ҡайттыңмы? - тип һораны олатаһы, - бына һиңә ян, анау боланды атып ал." Олатаһын ярты һүҙенән аңлап, һәр ҡушҡанын кисектермәй үтәп өйрәнгән Айбулат ул күрһәткән яҡҡа ҡараны. Тап Ирәндек башында мөһабәт болан баҫып тора. Айбулатҡа боландың һәр мускулы күренә, сөм-ҡара төҫтәге тояҡтары ялтлап тора. Байып барған ҡояш болан мөгөҙҙәре араһына төшөп ятҡан. Айбулатты иң аптыратҡаны - боландың төҫө. Улай ҡып-ҡыҙыл төҫтә лә буламы икән болан? Бая олатаһы башлап һүҙ ҡушҡанда үҙен бәләкәй бала итеп тойған Айбулат, боланға ҡарап һоҡлана торғас, үҙен көсө тәненә һыймаған баһадир итеп тоя башланы. "Ат!" тине бит олатаһы. Олатаһы әйткәнде үтәмәй ярамай. Айбулат ҡулындағы ян керешен бар көсөнә тарта. Ай-һай, ауыр икән кереш тартыуы, бармаҡтарҙы ҡанатып, эскә батып инеп бара. Ә уғы ҡайҙа һуң? Уҡһыҙ булмай. Ҡабаланып, ҡулын кеҫәһенә тыға. Ә унда шаптырлап торған аҡсаларҙан башҡа бер нәмә лә юҡ. "Олатай, уҡтар ҡайҙа?" тип ҡысҡырмаҡ була, тауышы сыҡмай. Үҙен тағы ла бала һымаҡ хис итә. Бая көс ташып торғанда ҡалай рәхәт ине!
Быҫлығып, тирләп-бешеп уянды Айбулат. Уянғас, бер килке иҫенә килә алмай ятты. Төшөн нисек юрарға ла белмәне. Ғәжәп, олатаһын бер ҙә төшөндә күргәне юҡ ине! Шундуҡ бала саҡ хәтирәләре аңында яңырҙы. Яндан атырға олатаһы өйрәткәйне уны. Башҡа малай-шалай менән уҡ атып йөрөгәнен күреп ҡалды ла янына саҡырҙы. "Йыраҡ осамы уғың?" - тип һораны. Айбулат муйыл ағасынан бөгөп эшләнгән янына кәкре уғын һалып, атып күрһәтте. Әлбиттә, йыраҡҡа османы уғы. Олатаһы арҡаһынан тупылдатып һөйөп: "Иртәгә мин йәйләүгә барам, әгәр теләһәң, мин һине ысынлап уҡ атырға өйрәтәм", - тине. Ҡаҡ ҡайын менән муйыл ағасын йәбештереп эшләнгән янды ҡулына алғас, Айбулаттың ауыҙы ҡолағына етте. Әсәһенән әрләнә-әрләнә, ҡаса-боҫа атышыу түгел ине бында, аулаҡта йәне теләгәнсә атасаҡ!
Ҡыуанысы оҙаҡҡа барманы, уҡ атыу урынына олатаһы уға сүкеш менән тишке тотторҙо. "Мә, балам, ошо ташҡа ырыу тамғаһын соҡоп яҙ әле", - тине. Аптырап торған ейәненә тамғаны ташҡа үҙе сыймаҡланы һәм донъяһын онотоп, телен сығарып ташты соҡоған малайҙы күҙәтә башланы. Ныҡ тырышты Айбулат, сөнки белә: олатаһы бушҡа ҡушмаған. Тыңлашмаһа, яндан атырға өйрәтмәүе лә бар. Таш ҡаты, тишке осонан осҡондар сәсрәп китә. Онотолоп китеп Айбулат яңылыш бармағына тондорҙо. Яра урынынан ҡан бәреп сыҡты. Иламаны, түҙҙе, эшен дауам итте. Ҡулдары талды, күпме тырышһа ла яҙа һуға башланы. Олатаһы ләм-мим, өндәшмәй күҙәтеп ултыра. Айбулат тағы яҙа һуғып, бармағын ауыҙына тыҡҡас, олатаһы сүкеш менән тишкене алды. "Сүкеш менән һуҡҡан саҡта ҡайҙа ҡарайһың?" - тип һораны. Айбулат танауын мыш-мыш тартып, тишкенең төйәһен күрһәтте. Олатаһы сүкеш менән тишкене алып, үҙе ташты сүкей башланы. Ҡулында уйнаған сүкешкә ҡарап, Айбулат шаҡ ҡатты, бер тапҡыр яҙа һуҡһасы! "Бына, балам, ошолай эшләргә кәрәк", - тип ҡорамалдарҙы кире уға тотторҙо. Уҡ сойорғотоу өсөн тәүҙә таш соҡорға өйрәнергә кәрәкме икән, тип уйланы Айбулат. Тағы маташты, тағы яраланды. "Һуҡҡан саҡта ҡайҙа ҡарарға кәрәклеген төшөнмәнеңме ни?" - тип тағы белеште олатаһы. Айбулат өндәшмәне.
- Беләһеңме, ни өсөн мин яҙа һуҡмайым?
- Һин ней, өйрәнеп бөткәнһең, - тип бирешергә теләмәне ейәне.
- Бына, ҡарап күҙәтеп ултыр, мин сүкеш менән һуҡҡан саҡта ҡайҙа ҡарайым? - Олатаһы етеҙ хәрәкәттәр менән таштан осҡондар сәсә башланы. Күпме тырышһа ла аңлай алманы Айбулат - таш соҡоу өсөн дә оҫталыҡ кәрәкме икән ни?
- Аңланыңмы?
- Юҡ.
- Күрҙеңме?
- Юҡ.
Олатаһы сүкеш менән тишкене кире ейәненә бирҙе.
- Иғтибарлы булып өйрән, балам, был - иң мөһиме. Ашыҡма. Ашығыу - шайтандан. Мин тишкегә һуҡҡан саҡта уның осо тейергә тейеш урынға ҡарайым. Яндан атҡан саҡта ла шулай - янға ла, уҡҡа ла ҡарама, уҡ тейергә тейеш урынға ҡара. Күрҙең бит, мин күпме һуҡһам да яҙа һуҡмайым.
- Яндан атҡанда ла яҙа атмайһыңмы? - тип һорай һалды Айбулат.
- Бөгөнгә ошо эшеңде бөт, иртәгә күрһәтермен, - тине олатаһы.
Шулай башланып киткәйне яндан атыу дәрестәре. Күп нәмәгә өйрәтте олатаһы: аяғүрә атырға ла, тубыҡланып атырға ла, хатта йүгереп барышлай сәпте күҙҙән ысҡындырмаҫҡа ла өйрәтте.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА