«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Беренсе бүлек. Таш быуаты.

Урал территорияһында кешеләр ҡасандан бирле йәшәй?

Һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә кешелек йәмғиәте тарихының иң боронғо этаптарын өйрәнеү өлкәһендә мөһим ғилми асыштар эшләнде, улар Ер шарында кешенең килеп сығышының ваҡыты һәм характеры хаҡындағы барса элекке ҡараштарҙы тамырынан үҙгәртте. Мәҫәлән, кеше бынан 1 миллион йыл тирәһе элегерәк Африканың төрлө төбәктәрендә, Европаның һәм Азияның көньяҡ тарафтарында бер үк ваҡытта барлыҡҡа килгән, тигән фекер менән барыһы ла тиерлек килешә ине. Кеше тәүләп йәшәй башлаған зонаға Кавказ аръяғы ла индерелә, Әзербайжандың Азых мәмерйәһендә табылған кешенең аҫҡы яңағы фрагменты иң боронғоларҙан иҫәпләнә. Әммә хәҙер тарихсыларҙан бер кем дә кешелек тарихына 3 миллион йыл тирәһе булыуын инҡар итмәй: кешелек йәшәйешенең 3 тапҡырға тиерлек боронғораҡ булыуы хаҡындағы фекер фәндә Лики фамилиялы инглиз археологтарының иҫ китмәле асыштары һөҙөмтәһендә нығына. Улар Олдувай (Танзания), Кооби-Фора һәм Рудольф (Кения) тип аталған урындарҙа бынан 2 - 2,8 миллион йыл әүәл осорҙарҙа йәшәгән кешенең баш һөйәген, уның һөлдәһенең башҡа фрагменттарын, шулай уҡ кеше эшмәкәрлеге эҙҙәрен - махсус эшләнгән таш ҡоралдар таба. Һуңынан был тораларҙың (боронғо кешеләрҙең ҡаҙып асылған тораҡ урындары. - Тәржемәсе иҫк.) датаһы 1,3 - 1,6 млн йыл самаһы тип аныҡлана, әммә уның урынына Африка территорияһында тағы ла боронғораҡ яңы ҡомартҡылар табыла. Улар иҫәбендә Гона (йәше 2,6 млн йыл), Хадара (3,5 млн йыл) торалары, шулай уҡ Эфиопияла һәм Летолин тигән урында (Кения, 3,6 млн йыл) табылған кеше һөлдәләре. Былар әлегә Ерҙә кеше йәшәүе эҙҙәренең билдәле булғандарының иң боронғолары. Африкалағы археологик асыштар ғалимдарҙан кешеләрҙең формалашыуы һәм ер шарында таралыуы процесына яңыса ҡараш булдырыуҙы талап итте. Донъя ғалимдарының күпселеге, шул иҫәптән беҙҙең илдекеләр ҙә, кешенең иң тәүҙә Көньяҡ Африка территорияһында бынан 3 млн йыл самаһы әүәлерәк барлыҡҡа килеп, шунан башҡа материктарға күсеүе хаҡындағы фекерҙе ҡабул итә. Хәҙерге ваҡытта Евразия территорияһында иң боронғоларҙан һаналған (датаһы 1,9 - 1,7 млн йыл әүәл) Дманиси тораһында (Көнсығыш Грузия) табылған материалдар ошо ҡарашты раҫлай. Йәше 1,2 - 0,6 млн йыл булған торалар һаны байтаҡҡа күберәк: улар Кавказда, Азов янында (Амирание тауы, Баһадирҙар, Дарвагчай һәм башҡалар), Тажикстанда (Куль-дара), Ҡаҙағстанда (Ҡыҙылтау) һәм башҡа урындарҙа табылған. Тикшеренеүселәр ошондай ҡомартҡыларҙы бында Африка территорияһынан күсеп килгән тәүге быуын кешеләре төркөмдәре ҡалдырған, тип иҫәпләй. Ошо дәүергә ҡараған ҡомартҡыларҙың Алтайҙа (Улалинка) һәм Яҡут территорияһында (Диринг) табылыуы билдәле. Улар шулай уҡ кешеләрҙең Азия материгының көньяғынан төньяҡҡа табан күсеүе барышында барлыҡҡа килгән.
Кеше тәү башлап Уралда ҡасандан бирле йәшәй башлаған? Фән әлегә ошо һорауға аныҡ ҡына яуап бирә алмай, әммә Улалин һәм Диринг ҡомартҡылары бында, тәүге сиратта Уралдың көньяғында, кеше миллион йыл самаһы әүәлерәк йәшәй башлағандыр, тип фараз итергә мөмкинлек бирә. Әммә ошондай иң боронғо археологик ҡомартҡылар табылмаған әле, уларҙы эҙләп табыу үтә ауыр: улар, ҡағиҙә булараҡ, бер нисә метр тәрәнлектә ер аҫтында ята һәм белгестәргә осраҡлы рәүештә билдәле була. Ә әлегә бында Әбйәлил районының Ташбулат ауылы янындағы Ҡарабалыҡлы күле ярындағы Мысовая тораһы йәше буйынса иң ололарҙан булып ҡала. Билдәле совет археологтары О.Н. Бадерҙың һәм Г.Н. Матюшиндың күп йыллыҡ ҡаҙыныу эштәре һөҙөмтәһендә торала таштан оҫта итеп эшләнгән күп һандағы ҡул бысаҡтары (киҫкестәре), нуклеустар (эшкәртелә башлаған таш киҫәктәре. - Тәржемәсе иҫк.) һәм уларҙы эшкәрткәндән ҡалған таш ҡалдыҡтары йыйып алына. Был ҡомартҡылар ашель-мустьер дәүеренә ҡарай (200 - 40 мең йыл элегерәк).
Күптән түгел Көньяҡ Уралда, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл (Кизиль) районында, Урал йылғаһының һул яҡ ярында Богдановка I тип исемләнгән икенсе боронғо тора табылды һәм тикшерелде. 1000-дән ашыу таш әйберҙәр (ҡоралдар: ҡырғыстар, бысаҡтар, осло таштар, ярып алынған таш киҫәктәре), шулай уҡ мамонт, бизон, мәмерйә айыуы һәм башҡа йәнлектәрҙең һөйәктәре ер аҫтында 6 метр тәрәнлектә 20 см ҡалынлыҡтағы мәҙәни ҡатламды хасил итә. Ҡомартҡы 100 - 40 мең йыл әүәлге дәүергә ҡарай (мустье эпохаһы). Яҡшыраҡ һаҡланғанлығы һәм табыштарҙың күп булыуы айҡанлы был тора киләсәктә Көньяҡ Уралдың боронғо таш быуат эпохаһына ҡараған тарихын өйрәнеү йәһәтенән терәк сығанаҡ булып ҡалыуы мөмкин. XX быуаттың 80 - 90 йылдарында иртә палеолит ҡомартҡыларын махсус эҙләү барышында Урта Уралда йәше 250 - 200 мең йыл булған байтаҡ ҡына тора урындары асылды. Ельники, Большая Глухая, Ганичата I һәм II тип исемләнгәндәрендә махсус эшкәртелеү эҙҙәре булған кварцит ташы киҫәктәре, шул осор фаунаһы ҡалдыҡтары табылды. Атап кителгән ҡомартҡылар әлегә аҙ өйрәнелгән, тикшеренеүҙәр тулыһынса тамамланғанға тиклем уларҙың тәү (иртә) датаһын билдәләп булмай. Примитив таш ҡоралдар, эшкәртеүҙән ҡалған таш киҫәктәре табылған Муллино, Айдос торалары яҡынса бынан 100 - 40 мең йыл әүәлге дәүергә ҡарай.
Бында йәшәгән кешеләр аҙ һанлы булып, һунарсы һәм балыҡсылар төркөмдәренән торған.
Уралға тәү башлап кешеләр көньяҡтан, Урта Азия һәм Ҡаҙағстан территорияһы аша килгән, тип иҫәпләнә, был тарафтарҙа ла хәҙерге ваҡытҡа тиклем тиҫтәләгән боронғо таш быуат торалары асылған, улар араһында ашель-мустьер дәүеренә ҡарағандары ла бар (350 - 300 мең йыл элегерәк). Уларҙан Көньяҡ Уралға иң яҡын булғандары Мугаджар районында урынлашҡан торалар, был һырттар Урал тауҙарының көньяҡ армыттары булып тора.
Кешеләрҙең был тарафтарға Кавказ һәм Түбәнге Волга территорияһы аша үтеп инеү мөмкинлеге лә инҡар ителмәй. Әммә, күп кенә ғалимдарҙың фекеренә ярашлы, ошо көньяҡ юлы, беҙ хәҙер күҙ алдына килтергәнсә, бигүк ябай булмаған. Үтә боронғо дәүерҙәрҙә Каспий диңгеҙенең кимәле ныҡ юғары булған, уның төньяҡ ярҙары хәҙерге Волгоград өлкәһенән дә төньяҡтараҡ булыуы мөмкин. Әммә төньяҡ киңлектәрен үҙләштереү өсөн беҙҙең боронғо бабаларыбыҙға үтә алмаҫлыҡ кәртәләр булмаған.
Һуңғы йәки үрге палеолит дәүерендә (беҙҙең эраға тиклем 40 - 11 мең йыл) кешеләр барса Урал территорияһында тиерлек йәшәгән. Көньяҡ Уралда ғына әлегә билдәле булған 202 тора табылған. Ошо осорға ҡараған ҡомартҡылар Башҡортостандың төрлө райондарында (Өфө, Октябрский ҡалалары янында), Ҡурған өлкәһендә (Шикаевка), Пермь крайында (Пермь ҡалаһы янында), шулай уҡ Коми Республикаһында (Айыу Таш) ла бар. Был ваҡытта кеше таштан (саҡматаштан) уҡ башаҡтары, дротиктар яһарға, саҡматаш киҫәгенән йоҡа ғына, бысаҡ формаһындағы пластиналар телеп алырға өйрәнгән, улар өҫтәлмә эшкәртелеүҙән һуң нигеҙ ағас пазына беркетелгән һәм ошондай берләштерелгән эш ҡоралдарының бысаҡ тибындағы ҡырыйы киҫеү өсөн файҙаланылған. Эш ҡоралдарының тиҫтәләгән башҡа төрҙәре билдәле.



Һүрәт 1. Көньяҡ Уралдың иң боронғо кешеһенең таштан яһалған эш ҡоралдары: 1,2 - ҡул киҫкесе; 3 - уҡ башаҡтары, 4 - ҡырғыс; 5 - нуклеус һәм унан китеп алынған йоҡа пластина; 6 - йоҡа бысаҡ формаһындағы пластиналарҙы ағас тотҡосҡа беркетеү ысулы; 7 - ағас йә иһә һөйәк нигеҙ паздарына беркетелгән бысаҡ формаһындағы пластиналарҙан яһалған бысаҡ-хәнйәр.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 28-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №29, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.07.22 | Ҡаралған: 221

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru