Башҡорт кешеһенең донъяны ҡабул итеүе бер ҙә матди байлыҡтар менән бәйләнмәгән шул. Әлмисаҡтан алып әҙәм күңеленә бирелгән моң, уй-хис, хыял тулҡындары - фәнни тел менән әйткәндә, рухи энергиялар менән йәнгә-йән килеп аралаша башҡорт. Сөнки бөтә тәбиғәт, Йыһан закондары энергиялар тулҡынынан, йәндәр торошонан хасил. Ниндәй энергия-йән әйҙәүендә йәшәйһең, үҙеңдән ниндәй энергия-ғәмәл ҡалдыраһың, шул ғына борсой тәбиғәт ҡануны менән йәшәгән йәнде. Ветеран-уҡытыусы, Өфө районы Шамонин ауылының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәйфә Фирғәле ҡыҙы ВӘлиева менән әңгәмәләшкәндә ошолар хаҡында уйланылды.
Рәйфә Фирғәле ҡыҙы Федоровка районы Яңы Яуыш ауылы ҡыҙы. Ул үҙенең тормош сәхифәләрен ғүмер буйы башҡарған ғәмәлдәре менән генә түгел, ә тыуған ерҙең, ырыуҙың тарихы менән аралаш бәйән итә. Кем менән әңгәмәләшһә, кемдәр алдында сығыш яһаһа ла, һүҙен мотлаҡ тыуған төбәк тарихынан башлай: "Райондағы башҡорт ауылдарында төрлө ырыу вәкилдәре йәшәй - юрматы, ялан бөрйән, ҡара табын, - тип һөйләп китте ул беҙгә лә. - Мәҫәлән, Ашҡаҙар ярындағы Оло Сытырман ауылы - юрматы ырыуы башы Тәтегәс бейҙең ун биш сатырлы аҡ тирмәһе торған ҡунаҡсыл һәм иркен яҡ була. Оло Сытырманда 1713 йылдарҙа уҡ мәҙрәсә булғаны, уҡымышлы муллалар күсермә китаптар яҙғаны, Аҡтүбә аръяғына ҡаҙаҡ йәйләүҙәренә уҡытыусы-мөғәллимдәр әҙерләгәне билдәле. Был хаҡтағы яҙмалар шәжәрәләргә һәм дини китаптарға асыҡ теркәлгән. Ауылдың ике боронғо зыяратында 1200 йылдарҙағы ҡәбер таштары быға шаһит: яҙыуҙарҙың төҙөклөгө дини ғилем ныҡ булыуын раҫлай. Оло Сытырман ауылы мәсете үҙенең мәхәлләһенә ҡараған ун бишләп ауылдың донъяуи мәсьәләләрен дә хәл иткән: халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороу, мөгәзәйҙәр төҙөп, иген һаҡлау, әрмелә хеҙмәт итергә рекруттар әҙерләү һ.б. Ләкин бәлә килә. Бер заман көслө янғын сыға, ярты ауыл янып көлгә ҡала. Ауылдың бер нисә араһы янған нигеҙҙәрен ҡалдырып, Ашҡаҙар йылғаһы аръяғындағы ырыу биләмәләренә күсенә, шул бер нисә ғаилә Бала Сытырманға нигеҙ һала: Күскилдин, Мәмбәтҡолов, Дәүләтбирҙиндарҙың ата-бабалары улар, ә Сәлишевтар Айтуған ауылына күсенә. Бала Сытырманға, ерҙең аҫаба хужалары булған юрматылар янына башҡа ырыуҙар "үҙ башҡортом" тип килеп һыйына: 18-се быуатта, Батырша һәм Ҡараһаҡал яуҙарын эҙәрләгән карателдәрҙән эҙ яҙҙырып, Ирәндек буйы Ҡушкүл ауылы яғынан ялан бөрйәндәре ер һорап килеп ултыра. Бергәләп Салауат яуын, француз яуын, кантонлыҡ ваҡиғаларын кисерәләр. Егерменсе быуат башында уңдырышлы ҡара тупраҡлы Ашҡаҙар, Күндерәк, Өршәк йылғаһы буйҙарына икенсе милләттәр ҙә күсеп килә: 1900 йылдарҙа Столыпин ер реформаһы һөҙөмтәһендә урта Рәсәй төбәгенән күсерелгән халыҡтар егерме биш ауыл булып, бөгөнгө Федоровка, Стәрлебаш районы ерҙәрен биләй. Урыҫ, мордва халҡы тиҙ арала нығынып, тормошҡа үҙ ҡағиҙәләрен индерә, урындағы боронғо халыҡ бәләкәй ауылдарҙа төпләнеп ҡала...
Шундай артыҡ ҙур булмаған ауылдарҙың береһе Бала Сытырман 1925 йылдарҙа асылған ете йыллыҡ мәктәп менән йәшәй башта, балалары Ҡораласыҡ ауылына урта мәктәпкә йөрөп, татарса уҡырға мәжбүр була. Әммә уңдырышлы баҫыуҙар эйәһе булған Бала Сытырман ауылы 1957 йылда совхоз үҙәге итеп иғлан ителә: ауыл тиҙ арала төҙөкләнә, юлдар нығына, тирә-яҡтағы рус, мордва ауылдары һыпырылып килеп, яңы урамдар асып бында күсенә, һәм мәктәп 1959 йылда урта мәктәпкә әйләнә, йәш быуын башҡорт-рус кластарына бүленеп уҡый башлай. Берҙәм һәм егәрле "Пугачев" совхозы "миллионер" булып китә, әллә нисә фермала, баҫыуҙарҙа хеҙмәт гөрләп тора. Баш агроном Ленир Ибраһим улы Сәлишев алдынғы игенселек нормаларын иҫбатлай, һауа торошона бәйле булған төбәктә ерҙе һөрмәй генә сәсеү, дискорез менән һөрөү - тупраҡты ҡыя ярып ҡына эшкәртеү ысулдарын ҡуллана..."
...Рәйфә Фирғәле ҡыҙы Вәлиева 1977-2010 йылдарҙа Бала Сытырманда йәшәй һәм һигеҙ йыл мәктәптә пионервожатый, завуч-тәрбиәсе, ауыл советында рәйес урынбаҫары булып эшләй. Шунан һуң 17 йыл мәктәп директоры вазифаһын башҡара. Уны һәр саҡ борсоған төп нәмә: ауыр хәлгә тарыған ғаиләләргә ярҙам итеү, шундай ғаиләләрҙә үҫкән балаларҙы аяу, балаларҙың, йәштәрҙең туған телде һанламай, руссаға күсә барыуы. Ошо юҫыҡта ниндәйҙер тәрбиә саралары ойошторорға ла хыяллана. Был теләгенә ирешеү өсөн тормош уның алдына яңы юл аса: райондағы алты ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ойоштора һәм Рәйфә Фирғәле ҡыҙын уның етәксеһе итеп һайлай. Был ойошма ағзаларының һәр ғаиләгә, һәр балаға ярҙам ҡулы һуҙыуын, бигерәк тә балаларҙы туған телгә йәлеп итерлек саралар үткәреү мөмкинлеген бигерәк тә күңеленә яҡын ала ул...
Рәйфә Фирғәле ҡыҙы үҙенең ағинәйҙәре-арҡадаштары хаҡында яратып иҫкә ала, уларҙың аҡыллы һүҙҙәрен башҡаларға еткерә. Бала Сытырман ағинәйе Бибинур Кәримованың (1949 йылғы, 2023 йылда мәрхүм булды) һүҙҙәре, мәҫәлән, бөгөнгө башҡорт ҡатынының аҡыл үрнәге, ти ул. Бына ниҙәр һөйләй торған булған Бибинур апай: "Беҙҙең Юрматы ырыуы хаҡында ҡалын, бик ҙур йөкмәткеле китап сыҡты. Туғанҡайҙар, был китап бит беҙҙең хаҡта! Һеҙ ундай яҙмаларҙы уҡып сығығыҙ, күҙегеҙ асылһын. Унда беҙҙең ата-бабаларҙың ауыр заманда ла бирешмәй, бик тырышып йәшәгәне, эшләгәне, ил һаҡлап яуҙарға сапҡаны, илде яңынан тергеҙеп, артабан ғаилә ишәйткәне яҙыла. Уларҙан ғибрәт-өлгө алайыҡ, маңҡорт булмайыҡ. Беҙгә өйөбөҙгә килеп торһон үҙ матбуғатыбыҙ, һөйләп торһон үҙебеҙҙең радио, телевидениебыҙ, клубҡа барһаҡ, уйнап торһон үҙ йәштәребеҙ, мәсеттә вәғәз әйтһен үҙ муллабыҙ... Ҡәҙерен белеп йәшәйек, беҙ бит ағинәйҙәр булырға ниәтләнек, ярты юлда туҡтамайбыҙ инде!" Бибинур Сабир ҡыҙы ауылда бер ғәжәйеп кеше булған: ошо ябай ғына ауыл ҡатыны ауыр хәлдә ҡалған бер туғанын да ҡырға типмәй, ҡайғы эсенә ташламай, үҙенең янына алып баға, ҡарыйҙарын һуңғы юлға оҙата, ғәрип булғандарына аулаҡ урын, ас булғанына йылы аш, яңғыҙына яғымлы йөрәк һүҙе табып, өйөндә йәшәтә. Эйе, ошондай ҡатындар - борон-борондан халыҡты йәшәткән рухи энергия-йән ҡушыуы менән көн итеүселәрҙән дә инде...
...Берҙән-бер көндә Өфөлә йәшәгән ҡыҙына һәм улына яҡыныраҡ булыу маҡсаты менән Рәйфә Фирғәле ҡыҙы ғаиләһе менән Шамонин ауылына күсенә. Тормош иптәше, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған Ғаяз Вәлиев уның төп таянысы. Донъя көткәндә, хужалыҡ мәшәҡәттәрендә генә түгел, ә ағинәйҙәр менән үткәрелгән һәр сарала әүҙем ярҙамсыһы ул уның.
- Шамонин ауылына күсеп килгәс тә бында "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы мотлаҡ кәрәк икәнен аңланым, - тип һөйләй Рәйфә Фирғәле ҡыҙы. - Ни өсөн тигәндә, баш ҡала янындағы мең йортло был башҡорт ауылында бик белемле, зыялы, ҙур тормош һәм хеҙмәт тәжрибәһе булған ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йәшәй. Улар Башҡортостандың йөрәк тибешен тойоп, уның тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәргә теләй. Шамониндағы эште бала-сағаларҙан башланыҡ, сөнки һәр йортта өсәр-бишәр бала үҫә. Ейәндәрен ҡарашырға килгән өләсәйҙәр бик күп. Бер-беребеҙҙе барлап, һөйләштек тә, беҙҙең ойошмаға килергә теләгәндәр алдына ошондай һорауҙар ҡуйҙыҡ: кеше алдында абруйы, башҡаларға кәңәш-үрнәк бирерлек аңы, холҡо, күрке бармы? Үҙ өлгөһөндә башҡаларҙы тәрбиәләй алырлыҡмы? Үҙенең генә көйөн көйләткән, кеше кәйефен уйламағандарҙан түгелме? Балалар, мәктәп уҡыусылары менән аралашҡанда уларға кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы һүҙ әйтә алырлыҡмы? Ҡабат-ҡабат һөйөнсөләйем: беҙҙә бик матур, тәрбиәле, һәләтле башҡорт балалары күп. Уларҙы үҙҙәренең тәбиғи, генетик һаулығын һаҡларға өйрәтеү, сәләмәтлекте нығытыу ысулдарын аңлатыу һәм көндәлек тормошона һеңдереү, шулай уҡ төрлө мәҙәни саралар, йолалар, "Өләсәйем һандығы"ндағы ҡомартҡылар аша уларға туған телдең, тарихи тамырҙарыбыҙҙың ҡиммәтен һеңдереү бик мөһим, ифрат кәрәкле эш, тип иҫәпләйбеҙ...
Рәйфә Фирғәле ҡыҙы өсөн яҙылмаған бер ҡанун донъяуи көскә инә: "Баш ҡалабыҙ Өфө янындағы бөтә ауылдарҙа ла башҡорт ғаиләләре күпләп йәшәй. Улар киләсәктә туған башҡорт телле, тарихи белемле, милли аңлы балаларыбыҙҙы тәрбиәләү өсөн яуаплы. Бөтә мөмкинлектәрҙән файҙаланып, бөтә мәшәҡәттәрҙе ситкә ҡуйып, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмалары ағзалары урындағы ата-әсәләргә таяныс булып, уларҙың балаларын иң кесе йәштән оло тормош юлына аяҡ баҫҡансы ҡурсырға ярҙам итергә тейеш. Һәр баланы, һәр башҡорт ғаиләһен һәм уларҙың хәл-әхүәлен беҙ белергә тейеш, яҡларға, ярҙам итергә бурыслы... Башҡорт ҡатын-ҡыҙы борон-борондан ғаилә тотҡаһы, ил һәм тел һаҡсыһы, аш-һыу һәм ҡул эше оҫтаһы, хисле һәм тоғро йәнле, ихлас мөхәббәтле зат. Ошо төп сифаттарҙы алға алып, өҫкә ҡалҡытып, беҙ ағинәй булырға ынтылабыҙ. Тимәк, беҙ донъяла яҡшы ғәмәл менән йәшәргә тырышабыҙ. Был һис тә ауыр түгел. Ауыр булғанда ла беҙҙең боронғо тәрбиә, беҙҙең туған тел һәм рухыбыҙ ярҙам итәсәк. Шул минең йәшәү юлым", - ти Рәйфә Фирғәле ҡыҙы.
Яңы Яуыш, Бала Сытырман, Шамонин... Бер тиҫбегә теҙелгән ағинәй доғалары улар. Хоҙай изге теләктәрен ҡабул итһен. Көнөн биргәс, йүнен дә бирһен. Әлмисаҡтан бирле тулҡынған йән энергиялары һәр бәндәнең үҙ юлын тулыһынса именлектә үтеүен талап итә. Ҡыйылған йәндәр, өҙөлгән ғүмерҙәр, ҡалған хәтерҙәр - дейеүҙәй ҡара көс булып иҫәндәрҙең тормошон болғай. Быуын-быуын ошо хаҡта иҫкәртеп, иртәк, ҡобайыр, ҡарһүҙҙәр һөйләгән башҡорт инәй-олатайҙары. Бер кемгә лә донъя тар булмаһын, ағинәй фатихалары, доғалары саф ҡояш нуры булып, бөтөн Башҡортостанды, ҙур илебеҙҙе һәм бөтөн донъяны нурлаһын, тормошобоҙға тыныслыҡ-именлек ҡайтарһын. Шулай тип юрай, доғаларын бағышлай Рәйфә Фирғәле ҡыҙы янындағы ағинәйҙәр.
Сәрүәр СУРИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА