«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨС ЙЫЛҒА САТЫНДАҒЫ ҠАЛА, ЙӘКИ НИСӘ ЙӘШ ҺИҢӘ, ӨФӨ?
+  - 


(Салауат Хәмиҙуллиндың видеофильмы буйынса)

Светлана Воробьева, тарих фәндәре кадидаты БР Милли музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре: Көньяҡ Уралда, Өфө ҡалаһы территорияһында - Өфө ярымутрауында, бигерәк тә Ағиҙелдең уң яры буйҙарында иртә тимер быуатына ҡараған ҡаласыҡтарҙа, ҡәберлектәрҙә табылған 40 меңдән ашыу ҡомартҡы предметтар Башҡортостан Республикаһының Милли музейында һаҡлана. Улар - Ҡара Абыҙ мәҙәниәте ҡомартҡылары. Мәҫәлән, ошо осорға ҡараған иң сағыу әйберҙәрҙең береһе - тотошлай бронзанан ҡойоп эшләнгән ике яҡлы зооморф балта - уның өҫкө яғы ҡош суҡышына оҡшатып эшләнгән.

Салауат Хәмиҙуллин: Был бронза балта хәҙерге "Динамо" стадионы территорияһында табылған, уның, уға йәнәш булған барса университет комплексының һәм яҡындағы урамдарҙың майҙанын үтә ҙур Яңы Өфө ҡәберлеге биләгән.

Александр Колонских, тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр Академияһы ӨФТҮ-нең Көньяҡ Уралдың археологик мираҫы бүлегенең ғилми хеҙмәткәре: Өфө территорияһында ҡул көсө менән эшләнгән боронғо фортификация ҡоролмалары булған урындар әлегә тиклем һаҡланған, улар әле лә күҙгә салынып, беленеп тора. Уларҙы боронғо ҡомартҡы биләмәләрендә йәшәгән ҡәүемдәр ҡорған. Тораҡ тирәләй өйөлгән валдың бейеклеге 10 метрға етә, уның янындағы яһалма йырындың киңлеге - 5 метр, тәрәнлеге - 2 метр. Былар - боронғо кешеләрҙең һаҡланыу ҡоролмалары, улар бынан 2,5 мең йыл әүәл хасил ителгән.

Салауат Хәмиҙуллин: Валдың бейеклеген уның өҫтөнә менеп ҡарағанда яҡшыраҡ баһалап була. Түбәндән ҡоролманың ниндәй мөһабәт булыуын тойоп булмай. Фортификация "Өфө-1" ҡаласығына ҡарай, уны Өфө кешеләре "Шайтан ҡаласығы" (Чертово городище") тип атаған. Ул хәҙерге "Йәшел сауҡалыҡ" санаторийы биләмәһендә урынлашҡан".

Светлана Воробьева: "Шайтан ҡаласығы" территорияһында табылған көнкүреш әйберҙәренән, мәҫәлән, балсыҡ орсоҡбаштарҙы атап китергә була. Улар йөн иләү маҡсатында орсоҡҡа кейҙерелгәнме, әллә башҡаса ҡулланылғанмы - был турала ғалимдарҙың төрлө фараздары бар. Шулай ҙа ошондай орсоҡбаштарҙың туҡыу станогы өсөн яһалыуын да ысынбарлыҡҡа тап килә, тип фаразларға ерлек бар. Ваҡытына ҡарап, бындай орсоҡбаштар йә балсыҡтан, йә таштан яһалған. Иртә тимер быуаты осорона ҡараған артефакттарҙан тимерҙән ҡойоп эшләнгән һөңгө остарын атап китергә була.

Салауат Хәмиҙуллин: "Шайтан ҡаласығы"ның бер яғы вал менән уратып алынһа, икенсе яғы Өфө йылғаһына табан кинәт түбәнәйгән 180 метрлыҡ текә морон менән тамамлана.

Александр Колонских: Ошо ҡомартҡы территорияһында йөрөгәндә һәр кем ер өҫтөндә тороп ҡалған боронғо керамика ярсыҡтарын таба ала. Тимәк, бында йәшәүселәр араһында балсыҡтан көршәк яһау оҫталығын үҙләштергән кешеләр ҙә булған.

Салауат Хәмиҙуллин: Моғайын, Волга Көнсығыш Европаның көнбайышында түгел, ә уның көнсығыш ситендә - Урал буйында башлана, тигән фекер күптәргә сәйерерәк булып тойолор. Һәр хәлдә лә, боронғо гректар, уларҙан һуң урта быуат ғәрәптәре шулай тип уйлаған, ә уларҙан ҡалған мәғлүмәтте европалылар үҙләштергән.
Антик донъя ғалимы Клавдий Птолемей үҙенең "География буйынса ҡулланма" тигән китабында Ра йылғаһының, йәғни Волганың Гиперборей (Урал) тауҙарынан ағып сығыуы, шунан, түбәнгә табан ағып барып, Гиркан (Каспий) диңгеҙенә ҡойоуы хаҡында яҙа. XII быуаттың күренекле географы әл Иҙриси ошо турала тағы ла асығыраҡ белдереп, Атил йылғаһының көнсығыш тарафтан, Башҡорт иленән баш алыуын раҫлай. Тик һуң Европа картографияһында ғына Көнсығыш Европаның яңы гегемоны - Мәскәү Русеның географик перспективаһы ҡабул ителә, сөнки рустарҙың ҡарашына ярашлы, Волга уларҙың территорияһында башлана. Нисек кенә булмаһын, антик донъя һәм урта быуаттар ғалимдарының Көньяҡ Урал территорияһы тураһында бик яҡшы мәғлүмәтле булыуы беҙҙең төбәктең Урта диңгеҙ буйы һәм Урта Көнсығыш цивилизациялары менән күптәнге яйға һалынған сауҙа һәм сәйәси бәйләнештәре булыуы хаҡында һөйләй. Бына, мәҫәлән, эллинистик Мысырҙан (Египттан) килтерелеп, Өфө территорияһында табылған арыҫлан фигураһын миҫалға алырға була. Йәнә, урындағы аристократтың ҡәберенә һалып ҡалдырылған, батша һунары сағылдырылған көмөш табаҡтың Сәсәнид Иранында ҡойоп яһалыуы билдәле, күрәһең, ошондай ҡиммәтле предмет ерләнгән кешенеке булғандыр. Зиннәтле алтын медальондар һәм башҡа ювелир әйберҙәре Византиянан килтерелгән, улар, аҡһөйәктәр кейеменең ҡиммәтле аксессуарҙары булараҡ, юғары ҡатлам вәкилдәрен ябай халыҡтан айырып ҡарау маҡсатында ҡулланылған. Ҡатын-ҡыҙ муйынсағының һаҡланып ҡалған берҙән-бер ҙур гәрәбә мәрйене Балтик диңгеҙе төбәге менән бәйләнештәр булыуына ишара.

Светлана Воробьева: Иртә тимер быуаты дәүерендә, атап әйткәндә, б.э. IV быуатында Көньяҡ Уралда йәшәгән ҡәүемдәрҙең башҡа төбәктәр менән сауҙа бәйләнештәре булыуына дәлил итеп Өфө территорияһында табылған Рим тимер тәңкәләрен килтерергә була. Уларҙың береһе Рим императоры Бөйөк Константин I, икенсеһе - Констанц II хакимлыҡ иткән осорҙа һуғылған. Өфө биләмәһендә - Дудкин торағы-III ҡомартҡыһында ғәрәп хәлифәтендә һуғылған тәңкә табылған, унда күфә (боронғо ғәрәп) яҙмаһы стилендәге хәрефтәр бар, был тәңкә ҡатын-ҡыҙ сулпыһына тағылған биҙәүес итеп ҡулланылған. Күфә тәңкәһе VIII быуатта һуғылған.

Салауат Хәмиҙуллин: Эйе, ошондай артефакттар Көньяҡ Уралда, атап әйткәндә, Өфө ярымутрауында йәшәгән ҡәбиләләрҙең башҡа төбәк халыҡтары менән тауар-аҡса мөнәсәбәттәре булыуын раҫлап тора.

Илдар Аҡбулатов, тарих фәндәрек кандидаты, археолог, ӨФТУ-ның Бөрө филиалы доценты: Урал төбәгендә, бигерәк тә Көньяҡ Уралда, төрлө ҡаҙылма байлыҡтарҙың күп булыуы тышҡы донъяға, бынан ситтә йәшәгән халыҡтарға боронғо дәүерҙәрҙән бирле билдәле булған. Улар бында төрлө тауарҙарҙы - ҡырағай йәнлек тиреләренән алтынға тиклем - үҙҙәре килтергән әйберҙәргә алыштырып йә иһә һатып алып була икәнен белгән, үҙ илдәрендә һуғылған аҡса менән сауҙа иткән. Шуға күрә Башҡортостан территорияһындағы ҡомартҡыларҙа боронғо металл тәңкәләр йыш табыла.

Салауат Хәмиҙуллин: Көньяҡ Урал төбәгендә сауҙа итеүҙең һәм етештереү көстәренең йылдам үҫә барыуы матди байлыҡтарҙың арта барыуын тәьмин итә, ә был яугирлыҡтары менән Азия далаларында дан ҡаҙанған баҫҡынсы күсмә ҡәбиләләрҙе ымһындарып тора. IV-V быуаттарҙа, "Халыҡтарҙың бөйөк күсеше" тип аталған эпохала, хәҙерге Башҡортостандың үҙәге - Өфө ярымутрауы һәм уға йөҙәр саҡрым йәнәш булған территориялар археологияла турбаҫлы мәҙәниәте тип аталған ҡәүемдәрҙең атлы яугирҙары тарафынан баҫып алына.

Светлана Воробьева: БДМУ биләмәһендәге ир-ат ҡәберендә бик ҡыҙыҡлы артефакт табылған - ул боронғо яугир кейеп йөрөгән тимер күлдәк - һайман ҡалдығы, яҡынса VI-VII быуаттар тирәһендә яһалған була, Башҡортостан территорияһында табылған беренсе һайман. Шулай уҡ мединститут биләмәһендә һәм "Өфө-II" ҡомартҡыһындағы ирҙәр ҡәберҙәренән йәйәгә беркетелә торған һөйәк пластинкалар табыла. Ул замандағы ҡала кешеләре яуҙа ҡулланған һуғыш ҡоралы - тура ҡылыс ҡалдығы ла археологтарҙың иғтибарын йәлеп итә.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 37-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №38, 26 сентябрь – 2 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.09.25 | Ҡаралған: 40

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 1 октябрҙән 11-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2026 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 905 һум 04 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru