
Йәмғиәттә бик күп бәхәстәр һәм хатта хәүеф тыуҙырыусы цифрлы һум - ҡулаҡса һәм ҡулаҡсаһыҙ төр аҡсалар менән бер рәттән, Рәсәй милли валютаһының өсөнсө төр варианты. Бөтөн был төрҙәр ҙә 1:1:1 нисбәтендә бер-береһенә тигеҙҙәр. Цифрлы һумдар коммерция банкылары иҫәбендә түгел, ә Рәсәй Банкының цифрлы "аҡса янсығы"нда һаҡланасаҡ. Шул уҡ ваҡытта граждандар цифрлы һумдарҙа иҫәп аса һәм уны күнегелгән банк ҡушымталары рәүешендәге платформалар аша файҙалана аласаҡ.
Әлегә цифрлы һумдар менән эш итеүҙә тиҫтә ярымдан ашыу Рәсәй банкы, 1,2 мең компания һәм 9 мең граждан тәжрибә-һынау үтә. Киләһе йылдан был төр һумдар киң файҙаланыуға индерелә башлаясаҡ, ләкин Үҙәк Банк башлығы Эльвира Нәбиуллина вәғәҙәләүенсә, граждандарҙы яңы төр валюта менән файҙаланыуға мәжбүр итеү булмаясаҡ.
Тик бына был вәғәҙәгә ышанырғамы, юҡмы? Ни өсөн тигәндә, әлегә күпселек кеше араһында "цифрлы һум" тигән һүҙ үгеҙгә ҡыҙыл сепрәк болғаған кеүек тәьҫир итә. Бер яҡтан, йылдар буйы күнегелгән тәртиптәрҙе байтаҡтар өсөн таныш булмаған вариантҡа алмаштырыу, яңылыҡҡа күсеү һәр ваҡыт ризаһыҙлыҡ һәм протест тыуҙыра. Өҫтәүенә, интернет технологияларын үҙләштереүҙә ауырлыҡ кисереүсе кешеләр һәм айырыуса өлкән быуын вәкилдәре өсөн был яңылыҡ "ҡара урман" булып тойола. Улай ғына ла түгел, Бөтөн Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге (ВЦИОМ) үткәргән һорау алыуҙарҙа 1,5 меңдән ашыу кеше ҡатнашып, шуларҙың 51 проценты Үҙәк Банктың был яңылығын ҡабул итергә әҙер булмауын белдерһә, 35 процент респондент ыңғай ҡарашта.
Шуныһы ҡыҙыҡ: халыҡтың өстән бер өлөшө фәҡәт ҡулаҡсаға ғына ышаныс белдерә. Үҙәк Банк иһә Рәсәй граждандарының ниндәй ҙә булһа берәй яңылыҡҡа ҡарата тәүҙәрәк ана шундай төшөнкө мөнәсәбәттә булыуын аңлап ҡабул итеүен, ләкин шул һүрәттә лә цифрлы һумды бойомға ашырыу буйынса мәғлүмәти кампанияны дауам итәсәген белдерә. Бынан алдараҡ "Һаҡлыҡ банкы" башлығы Герман Греф та хатта цифрлы һумға ҡарата икеләнеүҙәрен белдергәйне: "Мин әлегә был мәсьәләнең бер ниндәй киләсәген күрмәйем, нимәгә кәрәк булды ул - физик шәхес булараҡ, уны аңламайым, банк өсөн дә шулай уҡ", - тигәйне ул.
Нисек кенә булмаһын, быйыл йәй Дәүләт Думаһы банктарҙы һәм һатыусыларҙы 1 сентябрҙән эҙмә-эҙлекле рәүештә цифрлы һум платформаһына күсерә башлау тураһында закон ҡабул иткәйне. Финанс буйынса эксперт Андрей Чирков Рәсәйҙең ярты халҡының ғына түгел, хатта банкирҙарҙың да күпселегенең цифрлы һумдың нимәгә кәрәк булыуын аңлап бөтмәүҙәренә аптырамауын белдереп, һәр хәлдә бының банктар өсөн әллә ни яҡшы түгеллеге хаҡына яҙып сыҡҡайны. Сөнки әле ғәмәлдә булған банк клиенттарының ҡулаҡсаһыҙ һумдары коммерция банктарында түгел, ә Үҙәк Банк балансында асыласаҡ. Шул сәбәпле Һаҡлыҡ банкылары физик һәм юридик шәхестәрҙең һаҡламдарын юғалтасаҡ һәм элеккесә аҡса эшләп, килем алыуҙан мәхрүм ителәсәк. Ә физик шәхестәргә килгәндә, улар өсөн дә цифрлы һум бер ниндәй ҙә ғәмәли отош килтермәйәсәк, ти Чирков.
Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты деканы, иҡтисад фәндәре докторы Константин Ордов әйтеүенсә, цифрлы һум әлегә бер аҙ томанлыраҡ күҙалланһа ла, уның финанс системаһы етди мәсьәләгә әйләнеүе бар. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәрҙең цифрлы валютаны "банктарҙың башына етеүсе" тип атауҙарын әйтеп китте. Ә бына ябай граждандарға цифрлы һумдан хәүефләнергә кәрәкмәй, ти ул. Цифрлы һум дәүләт күҙлегенән сығып ҡарағанда, бюджет процесында ҙур өҫтөнлөккә эйә буласаҡ.
ВЦИОМ һорау алыуҙарында ҡатнашыусылар яңы рәүешле аҡсаның ыңғай һәм кире яҡтарын да әйтеп бирҙе. 10 процент кеше яңы форманың иң беренсе сиратта бурҙар һәм муттарҙан хәүефһеҙлеген, ә 3 процент кеше хисаплашыуҙа уңайлығын һәм дәүләт тарафынан контроль булыуын атаны. Ә бына аҡсаның яңы төр вариантының кире яҡтары күберәк тип табылды. Мәҫәлән, беренсе урында - персональ мәғлүмәттәргә хәүеф янауы, унан ҡала интернетҡа бәйлелек һәм уның тотороҡло булмауы аталды, сөнки Рәсәйҙә интернет йыш ҡына йә тотҡарланып ҡаҡшата, йә бөтөнләй "бикләп" ҡуйыла. Ә бына 3 процент кеше өҫтөнлөк тип иҫәпләгән властар тарафынан контролде икенсе төркөмдәге 8 процент, киреһенсә, етешһеҙлек тип белдерә. ВЦИОМ анкетаһына бәйле булмаған тағы бер объектив етешһеҙлек тип цифрлы һумдың ни икәнен һәм уның нисек эшләйәсәген Рәсәй халҡының яртыһының тиерлек бөтөнләй күҙ алдына ла килтерә алмауы атала, сөнки күпселек аңында цифрлы һум абстракт категория булараҡ һынлана. Был граждандарҙың финанс грамоталылыҡ кимәленең түбән булыуына ла бәйле, әлбиттә. Һорау алыуҙарҙа ҡатнашҡан 18-24 йәшлек респонденттарға был ҡағылмай, сөнки улар йүргәктән сыҡҡандан алып интернет киңлектәрендә балыҡтай "йөҙгәнлектән", күп мәсьәләләрҙә яҡшы хәбәрҙар.
Тағы ла шуныһы бар: аҡсаның был формаһы һаҡланма, йәғни депозит була алмай һәм уға проценттар түләнмәйәсәк. Ул шулай уҡ Рәсәй иҡтисадының да аҡса миҡдарына үҙгәреш килтермәйәсәк, тип хәбәр итте 1 ноябрҙә Үҙәк Банктың матбуғат хеҙмәте. РФ Банкы белдереүенсә, Рәсәй һумының бөтөн төрҙәре лә: ҡулаҡсалы, ҡулаҡсаһыҙ һәм цифрлыһы ла бер-береһен алмаштыра ала. Үҙәк Банк етәксеһе Эльвира Нәбиуллина 30 октябрҙә белдереүенсә, цифрлы һум бюджеттағы аҡсаның нимәгә тотонолоуын күҙәтеү мөмкинлеге бирә. Әлеге ваҡытта цифрлы һумды капиталь төҙөлөштә һынап ҡарау башланды, тине Банк башлығы. Рәсәй финанс министры Антон Силуанов һумдың яңы төрөнөң ышаныслы булыуын һәм был форманың нигеҙҙә бюджет үтәлеше мәнфәғәтен күҙәтеүен билдәләй, сөнки, ти ул, уны контролләү юғары кимәлдә алып барыласаҡ.
Иҡтисадсылар цифрлы һумды ғәмәлгә индереүҙе тиҙләтеүҙең төп өс сәбәбен атаны: 1) геосәйәси шарттар һәм халыҡ-ара түләү системалары менән файҙаланыуҙы сикләүсе санкция баҫымы; 2) Үҙәк Банктың цифрлы валюта (CBDC) өлкәһендә Ҡытай, Евросоюз һәм башҡа илдәр яғынан көнәркәшлектең үҫә барыуы; 3) Милли иҡтисадтың транзакцион сығымдарын кәметеү маҡсатында финанс инфраструктураһын яңыртыу кәрәклеге.
Ә бына ябай граждандар өсөн был системаның ниндәй өҫтөнлөктәре хаҡында һүҙ алып барыла һуң? Беренсенән, цифрлы һум менән файҙаланыусыларҙың аҡсаһын һаҡлау ышаныслы кимәлдә буласаҡ, тип вәғәҙәләнә. Тик был тәңгәлдә айырым-асыҡ әйтелмәй: халыҡ аҡсаһын муттарҙан һаҡлаумы, әллә... Хоҙай күрһәтмәһен, дефолт-фәлән хәтәренәнме? Үткән быуаттың күптәрҙе төп башына ултыртҡан "аҡса яныуы" ваҡиғалары халыҡ хәтеренән юйылмаған әле. Аҡса мәсьәләһендәге һәр төрлө яңылыҡ-тәжрибәләрҙән шуға күрә лә ябай халыҡтың тапҡан-таянғанын ҡурсылап, шик-шөбһәгә бирелеүе бик тә аңлашыла.
Өҫтәүенә, граждандарҙың шәхси сығымдары һәм аҡса күсереүҙәренең ентекле күҙәтеү аҫтында буласағы ла һорауҙар тыуҙырмай ҡалмай. Шул уҡ ваҡытта бая үрҙә әйтеп кителеүенсә, цифрлы һумды файҙаланыуҙа кешенең шәхси мәғлүмәттәренең асыҡлығы ла борсоуға һала күптәрҙе. Иҡтисад даирәләрендә пенсия, социаль түләүҙәр һәм эш хаҡтарын цифрлы һумдарға күсереү буйынса ла бәхәстәр бара. Рәсәйҙәр аҡсаларын цифрлы һумдарҙамы, әллә, элеккесә, картала йәки Рәсәй почтаһы аша ҡулаҡсала аламы - был йәһәттән һәр кемгә үҙе теләгән форманы һайлау хоҡуғы бирелә, тип ышандырыуҙары ғына күңелде бер аҙ тынысландыра төшә. Ә шулай ҙа киләсәктә тәжрибә көндәлек ғәмәлиәткә әүерелеп, кеше күҙе яңылыҡ өҫтөнлөктәрен үҙе күреп инанмай тороп, күпселектең ыңғай хуплауына өлгәшеү өсөн ваҡыт бар әле.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 21 - 27 ноябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА