«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн финанс белеменә эйә булыу, аҡса тотона белергә өйрәнеү бик мөһим, тигәнгә фекерегеҙ нисек?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИШЕМБАЙ - АҪЫЛ ПЕДАГОГТАРҒА БАЙ, ЙӘКИ МӘКТӘП-ИНТЕРНАТ СИСТЕМАҺЫ ҠАҘАНЫШТАРЫ ХАҠЫНДА
+  - 


Уҡыусыларыбыҙ иғтибарына Ишембай ҡалаһының Ә.З.Вәлиди исемендәге 2-се гимназия-интернаты ветерандары - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлназ Ғәфир ҡыҙы ӘХМӘҘИЕВА һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Нурия Нәжип ҡыҙы МОРАТОВА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. Әңгәмәбеҙ уҡыу йортоноң ойошторолоуына 90 йыл тулыуға арнала, әммә бер үк ваҡытта башҡорт милли мәғарифы менән бәйле проблемалар ҙа күтәрелә.

Беҙ, совет осоро кешеләре, башлыса, башҡорт ауылдары мәктәптәрендә белем алдыҡ. Белеүегеҙсә, ул саҡтарҙа барса фәндәрҙе лә туған телебеҙҙә уҡыттылар. Шуға ҡарамаҫтан, замандаштарыбыҙ араһында арҙаҡлы шәхестәр - ғалимдар, яҙыусылар, шағирҙар, журналистар, сәнғәт әһелдәре, табиптар, педагогтар, әллә нисә төрлө башҡа һөнәр эйәләре бик күп булды. 1959 йылда СССР космосҡа яһалма юлдаш карабын осорғас, 1961 йылдың апрелендә Юрий Гагарин йыһан киңлеген байҡап ҡайтҡас, ул саҡтағы АҠШ президенты Джон Кеннеди ошо ҡаҙаныштарҙы совет мәғариф системаһының һөҙөмтәһе, тип баһалай. Әйҙәгеҙ, әңгәмәбеҙ башында совет мәғариф системаһын иҫкә алып китәйек: уның ниндәй сифаттарын әлеге заманда ла өлгө итеп ҡарарға булыр ине?

Гөлназ Әхмәҙиева:
Беҙҙең гимназиябыҙ - совет милли мәғариф системаһының аҫыл емештәренең береһе. Әйтергә кәрәк, ул саҡта беҙҙән - уҡытыусы-тәрбиәселәрҙән профессионаллыҡ талап ителде. Үҙ эшеңдең оҫтаһы булыу - бына шундай маҡсат ҡуйып эшләнек. Классик уҡытыусы, үҙ предметы менән бер рәттән, тәрбиә өлкәһендә лә уңышлы эшләүсе шәхес ул. Шәхесте тик шәхси яҡтан юғары кимәлгә өлгәшкән профессионал тәрбиәләп үҫтерә ала. Беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ ошондай шәхестәр булды, тиһәк, һис арттырыу булмаҫ. Бына нисек бит ул: совет системаһында белем биреү менән тәрбиә ҡуша башҡарылды, тап шуның өсөн ул саҡтағы мәктәптәрҙе тамамлаусы бик күп уҡыусылар аҙаҡтан илебеҙҙең күренекле шәхестәре булып танылыу тапты.



Мин башҡорт лицейында эшләгән саҡта бик оҫта, маһир математика уҡытыусыһының әйткән бер фекере иҫтә ҡалған: "Математика буйынса иң яҡшы, өлгөлө дәреслектәрҙе совет мәғарифы осоронда сығара инеләр, улар менән сағыштырғанда, хәҙергеләре күпкә ҡайтыш".

Гөлназ Әхмәҙиева:
Бына хәҙер бер туҡтауһыҙ, мәғарифта алдынғы технологиялар ҡулланылырға тейеш, тип ҡабатлайҙар. Заманында башҡортса, башҡорт телендә уҡытыуҙың үҙенсәлекле технологиялары булды: төптән уйланып эшләнгән программалар һәм уларға ярашлы бик шәп дәреслектәр бар ине. Ә беҙ хәҙер белем биреү стандарттарына ярашлы уҡытырға тейешбеҙ. Ә шул уҡ совет мәғариф системаһында ҡулланылған программалар, бөтөн ил мәктәптәре өсөн әҙерләнгән дәреслектәр ул йылдарҙа ла дәүләт стандартына тап килгән бит. Һәр бер предмет буйынса белем биреү концентрик рәүештә төҙөлгән уҡыу программаларына ярашлы ғәмәлгә ашырылды: башланғыс кластарҙа үҙләштерелгән төшөнсәләр, ҡағиҙәләр артабан тағы ла юғарыраҡ кимәлдә өйрәнелде, вуздарҙа юғары белем алыуҙың төплө, ныҡлы базаһы булдырылды. Юғары уҡыу йортон тамамлап, мәктәпкә эшкә килгән йәш педагогтар ҙа үҙ предметтары буйынса ниндәй программалар, дәреслектәр, методикалар ҡулланылыуын яҡшы белде. Әлбиттә, дөйөм дидактик талаптарҙы үтәүҙән тыш, һәр кемгә ижади эшләү, уҡытыу процесында үҙ йөҙөн билдәләү, күңелен һалып эшләү мөмкинлектәре бирелде. Тимәк, ул саҡтағы уҡытыу методикалары бик тә һөҙөмтәле булған, шулай булмаһа, башҡорт мәктәптәрен тамамлаған йөҙәр меңләгән уҡыусылар араһынан һанап бөткөһөҙ профессионалдар, оло ҡаҙаныштарға өлгәшкән арҙаҡлы заттар сыҡмаҫ ине. Шуға күрә лә үҙемдең уҡытыусыларымды хөрмәтләп иҫкә алам. Ул саҡта Ишембай районының Ғүмәр ауылында 8 йыллыҡ мәктәп эшләне, башланғыс кластарҙа уҡытҡан Мөхәмәтйәнов Әхсән Мәғәфүр улы (тыумышы менән Дыуан районынан) иҫ киткес талантлы шәхес булып иҫемдә ҡалған: уның һабаҡтарын һис оноторлоҡ түгел.
Совет системаһының тағы ла бер ыңғай яғы - уҡыусыларҙы шәхси өлгө нигеҙендә тәрбиәләү. Әгәр ҙә балалар уҡытыусыны, йә иһә башҡа бер айырым шәхесте үҙҙәре өсөн өлгө итеп ҡарай икән, тәрбиә процесы уңышлы буласаҡ. Шуға күрә беҙ үҙебеҙ ҙә гимназияла эшләгән йылдарҙа төрлө күренекле шәхестәр менән осрашыуҙар ойоштора инек. Һуғышта ҡатнашҡан героймы ул, хеҙмәт алдынғыһымы, яҙыусымы, артисмы - улар уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уята, үҙҙәре биргән һорауҙарға яуаптарын ихлас тыңлай, һөҙөмтәлә ошо шәхестәр уларҙың аң-зиһендәренә өлгө рәүешендә һеңеп ҡала.

Совет мәғарифына хас булған, бөтөн илгә таралған бер күренеш бар ине - ул да булһа уҡытыусыларҙың новаторлыҡ хәрәкәте.

Нурия Моратова:
Хәҙер бына стандарт та стандарт тип тылҡыйбыҙ бит инде. Шул уҡ ваҡытта мәғарифта инновацион тип нарыҡланған ниндәй генә әсбаптар, дәреслектәр тәҡдим ителмәй. Яңыраҡ миңә 11-се класс өсөн рус әҙәбиәте буйынса яңы дәреслек менән танышырға тура килде: ул әле баҫылып та бөтмәгән, әммә иҫкергән инде. Мәҫәлән, Иван Бунин, йә иһә Александр Пушкин, башҡа классиктарҙың әҫәрҙәре өйрәнелә. Уларҙың һәр береһе буйынса вуз уҡытыусыларының, ғалим-ғөләмәнең ғилми мәҡәләләре дәреслеккә индерелгән. Уҡыусылар яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен ниндәйҙер бер фән докторы яҙған мәҡәләне уҡып сығып ҡына өйрәнә аламы һуң? Ә икенсе береһе әҙәби стилдәр тураһында үҙе яҙған монографияны ҡулланыуҙы талап итә. Былар барыһы ла ана шул инноватикаға һылтанып тәҡдим ителә. Ә уҡыусыларҙың шул уҡ Пушкин шиғырҙарын, 5-се кластан башлап, үҙ йәшенә ярашлы аңлап, үҙ һүҙҙәре менән аңлатып өйрәнә алыуы ҡиммәтерәк. Совет осороноң дәреслектәре ҡат-ҡат уйланылып, тикшерелеп, ваҡытында тейешле үҙгәрештәр индерелеп ҡулланылды, улар, ысынлап та, үҙ заманының стандарттарына ярашлы булды.
Новаторлыҡҡа килгәндә, уны бит төрлөсә аңларға, үҙеңсә бойомға ашырырға була. Устинов власҡа килгәс, совет мәктәбен реформаларға булдылар, уны Горбачев дауам итте. Плюрализм, күп төрлөлөк, мотлаҡ яңылыҡтар индереү талап ителде. Һәр уҡытыусыға ниндәйҙер бер педагог-новатор системаһын үҙләштереү һәм ҡулланыу бурысы йөкмәтелде. Ә әҙерлекһеҙ уҡытыусы новатор була аламы һуң? Был хаҡта артыҡ уйланып торолманы. Һөҙөмтәлә новаторлыҡ профанацияға әүерелде. Тап шул осорҙа совет мәғариф системаһы тамырынан ҡырҡып ташланды, тип һығымта эшләргә ерлек бар.
Гөлназ Әхмәҙиева: Шәхсән новаторлыҡты уҡытыусының ижади эшләй алыу һөҙөмтәһе итеп ҡарайым. Мәктәп - уҡыусыларҙы үҙаллы тормош юлына алып сығыусы баҫҡыс. Предмет буйынса алынған белемде үҙ тормошоңда ҡуллана белергә лә кәрәк бит. Уҡытыу процесын тормош, яҡындағы мөхиттәге етештереүсе хеҙмәт менән тығыҙ бәйләнештә алып барыу талап ителде. Мәктәп уҡыусыларынан торған хеҙмәт бригадалары, хеҙмәт лагерҙары ошо маҡсатҡа ярашлы булдырылды. Мәктәп эргәһендәге участкаларҙағы баҡсалар, еләк-емеш үҫтереү, колхоздарға ярҙам итеү ғәҙәти күренеш ине. Ишембай ҡалаһының 2-се башҡорт гимназия-интернатының да профилле лагерҙарында уҡыусыларыбыҙ, ял итеү менән бер рәттән, яҡшы хеҙмәт тәрбиәһен алды.

Әйткәндәй, һеҙҙең гимназияғыҙҙа заманында биология фәненә генә түгел, уҡыусыларҙың уны ауыл хужалығында ҡуллана белеүенә айырым иғтибар бүленгән...

Гөлназ Әхмәҙиева:
Уҙған быуаттың 50-се йылдарында биология уҡытыусыһы Хаҡбирҙин Хөсәйен Ғәббәс улы мәктәп яны участкаһында уҡыусыларҙың селекцион эшен ойоштора. Улар бойҙайҙың яңы сорттарын үҫтерә, тут ебәк күбәләген үрсетеү менән шөғөлләнә. 1952 йылда ошо уҡыусылар Мәскәүҙә Бөтә Союз йәш натуралистар слетында ҡатнаша, ә 1954 йылда мәктәптең йәш биологтары уның етәкселегендә Мәскәүҙә Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә саҡырыла, уларҙың эше күргәҙмәнең алтын миҙалына лайыҡ була. Әүҙем натуралистарҙың береһе Клара Мөхәмәт ҡыҙы Сәйфетдинова һуңынан туған мәктәбендә физика предметын уҡыта, 1960 - 1983 йылдарҙа директор урынбаҫары булып эшләй.
Нурия Моратова: Мин Хөсәйен ағайҙың улы Салауат Хаҡбирҙинде яҡшы белә инем, күрше генә торҙоҡ. Ул атаһы менән бәйле бер ҡыҙыҡлы хәтирәһе менән уртаҡлашҡайны. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәктәп-интернат бинаһында госпиталдәр урынлаштырыла, тәүгеһе - беҙҙең яралылар өсөн булһа, икенсеһендә әсиргә алынған яралы немец, венгр, румын һалдаттары дауалана. Шулай, бер йылдың йәйендә госпиталдә мамыҡ бөтә, ә ул көн һайын кәрәк. Шул саҡта Беренсе бөтә донъя һуғышы йылдарында госпиталдә дауаланып ятҡанында булған бер ваҡиға Хөсәйен ағайҙың иҫенә төшә, уны ошо хәрби дауаханала эштә ҡалдырған булалар. Госпиталдә мамыҡ бөткәс, улар Волга йылғаһының һайыраҡ урынынан ләм сығаралар һәм, уны киптергәндән һуң, ыуалап, тетеп, мамыҡ формаһына индерәләр. Беҙҙең Тәйрүк йылғаһы һай, унда ләм күп. Хөсәйен ағай уҡыусылары менән йылғанан байтаҡ ҡына ләм йыйып алып киптерә, госпиталгә ҡыш буйына етерлек яраға һала торған материал тапшырыла. Күрәһең, ошо киптерелгән ләмдә ҡанды туҡтата, эренләгән яраны бөтәйтә торған матдәләр булғандыр инде. Был тормошта халыҡ тәжрибәһен оҫта ҡуллана алыуы хаҡында һөйләй.
Мин Хөсәйен Ғәббәс улын ысын классик уҡытыусылар иҫәбенә индерәм: ул оҫта белем биреүсе лә, маһир тәрбиәсе лә була. Ундай шәхестәргә эске гуманлылыҡ, юғары әхлаҡлылыҡ хас.
Салауат Хөсәйен улы шулай уҡ уҡытыусы булды, уның хәтирәләренән тағы ла бер эпизодты һөйләп китәйем әле. Бөйөк Ватан һуғышының иң ауыр йылдары, йәйҙәрен ауылда бесән әҙерләү ҡатын-ҡыҙҙар, балалар иңенә төшә. Колхозсыларға үҙ малдарына ла ҡышҡа бесән әҙерләп өлгөрөргә кәрәк бит инде. Бер көндә Салауаттың әсәһе иренә былай ти: "Көнө-төнө госпиталгә ярҙам итеүҙән бушамайһың, шул ниместәреңде бесән эшләшергә алып ҡайта алмайһымы ни?" Ысынлап та, тиҙҙән Хөсәйен ярҙамға конвой аҫтында һауығып килгән йәш кенә 4 немецты килтертә. Улар гитлерюгенд булып тәрбиләнеп, һуғышта яраланып, әсиргә алынған немец һалдаттарынан була. Бөтәһе лә ныҡ ябыҡҡандар. Салауаттың әсәһе уларға картуф бешереп ашата, өҫтәлгә ҡаймаҡ та ҡуя. Быларҙың аптырауының сиге булмай - дошмандар бит! Атаһы немец егеттәрен бесән сабырға өйрәтә, ике көн төнгә тиклем эшләп, эште теүәлләйҙәр. Кире госпиталгә ҡайтҡандарында былар үкенес тә белдереп ҡуя: шулай шәп эшләмәһәк, тағы ла бер-ике көнгә ҡалыр инек, тиҙәр.

Ишембай ҡалаһында асылып, республикабыҙ кимәлендә танылыу тапҡан башҡорт мәктәбенең үҙ тарихы бар. Ошо хаҡтағы мәғлүмәтте уҡыусыларыбыҙға ла еткерәйек әле.

Гөлназ Әхмәҙиева:
Алдараҡ әйткәнемсә, Ишембай ҡалаһының Ә.З.Вәлиди исемендәге 2-се гимназия-интернаты Башҡортостан мәғариф системаһында иң тәүге милли мәктәптәрҙең береһе булараҡ барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта һаны икенсе булһа ла, ул хәҙер ҙә республикабыҙҙың ҙур күләмле мәктәп-интернаттарының беренселәре иҫәбендә. Уҙған быуаттың 30-40-сы йылдарынан башлап хәҙерге көнгә тиклем, 9 тиҫтә йыл дауамында, бер нисә быуынды тәшкил иткән педагогтар милли мәктәптең даими үҫешен, яңыра барыуын тәьмин итә, уҡытыу-тәрбиә эстафетаһын быуындан-быуынға тапшыра килә. Беҙ улар менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.
Нурия Моратова: Ә гимназия-интернатыбыҙ тарихына килһәк, бына нимәләрҙе иҫкә алыу фарыз. 1932 йылдың 16 майында Ишембай тигән башҡорт ауылы янында ҡоролған 702-се скважинанан ҡеүәтле нефть фонтаны атылып сыға. Шул ваҡыттан башлап бында нефть промыслалары барлыҡҡа килә, уларҙы хеҙмәтләндереү өсөн эшселәр килтерелә, нефтселәргә ҡасабалар һалына. Эшселәрҙең балалары өсөн 1932 йылда рус башланғыс мәктәбе асыла. Бында нефть промыслалары асылыуын белеп ҡалған байтаҡ ҡына ҡаҙаҡ ғаиләләре, мөлкәттәрен дөйәләргә тейәп, Ишембайға күсеп килә. Уларҙың балалары өсөн ҡаҙаҡ кластары ла асалар. 1935 йылда рус мәктәбе базаһында башҡорт һәм татар кластарын комплектлау тураһында Стәрлетамаҡ районы халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире Урманов махсус бойороҡ сығара. Уҡыусылар һанының бик күп булыуын иҫәпкә алып, 1935 йылдың 1 сентябрендә Ишембайҙа тулы булмаған айырым урта башҡорт мәктәбен асыу хаҡында ҡарар ҡабул ителә. Мәктәптең тәүге директоры вазифаһына Арыҫланов Ибраһим Ғариф улы тәғәйенләнә.
1937 йылда башҡорт мәктәбе яңы ғына төҙөлгән ике ҡатлы кирбес бинала эшләй башлай, ул 3-сө урта башҡорт мәктәбе тип атала. Мәктәптә заманына ҡарата бик яҡшы шарттар булдырыла, бинаның йылытыу һәм яҡтыртыу системаһы, вентиляцияһы, канализацияһы, бәҙрәфтәре лә була. Һуғыш йылдарында был бинала тәүҙә яраланған совет һалдаттарын дауалау өсөн госпиталь урынлаштырылһа, һуғыш аҙағына табан әсиргә төшкән яралы дошман һалдаттарын да ошонда дауалайҙар. Мәктәп директоры Мусин Вахит Мөхәмәт улы, директор урынбаҫары Мөхәмәтйәнов, уҡытыусыларҙан Ғиләжев, Сафаров, Росляков, Кожуров, Платонов, Улумбеков Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һәләк була. 1942 йылдың мартынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Туҡтамышев Мөхәмәт Фәхретдин улы директор вазифаһын башҡара. Уҡыу йылы тамамланғас, 1942 йылдың июнь айында, М.Ф. Туҡтамышев һәм унынсы класты тамамлаған 10 уҡыусы үҙ теләктәре менән фронтҡа китә. Йәш егеттәрҙең барыһы ла ил азатлығы өсөн барған яуҙарҙа башын һала. Ошо хаҡта беҙҙең гимназияла уҡып сыҡҡан Сажидә Тәлғәт ҡыҙы Ишмөхәмәтованың (ул һуңынан мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә) атаһы бына ниҙәр һөйләй: "Бер көндә директорыбыҙ Мөхәмәт Фәхри улы беҙгә иртәгә ҡайғылы митинг буласағы хаҡында әйтте, галстуктарыбыҙҙың ситенә ҡара ҡайма тегеп килергә ҡушты. Әсәйем илай-илай минең галстугымды ҡаймалап тегеп ултырғаны әле лә хәтеремдә. Иртә менән мәктәпкә килдек. Мәктәп алдында һуғышта һәләк булған Ғәйфуллин Йәүҙәт ағайҙың портреты эленеп тора, ул да беҙҙең мәктәпте тамамлаған, һуғыштың тәүге көндәрендә үк үҙ теләге менән фронтҡа киткән. Уның портретын Мөхәмәт Фәхри улы төнөн үҙе эшләгән. Портрет янына почетлы ҡарауыл килеп баҫты, митинг башланды. Йәүҙәт ағай иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде. Барса уҡыусылар ҙа тыйыла алмай иланылар. Был линейкала Илкәев Абдулла ағайҙың фронттан яҙған хатын да уҡынылар. Шунан директорыбыҙ: "Кемдәр һуғышҡа доброволец булып китергә теләй?" - тип һораны. 7-9-сы класта уҡыған малайҙарҙың барыһы ла бер аҙым алға атланы. Директор бәләкәй малайҙарҙың баштарынан һыйпаны ла: "Һеҙ бәләкәйһегеҙ әле, һеҙгә был ҡот осҡос һуғышты күрергә тура килмәһен", - тине. Митингтан һуң директор сығарылыш класс егеттәре менән военкоматҡа китте".

Рәсәйҙә интернат тибындағы мәктәптәр 1917 йылғы революцияға тиклем дә була. Әммә граждандар һуғышынан аҙаҡ, иҡтисади бөлгөнлөк йылдарында, етем ҡалған, ил буйлап ҡарауһыҙ йөрөгән балалар өсөн балалар йорттары, хеҙмәт коммуналары, үҫмерҙәр колониялары ғына асыла. Шулай ҙа СССР етәксеһе Н.С. Хрущев 1956 йылда КПСС-тың XX съезында илдә күпләп мәктәп-интернаттар асыу маҡсатын иғлан итә, хөкүмәттең махсус ҡарарҙары барлыҡҡа килә. Һәр республика һәм өлкәгә ошо проблеманы хәл итеү буйынса заданиелар бирелә. 1961 йылда бөтә ил кимәлендә 3 меңдән ашыу мәктәп-интернатта 700 меңдән ашыу бала белем һәм тәрбиә ала. СССР-ҙың мәғариф системаһын үҫтереүгә мәктәп-интернаттар тос өлөш индерә...

Нурия Моратова:
Беҙҙең гимназиябыҙҙың интернат системаһы форматында эшләй башлауы Хисмәтуллин Ғабдрахман Ғәбит улының исеме менән бәйле. Ул 1940 йылда, Башҡорт педагогия институтын тамамлағандан һуң, Ишембай ҡалаһының 3-сө башҡорт мәктәбендә уҡыта башлай. 1942 йылдың ғинуар айында мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә, ә март айында фронтҡа китә. Фронтта политрук була, хәрби ордендар һәм миҙалдар кавалеры.
1948 - 1951 йылдарҙа Ишембай халыҡ депутаттарының ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын биләй. 1958 йылда Ғ.Ғ. Хисмәтуллин кире 3-сө мәктәпкә директор булып ҡайта. Ул 1959 йылда мәктәптә спортзал төҙөтә. 1961 йылдың июлендә БАССР Министрҙар Советы ҡарары менән был уҡыу йорто интернат-мәктәпкә әйләнә, 1964 йылда, мәктәпкә төкәтеп, өс ҡатлы яңы бина төҙөлә, кабинеттар йыһазландырыла. Интернатта яҡын-тирәләге ауылдарҙан, башҡа райондарҙан килгән уҡыусылар күп була, улар тәүге мәлдәрҙә элекке баракта йәшәй, ауылдан алып килгән аҙыҡ менән туҡлана. Һуңынан интернат өсөн 400 урынлыҡ дөйөм ятаҡ һалына.
Уҡытыусылар өсөн Ғабдрахман Ғәбит улы - ҙур абруй яулаған етәксе, уҡыусылар өсөн хәстәрлекле педагог була. Ауыл мәктәптәренән, күбеһенсә етем ҡалған, йәки күп балалы ғаиләләрҙән килгән балаларҙың киләсәген ҡайғыртып, төрлө уҡыу йорттары менән бәйләнеш тота. Мәктәптә спорт, музыка, бейеү түңәрәктәре эшләй, уҡыусы балаларҙан торған оркестр бөтә сараларҙы биҙәй. Ошо осорҙа мәктәпте тамамлаған күп кластар тотошлайы менән тиерлек юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә. Улар араһында хәҙер республика кимәлендә билдәлелек тапҡан шәхестәр бик күп. Әйткәндәй, һуңынан күренекле философ булып танылған Баязит Ғәлимов менән этнолог Рим Йәнғужин дә бер ваҡытта ошо мәктәпте тамамлайҙар. Бындай шәхестәрҙе тәрбиәләүҙә, һис шикһеҙ, Ғабдрахман Ғәбит улының роле бик ҙур.

Мәғарифта интернат системаһы әлегә тиклем һаҡланып ҡалған, ул бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған, тип әйтергә булалыр...

Нурия Моратова:
2010 йылдарҙа Башҡортостандың мәғариф системаһында оптимизация сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу башланды. Ул саҡта республиканың бәләкәй ауылдарындағы бик күп мәктәптәр ябылды. Шуға күрә балаларын беҙҙең гимназияла уҡытырға теләүсе ата-әсәләр күбәйҙе. Гимназия булғас, әүәл балаларҙың әҙерлеген тикшереп, һайлабыраҡ ала инек. Гимназияның ике интернат бинаһы булды, береһе - 220 урынлыҡ, икенсеһе - 163 балаға иҫәпләнгән. Унда ауылдарҙан килгән 360 баланы урынлаштыра инек. 2005 йылда Ишембайҙа август кәңәшмәһе уҙғарылды, Хөкүмәт Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов та килгәйне. Интернаттың төп бинаһы 1937 йылда төҙөлгән бит инде. Байдәүләтов ошо бинаны ҡарағас, уны емерергә ярамай, арыу ғына реконструкция эшләргә кәрәк, тип әйтеп һалды. Ысынлап та, бина ул тиклем үк насар хәлдә түгел ине, уға реконструкция эшләп, яңынан ике ҡат өҫтәп төҙөп, өлкән класс балалары өсөн бик шәп ятаҡ һалынды.


Рәсәй Мәғариф министрлығы "Рәсәйҙең алдынғы мәктәбе" тигән яңы концепция әҙерләй икән. Ошо концепцияға ярашлы, ни барыһы 12 элитар мәктәп асыу ҡарала. Маҡсаты - ошондай мәктәптәрҙә иң һәләтле балаларҙан Рәсәйҙең киләсәк элитаһын әҙерләү. Баҡтиһәң, беҙҙә шундай алдынғы мәктәптәр - гимназиялар, лицейҙар, интернаттар күп тиҫтә йылдар буйына эшләп килә бит. Яңыраҡ республика етәксеһе Р.Ф. Хәбиров Өфөлә махсус математика мәктәбе төҙөләсәге хаҡында белдерҙе. Минеңсә, был республикабыҙҙың мәғариф системаһы өсөн бик тә файҙалы яңылыҡ. Унда иң һәләтле балалар менән шулай уҡ иң һәләтле педагогтар шөғөлләнәсәк, тип өмөт итәйек.

Гөлназ Әхмәҙиева:
Әлбиттә, уҡыусыларҙың иң һәләтлеләрен элитар мәктәптәрҙә уҡытыу - заман талабы. Бына, Европа илдәрен алып ҡарайыҡ. Унда мәктәп йәшендәге балалар өсөн абруйлы махсус пансиондар эшләй, уларҙа хатта королдәрҙең, юғары вазифалар биләгән чиновниктарҙың балалары ла белем ала.
Европаның күп кенә илдәрендә - Англияла, Германияла, Францияла, Швейцарияла шундай мәктәп-пансиондар эшләп килә. Уларға Рәсәй чиновниктарының, олигархтарҙың балаларын бик теләп алалар, сөнки уларҙа белем алыу түләүле, һәм ул бик ҡиммәт тора. Ә уҡытыу-тәрбиә биреү барыбер беҙҙең интернет системаһын хәтерләтә, уларҙа уҡығандар уңайлы шарттары булған махсус кампустарҙа йәшәй. Элитар мәктәптәр асыу тәжрибәһе күрше республикала - Татарстанда ла бар. Уҡытыу-тәрбиә системаһында юғары кимәлдә белем биреү маҡсатында уҡытыусыларға ла, уҡыусыларға ла талаптар күпкә юғарыраҡ ҡуйыла, яуаплылыҡ та көслө. Бындай шарттар булдырыуға беҙҙең гимназияларыбыҙҙа, интернат-мәктәптәрҙә һәр саҡта ла ныҡ иғтибар ителде, һәм улар үҙҙәренең һөҙөмтәлелеген күптән раҫланы инде.
Шәхсән үҙем Ишембай гимназия-интернатының директоры вазифаһында эшләй башлаған саҡта ошо уҡыу йорто республика мәктәбе статусында ине. Элитар гимназия булыуҙың тағы ла бер уңайлы яғы булды: ул саҡта уҡ ошо гимназияны тамамлап сығыусылар араһында бик күп күренекле шәхестәр булыуын бар республика белә ине, шуға күрә юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнештә эшләнек. Һәр бер уҡыусының һәләттәре, ниәт-ынтылыштары педагогтарға билдәле булғас, уларға һөнәри йүнәлеш биреүгә етди иғтибар ителде: берәүҙәренә - физика-математика, икенселәренә - иҡтисад, өсөнсөләренә - техник, кемгәлер - тарих йә иһә филология, кемгәлер сәнғәт йүнәлешен һайлау тәҡдим ителә. Ул саҡта Башҡорт дәүләт университетынан махсус комиссия килеп, вузға алыу имтихандарын үҙебеҙҙә уҙғара алды. Шундай уҡ килешеү Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты менән дә төҙөлгәйне. Республикала медицина университеты монополист булғас, бындай эш менән шөғөлләнмәне, әммә беҙ медицина өлкәһен һайлаған уҡыусыларыбыҙҙы унда үҙебеҙ алып барып урынлаштырырға ярҙам итә инек. Байтаҡ ҡына сығарылыш кластары уҡыусылары аттестат алмаҫтан алда уҡ ҡайһы вузға инеп уҡыясағын белде. Бына бит ниндәй булды беҙҙә элитар уҡытыу системаһы! Әлеге ваҡытта мәғарифта ошондай вертикаль бәйләнештәрҙе тергеҙеү идеяһы яңынан ғәмәлгә ашырыла башланы, ул селтәрле хеҙмәттәшлек итеү системаһы тип атала. Бына әле генә БДМУ ректоры Валентин Павлов Сибай медицина колледжы базаһында университет программаһының тәүге ике йыллыҡ курсына ҡараған предметтар уҡытыла башлаясағы хаҡында белдерҙе, уны үҙләштергән студенттар һөнәри белем алыуын автоматик рәүештә вузда дауам итә аласаҡ.
Бына тағы ла бер эпизод иҫкә төшә. Күренекле яҙыусыбыҙ Ноғман ағай Мусин тыуған Ҡолғона ауылынан 4 бала интернатҡа уҡырға килде: Абдрахманов, Садыҡов, Ҡотоев һәм Ғилфанов. Ул ауыл шундай бер төпкөлдә, унда барып етер өсөн йүнле юл да юҡ ине. Тик малайҙар һаман ауылға тартыла. Бер мәлде улар интернаттан ҡасып, ауылға ҡайтырға булалар. Директор урынбаҫары уларҙы автовокзалдан тотоп алып ҡайтты. Уҡыттыҡ, тәрбиәләнек. Хәҙер Азамат Абдрахманов - вице-премьер, Земфир Ҡотоев - фән кандидаты, Эске эштәр министрлығының госпиталендә баш табип, Фәдис Садыҡов - БР-ҙың Юғары Суды судьяһы, Мансур Ғилфанов - "Самрау" нәшриәтенең генераль директоры.
Гимназияла уҡытҡанда балалар алдында яңы, юғарыраҡ маҡсаттар ҡуя белеү, уларҙың киләсәктә ҙур шәхестәр рәтенә инә аласағына инандырыу үтә мөһим. Линейкаларҙамы, башҡа бер тәрбиәүи сараларҙамы, уҡыусыларыма шулай тип әйтә торғайным: "Балалар, һеҙ беләһегеҙме, кемдәр менән бергә уҡып йөрөйһөгөҙ? Арағыҙҙа киләсәктең шәп дәүләт эшмәкәрҙәре, күренекле ғалимдары, яҙыусылары, талантлы табиптары, булдыҡлы эшҡыуарҙары ултыра бит! Хатта берегеҙ Башҡортостан Президенты ла булып китер әле", - тип тә өҫтәп ҡуямын.

Эйе, һеҙ бик шәп тәрбиә методын - психология өлкәһендә киң билдәле нейролингвистик программалау алымын ҡулланғанһығыҙ.

Гөлназ Әхмәҙиева:
Тап шулай. "Ҡарағыҙ әле, уң яғығыҙҙа кем ултыра? Һулда кем? Ысынлап әйтәм, бер 10 йыл үткәс, улар менән бергә уҡыныҡ, тип, ғорурланып иҫкә алырһығыҙ", - тимен.
Нурия Моратова: Ул саҡта беҙҙең гимназияла "Лидер тәрбиәләү" тип аталған медиапрограмма яҙылды, ул республикабыҙҙа уҙғарылған конкурста 2-се урынға лайыҡ булды.
Гөлназ Әхмәҙиева: Гимназияла ошо программаға ярашлы "Гимназия президентын" һайлау акцияһы уҙғарыла торғайны, унда ысын һайлауҙарға хас булған күп нәмәләрҙе уҡыусыларыбыҙ үҙҙәре ҡулланырға өйрәнде. Ошо акция барғанда уҡыусыларыбыҙҙың әүҙемлеге бермә-бер арта барыуына үҙебеҙ шаһитбыҙ. Үҙенә күрә бер тормош мәктәбе итеп ҡарарға ла була быны.

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа полилингваль мәктәптәр асылыуы күҙәтелә. Ә ошо принцип беҙҙең башҡорт гимназияларында күптән бирле ғәмәлгә ашырыла була бит инде...

Гөлназ Әхмәҙиева:
Эйе, тап шулай. Ваҡытында гимназиябыҙҙа башҡорт теле аҙнаһына 4-5 сәғәт уҡытылды, рус һәм инглиз телдәренә лә иғтибар ҙур булды, ә гуманитар класс уҡыусылары икенсе сит ил телен - ғәрәп йә иһә төрөк телен һайлап алып өйрәнде. Методик алымдарҙы оҫта итеп ҡуллана алған уҡытыусыларыбыҙҙың эше һөҙөмтәле булды.

Әңгәмәбеҙ аҙағында Рәсәйҙә генә түгел, бөтөн донъя кимәлендә танылыу тапҡан Ишембай шашка мәктәбе тураһында ла мәғлүмәт биреү урынлы булыр.

Нурия Моратова:
Бына яныбыҙҙа Гөлназ Ғәфир ҡыҙы ултыра, ул ошо мәктәпкә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ул Ишембайҙа шашка мәктәбенең эшмәкәрлеген камиллаштырыу һәм үҫтереүгә тос өлөш индерҙе лә инде.
Гөлназ Әхмәҙиева: Мин 1982 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын тамамлағандан һуң Ишембайҙағы 2-се интернат-мәктәпкә эшкә килдем. 1992-1994 йылдарҙа директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булһам, 1994 - 2003 йылдарҙа гимназия-интернаттың директоры вазифаһын башҡарҙым. 2003 - 2005 йылдарҙа Ишембай ҡалаһы һәм районының мәғариф бүлеген етәкләргә лә тура килде. Ә төпкөлдәге артыҡ ҙур булмаған провинциаль ҡалала шашка спортының бик йылдам үҫеп китеүе Юрий Владимирович Черток исеме менән бәйле. Яңы ғына вуз тамамлаған йәш инженер Юрий Чертокты эшкә Ишимбай ҡалаһына ебәрәләр. Ул саҡтағы ҡала партия ойошмаһы секретары Уткин Олег Васильевич уның халыҡ-ара шашка спорты буйынса спорт мастеры, Ҡаҙағстан чемпионы икәнен белеп ҡала һәм Пионерҙар һарайы эргәһендә шашка буйынса түңәрәкте етәкләргә тәҡдим итә. Тренер булып эшләһә лә, үҙе лә төрлө ярыштарҙа ҡатнашыуын дауам итә, 1989 йылда - шашка буйынса РСФСР чемпионы, 1998 йылда халыҡ-ара спорт мастеры исеменә лайыҡ була, ә 1999 йылда Лондонда уҙғарылған Бөтөн донъя интеллектуаль Олимпиадаһының көмөш миҙалын яулай.
Бына шул данлы тренер бер көндә гимназиябыҙға килде, мине уҡыусыларҙы шашка уйнатырға өйрәтеүҙең ни тиклем файҙалы булыуына инандырҙы. Шашка уйынына әллә ниндәй финанс һалыу кәрәкмәй бит: шашка таҡталары, аҡлы-ҡаралы төймәләр һәм тренер булһа, бик тиҙ арала һәләтле спортсыларҙы үҫтереп була. Бында тағы ла бала үҫешенең психофизиологияһы менән бәйле бер мәғлүмәт иҫкә төштө: бала ҡулының ваҡ хәрәкәттәрҙе йыш башҡарыуы уның мейе эшмәкәрлеген дә әүҙемләштерә бит! Шулай итеп башланғыс кластарҙа шашка уйнау дәрестәрен индерҙек һәм гимназиябыҙҙа шашка клубы эшләй башланы. Черток беҙгә тренер ҙа тапты - спорт мастеры Александр Мельников шашка клубын етәкләне. Ысынлап та, шашка уйыны уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен тиҙ үҫтерә, үҙенсәлекле прогнозлау системаһын булдыра: ябай шашкасы уйындың нимәгә килтерәсәген 5-6 аҙымға алдан күрә алһа, беҙҙең чемпиондарыбыҙ уның бер юлы бер нисә вариантын алдан күҙаллай ала. Бына донъя чемпионы Айнур Шәйбәков бынан 20 йыл элек уйнаған матчтарын кисә генә уйнағандай итеп хәтерендә тота! Ә бер нисә тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина Ишембай шашка мәктәбенең данын бар донъяға танытты. Шулай уҡ Олеся Абдуллина, Әлия Әминова, Руфина Әюпова һәм башҡа шашкасыларыбыҙ ҙа ҙур уңыштарға өлгәште. Тағы ла бына нимә әйтер инем: шашка уйыны беҙҙең халҡыбыҙҙың психологияһына, менталитетына тура килә, сөнки тормошта беҙгә күҙәтеүсәнлек хас, ашыҡмайынса, уйлап, алдан күреп, баһалап эш итергә тырышабыҙ. Иң мөһиме бына ниҙә: шашка уйыны аша интеллектуаль кимәле үҫешкән уҡыусыларыбыҙҙың үҙ тормоштарында, ниндәй генә һөнәр һайламаһын, ҙур уңыштарға өлгәшеүенә шаһитбыҙ.

Шулай итеп, беҙ бөгөн 9 тиҫтә йыл дауамында меңәрләгән милләттәштәребеҙҙе оло тормош юлына сығарған, милли мәктәптәребеҙ араһында лайыҡлы юғары баһа алған һәм әлегә тиклем матур традицияларына тоғро булып ҡалған Ә.З. Вәлиди исемендәге гимназия-интернаттың педагогик коллективын, элекке һәм хәҙерге уҡытыусыларын, уҡыусыларын, ата-әсәләрен ошо мәғрифәт байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Һүҙ аҙағыннда ошо белем усағының баҡыйлыҡҡа күскән һәм әле лә иҫән-һау булған уҡытыусылары һәм шөһрәтле уҡыусыларының исем-шәрифтәрен барлап сығыу урынлы булыр:

Мәктәп директорҙары:

Ибраһим Арыҫланов, Вахит Мусин, Фәхри Буранғолов, Мөхәмәт Туҡтамышев, Ғабдрахман Хисмәтуллин, Мәфтуха Нагаева, Ләбиб Мәҡсүтов, Рәшит Мөхөтдинов, Ғәниулла Ҡәйепов, Миңлегәрәй Өмөтбаев, Гөлназ Әхмәҙиева, Әлфис Фәйзуллин, Ләлә Шәрипова.

Билдәле педагогтар:

Нурмөхәмәт Сөйәрғолов - филология фәндәре кандидаты, ғәрәп теле уҡытыусыһы, Гөлнур Аҙнабаева - педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Мәрйәм Солтанова - Рәсәй Федерацияһының һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, музыка уҡытыусыһы, мәктәп хоры етәксеһе.

Билдәле уҡыусылар:

Риф Мифтахов - билдәле шағир, Земфира Сәхипова - педагогия фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһы Педагогия фәндәре академияһы ағзаһы, Фирҙәүес Бәширова - шағирә, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Баязит Ғәлимов - БДУ проректоры, философия фәндәре докторы, Рим Йәнғужин - тарих фәндәре докторы, этнограф, БДУ профессоры, Суфия Ҡорбанғәлиева - РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, Асия Смаҡова - БР-ҙың халыҡ артистҡаһы, Вилләр Дауытов - Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры, БАССР журналистар союзы рәйесе, Хөсәйен Мәжитов - күренекле опера йырсыһы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, Шәмсиә Нагаева - йырсы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Ишембай сәнғәт мәктәбе директоры, Рәсүл Ғүмәров - "Ишембайнефть" НГДУ-һы начальнигы урынбаҫары, СССР-ҙың нефть сәнәғәте алдынғыһы, Рафиҡ Ғүмәров - инженер-нефтсе, дәүләт эшмәкәре, СССР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәте алдынғыһы, Ишембай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының беренсе рәйесе, Тәнзилә Хисамова - Башҡортостандың халыҡ артисы, Вельмир Аҙнаев - партия һәм дәүләт эшмәкәре, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролотайы депутаты, Наил Ҡотлогилдин - НПЗ директоры, "Салауаторгсинтез" ЯСАЙ-ының генераль директоры, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты, Хәләф Ишморатов - БР Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты, Римма Юлдашбаева (Мусина) - Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, Гөлсирә Дәүләтшина - РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Афзалетдин Иҫәнғолов - СССР дәүләт премияһы лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Марат Хәмиҙуллин - Социалистик Хеҙмәт Геройы, Әҡсән Хәмиҙуллин - Социалистик Хеҙмәт Геройы, Нурия Бикҡужина - БДУ профессоры, педагогия фәндәре докторы, Шамил Таһиров - медицина фәндәре кандидаты, БДМУ доценты, Радик Илебаев - техник фәндәр кандидаты, Рима Ниғмәтуллина - БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Рәмил Зарипов, Башҡорт дәүләт аграр университеты проректоры, фән кандидаты, Аэлита Миңнейәнова, педагогия фәндәре кандидаты, Ишембай халыҡ театры режиссеры, Зәкиә Фәйзуллина - БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Мәүлиҙә Закирова - БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Рима Шәһитова - Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, Тамара Танһыҡҡужина - ҡатын-ҡыҙҙар араһында шашка буйынса 7 тапҡыр донъя чемпионы, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 21 - 27 ноябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.11.25 | Ҡаралған: 27

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru