|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
ИНТЕРНАТЫМ, ҺИҢӘ ХӨРМӘТ, ҺИҢӘ ДАН!
|

Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының беренсе, икенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, 1995 - 2005 йылдарҙа БР Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Хәләф Хәлфетдин улы ИШМОРАТОВ 1976 йылда Ишембай ҡалаһының 2-се интернат-мәктәбен тамамлаған. Уның Башҡортостандың интернат тибындағы гимназия һәм лицейҙары хаҡындағы уй-фекерҙәрен гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
- Мин Бөрйән районының Яңы Уҫман ауылында тыуып үҫтем. Ауылыбыҙҙа башланғыс мәктәп кенә бар ине. Уны тамамлағас, атай-әсәйемдәр мине Ишембай ҡалаһының 2-се интернат-мәктәбенә ебәрергә булды, 1971 йылдан шунда уҡый башланым. Ишембай ул саҡтарҙа бөтә илгә танылған нефтселәр ҡалаһы булғас, йылдам үҫеш кисерә ине. Уҡыуҙар башланыу менән беҙҙе тәүге нефть вышкаһына экскурсияға алып барҙылар.
Класыбыҙҙа башлыса көньяҡ райондарҙан килгән балалар йыйылғайны, шулай ҙа бер класташыбыҙ әллә ҡайҙағы Салауат районынан килгәйне. Беҙ һәр саҡта ла бер-беребеҙгә ҡарата яҡшы мөғәмәләлә уҡыныҡ һәм йәшәнек. Башҡалар юбилей йылдарында ғына осрашһа, класташтарыбыҙ менән һәр йыл һайын йыйылышып, күрешеп торабыҙ. Бына быйыл да Ишембай ерендә осраштыҡ, Торатауға күтәрелдек, тирмә эсендә иркенләп һөйләшеп, хәтирәләребеҙҙе барлап ултырҙыҡ.
Уҡытыусыларыбыҙ ысын профессионалдар ине, бәлки, шуға күрәлер, байтаҡ ҡына ҡыҙҙарыбыҙ педагог һөнәрен һайланы. Ижад юлына баҫҡандарҙан Хәлиҙә Ҡотоева үҙенең шиғырҙар китабын сығарҙы, Салауат районының Арҡауыл ауылы ҡыҙы Гөлнур Һаҙыеваның да ижади ҡаҙаныштары бар. Уҡытыусыларыбыҙ араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары байтаҡ ине, уларҙың береһе - Әхсән Нуриәхмәт улы тарих фәненән уҡытты. Ул Сталинград янында барған яуҙарҙа ҡатнашҡан. "Сталинград фронтында шоколадҡа туйынып ҡалдыҡ",- тип һөйләгәне хәтергә уйылып ҡалған. Баҡтиһәң, немец авиацияһы ҡамауҙа тороп ҡалған Паулюс ғәскәрҙәренә самолеттарҙан парашюттарға беркетелгән ҡорал, аҙыҡ-түлек ташлай башлаған. Көслө ел сығып, ҡайһы бер парашюттар беҙҙең һалдаттарыбыҙ урынлашҡан позицияларға килеп төшә. Ҡайһы бер тоҡтарға немец шоколадтары тултырылған була.
Ғөмүмән, уҡытыусыларыбыҙ үҙҙәренең дәрестәрен тормош менән бәйләп алып барырға тырышты. Мәктәп директоры Ғәниулла Шәрифулла улы Ҡәйепов беҙҙе милли-патриотик рухта тәрбиәләү өсөн күп көс һалды. Ул Баймаҡ районы кешеһе, ваҡытында комсомолдың Баймаҡ райкомы секретары ла була. Ул һәр даим башҡорт балалары булғаныбыҙҙы иҫкә төшөрөп, халҡыбыҙға хас матур сифаттарға эйә булыуыбыҙҙы теләне.
Мәктәп-интернатта йыш ҡына төрлө күренекле шәхестәр менән осрашыуҙар уҙғарылып торҙо, ул саҡта талантлы йәш шағиҙар Рәми Ғариповты, Рауил Бикбайҙы, Сафуан Әлибаевты һоҡланып тыңланыҡ, сәнғәт әһелдәренән композитор Шамил Ҡолбарисов, йырсы Асия Смакова, баянсы Наил Ғәлиевтарҙың сығыштары яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы. Февраль айында, студенттарҙың каникулдары ваҡытында, элегерәк беҙҙең мәктәпте тамамлаған йәштәр менән осрашыуҙар күңелдәребеҙҙә яҡшы тәьҫораттар ҡалдыра, тырышып уҡып, улар һымаҡ студент булыу теләген тыуҙыра. Билдәле шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләү алымы бик һөҙөмтәле, уҡыусылар ошондай кешеләргә оло хөрмәт менән ҡарай, уларға оҡшарға тырыша. Мәктәбебеҙҙе тамамлаған күренекле шәхестәр менән беҙ ҙә ихлас ғорурлана инек.
Интернат тормошонда физик тәрбиәгә иғтибар көслө булды: иртә менән - физик күнекмәләр, спорт секциялары эшләй, беҙ бәләкәйҙән үк саңғы, еңел атлетика, волейбол буйынса ярыштарға теләп йөрөнөк, ә ҡалала уҙғарылған спорт сараларында мәктәп командалары йыш ҡына призлы урындарға лайыҡ булды. Хеҙмәт тәрбиәһенең ыңғай йоғонтоһон татып үҫтек: бүлмә иҙәндәрен үҙебеҙ йыуабыҙ, аҙнаға бер тапҡыр генераль йыйыштырыуҙа ҡатнашабыҙ. Көҙҙәрен Ишембай районы колхоздарына бәрәңге алышырға йөрөүҙе үҙебеҙҙең бурысыбыҙ итеп һананыҡ. Һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында Ишембай һәм Салауат ҡалаларының эре предприятиеларына экскурсияларға йөрөттөләр, сәнәғәттә ниндәй технологиялар ҡулланылыуын белеп үҫтек. Мәктәп-интернатты тамамлаусылар араһында нефтсе, нефтехимик, газовик һөнәрҙәренә эйә булыусылар байтаҡ булды. Беҙҙе һәйбәт итеп уҡыттылар ҙа, комплекслы тәрбиә лә бирҙеләр.
Башҡорт ауылдары элек-электән ҙурҙарҙан булмай. XX быуат башында ла ата-әсәләре балаларын сит ерҙәргә, ҙурыраҡ мәҙрәсәләре булған ауыл-ҡалаларға уҡытырға ебәргән, сөнки аң-белемгә ынтылыу халҡыбыҙға хас сифат. Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич, Ә.З. Вәлидиҙәр, бик күп башҡа башҡорт зыялылары мәҙрәсәләрҙә уҡып сыға. Шул уҡ Әхмәтзәки Вәлиди Ҡаҙан ҡалаһына атаһынан ҡасып тигәндәй китә, сөнки белемгә, фәнгә ынтыла. Төрки телдәренән башҡа, ғәрәп, фарсы, рус, немец, француз телдәрен өйрәнә, әгәр ҙә шулай булмаһа, Мешхед ҡалаһына барып, Ибн Фаҙлан яҙмаларын да таба алмаҫ ине. Батша Рәсәйендә башҡорттарға кәмһетеберәк ҡарағандар, гимназия белеме булмағандар бер нисек тә университеттарға инә алмаған. Шулай ҙа тап мәҙрәсәләр системаһының уңышлы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә башҡорттар араһындағы грамоталылыҡ кимәле иң юғарыларҙан була.
Совет осоронда мәктәп-интернаттар системаһы аша балаларға дөйөм белем биреү камиллаша бара. Әлеге ваҡытта ла заманса уҡыу һәм йәшәү шарттары булыуы, юғары квалификациялы педагогтар менән тәьмин ителеү гимназия-интернаттарҙы милли мәғарифыбыҙҙың йөҙөк ҡашы итә. Интернаттарҙа, ата-әсәләрҙән әллә ни күп финанслауҙы талап итмәйенсә, балаларҙы туҡландырыу, медицина ярҙамы күрһәтеү яҡшы ойошторолған. Матди яҡтан аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән килгәндәргә ташламалар ҙа бар. Әүәл финанс мөмкинлектәре етеш булмаған уҡыусылар мәктәп формаһы, аяҡ кейемдәре, ҡышҡы һәм йәйге кейем-һалым менән бушлай тәьмин ителгән, быны совет мәғариф системаһының ни тиклем гуманлы булыуына асыҡ дәлил итеп ҡарау фарыз.
Башҡорт гимназия-интернаттарын тамамлап сығыусыларға урта йәки юғары һөнәри белем алыу өсөн юлдар асыҡ. Төрлө сәбәптәр арҡаһында минең тиҫтерҙәремдең күбеһе ауылдарҙа тороп ҡалды, улар башлыса ауыл хужалығында ябай эштәрҙе башҡарҙы. Был да кәрәк, әммә төрлө һәләттәре булып та, уларҙы үҫтерә алмағандарҙың булыуы үкенес тойғоһон тыуҙыра. Етмәһә, уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында башланғыс һөнәри белем биреүсе ПТУ-лар күпләп юҡҡа сыҡты. Финанс ҡытлығына дусар булған "Востокнефтезаводмонтаж" предприятиеһы үҙенең ҡарамағындағы 28-се ПТУ-ны ябырға ҡарар итә. Ә уның базаһында лицей-интернат асып була бит! Тап шул саҡта Башҡортостанда интернат тибындағы яңы гимназиялар, лицейҙар асыу идеяһы хасил булды. Ул саҡтағы мәғариф министры Ф.Ғ. Хисамитдинова менән Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улына ошо хаҡта һөйләшергә индек, иҡтисади йүнәлештә белем бирәсәк лицей-интернат асыу кәрәклеген белдерҙек. М.Ғ. Рәхимов был идеяны хупланы. Һөҙөмтәлә 1996 йылда Республика иҡтисад интернат-лицейы эшләй башланы. Һуңынан уны Республика Башҡорт интернат-лицейы (элекке Башҡорт-төрөк лицейы) менән ҡушып, Республика инженер интернат-лицейы форматында үҙгәртеп ҡорҙолар. Был уҡыу йорто әле лә алдынғыларҙан һанала, уны тамамлаусылар республикабыҙҙың һәм Рәсәйҙең иң абруйлы юғары уҡыу йорттарында һөнәри белем ала. Беҙ бының менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалманыҡ, Красноусолда, Мәсәғүттә, Оло Ыҡтамаҡта, Нефтекамала яңы интернаттар астыҡ.
Рәсәй Мәғариф министрлығында "Рәсәйҙең алдынғы мәктәбе" тип исемләнгән яңы концепция әҙерләнә, уға ярашлы 12 элитар мәктәп асыу ҡарала. Ә бит Башҡортостанда ундай элитар дөйөм белем биреү учреждениелары - интернат тибындағы гимназиялар һәм лицейҙар күптән бирле һәм бик уңышлы эшләп килә. Беҙҙе провинцияға тиңләһәләр ҙә, Башҡортостан байтаҡ ҡына мәсьәләләр буйынса Рәсәйҙең күп өлкәләренән алда бара. Һис шикһеҙ, беҙҙең интернаттар системаһы киләсәктә лә яңы ҡаҙаныштарға өлгәшер, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә булышлыҡ итер, ә был - республикабыҙҙың иҡтисади, технологик һәм мәҙәни үҫешен тәьмин итеү өсөн иң мөһим шарттарҙың береһе.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 21 - 27 ноябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
|
Яҙылған: 20.11.25 | Ҡаралған: 23
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|