
Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында "Көнсығыш Европа, Себер һәм Төньяҡ-көнсығыш Азияның археологияһы һәм этнотарихы проблемалары" тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙғарылды. Сара Сергей Руденконың тыуыуына - 140 йыл һәм уның "Башкиры. Опыт этнологической монографии" тигән хеҙмәтенең баҫылыуына 100 йыл тулыуға бағышланды.
С.И. Руденконың башҡорт этнографияһын сағылдырған ғилми хеҙмәтенең бер өлөшө 1925 йылда баҫылып сыға һәм артабан, тулыландырып һәм ҡайтанан эшкәртелеп, 1955 йылда "Башкиры: Историко-этнографические очерки" исеме аҫтында донъя күрә. Әйтергә кәрәк, йөҙҙән ашыу Рәсәй халыҡтарының береһенең дә этнографияһына арналған ошондай ентекле һәм объектив ғилми хеҙмәт юҡ. Ошо хаҡта күренекле башҡорт этнологы Ринат Йосопов ошолай тип яҙғайны: "С.И. Руденконың ғилми ҡыҙыҡһыныу өлкәләренең ни тиклем киң булыуы иҫ китмәле. Танып белеүҙең ниндәй генә өлкәһендә эшләмәһен, этнографияламы, археологияламы, антропологияламы йә иһә гидрологияламы (ул техник фәндәр докторы була), ғалим шул тиклем нигеҙле итеп, тикшеренеү предметын тәрәндән белеп эш итә. Ғилми эҙләнеүҙәре менән Көньяҡ Уралды, Ҡаҙағстанды, Көнбайыш Себерҙе, Таулы Алтайҙы һәм Камчатканы арҡырынан буйға гиҙеп сыға. Уға Төркиә, Сирия, Палестина, Египет, Италия һәм Франция музейҙарында, уҡыу йорттарында һәм лабораторияларында үҙенең белемен камиллаштырырға насип була. С.И. Руденко бер нисә сит ил телен бик яҡшы белә. Ул үҙенә ни барыһы 25 кенә йәш булғанда Францияның Ниме ҡалаһында уҙғарылған Антропологтарҙың һәм этнографтарҙың халыҡ-ара конгресында Рәсәй вәкиле булып ҡатнаша. Үҙе иҫән сағында уҡ ул һәр тикшеренеүсе хыялланған фән үрҙәрен яулай, уның хеҙмәттәре Рәсәй этнологияһы фәненең алтын фондына инә. С.И. Руденконың тормошонда һәм ғилми ижадында Башҡортостан, башҡорттар, уларҙың үҙенсәлекле мәҙәниәте һәм этник тарихы айырым урын биләй. Ул башҡорттар араһында үҫә, уларҙың мәҙәниәтен белә һәм яҡшы аңлай, уларҙы "йөҙҙәренән" таный тип тә әйтергә була. Шуға күрә лә этнографик һәм антропологик материал йыйыу маҡсатында 1906 һәм 1907 йылдарҙа ойошторолған тәүге экспедицияһын башҡорттар араһында уҙғара. 1912 - 1913 йылдарҙа ул башҡорттарҙың физик типтарын өйрәнеү маҡсатында уларҙың барса тиерлек территориаль һәм ырыу-ҡәбилә төркөмдәрен йөрөп сыға, үҙенең публикацияларында ул осор өсөн бик яҡшы төшөрөлгән фотографияларҙы һәм үлсәү таблицаларын ҡуллана".
Данир Ғәйнуллин, Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры: "Был конференция Руденко уҡыуҙары тип тә нарыҡлана. Рәсәйҙең Владивостоктан алып Санкт-Петербургҡа тиклем бик күп төбәктәренән, Азия илдәренән, шул иҫәптән Ҡытайҙан, Ирандан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан килгән йөҙҙән ашыу ғалим (онлайн ҡатнашыусыларҙы ла индереп) Өфө ҡалаһының Евразия фәнни-белем үҙәгендә йыйылды. Беҙ ошо конференцияны күренекле рус һәм совет ғалимы С.И. Руденконың рухына бағышланыҡ, уны һәр ҡатнашыусы ҙурлап иҫкә алды. Уны беҙ башҡорт этнологияһының нигеҙ ташын һалыусы, тип та атай алабыҙ. Уның ғилми мираҫын өйрәнеү дауам итә, ул ентекләп, берәмләп йыйып алған этнографик коллекцияларҙы хәҙер баһалап бөткөһөҙ, сөнки әлеге ваҡытта беҙ ошондай һирәк осрай торған уникаль экспонаттарҙы бер нисек тә таба алмаҫ инек. Ә уның ғилми мәҡәләләре, монографиялары әлеге көндә лә актуаль, ул яңы быуын тикшеренеүселәре өсөн классик уҡыу әсбабына тиң. Руденко башҡорттарҙы ғына түгел, сыуаш, мари, мордва, хант, алтай халыҡтарының этнографик үҙенсәлектәрен тикшергән, Таулы Алтайҙа пазырык кургандарын тәүләп асҡан археолог та бит".
Андрей Владимирович Поляков, Санкт-Петербург ҡалаһындағы Рәсәй Фәндәр Академияһының Матди мәҙәниәт тарихы институты директоры, тарих фәндәре докторы, РФА профессоры: "Сергей Иванович Руденко - фәндәге бик олуғ шәхестәрҙең береһе, уның тикшеренеүҙәр диапазоны шундай киң һәм тәрән, шуға күрә уның мираҫын киләсәк быуын ғалимдары ла бик ҡыҙыҡһынып өйрәнәсәк. Ул Санкт-Петербург университетында физика-математика факультетының тәбиғи фәндәр бүлегендә уҡый, гидрология менән етди шөғөлләнә, репрессияға эләгеп, Беломор каналында гидроузелдар төҙөүҙә ҡатнаша, әммә гуманитар өлкә уны тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра башлай. Руденко, ғалим булараҡ, революцияға тиклемге фәндең академик мәктәбе һабаҡтарын үҙләштереп, классик тикшеренеүсе булып өлгөрә. Бына ул асҡан пазырык кургандары археология фәне өсөн үҙе бер сенсацион асыш була. Ә башҡорт этнографияһына килгәндә, ул бәләкәйҙән үк башҡорттар араһында үҫә, улар уның өсөн бик яҡын халыҡ була. Ул Харьковта тыуа, әммә Башҡортостан уның тыуған төбәгенә әйләнә, сит яҡтарҙа йөрөһә һәм эшләһә лә, бында йыш ҡайтып йөрөй, оҙайлы экспедицияларға етәкселек итә. Әйтергә кәрәк, ул олуғ ғалим ғына түгел: шул уҡ башҡорт халҡының яҙмышын һәм булмышын аң-зиһене һәм йөрәге аша уҙғара алған оло шәхес тә ул. Шуға күрә Башҡортостанда, Өфө ҡалаһында уның иҫтәлеген мәңгеләштереп, һәйкәл ҡуйыу ҙа урынлы булыр ине".
Николай Николаевич Крадин, тарих фәндәре докторы, РФА академигы, Рәсәй Фәндәр Академияһы Алыҫ Көнсығыш бүлегенең Алыҫ Көнсығыш халыҡтарының тарихы, археологияһы һәм этнографияһы институты директоры (Владивосток): "Сергей Иванович Руденко - бөйөк ғалим, фән өлкәһендә ул үҙе бер ҡабатланмаҫ шәхес. Техник фәндәр докторы була тороп, гуманитар фәндәр өлкәһендә шундай ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән башҡа бер ғалимды ла белмәйем. Тормошонда шундай ҡатмарлы шарттарға эләккән көйө иленә гидролог булараҡ хеҙмәт итә, ул тик шуның өсөн генә лә юғары баһаға лайыҡ. Иреккә сыҡҡас, ул үҙенең яратҡан өлкәһендә тикшеренеүҙәрен дауам итә, археологик ҡаҙыныуҙарҙа үҙенең техник белемдәрен һәм тәжрибәһен ҡуллана. Әйтергә кәрәк, ул осорҙа совет археологияһы ҡулланған технологиялар барса донъяла иң алдынғыларҙан һанала, ә бында С.И. Руденконың өлөшө бик ҙур - ул СССР Фәндәр академияһының Матди мәҙәниәт тарихы институтында 1953 - 1967 йылдарҙа археологик технологиялар лабораторияһын етәкләй. Ул бер үк ваҡытта теоретик та, ғәмәли тикшеренеүҙәр оҫтаһы ла булып таныла. Таулы Алтайҙа пазырык ҡурғандарын, Чукоткала боронғо Беринг ҡомартҡыһы булған Кивак торағын, Монголияла һундарҙың Ноин-Улу ҡурғандарында табылған артефакттарҙы тикшереп, номад (күскенселек) тәғлимәте буйынса етди һығымталарға килә. Руденконың ғилми хеҙмәттәрендәге һығымталар, идеялар һәр бер осраҡта ла ғәмәли эштәргә нигеҙләнеп яҙылған. Ә уның башҡорттарға арналған китабы хаҡлы рәүештә этнография өлкәһендә классик ғилми хеҙмәткә тиңләнә. Йәмғиәттәр, дәүләттәр бер урында тормай, XX быуат башындағы тормош менән XXI быуаттағы көнитмеш араһындағы айырма иҫ китерлек ҙур. Хәҙер беҙ яңы технологиялар заманында йәшәйбеҙ, әммә киләсәккә дөрөҫ ҡараш ташлар өсөн үткән тарихыбыҙҙы белеү кәрәк. Йәштәребеҙҙе тарих менән ҡыҙыҡһындыра алыу юлдарын табыу фарыз. Бына әле Өфөлә ойошторолған ғилми конференцияла төрлө этностарҙың боронғо тарихына, этнографияһына арналған сығыштар бар, бындай саралар фән өсөн бик мөһим. Шуға күрә С.И. Руденконың хеҙмәттәрен яңынан баҫтырыу бик урынлы булыр ине. Өфө ҡалаһында уға һәйкәл һалынһа, ул башҡорт тарихын, мәҙәниәтен бар донъяға танытҡан шәхескә тейешле йәмғиәт баһаһы итеп ҡабул ителер ине".
Шулай итеп...
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәләренә ҡараған халыҡ-ара саралар йыш уҙғарыла, Рәсәй төбәктәренән, сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтарҙы баш ҡалабыҙ ихлас ҡабул итә. Күркәм тәбиғәтле төйәгебеҙ тарихи ҡомартҡыларға бай, ә халҡыбыҙҙың боронғо мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусы ғалимдар артҡандан арта бара. Өфөлә ойошторолған ғилми конференцияларҙа бер тапҡыр булһа ла ҡатнашҡан ғалимдарҙы баш ҡалабыҙ магнит һымаҡ үҙенә тартып тора - һис шикһеҙ, улар алдағы йылдарҙа ла шундай күркәм сараларға бик теләп киләсәк.
Вәли ИҘРИСОВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 21 - 27 ноябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА