
... Аҡылынан ситкә киткән, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Алтындың бәхет килтермәүен раҫлаған мәҡәлдәр бихисап. Мәҫәлән, алтынға эйәргән юғалған, аҡылға эйәргән - юл алған, тип тә әйтәләр. Башҡортостанда башҡа ҡаҙылма байлыҡтар кеүек үк, алтын да киң таралған. Тормошомдоң бер осоронда минең үҙемдең дә был аҫыл металға туранан-тура ҡағылышым булды.
Байлыҡ аяҡ аҫтында ла ул
Донъя баҙарҙарында алтынға хаҡтар артҡанда-арта бара. Биржала ул көн һайын тигәндәй тарихи рекорд яңырта. 2025 йылдың 17 октябренә ҡарата алтындың троя унцияһы (31,1 грамы) 4300 долларға тиклем күтәрелде. Аналитиктар бының сәбәптәрен Ер йөҙөндәге сәйәси тотороҡһоҙлоҡта, сауҙа һуғышының киң ҡолас ала барыуында, инвесторҙарҙың ҡағыҙ аҡсаға ышанмауында күрә.
Алтын ул - ҡәҙимге металл, химик элемент. Үҙенең уникаль сифаттарына бәйле бик борондан аҡса, алыш-биреш номиналы рәүешендә сауҙа әйләнешендә йөрөй. Тимер, башҡа металдар шикелле тутыҡмай, һыу ғына түгел, хатта кислота ла уны алмай. Баҙыҡ һары төҫкә эйә, һуҙып, йәйеп, еңел генә төрлө форма биреп булғанға күрә уны борондан биҙәнеү әйберҙәре эшләү өсөн киң ҡулланғандар. Археологтар элекке замандан ҡалған ҡәберлектәрҙә шундай ҡомартҡыларға йыш юлыға. Өфөнөң археология һәм этнография музейында һаҡланған б.э. т. IV - V быуаттарға ҡараған донъяла тиңе булмаған уникаль сарматтарҙың алтын әйберҙәре генә ни тора бит!
Рәсәй үҙ алтынын тәү башлап беҙҙең Урал тауҙары приискаларында таба башлай. 1745 йылда бөгөнгө Свердловск өлкәһенең Березовск ҡалаһы янында алтын ятҡылығы асыла. Ә 1797 йылда бөгөнгө Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһы тирәһендә лә аҫыл металл эҙе булған мәғдәнгә юлығалар. Артабан Мейәс һәм Әй йылғалары үҙәнендә һибелмә алтын булыуы асыҡлана. 1814 йылда алтын бөртөктәрен ҡомдан айырыу ысулын камиллаштырыуға өлгәшәләр һәм ошо мәлдән Көньяҡ Уралда "алтын биҙгәге" башлана. Ул башлыса борондан башҡорттар йәшәгән тарихи биләмәләргә ҡағыла.
Мейәс йылғаһы буйындағы ятҡылыҡтар батша заманында уҡ меңәрләгән килограмм алтын бирә. Шул иҫәптән алты йөҙ самородок - ҙур дәүмәлдәге ҡиммәтле металл киҫәктәре табыла. Донъяла тиңе булмаған данлыҡлы "Ҙур өсмөйөш" самородогын 1842 йылда ҡаҙып алалар, уның ауырлығы 36 килограмм тарта. Мейәс йылғаһы буйында табылған 20 килограмдан ауырыраҡ самородок исеме тарихҡа билдәһеҙ башҡорт малайы иҫәбенә яҙылған. Был байлыҡтар Мәскәүҙә дәүләт Алмас фондында һаҡлана.
Хәҙерге Башҡортостан сиктәрендә алтын табыу эштәре тәүҙә бөгөнгө Учалы районына ҡараған ерҙәрҙә ойошторола. Ә Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил тарафтарында затлы металл мәғдәнен сығарыу революцияға тиклемге йылдарҙа данлыҡлы сәнәғәтселәр Рәмиевтар исеме менән бәйле. Әлбиттә, уларға тиклем дә алтын сығарылған. Тарихҡа Жемчужников, Гусятников, Голубев, Кибирев, Скворцов тигән фамилиялар аша ингән ул осор.
Ғаиләнең тау сәнәғәте буйынса кәсебен Ырымбур сауҙагәре ҡыҙы Хәнифә Әлмөхәмәт ҡыҙы Рәмиева башлап ебәрә. 1870 йылда ул Бөрйән олоҫо аҫаба башҡорттары менән приискылар өсөн ерҙе ҡуртымға алыу тураһында килешеү төҙөй. 1880 йылда приискыларҙы ире Мөхәмәтсадик Рәмиевҡа тапшыра. Артабан улар улдары Мөхәмәтзәкир һәм Мөхәмәтшакирға мираҫ булып күсә. Рәмиевтар хәҙерге Баймаҡ районы биләмәһенә ҡараған Ғәҙелша (Ғәҙелша шарлауығы янындағы бөткән ауыл) приискыһынан ғына яҡынса 52 бот, йәки 851,78 кг алтын сығара. Ошо уҡ район ерҙәрендә, Солтанкүл янында, Солтан приискыһы (бөгөнгө Күсей ауылы тирәһе) урынлаша. Унан 143 боттан ашыу, йәки 2,3 тоннаға яҡын алтын йыуып алалар.
Ғөмүмән, 1832 йылдан 1917 йылға тиклем республикабыҙ биләмәһендә 42 тоннаға яҡын алтын сығарыла. Үрҙә килтерелгән хаҡ менән, доллар курсын 80 һумдан һалып, уны бөгөнгө аҡсаға күсерһәк, 464 млрд һум була. Иҫ китмәле сумма! Сағыштырыу өсөн: 2025 йылға Баймаҡ районының бюджеты 2,3 млрд һум күләмендә ҡабул ителгән. Ике йөҙ тапҡырға аҙыраҡ!
Хәҙер бит алтын тағы ла күберәк табыла - йыл һайын 6 тоннаға тиклем. Асыҡ мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, бөгөн Башҡортостанда раҫланған алтын запасы 550 тонна тәшкил итә. Ғәҙәттәгесә, ул Учалы, Баймаҡ, Белорет, Хәйбулла, Әбйәлил, Бөрйән райондарында табыла. Разведкаланған 53 ятҡылыҡтың 17-һендә ҡаҙыу эштәре алып барыла.
Ат башындай алтын тапҡан да ул...
1992 йылда Баймаҡ районының Күсмей ауылы янында механизатор Радик Үтәғолов 4,788 кг ауырлыҡтағы самородок таба. Уны "Ирәндек айыуы" тип атайҙар. Хәҙер алтын Башҡортостан Милли музейында һаҡлана.
Был ваҡиға тураһында гәзит-журналдар күп яҙҙы. Шулай ҙа хәтер яңыртып китеү урынлы булыр.
"10 май тирәһе ине, буғай. Сәсеү эштәре барған саҡ. Сәскескә орлоҡ тултырған мәлдә тракторҙан ситтәрәк ерҙән сығып торған әйбергә иғтибар иттем. Еҙ металл киҫәге һымаҡ ине ул. Бер йыл элек ошо урында һыу һибеү ҡоролмаһы янып киткәйне, шунан ятып ҡалғандыр, тип уйланым. Алдым да, кабинаға һалдым. Алтын икәне башыма ла килмәне. Табылдығым ун көн тирәһе трактор кабинаһында йөрөнө. Бәлки, берәй нәмәгә кәрәгер, тигән уйҙа ишек алдына индереп ҡуйҙым. Күпмелер ваҡыт шунда ятты. Атайым элек эргәләге алтын приискыһында эшләне. Баяғы еҙ әйберҙе күргән дә минән: "Быны ҡайҙан алдың?" - тип һораны һәм уны тикшереп ҡарарға булды. Градусникты онтап, терегөмөшөн алды ла һары металдың бер осон уның менән ышҡырға тотондо. Шунан: "Был алтын да баһа!" тип иҫе китте", - тип һөйләй Радик Үтәғолов.
Хәбәр таралып китә. Күпмелер ваҡыт үткәс, Үтәғоловтар йортона капитан званиеһындағы милиционер килеп инә. "Һинме Радик? Тапҡан алтының ҡайҙа? Күрһәт!" - ти ҡәтғи төҫтә. Ул акт төҙөй һәм алтынды үҙе менән алып китә.
Ике йыл үткәс, алтын мажараһын билдәле башҡорт журналисы тағы күтәреп сыға, табыш өсөн бер тин дә түләмәүҙәре тураһында ла яҙа. Ошонан һуң Радик Үтәғоловҡа район финанс бүлеге аша 4,9 млн һум аҡса бирәләр. Уға ул ҡулдан 1975 йылда сыҡҡан "Жигули" автомашинаһы һәм телевизор һатып ала.
Табыусыға дәүләт, законға ярашлы, хазина хаҡының 25 процентын түләй. Ошоно иҫәпкә алып, һәр кем "Ирәндек айыуы" өсөн бөгөн күпме тейеш булыуын үҙе сығарып ҡарай ала.
Быйыл яҙыусы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулды. Ошо айҡанлы "Алтын юлағым" автобиографик романы китап булып донъя күрҙе. Әҫәрҙең тәүге бүлегендә тыуған ауылы Исмаҡай тирәһендә алтын йыуыуға бәйле ваҡиғалар ҙа һүрәтләнә. Атаһы: "Әрҙәнә әҙерләү эше ары торһон! "Большой ключ" тигән ерҙә алтын күпләп табыла, ти. Шунда барып, мин дә хазина эҙләргә тотонам!" - тип алтын приискыһына китә бәхетен һынап ҡарарға. Бер аҙ эшләгәс, етем үҫкән балаларына, һеҙгә яңы әсәй алам, ти ҙә, бер көн үҙенән утыҙ йәштәр самаһы кесе ҡатын менән ҡайтып инә. Тик ул аҙғын булып сыға. Бергә кәйеф-сафа ҡорған әхирәте: "Ҡарттың нимәһенә ҡыҙыҡтың? - тип һорай. "Үҙем дә аптырайым. Самарутка табып, алтын лавкаһынан бик күп ашамлыҡтар һатып алыуына ҡыҙыҡҡанмындыр, бәлки", - тип яуаплай ҡатын.
"Ауыл кәртәһенән сығырға ла өлгөрмәнек, беҙгә туған тейешле бер кешенең өйө янында күңел асҡан ауылдаштар төркөмөн күрҙек. Шау-шыу ҡубарып, улар ҡысҡырышты, таҡмаҡ әйтеп тыпыр-тыпыр бейене. Шуны күҙәткән күсер баш сайҡаны.
- Ай-һай, яман ҡылана бит туғанығыҙ! Өсөнсө аҙна буйы теттерә! Бағырашты буйында тапҡан самаруткаһын эсеп бөтмәйенсә туҡтамаҫ, ахыры!"
Романдағы ваҡиғалар үткән быуаттың 30-сы йылдарына ҡағыла. Ислам ҡануниәтенә ярашлы тәрбиә алған, әле дин тулыһынса тыйылмаған башҡорт ауылы кешеләрен алтын аҙғынлыҡҡа, эскелеккә этәрә шулай.
Законды - боҙоп, тәбиғәтте - тәләфләп
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Урал аръяғында алтын табыу эштәре туҡтаны. Сәбәбе илде ялмап алған дөйөм иҡтисади кризис ине. Хәл тотороҡлана башлағас, 10-сы йылдарҙа төрлө тарафтарҙан республикаға алтын эҙләүселәр ағыла башлай. Күпселек осраҡта улар "ҡара соҡоноусылар" ("черные копатели") була. Металл эҙләгес приборҙар, еңел машина арбаһына һыйышлы бәләкәй экскаваторҙар ярҙамында башҡорт ере байлыҡтарын үҙләштерҙе улар. Хәҙер ҙә килеп сығалар. Алтын бит, тәҡәт бирмәй, үҙенә тарта.
"Ҡара соҡоноусылар" артынан законлы теркәлгән ойошмалар тартыла Урал аръяғына. Тик улар ҙа, ерҙе аҡтарып һалып, тиҙерәк байырға ашҡына. Мәҫәлән, 2017 йылда Мәскәүҙә теркәлгән "Таналыҡ" ЯСЙ-е Баймаҡтан үрҙә Таналыҡ йылғаһы буйында эш башлай. Уға хужалары бер үк кеше булған, 2018 йылда Мәскәүҙә теркәлгән "Граф" ЯСЙ-те ҡушыла. Был компанияларҙың тәбиғәтте вәхшиҙәрсә исрафлауы, Таналыҡ йылғаһын бысратыуы халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Уларҙың эшмәкәрлеген туҡтатыуҙы талап иткән йыйындарҙа күпләп кеше ҡатнаша. Мәсьәләне аныҡлау һәм саралар күреү өсөн 2021 йылдың июнендә республика Башлығы указы менән Республика биләмәһендә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия булдырыла. 2022 йылдың ноябрендә Башҡортостандың Арбитраж суды "Таналыҡ" компанияһынан тәбиғәткә килтерелгән 604,8 млн һумлыҡ зыянды ҡаплатыу тураһында ҡарар сығара. Ә "Граф" компанияһына 823 млн һумлыҡ штраф һалына һәм, суд ҡарары менән, ҡаҙылма байлыҡтар табыуға рөхсәт биргән лицензияһы тартып алына. Боҙоуҙарға юл ҡуйған Учалы районында эшләгән "Альтинвест" һәм "Иремельбашресурс" компанияларына ла тау эштәре алып барыу тыйыла.
Ситтә нисек?
Үрҙә әйтеүемсә, минең үҙемдең дә алтынға ҡағылышым булды ғүмеремдең бер осоро.
1984 йылда, Мейәс геологоразведка техникумында уҡыуымды тамамлап, ҡулыма "Геология, мәғдән ҡаҙылма байлыҡтарын эҙләү һәм тикшереү" һөнәренә эйә булыу тураһында диплом алдым. Совет осоронда йәш белгес эшкә йүнәлтмә буйынса бара ине. Үҙем теләп Магаданға юлландым. Магадандың геология идаралығында мине Чукоткаға, "Севвостокгеология" берләшмәһенең Шмидт геологоразведка экспедицияһына йүнәлттеләр. Унда үҙ сиратында Полярный геологоразведка партияһына тәғәйенләндем.
Бөгөнгө көндә Полярный атамалы ҡасаба ил картаһында юҡ. 1995 йылда Рәсәй Хөкүмәте указы менән ул йәшәүҙән туҡтаған, баҡһаң. Быны белгәс, иҫ-аҡылым китте. Интернеттан ҡасабаның бөгөнгө хәлен һүрәтләгән фильм табып ҡараным - ҡот осҡос күренеш. Моғайын, Ер шарында әҙәм заты ҡалмаһа, уның йөҙө тағы ла меңәр йылдар Полярный кеүек емереклектәр майҙаны булып ятыр: аҡтарылған ер ҡыртышы, ярым емерек биналар, һерәйеп ултырған бағаналар, техника һөлдәләре, туҙрап ятҡан тимер-томор, элекке урамдың һыҙатын билдәләп теҙелеп киткән ҡаралты харабалары… Ахры заман күренештәре шулай булыр, моғайын.
Полярныйҙа биш меңгә яҡын кеше йәшәне. Ҡасаба Пильхинкууль йылғаһы буйында табылған бай алтын ятҡылығын үҙләштереү өсөн 1962 йылда төҙөлә башлай. Тау-байыҡтырыу комбинаты, геологоразведка партияһы, төҙөлөш һәм коммуналь хужалығы ойошмалары, урта мәктәп, дауахана, клуб гөрләп эшләй ине мин белгәндә.
Полярный геологоразведка партияһы алтын эҙләүгә махсуслашҡайны. Чукотка алтыны тарихы егерменсе быуаттың башына барып тоташа. Америка Аляскаһында "алтын биҙгәге" заманында, "алтын башмаҡ"тың башы Аляскала булһа, кәүҙәһе Беринг боғаҙы аша ятҡан Чукоткала, тигән фекер тыуа. Йәнәһе лә, унда болан көтөүсе чукчалар алтын төрөпкәнән тәмәке тарта. Ошо ҡотҡоға бирелеп ойошторолған экспедициялар һөҙөмтә бирмәй.
Үткән быуаттың 40-сы йылдарында совет геологтары алтынға бай пробалар йыуып алыуға өлгәшә. Был табыштарға ул осорҙа стратегик металл һаналған ҡурғаш эҙләү барышында юлығалар. Ҡурғаш ятҡылығы иһә, бөгөнгө Певек ҡалаһы тирәһендә асыла һәм уға нигеҙ һалыу өсөн сәбәп була. Ә алтынға килгәндә, Чукотка был йәһәттән перспективаһыҙ төбәк һанала, һәм махсус рәүештә алтын разведкаһы өсөн хөкүмәт аҡса бүлмәй.
1953 йылда ҡурғаштың яңы ятҡылыҡтарын эҙләүсе геологтар Ичувеем йылғаһында һәлмәк кенә тартҡан алтын тосо йыуып ала һәм Чукотка хужаһын кешеләргә үҙ байлыҡтары ишеген асырға мәжбүр итә. Певек ҡалаһы иһә шул ҡапҡаға илткән юл башы була.
Полярный комбинаты үҙ тарихында барлығы 300 тонна алтын йыуа. Уңышлы йылдарҙа күрһәткес 20 тоннаға тиклем барып етә. 1992 йылда 20 кг 336 грамм тартҡан самородок табыла.
Ул йылдарҙа һибелмә алтын (россыпное золото) ятҡылыҡтарынан сығаралар ине һары металды. Хәҙер Чукоткала шахта менән башлыса руда алтынын алалар. Йылына йәмғеһе 30 тоннанан ашыу алтын сығарыла. Чукоткала ҡайһы йылғанан проба алһаң да, алтындың эҙенә юлығаһың - "знак" тип аталған энә осондай ғына алтын ялтырауыҡтары табаһың. Шулай бай төбәк ул.
Тик... Полярный ҡасабаһы харабалары күҙ алдынан китмәй. Чукчалар еренә ҡайҙандыр килгән кешеләр алтын сығарған, тундраны аҡтарып һалған, йылғаларҙы бысратҡан һәм, ошо апокалипсис пейзажын ҡалдырып, "материк"ҡа ҡайтып киткән. Хәҙер нисектер, ул саҡта Чукоткала "материк" һүҙе илдең үҙәк төбәктәрен билдәләгән дөйөм атама була торғайны.
Урал аръяғы райондары халҡының бушҡа хәүефләнмәүенә ишара түгелме ни тәләфләнгән чукчалар тундраһы? Әйткәндәй, тундрала тракторҙың тимер сылбырҙары һалған эҙ илле йылда ғына саҡ уңала. Ҡайһы бер ғалимдар, бөтөнләй уңалмауы ла ихтимал, ти.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
"Граф" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштороусыға (Константин Хамуляк) һәм предприятиеның элекке өс етәксеһенә (Станислав Горбатенко, Владислав Кочетов һәм Руслан Вәлиханов) ҡарата енәйәт эше буйынса суд хөкөм ҡарары сығарылды, тип хәбәр итә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. Енәйәт эше материалдары буйынса, Мәскәү эшҡыуары ойошторған компания 2019 йылдың июленән 2020 йылдың октябренә тиклем Баймаҡ районының ауыл хужалығы ерҙәрендә законһыҙ алтын сығарыу менән шөғөлләнә. Эш башҡарыу ваҡытында 40 гектарҙан ашыу майҙанда тупраҡтың уңдырышлы ҡатламы зыян күрә, экосистемаға 67,5 миллиард һумдан ашыу зыян килтерелә.
Бынан тыш, 2023 йылдың майында Хамуляк, ФСБ хеҙмәткәре енәйәт эшен туҡтатыуҙа ярҙам итһен өсөн, 200 мең һум күләмендә ришүәт тәҡдим итә. Ришүәт биргән һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ҡағиҙәләрен боҙған өсөн Өфөнөң Киров суды ҡарары менән Константин Хамуляк ҡаты режимлы колонияла 9 йылға иркенән мәхрүм ителде, уға шулай уҡ 2 миллион һум штраф һалынды. Станислав Горбатенко, Владислав Кочетов һәм Руслан Вәлиханов, эш хаҡынан дәүләт файҙаһына 10 процент тотоу шарты менән, 10 айҙан ике йылға тиклем мәжбүри эшкә хөкөм ителде.
Рәсүл БАЙГИЛДИН.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 28 ноябрь – 4 декабрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА