|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
ӨС ЙЫЛҒА САТЫНДАҒЫ ҠАЛА, ЙӘКИ НИСӘ ЙӘШ ҺИҢӘ, ӨФӨ?
|

(Салауат Хәмиҙуллиндың видеофильмы буйынса)
Салауат Хәмиҙуллин: Шөғөр Күккүҙев һәм уның иптәштәре ҡала тарихында тәрән эҙ ҡалдырған. Быны Шугуровка йылғаһы ғына түгел, хәҙер ҡала кешеләре яратып ял иткән Салауат Юлаев исемендәге баҡса урынлашҡан ҡалҡыулыҡ та раҫлай: XVII-XVIII быуаттарҙа уны Шөғөр тауы тип атап йөрөткәндәр. Өфөнөң 300 йыллығын билдәләгән саҡта Николай Гурвич пафос менән ошолай тип яҙған: "…отнюдь не следует заключить, что юбилейный праздник города Уфы составляет торжество только христианского населения Уфы - отнюдь нет: оно торжество русских людей, верноподданных царя, и, конечно, в том числе магометан, а главное - башкир...".
Бер нисә тиҫтә йылдан һуң Өфө һәм ил тормошонда революцион үҙгәрештәр башлана. Әүәл ҡаланы нигеҙләү датаһы батша Александра II резолюцияһы менән раҫланған хәлдә лә ул элекке әһәмиәтен юғалта. Совет осоронда Александр-Нева часовняһы емертелә һәм 1886 йылда ҡаланың 300 йыллығын байрам итеүҙең төп матди дәлиле юҡ ителә.
Шулай итеп, ҡаланың иртә тарихы яңынан билдәһеҙгә әйләнә, һәм уны, волюнтаризмға барып, КПСС-тың Башҡортостан обкомының 1-се секретары Миҙхәт Закир улы Шакиров үҙе яҙҙырта: уның теләгенә ярашлы, иҫке, әммә легендар датаға - 1574 йылға кире ҡайтырға ҡарар ителә.
Рәмил Рәхимов: Шакиров ни өсөн ошо темаға тотонорға булған? Миҙхәт Шакиров, республика етәксеһе булараҡ, тағы ла бер ҙур байрам уҙғарырға теләй. Байрамға ҡунаҡтар саҡырыла, финанс сығымдары бүленә. Совет осоронда һәр бер сараны финанслау нормативтар буйынса башҡарыла, ул мотлаҡ рәүештә нигеҙләнеп, планға индереү өсөн СССР Госпланына мөрәжәғәт ителә. Быға тиклем дә төрлө юбилейҙар бер-бер артлы уҙғарылып тора: В.И. Ленин Өфөлә булып киткән, һәм уның 100 йыллығы 1970 йылда киң билдәләнә, 1972 йылда СССР-ҙың 50 йыллығы айҡанлы республика Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнә, 1975 йылда Бөйөк Еңеүгә 30 йыл тулыуҙы ла тантаналы рәүештә билдәләргә әҙерләнәләр. 1974 йылда Өфөлә сираттағы байрамды уҙғарыу СССР бюджетынан тейешле финанс сығымдары алыу йәһәтенән дә бик мөһим була. Һөҙөмтәлә Өфө ҡалаһы, СССР Юғары Советы Президиумының 1974 йылдың 27 ноябрендәге Указына ярашлы, Октябрь революцияһы орденына лайыҡ була. Президиум грамотаһында был награда ҡала хеҙмәтсәндәренең хужалыҡта һәм мәҙәни төҙөлөштә күрһәткән ҙур уңыштары, революцион хәрәкәттәге хеҙмәттәре һәм ҡаланың 400 йыллығы айҡанлы бирелә, тип яҙылған.
Салауат Хәмиҙуллин: Тик фән дә бер урында ғына тормай бит. 2006 йылда археолог Нияз Мәжитов ҡаланың Зәки Вәлиди, Пушкин, Яңы түшәлгән урам һәм Салауат Юлаев проспекты менән сикләнгән үҙәк өлөшөндә археологик ҡаҙыу эштәре алып бара, был объект Өфө-2 ҡаласығы исеме менән билдәле.
Дүрт метр тәрәнлегендәге мәҙәни ҡатлам, шулай уҡ бында табылған бай материал профессор Мәжитовҡа ошо археология ҡомартҡыһының тәүге осорон б.э. IV-V быуаттары менән бәйләп аңлатырға ерлек бирҙе. Үҙаллы, бер ниндәй ойошмаға ла буйһонмаған экспертизалар уның ошо осорҙа бында ҡала булыуы тураһындағы һығымтаһын раҫланы.
Сергей Боталов, тарих фәндәре докторы, РФА Урал бүлеге Тарих һәм археология институты Көньяҡ-Урал филиалының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре: Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов үҙ ваҡытында бигерәк тә ошо объектты өлөшләтә тикшереү һәм һаҡлау тураһында ҡарар ҡабул ителеү менән фәнгә бына тигән бүләк эшләне. Ҡаламы, түгелме, тигән һорауҙы ҡуҙғатмаҫҡа кәрәк: һис шикһеҙ, бында ҡала булған, ҡомартҡы материалдары ҡалаларға хас барса параметрҙарға тап килә. Был - Евразияның иң төньяҡ сигендәге ҡала. Бөгөн бында гигант күләмдә тип әйтерлек материал тупланған, ул тикшеренеүселәрҙең бер нисә быуынына етерлек.
(Дауамы. Башы 37-44-се, 46-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №47, 28 ноябрь – 4 декабрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
|
Яҙылған: 27.11.25 | Ҡаралған: 19
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Әле бына 1 декабрҙән 10-на тиклем ташламалы 905 һум 04 тингә яҙылып ҡалығыҙ ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә лә. Кило ярым ит, кило ярым кәнфит, кило ярым печенье хаҡы был. Уларҙы бер-ике ултырыуҙа ашҡаҙанығыҙ аша эшкәртеп бөтһәгеҙ, гәзит аша килгән хәбәрҙәр ярты йыл буйы йөрәгегеҙгә рухи аҙыҡ булып яғылыр, дәртләндерер, уйландырыр, бик күп һорауҙарығыҙға яуап бирелер.
Мөхәрририәт.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|