
Сибай институты йәшәй, үҫешә. Хикмәт Урал аръяғында бындай юғары уҡыу йортоноң берәү булыуында ғына ла түгел, аҡыллы, матур һәм үҙ эшенә, уҡыу йортона тоғро, тотороҡло уҡытыусылар коллективы тупланыуындалыр. Йылдағыса, институт директоры Илдар Сәлихйән улы ХӘМИТОВҡа уларҙың хәлен белешеп мөрәжәғәт иттек:
- Уҡыу йылы ығы-зығыһыҙ үҙ яйы менән башланып китте. Төп эшебеҙҙең ағышы йәйгеһен нисек эшләүебеҙгә бәйле. Ошо юҫыҡтан сығып ҡарағанда, ҡабул итеү комиссияһының эше һәйбәт булды, көндөҙгө бүлектәргә лә, ситтән тороп уҡыуға ла бик күп студенттар ҡабул иттек. Быйыл институтҡа түләүле уҡыуға килеүселәр һаны, беҙ көткәнгә ҡарағанда, күпкә артты. Биш йөҙ студент түләүле бүлектәрҙә белем аласаҡ. Бюджет урындары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә күп түгел, бер кимәлдә (150 урын) ҡалып килә, киләһе йыл артыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Йыл да ниндәй булһа ла үҙгәрештәр булып тора, уларға ыңғай ҡарарға кәрәк. Элек ситтән тороп уҡыуға октябрҙә ҡабул итә торғайныҡ, хәҙер бөтә абитуриенттар ҙа документтарын 20 июндән 25 августҡа тиклем тапшыра ала - бөтәһенә лә бер талап. Йоҡлап ҡалғандар сентябрь, октябрҙә, һеҙгә уҡырға инергә документтар тапшырырға мөмкинме, тип белешә башланылар. Ҡабул итеү тамам, тип кәйефтәрен ҡырырға мәжбүр булдыҡ. Был яңылыҡты беҙ уйлап тапманыҡ, бөтә Рәсәй буйынса быйыл шундай талап, ул уҡыу йорто өсөн бик отошло. Элек уҡыуҙар башланғас, ситтән тороп уҡырға теләүселәрҙе ҡабул итә башлау уҡытыу процесына мәшәҡәттәр тыуҙыра торғайны, сөнки был эш уҡытыусыларыбыҙ елкәһенә төшә ине. Ә былай күпкә һәйбәтерәк.
Быйыл технология факультетына күп килделәр - бер урынға өс кеше. Уларҙың күпселеге егеттәр, сөнки бөгөнгө көндә инженерҙарға ихтыяж ҙур. Бюджет урындары әҙ булғас, быйыл педагогика факультетына ла конкурс булды, элек бындай хәл күҙәтелмәй торғайны. Уҡырға инергә документ тапшырыусыларҙың иң күбе Сибай ҡалаһынан һәм Баймаҡ районынан, шунан, ғәҙәттәгесә, Хәйбулла, Әбйәлил, Йылайыр райондарынан киләләр. Бөрйәндәр йылына ҡарап ҡуҙғала шикелле, быйыл ул яҡтан уҡырға теләүселәр бөтөнләй булманы.
Беҙҙең институтта медицина йүнәлеше буйынса ла уҡытыу зарурлығын тәү башлап республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров күтәреп сыҡты. Был теләген ул Урал аръяғы район башлыҡтарына, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректорына, Мәғариф министрлығына еткерҙе. Сибайҙа махсус урта белем биреүсе медицина колледжы бар, әммә Өфөлә, йә Силәбелә уҡып, юғары белем алған белгестәр тыуған яҡтарына ҡайта һалып бармай. Беҙ иң тәүҙә медицина университеты ректоры Валентин Николаевич Павлов менән һөйләшеп, филиал асырға кәңәшләштек, әммә бының өсөн бик күп йыһаз, бина кәрәк. Ярай, уҡыу урындары табырға була, ә бына кадрҙар менән йыһаз мәсьәләһен тиҙ арала хәл итеп булмай. Уҡытыусыларҙы медицина колледжынан да саҡырыу мөмкинлеге юҡ. Медицина университеты менән килешеү төҙөнөк: улар үҙҙәренә студенттар йыялар ҙа, Урал аръяғы райондарынан барған беренсе курс студенттары иҫәбенән теләгәндәрен Сибай институтына уҡырға ебәрәләр. Уртаҡ эшмәкәрлек тураһында килешеү буйынса студенттар беҙҙә бер йыл уҡыйҙар ҙа, икенсе йылына кире Өфөгә китәләр. Ике йыл уҡытырға, тигән уй ҙа булғайны, әммә 2-се курста махсус фәндәрҙән уҡытыу башлана, бының өсөн медицина буйынса фән докторҙары кәрәк, Сибайҙа ундай мөмкинлек юҡ. Ә беренсе курсты үҙебеҙҙең кадрҙар менән уҡыта алабыҙ. Шулайтып, әлегә ун биш студенттан торған тәүге төркөмдө дауалау һәм педиатрия буйынса уҡыта башланыҡ. Ҡабатлап әйтәм, кемдәр теләй, шулар ғына килделәр, улар бөтәһе лә Урал аръяғы райондарыныҡы. Икенсе сентябрҙә Өфөлә беренсе курстарҙы йыйҙылар. Унда университет проректоры, декан, беҙ ҙә булдыҡ. Һөйләшеүҙән һуң Урал аръяғы райондарынан килгән 40 студенттың ун бише беҙҙең институтта уҡырға теләк белдерҙе. Улар, Сибай ҡалаһы, Әбйәлил, Баймаҡ районы вәкилдәре. Практик дәрестәргә был студенттар Сибай медицина колледжына йөрөйәсәктәр. Был эш яңы башланып тора, күптәр, бәлки, белмәй ҙә ҡалғандыр. Был башланғыстың перспективаһы бар, сөнки икенсе курсты ла бында уҡыта башлаһаҡ, профессорҙарҙы йәлеп итһәк, Урал аръяғын врачтар менән тәьмин итеү маҡсаты яйлап тормошҡа ашырыласаҡ.
Былай ҙа юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү балын юғары күтәрергә кәрәк, тигән фекерҙәр ишетелеп ҡуя. Улай булһа, юғары белем алыусылар һаны кәмейәсәк. Сер түгел, балаларҙың 65-70 проценты туғыҙынсы кластан һуң унынсы класҡа килмәй. Сәбәбе - Берҙәм дәүләт имтихандарынан ҡурҡалар. Етмәһә, киләһе йылға тағы үҙгәреш булырға тора: колледждарҙан һуң юғары уҡыу йорттарына килгән абитуриенттар шулай уҡ БДИ тапшырырға тейештәр. Быға тиклем беҙ уларға Берҙәм дәүләт имтиханы үткәрмәнек, әңгәмә (собеседование), тестар үткәреп ала инек. Әлбиттә, профиль буйынса тура килгәндәргә был яңылыҡ ҡағылмай. Мәҫәлән, педколледж бөткән абитуриент киләсәккә юғары белемле уҡытыусы һөнәрен һайлаһа, Берҙәм дәүләт имтиханы бирмәй. Колледж бөткәндәр өсөн һис шикһеҙ БДИ биреү ауырға тура киләсәк, сөнки унда мәк-тәптәрҙәге кеүек әҙерлек юҡ. Ни булһа ла, башта әйткәнемсә, яңылыҡтарға ыңғай ҡарарға кәрәк.
Уҡыуҙар башланды, йылдағыса, төрлө саралар үтә. Быйыл беҙҙең институт ойошторолоуға 35 йыл! 5 декабрҙә тантаналы рәүештә юбилей сараһы үтәсәк. Төрлө яҡтан ҡунаҡтар саҡырабыҙ, сығарылыш студенттары киләсәк.
Ә буласаҡ абитуриенттарға, ата-әсәләргә әйтер һүҙем шул: хәҙер бөтә документтар ҙа электрон рәүештә ҡабул ителә, теләүселәр үҙҙәре институтҡа килеп тапшыра, йә быны махсус суперсевис аша эшләргә мөмкин. Элеккеләй күҙмә-күҙ ҡарап һөйләшеү юҡ, әммә бының файҙаһы мобиллектә. Колледж бөткәндәр тесты онлайн форматта тапшыра. Бер ҡатмарлыҡ бар: мәҫәлән, абитуриент документтарын биш урынға тапшырып, берәүһенә ризалыҡ белдерһә, күптәр шул процедураны тиҙ генә эшләргә ашыҡмай. Шуға күрә юғары уҡыу йорттарының сайттарынан уларҙың рейтингтарын күҙәтеп барырға кәрәк. Документтарымды тапшырҙым - булды, тип, саҡырыу көтөп ятыу кәрәкмәй. Элек саҡырыу була торғайны, ә хәҙер бөтә шарттар автоматлаштырылған. Был үҙгәрешкә лә ыңғай ҡарарға кәрәк. Сибай институты үҙенең буласаҡ студенттарын көтә - бергә булайыҡ!
Шулай итеп...
Һөйләшкән ваҡытта Илдар Сәлихйән улы абитуриенттарҙы, студенттарҙы балалар тип атай. Бындай йылы мөнсәбәт, минеңсә, күп нәмә тураһында һөйләй. Тимәк, ғаилә йылыһы бөркөп торған юғары уҡыу йортоноң киләсәге бик өмөтлө. Юғары белемде инҡар итеүселәргә, юғарынан алыҫыраҡ күренә, тип әйтке килә.
Радик ӨМӨТҠУЖИН
яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 28 ноябрь – 4 декабрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА