«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

2026

Ғинуар
   01 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕН БЕЛҺӘҢ ТӨРКИ ХАЛЫҠТАРЫ АРАҺЫНДА ҮҘ КЕШЕ БУЛАҺЫҢ
+  - 


Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, "Ватандаш" журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева МДУ-ны тамамлағандан алып, бар ғүмерен журналистикаға арнаған шәхестәрҙең береһе. Үткән йылда "Әйтер һүҙем етһен кешеләргә" тип аталған күләмле йыйынтығының донъя күреүе ошо өлкәләге хеҙмәттәренең бер сағылышы булып тора. Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА ҙур маҡсаттар менән янып йәшәй һәм шуларҙы тормошҡа ашыра, башҡорт журналистикаһын үҫтереүҙә, байытыуҙа һөҙөмтәле эштәр алып бара. Тәжрибәле белгескә, етәксегә һәм йәмәғәт эшмәкәренә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Алған профессионал белеме буйынса эшләгәндәр үҙҙәренә ошо йүнәлештә белем биргән юғары уҡыу йортон, ғәҙәттә, тәрән ихтирам менән иҫкә алалар. Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы, Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетында алған өс төп тормош һабағын атап китегеҙ әле.

- Хоҙайҙың бер бүләге тип ҡабул итәм мин Мәскәү дәүләт университетында уҡып сығыуымды. Илдең иң төп уҡыу йорто биргән һабаҡтарҙы айырым-айырым атап бирә лә алмамдыр. Сөнки ундағы мөхит беҙҙе үҙе үҫтерҙе һәм тәрбиәләне. Беҙ, Советтар Союзының союздаш һәм автономиялы республикаларынан йыйылған студенттар, бер төркөмдә уҡыныҡ. Көндәлек аралашыуыбыҙ төрлө милләттәрҙең мәҙәниәте менән танышыу һәм өйрәнеү ине. Төркмән, ҡырғыҙ, абхаз, тажик, азербайжан дуҫтарыбыҙҙың байрамдарында, тыуған көндәрендә ҡатнашыу, йыр-бейеүҙәрен тыңлау һәм күреү, ризыҡтарын ауыҙ итеү беҙҙе донъя мәҙәниәте тигән иҫ китмәле оло хазинаға яҡынайтты. Ул ваҡытта Мәскәүҙә төрлө республика көндәре үтә торғайны. Молдавия көндәрендә үҙем яратып ҡараған "Цыган" фильмында төп ролде башҡарған актер Михай Волонтирҙы күреп, Тажикстандың бөтә донъяға билдәле "Зебо" балалар бейеү ансамбленең сығыштарын ҡарап, хайран ҡалып ултырғаным бөгөнгөләй хәтеремдә.
Беҙ күмәкләп ошондай кисәләргә, театрҙарға, күргәҙмәләргә йөрөнөк, тыуған көндәрҙе бергәләп үткәрҙек. Ҡалмыҡтарҙың тоҙло сәйҙәрен эсеп, төркмән егеттәренең иҫ киткес тәмле былауын ашап ҡунаҡ булғандан һуң, мин дә үҙебеҙҙең милли ризыҡтарыбыҙҙы бешереп, тыуған көн үткәргәйнем. Әсәйем посылка ебәрҙе, һалма, ҡорот, ҡыҙыл эремсек һалғайны, ҡайҙандыр бал да таптыҡ, сәк-сәк бешерҙек.
Башҡа халыҡтар араһында йәшәү үҙаңды үҫтерә, рухты күтәрә бит ул. Һин үҙең генә булыуҙан туҡтап, тыуған республикаңдың лайыҡлы вәкиле, туған халҡыңдың лайыҡлы ҡыҙы булырға тырыша башлайһың. Бына ошондай ҙур яуаплылыҡ та йөкмәтеп ҡайтарҙы Мәскәү.
Журналистика факультеты Ҡыҙыл майҙан менән йәнәш кенә урынлашҡан, берәй сәбәп менән дәрестәр булмаған саҡта беҙ гел шунда йөрөй торғайныҡ. Ә унда һәр ваҡыт халыҡ шығырым тулы, сит илдәрҙән күпләп киләләр, Ленин мавзолейына таңдан алып сиратҡа торалар. Ошолар барыһы ла ил тойғоһо, интернационализм тойғоһо тәрбиәләмәй ҡалмай, әлбиттә.
Уҡытыусылар менән студенттар араһында демократик мөнәсәбәт булды, профессорҙарҙың ихтирамлы ҡарашы, ябайлығы һоҡландыра торғайны. Дәрескә йөрөмәүселәргә ҡарата бер ниндәй ҙә санкциялар ҡулланылманы. Уҡыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар, әммә сессияны бирә алмайһың икән, үҙеңә үпкәлә. Бына ошолай үҙ иркеңә ҡуйылыу маҡсатыңды анығыраҡ билдәләргә өйрәтә, көндәлек тормошоңдо файҙалыраҡ итеп ойоштороу тураһында уйландыра. Беҙҙең факультеттан Рәсәй журналистикаһының сағыу вәкилдәре (Владислав Листьев, Инна Руденко, Татьяна Миткова, Аркадий Мамонтов, Ирина Лесневская, Елена Масюк һ.б.) сығыуын мин ана шул бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалмаҫҡа тырышыуҙан киләлер, тип уйлайым. Мәскәүҙә булырға тура килгән һайын факультетҡа барып китергә тырышам. Былтыр мине унда диссертация советы ултырышына саҡырҙылар. Анна Гладкова исемле доцент докторлыҡ диссертацияһы яҡланы. Беҙ уның менән мин БДУ-ның журналистика кафедраһын етәкләгән саҡта танышҡайныҡ. Бергәләп "Рәсәй этник матбуғат саралары атласы"н төҙөүҙә ҡатнаштыҡ, мин Башҡортостан тураһында бүлекте әҙерләнем. Әле Анна Александровна этник матбуғат темаһын Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан республикалары миҫалында өйрәнеп, яҡлауға сыҡты. Мин уға үҙебеҙҙең республиканың матбуғат саралары хаҡында материалдар менән ярҙам иттем.
Диссертация советында фекер алышыуҙа ҡатнашыуымды һәм милли баҫма етәксеһе булараҡ сығыш яһауымды һоранылар. Форсаттан файҙаланып, иң тәүҙә факультетыбыҙға рәхмәтемде белдерҙем, уның китапханаһына үҙемдең студенттар өсөн яҙылған уҡыу әсбаптарымды бүләк иттем. Уңышлы яҡлауы менән ҡотлап, Гладковаға "француз" яулыҡ бүләк иттем. Яулыҡтың тарихын Мәскәү профессорҙары бик ҡыҙыҡһынып тыңланы, рәхмәт әйттеләр. "Сығышығыҙ рәсми сарабыҙға бер биҙәк булды", - тинеләр.
Күрәһегеҙ, факультет менән бәйләнешем өҙөлгәне юҡ. Әле беҙ бергәләп журналист эшендә нейроселтәрҙәрҙе ҡулланыу темаһына тотондоҡ. "Беҙ" тиһәм дә был минең өсөн өҫтәлмә эш кенә, әлбиттә. Илдең иң төп юғары уҡыу йортонда алып барылған ғилми тикшеренеүҙәрҙән Башҡортостан ситтә тороп ҡалмаһын тип тырышам.

Ниндәй ул бөгөнгө журналистика? Публицистика жанрына унда урын бармы? Әллә тормош талаптары ла үҙгәрәме?

- Бөгөн журналистика ныҡ үҙгәрҙе. Нейроселтәрҙәр ярҙамында текстар яҙыла, төҙәтелә, һүрәттәр төшөрөлә. Классик журналистика жанрҙары юҡҡа сыҡты, улар урынына тиҙ уҡыла торған, күҙ йүгертеп кенә алыуға ҡулайлаштырылған форматтар, подкастар барлыҡҡа килде.
Яһалма интеллект ярҙамында мәҡәлә яҙған, текстарҙы мөхәррирләгән кешеләр уның өҫтөнлөгө хаҡында һөйләй. Айырыуса эштең тиҙ башҡарылыуы, ваҡытты күп алмауы уңайлы, тиҙәр. Был көндәлек ваҡ хәбәрҙәр яҙыу өсөн яҡшы, әлбиттә. Петербургта үткән иҡтисад форумында хатта журналист яҙған мәкәләгә махсус билдә ҡуйырға кәрәк буласаҡ тиҙҙән, тигән фекер ҙә яңғыраны. Әммә нейроселтәр хис-тойғоларҙы сағылдыра алмай. Ә журналистика ул ҡоро һандар һәм факттар ғына түгел, унда кисерештәр, тәьҫораттар ҙа бар.
Сентябрҙә Сочила үткән "Бөтә Рәсәй" форумында ошолар хаҡында һөйләшеүҙәр күп булды. Хәҙер редакциялар гәзит-журнал сығарыуҙан тыш, мессенджерҙарҙа эшләй, аккаунттар алып бара. Ҡайһы берҙә төп иғтибар шуларға йүнәлтелеп тә китә. Ә бит улар икеһе ике нәмә. Әйтәйек, "Ватандаш" журналы менән уның "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһе бер-береһен ҡабатламай.
Мәғлүмәт технологияларының үҫеше дөйөм журналистикаға йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Уҡыусыға ҡыҫҡа ғына хәбәрҙәр, бәләкәй генә тарихтар кәрәк, уларҙы видео аша ҡабул итергә яраталар. Тәрәндән эҙләнеп, проблеманың төбөнә төшөргә тырышып яҙған журналистар хәҙер юҡ кимәлендә, публицистика жанры онотола бара.

Йәш журналистар өсөн бөгөн иң ауыр проблема нимәлә? Ғөмүмән, йәштәр журналистиканы үҙ итәме?

- Бөгөнгө матбуғатта йәш журналистарҙың булмауы - иң ауыр проблема. Айырыуса милли матбуғат баҫмаларында. Йыл һайын университеттан журналистика буйынса нисә дипломлы белгес сыға, ә Матбуғат йортона берәү ҙә килмәй. Радио-телевидениеға бара бер нисәүһе, ҡалғандары нимә менән мәшғүлдер - әйтә алмайым. Яңыраҡ Дәүләт Думаһында бер закон проекты ҡаралды. Унда медицина университеттарын һәм колледждарын тамамлаусылар өс йыл мотлаҡ һөнәре буйынса эшләргә бурыслы, тиелә. Дауаханаларҙа табиптар етешмәгәнлектән эшләнә был. Беҙҙең өлкәлә лә шундай закон кәрәк.
Яңыраҡ ҡына беҙ, баш мөхәррирҙәр, Башҡортостан Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина менән осрашыуҙа кадрҙар, вуздарҙа журналист булырға теләгәндәр өсөн бюджет урындары булдырыу, уҡып сыҡҡандарҙың һөнәре буйынса эшкә барыуын контролдә тотоу мәсьәләһен күтәрҙек. Мотлаҡ дәүләт кимәлендә хәл ителергә тейешле был мәсьәлә.

Мәскәүҙә уҡығанда төрлө милләт вәкилдәре менән аралашыу бәхете тейә. Бөгөн улар менән бәйләнеш бармы? Бер-берегеҙгә бөгөн нимә менән ҡыҙыҡлыһығыҙ, йәки файҙалыһығыҙ?

- Бәйләнеш хәҙер юҡ тигәндә лә була. Сөнки төркөмдәштәребеҙҙың күбеһе сит илдәрҙә ҡалды. Рәсәйҙә хәҙер тыйылған фейсбук, инстаграм кеүек социаль селтәрҙәр аша аралаша торғайныҡ, хәҙер ул да өҙөлдө. Ике йыл элек Абхазияла йәшәгән Инна Өфөгә килеп китте. Ул телевидениела эшләй. Уның аша Саида исемле группалашыбыҙҙың грузиндар менән 1992-1993 йылдарҙа булған бәрелештә һәләк булғанын ишеттек. Әбүлфәт менән Бакуҙа күрештек. Уҡып бөткәндән һуң ул оҙаҡ йылдар Ҡарабахта хеҙмәт иткән, бик һуң ғына төп һөнәренә ҡайтып, хәрби гәзиттә эшләне. Старостабыҙ Мушег Овсепян һәм тажик Пулод Гаджиев менән аралашыуыбыҙ фән тирәләй барҙы. Мушег Ереван дәүләт университетында кафедра мөдире ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йыл элек китеп барҙы. Пулод Урта Азиялағы боронғо ҡалаларҙың береһе Худжанд ҡалаһында (элегерәк Ленинабад тип аталды) университетта уҡыта, видеобәйләнеш аша ул ойошторған фәнни-ғәмәли конференцияла ла ҡатнашҡаным булды. Бер дуҫыбыҙ Ҡырғыҙ телевидениеһында етәксе булып эшләй, төркмән ҡыҙҙары университетта уҡыта. Яйы тура килгәндә бер-беребеҙгә сәләмдәр, күстәнәстәр ебәрергә тырышабыҙ.
Тиҙҙән университетты тамамлауыбыҙға 40 йыл була, Мәскәүҙә бер осрашып алырға ине, тигән ҙур теләк бар.

Йәш быуында рухиәтебеҙгә, тарихҡа ихтирам тәрбиәләү - һәр саҡ көнүҙәк. Туған телдә иркен һөйләшкән быуын, тигән саҡта ла, уйланырға тура килә. Балаларығыҙ туған телде яҡшы беләме? Бөгөнгө йәштәргә нимә кәңәш итер инегеҙ?

- Аллаға шөкөр, балаларым туған телебеҙҙә иркен аралаша. Башҡорт телен белеүҙең өҫтөнлөгө бар икәнен эштәрендә лә тойҙолар. Икеһе лә Мәскәүҙә юридик компанияларҙа эшләй.
Ҡыҙыбыҙ Гөлнәзирәнең Төркиәләге ҡыҙығын һөйләйем әле. Унда оҙайлы командировкала булып ҡайтҡайнылар. Компанияларынан өс кеше барҙылар. "Тәүге мәлдә өсәүләп магазинға барып инәбеҙ, коллегаларым һатыусылар менән инглизса һөйләшә, ә мин ҡарап йөрөйөм: икмәк - екмек, һыу - су, дәфтәр - defter. Барыһы ла беҙҙеңсә тиерлек, тип уйлайым. Бер көндө тағы эштән һуң магазинға ингәйнек, русса ла, инглизса ла белмәгән һатыусы тура килде. Беҙҙекеләр нисек аңлатырға белмәй торғансы, мин тоттом да башҡортсаға төрөксә ҡушып һөйләй башланым. Аҙаҡ миңә "Телдәрен белгәнеңде нишләп баштан уҡ әйтмәнең?" - тип аптыранылар".
Ике айҙан эштәрен тикшерергә Мәскәүҙән ҙур ғына етәкселәре барып төшә. Ҡаршы алалар, бергәләп ашап-эсеп, һөйләшеп ултыралар. Һуңынан отелгә ҡайтырға такси саҡырталар. Таксистың да төрөксәнән башҡа тел белмәүе асыҡлана. "Гөлнәзирә, һин, давай, алға ултыр ҙа юлды үҙең аңлат", - тип, коллегалары артҡа инеп ултыра. Текә генә хужаларына ла шунда тығылыуҙан башҡа сара ҡалмай. Барып төшкәс, беренсе һорауы шул була: "Гөлнәзирә, һеҙ ике ай эсендә нисек төрөксә өйрәндегеҙ?" Шулай итеп, башҡортса белеүҙең өҫтөнлөгөн дә, файҙаһын да тулыһынса тойоп, аңлап ҡайтты ҡыҙыбыҙ.
Улыбыҙ Байрас та "Индустар менән һөйләшеүгә мине ебәрергә тырышалар. Сөнки уларҙың акценттары яман, инглизса һөйләгәндәрен башҡалар аңлай алмай, башҡортса белмәһәм, миңә лә ҡыйын булыр ине", - тигәне бар. Бына шулай, балаларыбыҙ туған телебеҙҙе һаҡлаһа, телебеҙ уларҙың үҙҙәрен үҫтерә.
Йәштәргә шуны әйтер инем. Донъя ныҡ үҙгәрҙе хәҙер. Европа илдәренән Көнсығышҡа йөҙ борҙоҡ. Ер йөҙөндә 250 млн кеше төрки телдәрендә һөйләшә, тимәк, башҡорт телен белһәң, Азияла, Көнсығыш Европа илдәрендә һин үҙ кеше була алаһың, тигән һүҙ. Туған телде белергә кәрәк!

Тормош гел эш мәшәҡәттәренән генә тормай. Ял да - илһам сығанағы, ҡайҙа ял итергә яратаһығыҙ?

- Ял көндәрем минең баҡсала үтә. Шунда булышып, ерҙә соҡоноп йөрөргә яратам. Эштән арып, мунса төшөп ҡайтыу иң ҙур ял минең өсөн.
Оҙайлы ялдарға килгәндә, йәй үҙебеҙҙә матур. Башҡортостанда булабыҙ, тыуған яҡҡа ҡайтабыҙ. Бер нисә йыл элек Талҡаҫ буйындағы Иҫән ауылында өй һалдыҡ - барғы килеп кенә тора.
Ә инде мөмкинлек булғанда сит илдәргә сығып, донъя күреп килергә тырышабыҙ. Гөлнәзирә Төркиәлә булғанда Стамбулға барҙыҡ, Байрас Үзбәкстанда эшләгәндә Ташкентҡа барып, Сәмәрҡәнд, Бохара ҡалаларын да күреп ҡайттыҡ. Ҡытайҙа, Мысырҙа, Ғәрәп Әмирлектәрендә, Кипрҙа, Грецияла, Черногорияла, Чехияла, Болгарияла булғаным бар. Ситтә күберәк булған һайын шуға нығыраҡ инанам, иң матуры, йәшәү өсөн иң уңайлыһы - үҙебеҙҙә. Ҡыҙыҡһынып барабыҙ ҙа ашҡынып ҡайтабыҙ, Башҡортостаныбыҙҙан айырмаһын!

Алты тиҫтә йыл арыу ғына ғүмер арауығы. Һығымталар яһала, сөнки бай тормош тәжрибәһе тупланған. Быларҙы үҙеңдә генә ҡалдырыу мөмкин эш түгел. Күләмле китап әҙерләүегеҙ шуның менән бәйлелер. Төп иғтибар нимәгә йүнәлтелде?

- Эйе, 30 йылдан ашыу матбуғатта эшләү осоронда ижад ителгән яҙмаларымды йыйынтыҡ итеп тупланым. "Әйтер һүҙем етһен кешеләргә" тип атала, уға очерктарым да, интервьюлар ҙа, шиғырҙар ҙа, юлъяҙмалар ҙа индерелде. Былтыр февраль айында - З.Вәлиди исемендәге Милли китапханала, сентябрҙә Баймаҡ үҙәк китапханаһында исем туйын үткәрҙек.
Ижадым һәр ваҡыт мөхәррирлек эше менән бергә бара. Хәҙер "Ватандаш"ты етәкләүемә лә 10 йыл булып килә. Төрлө проекттар уйлап табыу, конкурстар ойоштороу - улар ҙа ижад, улар ҙа ваҡыт, аҡыл һәм күңел көсө талап итә. Иң һуңғыларын ғына әйтеп үтәйем. Былтыр беҙ эҙәрмәндәр менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү буйынса "Батырҙар эҙһеҙ юғалмай" тигән акция ойошторғайныҡ, уны йыл һайын үткәрергә уйлайбыҙ. Сөнки Башҡортостанда һуғыш ваҡытында 127 000 һалдат һәм офицер хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Һәр ғаиләлә тип әйтерлек уларҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынған кешеләр бар, шуларға ярҙам итке килә.
Шулай уҡ былтыр "Бәйләнештә" селтәрендә "Мостай беҙҙең арала" тигән фотоконкурс алып барҙыҡ. Райондарҙан, ауылдарҙан бик матур, йылы фотоһүрәттәр, иҫтәлекле яҙмалар алдыҡ.
Ә инде, һеҙ әйткәнсә, алты тиҫтә йыл ғүмер эсендә башҡарылғандарға йомғаҡ яһағандан һуң, тупланған тәжрибә нигеҙендә киләсәккә ҡараш ташлайһың бит инде. Түбәндәге шиғырым ошо хаҡта:

Килер йылдар - башланмаған китап:
Унда ниҙәр, нисек яҙылыр?
Әйтер һүҙем етһен кешеләргә,
Булмаһын да һүҙем яҙлығыр.

Килер йылдар - яңы бер йыр һымаҡ,
Ниндәйерәк булыр, тим, көйө?
Моңһоҙлоҡтан Хоҙай аралаһын,
Ни йәшәүең бер ғәмһеҙ көйө!

Килер йылдар - матур сәйәхәттер
Ҡайһы юлдар ҡайҙа илтерҙәр?
Рухташ була күрһен юлдаштарым
Юлды бергә дауам итерҙәй.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 9 - 15 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.12.25 | Ҡаралған: 26

Киске Өфө
 

Эрнест Хемингуэй "Бәхет - ул ныҡлы һаулыҡ һәм насар хәтер" тигән. Ысынлап та, беҙ йыш ҡына үткәндәге уңышһыҙлыҡтар, үпкәләүҙәр, ҡурҡыуҙар һәм тулҡынланыуҙар тураһындағы хәтирәләр менән йәшәйбеҙ. Әйҙәгеҙ, яңы йылда күңелдәрҙән был хәтирәләрҙе сығарып ташлайыҡ, Яңы йылда тормошобоҙҙа ла, күңелдәрҙә лә барыһы ла көйләнәсәк һәм яҡшырасаҡ, тигән өмөт, ышаныс менән йәшәйек.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru